«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Йәмғиәт » Аспирантура, немец теле... һәм Бабич



23.10.2015 Аспирантура, немец теле... һәм Бабич

Зәбих Исҡужин белем алған Ҡазандың Шәреҡ педагогия институты 1922 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институты базаһында, Көнсығыш академия һәм Ҡазан дәүләт университетының йәмғиәтте өйрәнеү факультетын берләштереү арҡылы ойошторолған була. Әммә 1934 йылда ҡабаттан Ҡазан дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртелә. Шунлыҡтан уның аспирантурала уҡыған урыны документтар буйынса Ҡазан дәүләт педагогия институты тип күрһәтелгән, ә асылда Зәбих Исҡужин үҙе тамамлаған уҡыу йортона аспирантураға ҡалдырыла. Шәреҡ педагогия институтының татар бүлегендә башлыса төрки телдәре, әҙәбиәте һәм тарихы уҡытыла. Немец телен өйрәтеү ҙә яҡшы ойошторола. Ҡазан дәүләт педагогия институтының аспирантураһын тамамлағанда уның немец телен ярайһы уҡ яҡшы белеүе хаҡында мәғлүмәт тә бар. Был факт архивтағы хаттарҙы, ғаризаларҙы өйрәнгәндә, аноним хаттарға яуаптарын уҡыған саҡта асыҡланды. Ғилми етәксеһе итеп сығышы менән Башҡортостандың Благовар районынан булған Ғәлимйән Ниғмәтуллин тәғәйенләнә. Заманында “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған Ниғмәти менән Шәйехзада Бабич яҡындан таныш була. 1929 йылда Бабич хаҡында ҙур ғына мәҡәлә лә баҫтырып сығара ул. Аспиранты Зәбих Исҡужин да ғилми тема итеп Бабич ижадын һайлай.

Бер ғүмере өс тапҡыр үлемгә хөкөм ителгән Бабичтың әҙәби мираҫы үҙе иҫән саҡта уҡ Ырымбур далаларынан алып, Һамар тарафтарынаса, Көнъяҡ Уралдан алып Себер яҡтарынаса сәселә. “Уның ижадын йыйыу, барлау һәм өйрәнеү өсөн телсе йәки әҙәбиәтсе булыу ғына аҙ. Тарихсы һәм политик булыу кәрәк”, – тип яҙа 23 йәшендә Зәбих Исҡужин һоро тышлы бәләкәй ҡуйын блокнотына ҡәләм менән 1934 йылда. Диссертацияһының алты теманан (бүлектән – Г.С.) торасағын билдәләй: 1) Бабич – Октябрь революцияһы алдынан татар, башҡорт ижтимағи донъяһының ваҡ буржуаз демократик шағиры. 2) Бабич ижадында реализм. 3) Бабич лирикаһы. 4) Бабич сатираһы. 5) Бабичтың поэтик теле. 6) Бабич һәм халыҡ әҙәбиәте. Әгәр кәрәкле табылһа, 7-се тема итеп “Революцияғаса беҙҙә шиғыр культураһы һәм Бабичты өйрәнеү” тигән теманы айырым индерергә тип аңлатма бирә. Әммә архивта тамамланған диссертация юҡ. 1936 йылда яҙған бер ғаризаһы һаҡланып ҡалған. Ул ВКП(б) Өлкә комитетының культпропаганда бүлегенә яҙылған.

"Настоящим прошу Вас обратить внимание на следующие возмутительные факты, творимые в Казгоспединституте:
1) Я бывшей пастух, сын бедного крестьянина, в 1935 году окончил аспирантуру по татарской литературе в КГПИ. После окончания аспирантуры я был назначен Наркомпросом РСФСР преподавателем по литературе в тот же институт. Однако, с этого времени в дирекции института сложилось какое- то странное отношении ко мне. Мне дали всего 40 академических часов нагрузки на учебный год, обеспечив зарплатой по 27 рублей в месяц. Директор все мне отвечает, что нет работы... и т.д. Однако это не верно, здесь работы много. Например, требуется ассистент по древнетатарской литературе. Кроме того, татарская литература научно-критически почти совсем не разработана, имеются масса проблем чисто научно-педагогического характера. Этими вопросами институт не интересуется и не создает условия тем, кто хочет по ним работать.
2) В этом году зимой, несмотря на неудачные условия жизни, подготовил диссертацию. 10 мая труд был отдан декану литературно – лингвистического факультета для назначения срока защиты. Однако, институт безразлично отнесся к этому факту. Сейчас мне отвечают, нет времени, нет оппонента – таким образом, опять хотят сорвать защиту моей диссертации".
Архивта төрлө ҡалынлыҡтағы бер нисә дәфтәр һаҡланған. Тышына ҡәләм менән номерҙар һуғылған. Был дәфтәрҙәр диссертацияның ҡаралама варианты булырға тейеш, әммә ғилми яҙыуҙарҙы тикшереп сыҡҡандан һуң дәфтәрҙәрҙең теүәл һаҡланмауы асыҡланды. Ғалим ғүмеренең һуңғы йылдарында төрлө журналдарға күпләп мәҡәләләр ебәрә, ҡайһы бер дәфтәрҙәрҙең нәшриәттәрҙә ятып ҡалыуы ла ихтимал. "Ихтимал" эргәһенә "бәлки" йәки "бик ихтимал" һүҙен өҫтәү ҙә урынлы булыр. Һаҡланып ҡалған ғилми хеҙмәттәрен барлағас, уларҙың бер быуат өсөн генә яҙылмағанлығын миңә асыҡ аңлашылды. Нисек кенә булмаһын, Зәбих Исҡужиндың ғилми яҙмышын ныҡлап барлайһы, батырлыҡҡа тиң ғалимлығын өйрәнәһе бар. Хеҙмәттәрен башлыса тарихсы күҙлегенән, тарихи факттарға аныҡ анализдар яһау юлы менән яҙған. Төп фекер: “Бабичты Зәки хөкүмәте үҙенең политикаһында байраҡҡа һәм ҡоралға (инструмент тип яҙа – Г. С.) әйләндерҙе”, – тигән һүҙҙәргә ҡайтып ҡала. Гәзит уҡыусыларға төрлө дәфтәрҙәрҙән алынған ҡайһы бер яҙмаларын тәҡдим итәм.

“Бабич 1919 йылда Преображенскийҙа Һамар тимер эскадроны тарафынан трагик рәүештә үлтерелә. Бабичты дуҫы Иркәбаев менән икеһе Темәстә ҡалған баҫма кәнәсен алып Кананикольскиға табан китеп барғанда, Әлимсат ауылында “шикле кешеләр” тип тотоп алалар. Тыныс башҡорт халҡына яңылыш политика тотоусы Һамар тимер эскадроны була. Был турала 1919 йылдағы Куйбышевтың приказдары бар (Ҡыҙыл армия архивы 200-045-се дело һәм Башобкомдың 1934 йылда Башҡортостандың 15 йыллыҡ уңайы менән сығарған “Башҡорт хәрәкәтенә өҫтәлмә ҡарарҙар”ҙы ҡарағыҙ)” тигән һылтанма бирә. Һамар тимер эскадроны билдәле Смоленск полкының бер хәрби подразделенияһы булырға тейеш.
“1918 йылдың 5 февралендә “Башҡорт хөкүмәте“ Дутов менән мөнәсәбәттә булыуҙа ғәйепләнеп, большевиктар тарафынан ҡулға алына. Был хәл Башҡорт хөкүмәтенең Дутов яғына сығыуына сәбәп булды, – тип яҙа Бабич 1918 йылғы көндәлек дәфтәрендә. Бабич үҙе ул көндәрҙә Бөрө өйәҙендә кантон шуралары төҙөү эше менән командировкала йөрөй. Өфөгә килгәс, ул “Башҡорт шура”һы большевиктар тарафынан ҡулға алынған, тигән хәбәр ишетә. Бабич шунда көндәлек дәфтәренә: “Был ысын большевик эше түгел, был – башҡорт автономияһына ҡаршы күҫәк күтәргән, уларға ҡаршы үҙенең уҫал сәйәсәтен тотҡан яңы ваҡыт мөхәррирҙәренең провокацияһы менән эшләнде”, – тип яҙып ҡуя (дәфтәрҙең тышына”Бабич. 1918 йыл. 3-сө дәфтәр, 1935 йыл”, тип яҙылған)

“Капитализм йәмғиәтендә ҡайһы бер шағирҙар ҙур дан алғансы үҫә, үҫәләр ҙә, йә шәхси бер сәбәп менән үҙен-үҙе үлтерә; йә башҡа бер шундай мәғәнәһеҙлек менән исемдәрен бысыраталар ине. Бабич та быға хәтле халыҡ ғәмен йырлап алған йырсы ,инде үҙен быуып үлтерҙе. Тик Бабичтың был рәүешле үҙен-үҙен үлтереүе, уның иркенән өҫтөн торған тарихи шарттар, ижтимағи һыналыштар эсендә булды.

Намыҫ өсөн,тәңрем, йәндән
кисәм,
Килтер вәғәҙә, ҡөҙрәт ҡулың бир!
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир”, – тип яҙҙы Бабич “Ғәскәр доғаһы”нда. (Шул уҡ дәфтәр).

“Бабичтың автономияны аңлауы менән Зәки Вәлидиҙең автономияһы-икеһе бер үк әйбер түгел. Зәки Вәлидиҙең автономияһы “Туран”дың яңы вариантын төҙөү ине, Бабич уның был пландарын хыял тип кенә ҡараны һәм сит исем менән “Хыялбай” шиғырын яҙҙы” (шул уҡ дәфтәр).

“Башҡортостан Советтар яғына сыҡҡас, Бабич “Беҙ ни өсөн ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ” тигән көйлө хитапнамаһен яҙҙы. Был хитапнамә төрлө ваҡиғаларға, политик фекерҙәргә иҫ киткес бай бер тарихи документ булып, был әҫәрҙе “1917 – 1918 йылдарҙағы башҡорт хәрәкәтенең шиғри формала әйтелеп бирелгән энциклопедияһы” тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Башҡорт халҡының тарихи үткәндәгеләре, 1918 йылғы реация аҫтындағы йән әрнеткес трагедиялы көндәре, Дутов, Колчак хәйләһендә азатлыҡ алабыҙ тип алданып йөрөүҙәре, инде килеп автономияны тик большевиктар ғына бирәсәге, Совет Башҡортостанына Дутов шпиондарының ялған агитация таратып йөрөүҙәре һәм ағымдағы моменттың башҡа хисапһыҙ күп мәсьәләре – хитапнамәлә ғәжәйеп рәүештә һүрәтләнеп, киң ҡатлам массаһының күңеленә инерлек итеп йәнле һүрәтләнгән. Күләме яғынан 220 юлдан торған был хитапнамә (йәғни ҙур бер поэма хәтлем тигән һүҙ) художество эшләнеше, политик зауығы яғынан Бабичтың башҡа бар шиғырҙарынан юғары тора. Һәм был әҫәр –беҙҙең ҡайһы бер иптәштәрҙең тәрән ғәйепләүенә ҡаршы – бары тик 20 февралдә бер төн эсендә яҙылып, 21 февралдә Темәстә булған 1-се ғәскәр съезында шағир тарафынан уҡыла. 25 февралдә ташҡа баҫылып, тау башҡорттары араһында тиҙ арала таратыла. Билгеле, яңы Башревкомдың был хитапнамәгә үтә ҙур иғтибар итеүенең мөһим политик әһәмиәте бар ине, сөнки Башҡортостан менән Советтар хөкүмәте араһындағы ярашыу договорының 4-се параграфында “Башҡорт Хөкүмәте ҡыҙылдар яғына сығыу менән ашығыс рәүештә башҡорт халҡына һәм ғәскәренә Советҡа ҡаршы һуғышмаҫҡа”тип хитапнамә таралыр", тиелә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ғәскәре һәм Башҡорт хөкүмәте советҡа ҡаршы яһаған хаталарын йыуырлыҡ практик эштәр күрһәтеп, совет алдында ышаныс ҡаҙанырға тейеш ине. “Беҙ ни өсөн ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ” хитапнамәһе менән Бабич ана шул социаль талаптарға беренсе булараҡ асыҡ күңел менән тапҡыр яуап биреп сыҡты”. (Дәфтәрҙең тышына “Бабич. 1919 йыл, 4-се дәфтәр” тип яҙылған).
“1919 йыл яҙ Уралды аҡтар баҫыуы арҡаһында Башревком Башҡортостан тупрағын ҡалдырып, Саранск ҡалаһына күсә. Унда барыу менән Бабичтың “Беҙ ни өсөн ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ” хитапнамәһе тағы ла яңынан баҫтырылып, аҡтар тылында ҡалған башҡорт ауылдарына аэропландан таратыла” (шул уҡ дәфтәр).

Бер опистә генә Бабичтың ижады менән бәйле булған 200 битлек материал бар. “Бабичтың баҫылмаған шиғырҙары” тигән айырым биттәр һаҡланып ҡалған. Әммә бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла донъя күргән, тик айырма шунда; баҫмаларҙа 1911 йыл тип бирелгән шиғырҙарҙың күбеһен Зәбих Исҡужин 1910 йыл тип күрһәтә. Йылы эргәһенә айын һәм баҫылып сыҡҡан гәзит йәки журналдың исемен дә күрһәткән. Йәнә, Бабичтың бөгөн киң таралған шиғырҙарын ул ғәрәп графикаһынан латинға күсергән. Айырым һүҙҙәрҙе, һүҙҙәрҙәге ялғауҙарҙы иҫәпкә алмағанда, ул эшләгән транслитерация менән шиғырҙарҙың бөгөнгө торошо араһында артыҡ айырма юҡ кеүек, ләкин оҙон шиғырҙарҙа ҡайһы бер строфаларҙың урындары алмашыныуы кеүек үҙгәрештәр күҙәтелә.

Ғилми хеҙмәтенең йәнә ҙур бер өлөшө Һаҙи Таҡташ ижадына арналған. Аспирантурала уҡығанда йәш ғалим Бабич ижады буйынса диссертация яҙып ҡына ҡалмай, Таҡташ ижады буйынса ҙур күләмле хеҙмәт әҙерләй һәм баҫмаға тапшыра. Быға дәлил итеп Зәбих Исҡужиндың архивта һаҡланған ғаризаһынан өҙөк килтерәм “Мин 1934 йылдың декабрь урталарында ”Совет әҙәбиәте” журналы редакцияһына Таҡташ поэзияһы тураһында материалдар биргән инем. Ләкин, барыһын да баҫмайбыҙ тип, “Таҡташтың поэтикаһында тел системаһы”, “Таҡташ поэзияһында художество һүрәтләү саралары”, “Таҡташ лирикаһы һәм уның эске композицияһы” тигән бүлектәрен баҫабыҙ, тип алып ҡалдылар ҙа, “Таҡташ поэзияһына дөйөм бер ҡараш” кеүек Таҡташ ижадына тарихи һәм практик яҡтан баһа биргән бүлекте кире ҡайтарҙылар. Мин: “Бер бөтөн әҫәр ул. Улай өҙгөләп баҫҡас, системаһы юғала бит”, – тип дөйөм бүлектәрҙе баҫтырыырға теләһәм дә, тыңламанылар. Шулай итеп, бөтөн бер әҫәрҙең системаһын иң алама рәүештә боҙоп, әҫәрҙең иң ахырынан тотоп баҫтыра башланылар”.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға