«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үҙе лә, ижады ла ихлас



16.10.2015 Үҙе лә, ижады ла ихлас

Үҙе лә, ижады ла ихласКешене яҡындан белгең килһә, уның менән юлға сыҡ, тиҙәр. Күренекле балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән байтаҡ ҡына бергә юл йөрөргә тура килде. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе уроынбаҫары булып эшләгән сағында төрлө сарала, мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа булдыҡ.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының элекке уҡытыусылығы һәр ерҙә күҙгә ташлана ине. Ул бер ваҡытта ла, бер ҡайҙа ла һуңламай, күпкә алдан килер. Ойоштороу эшенә үтә яуаплы ҡарап, ваҡ мәсьәләләргә хәтлем хәл итеп ҡуйыр. Ҡәләмдәштәренә оло ихтирам менән ҡарар. Береһе тураһында ла алдында ла, артында ла яман һүҙ әйтмәҫ, ғәйбәт һөйләмәҫ. Һис ҡасан тауышын күтәрмәҫ, ҡысҡырып һөйләшмәҫ. Уның алдында хәл ителмәҫтәй бер нәмә лә юҡ, һәр эшен ипле генә итеп ослап ҡуйыр.
Осрашыуҙар алып барғанда Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һүҙ бирә торған әҙиптең абруйын, уҡыусы алдында күтәрерлек маҡтау һүҙҙәре әйтер. Ә бит ҡайһы берәүҙәр форсаттан файҙаланып, күберәк үҙе тураһында һөйләүҙән дә тартынмай, ҡәләмдәштәренә йылы һүҙҙе лә йәлләй.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы ҡайҙа ғына барһа ла, район мәктәптәрендәге уҡыусыларҙың ижади эштәрен һорап алып ҡайта ла, "Йәншишмә", "Аманат", "Аҡбуҙат" редакцияларына илтеп бирә. "Берәр шиғыры йә һүрәте баҫылһа ла, баланың күңеле күтәрелә бит", – ти ул.
Юл йөрөгәндә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның күп ерҙә инде ҡасандыр булып киткәнлеген беләһең. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән сағында уҡытыусылар менән ижади аралашҡанлығы буйынса беләләр ине үҙен. Һәйбәт иҫтәлектәр ҡалдырғанға ла ихтирам менән ҡаршы алалар ине.
Алыҫ сәфәрҙә йөрөгәндә, әлбиттә, төрлө хәл була. Ҡайһы саҡта саҡырылған ерҙә әҙиптәрҙең тамағын туйҙырыу, төнгөлөккә ҡунаҡханаға урынлаштырыу кеүек мәшәҡәттәрҙе хәстәрләмәгән етәкселәр ҙә осрай. Шундай саҡта Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы үҙ аҡсаһына аҙыҡ-түлек алып, бергә килгән ҡәләмдәштәрен дә һыйлай, йоҡлап сығыу урынын да таба. Ошондай мәлдәрҙә уның кешелеклелеге күренә лә инде. Ә инде әҙибә менән оҙон юл үткәндә уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарын, рус романстарын тыңлай-тыңлай ҡайтҡанда ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Сәфәрҙән йөрөп ҡайтыу менән ошо хаҡта матбуғат биттәрендә сығыш яһарға ла өлгөрә уңған шағирә.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Ейәнсура районында тыуһа ла, көйөргәҙеләр ҙә, күмертауҙар ҙа уны үҙҙәренең яҡташтары тип иҫәпләй. Сөнки ул беҙҙең районда сирек быуат ғүмерен үткәрә, мәктәптә балаларға белем бирә. "Башҡортостан мәҙәниәте" тигән дәрестең яңы инә башлаған сағында күп материалды үҙеңә эҙләп табырға, балалар фольклор ансамбле төҙөп, төрлө йола байрамды үткәрергә тура килә.
