23.10.2015 Гүзәл әсә лә, шағирә лә, диндар ҙа ул
Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Гөлшат Байназарова
яҡташтарын һәм йәштәрҙе иман юлына саҡыра
«Уңған кеше һәр нәмәлә уңған» тигәндәй, һәр төбәктә үҙҙәренең тормош юлы, йәшәйеше менән башҡаларға, бигерәк тә йәштәргә, өлгө булырлыҡ шәхестәр бар. Ундайҙар хеҙмәттә лә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтеп, тормошто йәмләп йәшәй. Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылында шундайҙар иҫәбенә Гөлшат Байназарованы индерергә мөмкин.
1942 йылда райондың Яманһары ауылында тыуып үҫкән Гөлшат Ғәзиз ҡыҙы фәһемле лә, һикәлтәле лә йәшәү юлы үткән. Ғәзиз һәм Хәсбиямал Батыршиндарҙың ун балалы ғаиләһендә икенсе булып донъяға килгән ҡыҙҙың балалыҡ һәм үҫмер осоро Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр ваҡытҡа тура килә. Ул йылдарҙа ашау самалы, кейем-һалымға ҡытлыҡ кисерелә. Урындағы колхозда, 1957 йылдан Көйөргәҙе совхозында тракторсы булған һуғыш инвалиды Ғәзиз ағай һәм күмәк хужалыҡта йәшелсә баҡсаһын хеҙмәтләндергән бригада ағзаһы Хәсбиямал апай тырышып эшләп, мөмкин булғанса мал аҫрап, йәшелсә, картуф үҫтереп, балаларының һәм үҙҙәренең йәшәү кимәлен күтәрергә ынтылып йәшәгән. Улар бәләкәстәрҙе лә хеҙмәткә өйрәтеп, уға һөйөү тәрбиәләп үҫтерә, булдыра алғанса балаларға уҡырға, һөнәр алырға ярҙам итә. Гөлшат апай урындағы мәктәпте тамамлағас, совхоз бүлексәһендә төрлө эш башҡарып, хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡламай тырыш ҡыҙҙы фермаға һауынсы итеп эшкә саҡыралар. Уҡырға ынтылған Гөлшат Ғәзиз ҡыҙы ауылда ойошторолған киске мәктәптә уҡып, урта белем алыуға өлгәшә. Һауынсының ауыр ҙа, бик яуаплы ла вазифаһын ул 1961 йылдан башлап 18 йыл уңышлы башҡара. 1959 йылда яҙмышын ауылдашы Радик Байназаров менән бәйләй. Уның менән бергә татыу ике тиҫтә йыл йәшәү дәүерендә ике ҡыҙға һәм бер малайға ғүмер бирәләр. 37 йәшендә генә тол ҡалған ҡатын, иренең баҡыйлыҡҡа күсеүен бик ауыр кисерһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәй, балаларын күтәрергә, уларҙы уҡытыуға көс таба. Махсус урта һөнәри биреүсе уҡыу йорттарын тамамлап, Гөлдәре – һөт эшкәртеү буйынса технолог, Нажиәһе – сауҙа белгесе, ә Юниры электрик, киномеханик һөнәрен үҙләштерә. 11 йыл буйы Гөлшат апай Яманһары төп белем биреү мәктәбендә йыйыштырыусы, ашнаҡсы вазифаларын да башҡара.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында Гөлшат Байназарованы яҙмыш елдәре Айсыуаҡҡа килтерә. үҙем Көйөргәҙе совхозында партия комитеты етәксеһе булып эшләгәндә, шәхсән белеүемсә, хужалыҡтың үҙәк бүлексәһендә урынлашҡан сусҡа фермаһында хеҙмәт итергә ашҡынып тороусылар бик булмай торғайны. Быға тиклем малсылыҡта уңышлы эшләп тәжрибә туплаған ҡатын һис икеләнмәй, ҡарауы мәшәҡәтле һаналған сусҡаларҙан үрсем алыу төркөмөндә хеҙмәт юлын дауам итә. Хәтеремдә, ул коллективтың бригадиры Әҡсән Ҡолмоханов Гөлшат Ғәзиз ҡыҙының эшенән һәр саҡ ҡәнәғәт булды, уны башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы. Бүлексә етәкселеге үтенеп һорағас, алдынғы малсы, пенсияға сыҡҡас, бында өс йылдан ашыу эшләне.
Эйе, тырыш, үҙенә талапсан, етешһеҙлектәргә битараф булмаған Гөлшат апай емешле, күптәргә өлгө булырлыҡ хеҙмәт һәм йәшәү юлы үтте. Быға бөгөн унда һаҡланған күп һанлы Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хаттары, хеҙмәт ярышында алған билдәләр ныҡлы дәлил. Гөлшат Байназарованың уны күптәрҙән айырып торған үҙенсәлеге бар. Ул бала сағынан шиғырҙар уҡырға, уларҙы тыңларға әүәҫ була, үҙе лә шиғырҙар ижад итә. Махсус филолог белеме булмаһа ла, уның урындағы «Юшатыр» гәзите биттәрендә баҫылған шиғырҙарын мин генә түгел, күптәр яратып уҡый. Гөлшат апайҙың тыуған яғының хозур тәбиғәтенә, халҡыбыҙҙың тарихына, яҙмышына, бөгөнгө ысынбарлыҡҡа арнап яҙылған шиғри әҫәрҙәре күңелгә хуш килә, уйға һала. Әле уның 200-ҙән ашыу шиғыры бар, уларҙың тик бер өлөшө генә донъя күргән. Киләсәктә лә ул ижад емешен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итер, тип ышанғы килә. Гөлшат Байназарова үҫмер сағынан дингә ылыға, мөмкин булғанса уға ҡағылған йолаларҙы үтәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Аллаһы Тәғлимәтен ентеклерәк өйрәнә башлай. Мәсеткә йөрөү, намаҙ уҡыу, Ҡөрьәнде өйрәнеү, сүрәләр, аяттар ятлау уның даими шөғөлөнә әйләнгән. Ауылдаштары һәм башҡа урындарҙа йәшәүселәр Гөлшат апайҙы дини йолаларҙы башҡарырға саҡыра. Ул мөнәжәттәр ҙә ижад итә, киләсәктә уларҙың һаны ишәйер, тип көтөргә була. Апай мөнәжәт уҡыу буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, улар менән кешеләрҙе таныштырыу уйы менән яна, сөнки ижадтың был төрө лә шәхесте тәрбиәләй.
Эйе тормош шатлыҡтарҙан ғына тормай. Апайҙы оло ҡайғыға һалып, улы Юнир йәшләй генә, ҡаты ауырыуҙан һуң, фани донъянан китте. Өлкән йәштә булһа ла, Гөлшат Ғәзиз ҡыҙы улының ике ҡыҙын һәм малайын аяҡҡа баҫтырыуға, уларҙы уҡытыуға ҙур көс түкте, хәҙер ҙә йәштәр өләсәләренең хәстәрен, ҡурсалауын тойоп йәшәй. Әлеге ваҡытта уларҙың икәүһе урта махсус белем алды, өсөнсөһө лә колледжда белем эстәй. Әйткәндәй, хеҙмәт ветеранының туғыҙ ейән-ейәнсәре һәм ун бүлә-бүләсәһе бар. Өләсәләре уларҙың һәр ҡайһыһына мөмкин булғанса иғтибар бүлергә, ярҙам итергә, кәңәштәренән өҙмәҫкә тырыша.
Ауылдың абруйлы ағинәйе яҡташтарын, бигерәк тә йәштәрҙе дингә ылығырға саҡыра. Өгөт-нәсихәт үҙ емешен бирә, Айсыуаҡта дин юлына баҫҡандар, шөкөр, күбәйә бара. Уның кейәүе Миңнур Абдрахманов әле аят, сүрәләр уҡый, уларҙы ятлай. Гөлшат Ғәзиз ҡыҙының ҡыҙҙары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә дини йолаларҙы үтәй. Абруйлы кеше һипкән иман нурының таралыуы, яҡтыраҡ яныуы – күңелле күренеш.
Халыҡ, юлды тик алға барыусы ғына үтә, ти. Гөлшат апайҙың киләсәктә лә алға барыр юлы оҙон һәм емешле булһын.
Урал ҠӘЙҮПОВ.