Өфөгә килгәс, ҡайҙа хеҙмәт юлын дауам итһә лә, үҙен уңған, егәрле коллега итеп күрһәтә. Мәғарифты үҫтереү институтында эшләгәндә мәктәптәрҙә ниндәй методик ҡулланмаларҙың етешмәүен иҫәпкә алып, шуларҙы төҙөй. Райондарҙан килгән уҡытыусыларҙың Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса белемен камиллаштырыу йәһәтенән файҙалы саралар ойоштора. Мәҫәлән, Яҙыусылар союзындағы "Әҙәби кесаҙна"ларҙағы осрашыуҙар иң фәһемлеләрҙән һанала. Бында яҙыусылар, уҡытыусылар – рух һаҡсылары алдында шиғырҙар ғына уҡып ҡалмай, ә төрлө темаға әңгәмәләр ҙә үткәрә. Бындай кисәләрҙең ауыл уҡытыусылары өсөн күпме ҡыҙыҡлы, кәрәкле мәғлүмәт биргәнлеген аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ. Шағирҙар бит һәр ауыл­ға ла барып етә алмай. Ә бында бәләкәй генә залда бөтә һорауына яуап та алалар, хатта бәхәсләшеп тә китәләр, яҙыусылар ижадына ҡарата тәнҡит һүҙҙәре лә еткерәләр.
Яҙыусылар союзына әҙәби консультант булып эшкә килгәс, Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы бындай осрашыуҙарҙы даими рәүештә ойоштора. Яҙыусылар союзында ғына түгел, университет, институт, колледж студенттары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдыра.
Союз эшендә үҙен яуаплы итеп күрһәткән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға идара рәйесе урынбаҫары вазифаһын ышанып тапшыралар. Бында ла һынатмай, һәр ерҙә үҙенә генә хас булдыҡлылыҡ, тәүәккәллек менән үҙ эшен башҡара. Яҙыусылар союзы эшенә быға тиклем күләгәлә ҡалғаныраҡ кешеләрҙе йәлеп итергә тырыша. Нишләптер гел бер үк әҙиптәр йөрөгән осрашыуҙарға, байрам-фестивалдәргә башҡаларҙы ла исемлеккә индерә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның ошондай ғәҙеллеге арҡаһында миңә лә бер тапҡыр булһа ла М. Аҡмулла көндәренә Миәкә районына һәм Бәләбәйгә "Илһам шишмәләре" фестиваленә барырға тура килде. Ә бит тиҫтә йылдар дауамында үткән байрам сараларының береһенән дә ҡалмай йөрөгән әҙиптәр бар. Яҙыусылар союзын уның һәр ағзаһы яҡын һәм туған ойошма итеп ҡараһын, һорау­ҙары, мәсьәләләре менән теләгән ваҡыттарында килеп мөрәжәғәт итеп, ярҙам, таяныс, кәңәш тапһын өсөн ихлас, ярҙамсыл мөхит булдырырға тырыша Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы. Оло йәштәге йәки сирле әҙиптәрҙең өйөнә барып, хәлдәрен белешә.
Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге төп китапханаһында эшләп киткәндә лә яҙыу­сылар менән бик матур, йөкмәткеле осрашыуҙар ойоштора. Китап­ханаға күптән юлдарын һыуытҡан әҙиптәрҙе уҡыусылар янына килтерә. Аҙаҡ байтағы: "Минең дә ижад кисәмде китапханала үткәр әле", – тип үҙҙәре үк мөрәжәғәт итә. Ә бит уларҙы ойоштороу өсөн күпме әҙерлек эше башҡарырға кәрәк. Әҙип хаҡында тулы мәғлүмәт тупларға, уның өсөн әллә күпме әҙәбиәт менән танышып сығырға, яҙыусы тураһында ҡыҙыҡлы һәм матур итеп һөйләрлек ҡәләмдәштәрен осрашыуға саҡырырға, ижады һәм тормош юлы буйынса слайд-шоу эшләргә, кисә йәнлерәк үтһен өсөн артистарҙың сығышын да индереп, моңло йырҙар менән биҙәргә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ҙур залдарҙа үткән юбилей кисәләренән бер ҙә кәм түгел ине Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның үткәргән осрашыуҙары. Киреһенсә, бәләкәй аудиторияла ихласлыҡ өҫтөнлөк итә. Тамаша залын сәхнә бейеклеге айырып тормағас, йәнле әңгәмә килеп сыға. Шуларҙың барыһы ла, әлбиттә, Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының егәрлелеге, ижади ҡарашы һәм фантазияһы менән башҡарыла.
Әлеге ваҡытта әҙибә республика һуҡырҙар китапханаһында ең һыҙғанып яңы һөнәр үҙләштерә. Насар күргән йәки яҡты донъяны күреүҙән бөтөнләй мәхрүм уҡыусылар өсөн башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен Брайль системаһында еткереү һәм көндәлек матбуғатты тауышлы яҙҙырыу эше менән мәшғүл. Ҡайҙа ғына барһа ла, әйтерһең, күптән шунда эшләгән кеше кеүек, һин дә мин үҙ бурысына тотона ла китә.
Ошондай тәүәккәллеге арҡаһында былтыр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап үткәреләсәк саралар өсөн грант алып, бөтә Башҡортостанды шаулатты бит ул. Тотош бер ҙур ойошма башҡара торған йөктө һуҡырҙар китапханаһы менән берлектә атҡарып сыҡты. Республика балалары араһында шағирҙың әҫәрҙәре буйынса "Мин һәм Мостай Кәрим" тигән ижади бәйге иғлан итте. Хикәйәләр, шиғырҙар, һүрәттәр, кроссвордтар, интернет презентациялар, буктрейлерҙар ебәрҙе балалар. Конкурсҡа килгән хаттарҙың бер өлөшө "Йәншишмә" гәзитендә лә баҫылып сыҡты. Бәйгегә йомғаҡ яһар өсөн Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина жюри ағзаһы итеп мине лә саҡырғайны. Художество белеме булған иптәшем Нияз Мәһәҙиев һүрәттәрҙе баһаланы. Балалар баҫмаһында ғүмер буйына эшләп, күпме конкурс үткәреп, бындай ҙа ажиотажды күргән булманы. Инде бәйге шарттары буйынса йомғаҡ яһар көн еткән, ә район мәктәптәренән һаман эштәрҙе килтерәләр ҙә килтерәләр. Бер мең ҡулъяҙманы, интернет презентацияларҙы тикшереп, һәр номинация буйынса баһалау өсөн әллә нисә көн кәрәк булды. Сыуашса яҙылған шиғырҙарҙы баһалар өсөн ошо телдә ижад иткән шағирҙарҙы саҡырҙы Фәрзәнә ханым. Руссаларын үҙе лә баһаланы, ҡәләмдәштәрен дә йәлеп итте. Хаттар араһында башҡорт, рус, татар телдәрендә генә түгел, хатта инглизсә, немецсә, японса, ҡытайса, төрөксә һәм башҡа телдәрҙә ебәргән эштәр ҙә бар ине. Бер генә баланың ижады ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡалған ҡатнашыусыларға сертификаттар, уҡытыусыларына Рәхмәт хаттары ебәрелде.
Халыҡ шағирының тыуған көнөндә уның һәйкәле янында шиғыр уҡыу буйынса флешмоб булды. Баш ҡала мәктәптәренән килгән уҡыусылар Мостай Кәримдең әҫәр­ҙәрен һөйләне. Күренекле шағир­ҙар сығыш яһаны. Ә һуҡырҙар китапханаһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Төрлө райондан килгән балалар Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостаевна менән осрашты, уның ҡулынан бүләктәр алды, иҫтәлеккә бергәләп фотоға төштө. Шулай уҡ туғандаш республикалар Татарстан, Ҡа­ҙағстан, Ҡырғыҙстан менән скайп аша бәйләнешкә инеп, күренекле әҙиптәренең ҡотлау сәләмдәрен ишетте. Ғүмерҙә онотолмаҫ ваҡиға булды ул. Һәм был сараны Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина атҡарып сыҡты. Нисек һоҡланмайһың шундай кешегә!
Ижадына килгәндә, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның балалар ал­дында сығыш яһағанын күп тапҡыр күрергә тура килде. Кескәйҙәрҙең иғтибарын яулауы еңел түгел. Шиғыр оҡшамаһа, улар тыңламай ҙа. Парта артында булһынсы, залдамы – телефондарына текләп, уйнап тик ултыралар йә бер-береһенә СМС ебәреп һөйләшәләр. Ә инде алдарына Фәр­зәнә Хәйбулла ҡыҙы сығып баҫһа, бөтә иғтибарҙары шағирәгә йүнәлә. Әлеге лә баяғы уҡытыусылығы ярҙам итәлер инде. Тәүге һүҙҙәренән үк балаларҙы ауыҙына ҡарата ла һөйләп бөткәнсе уҡыу­сылар менән бәйләнештә була.
Шиғырҙары балаларға аңлайышлы телдә, юмор менән яҙылғанға күрә күңелдәренә үтеп инә, улар геройҙар менән бергә көлә, үҙҙәренең етешһеҙлектәрен күреп уйлана, ҡыҫҡа ғына тәрбиәүи әкиәттәрен тыңлап, фәһем ала.
Шағирә, мәктәптә эшләп киткән кеше булараҡ, бөгөнгө уҡыусылар­ға ниндәй әҫәрҙәр кәрәклеген тойоп ижад итә. Шундай ябай тел менән Башҡортостан символикаһы – Республика байрағы, гербы тураһында, Ҡоролтайҙың нимә икәнен, ил башлығының кем булыуын балаларса шиғри тел менән аңлата. Мәктәптә үткәрелергә тейешле булған төрлө сараға сценарийҙар­ҙың ҡытлығын иҫәпкә алып, Фәр­зәнә Ғөбәйҙуллина бөтә календарь, йома, фольклор байрамдарына матур сценарийҙар, ҡыҫҡа пьесалар ижад итә. Мәғарифты үҫтереү институтында эшләгәндә уҡытыусылар өсөн методик ҡулланмалар сығара.
Шағирәнең тағы бер мөһим хеҙмәтен билдәләп китмәү мөмкин түгел. Ул Башҡортостанда "Балалар әҙәбиәте антологияһы"н төҙөү эшенә тотоноп, оло хеҙмәт башҡарҙы. Өс томдан торған йыйынтыҡтарҙың ике томы донъя күрҙе лә инде, өсөнсөһө лә оҙаҡламай уҡыусыларға барып етәсәк. Антология төҙөүгә бик яуаплы ҡарай шағирә. Рус һәм башҡорт телдәрендә булғас, уларҙың күбеһен тәржемә итеү эшенә үҙе тотона. Ике телде лә камил белеүе әҙибәгә руссанан – башҡортсаға һәм киреһенсә, башҡортсанан руссаға тәржемәләргә булышлыҡ итә. Ә бит был эш уның төп бурысына инмәй, һәр әҙип антологияға ингән әҫәрен тәржемәләүҙе үҙе хәстәрләргә тейеш. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина иһә бөтә текстарҙы компьютерҙа үҙе йыйып, күптән вафат булған шағирҙарҙың әҫәрҙәрен эҙләп табып, йыйынтыҡҡа индерә. Уның был оло хеҙмәтендә бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Хатта балалар өсөн ижад итмәгән тип һаналған шағирҙар ҙа антологияла үҙҙәренең әҫәрҙәрен күреп, аптырап ҡала. Ә нимә ул балалар әҙәбиәте? Кем ул балалар әҙибе? "Әсәйем", "бесәйем" тип шиғыр яҙыусылар ғына балалар шағиры түгел бит әле. Ғөмүмән, балалар әҙәбиәтендә ике төшөнсә йәшәй. Кемдәрҙер балалар өсөн ижад итә, икенселәр балалар тураһында яҙа. Тәүгеләренең герой­ҙары ла балалар, шиғыр ҙа улар өсөн тәғәйенләнә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның ижады тап ана шул тәүгеләр иҫәбендә. Кескәйҙәр өсөн уның шиғыр, хикәйә, әкиәттәрен уҡығанда үҙең дә балаға әйләнәһең, бәләкәстәр араһында бер тиң булып йөрөйһөң. Ә икенселәрҙең ижадында бала сағыңа әйләнеп ҡайтаһың. Хәтирәләр, иҫтәлектәр эсендә йәшәйһең. Балалар, әлбиттә, үҙҙәре хаҡында яҙылған ижадты яҡын күрә. Күптәр, балалар өсөн яҙыуы еңел, тип уйлай. Ә ундайҙарға балалар өсөн берәй мәҡәлә яҙыуҙарын үтенһәң: "Ҡуй, мин балалар өсөн яҙа алмайым да ул", – тип баш тарталар. "Балалар өсөн өлкәндәргә яҙған кеүек үк яҙырға кәрәк, тик тағы ла яҡшыраҡ итеп", – тип М. Горький юҡҡа әйтмәгәндер. Дәреслектәрҙә уҡыусылар өсөн халҡыбыҙҙың рухын сағылдырған, яҙмышын һүрәтләгән, проблемаларын күтәргән әҫәрҙәр индерелә. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа", "Үлмәҫбай", Рәми Ғариповтың "Аманат", "Туған тел", "Табыныу", Рауил Бикбаевтың "Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ", "Башҡортостан бында башлана" кеүек әҫәрҙәрен балалар өсөн яҙылмаған, тип кем әйтә ала? Үҫмерҙәр ана шундай юғары шиғриәт өлгөләре миҫалында тәрбиәләнергә тейеш тә. Ошо күҙлектән сығып төҙөгән дә инде Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина "Балалар әҙәбиәте антология"һын. Һәм ул, һис шикһеҙ, тарихта ҡалырлыҡ хеҙмәт тип баһаланырға хаҡлы. Ғө­мүмән, ни сәбәптәндер элек-электән беҙҙә балалар өсөн ижад итеүселәргә тейешле иғтибар биреп еткермәйҙәр. Әйтерһең, бөтә нә­мәнең бала саҡтан башлан­ғанын, тәрбиә орлоҡтарының кескәйҙән һалынғанын, мул һыулы йылғаларҙың бәләкәс инештәрҙән юл алғанлығын белмәйҙәр. Бел­һәләр ҙә, белмәмешкә һалышалар. Ба­лалар яҙыусыларының уңыштарын да күреп бармайҙар һәм баһаламайҙар ҙа…
Егәрле кеше бөтәһенә лә өлгөрә. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының Башҡортостандың "Ашҡаҙар" ра­диоһында аҙна һайын яртышар сәғәтлек тура эфирға сыға. Ҡә­ләмдәштәре менән әҙәбиәт донъяһы тураһында әңгәмәләр үткәреү өсөн дә һәр әҙиптең ижадын яҡшы белеү талап ителә. Тыңлаусыларға тапшырыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн күпме әҙерлек эше алып барғанлығын ул үҙе генә белә.
Һәр ваҡыт хәрәкәттә булған Фәрзәнә ханымға бөгөнгө күркәм йәште һис тә бирерлек түгел. Өс бала әсәһе булараҡ, һаман да, ҡошсоҡтарын ҡурсалаған инә ҡош кеүек, уларҙы хәстәрләй, ейән-ейәнсәрҙәренең мәшәҡәттәре менән йәшәй. Ҡыҙы Лилита – медицина фәндәре кандидаты. Ейән­сәрҙәре лә медицина юлын һайлаған. Әнисә күҙ ауырыуҙары институтында эшләһә, Ләйсән әлегә IV курста белем ала. Игеҙәк улдары Владислав менән Вячеслав Санкт-Петербургтағы кино һәм телевидение институтын тамамлап, береһе шунда эшкә ҡала, икенсеһе Өфөлә Башҡортостан радиотелекомпанияһында хеҙмәт юлын башлай. Әле Владиславының Арыҫлан исемле улын ҡараша бәхетле өләсәй. Ҡаланан ситтә уларға өй төҙөү, баҡса үҫтереү мәшәҡәттәрендә ярҙамлаша.
Күренекле шағирә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәрзәнә Гө­бәйҙуллинаның юбилейының Әҙә­биәт йылына тап килеүендә лә ҙур мәғәнә ята кеүек. Күркәм байрамын өр-яңы китабы менән ҡаршылай әҙибә. Ҡәләмдәшебеҙҙең оҙаҡ йылдар дауамындағы тырыш хеҙмәте "Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы", "Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған.
Көҙгө муллыҡ айында тыуған Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина тормошта ла шундай йомарт, күңеле киң, үҙе ихлас һәм алсаҡ. Балалар өсөн ижад иткән шағирәнең башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға