«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ул яндырған усаҡ кешеләргә бөгөн дә йылы өләшә



10.10.2015 Ул яндырған усаҡ кешеләргә бөгөн дә йылы өләшә

Ул яндырған усаҡ кешеләргә бөгөн дә йылы өләшәКөйөргәҙе ерендә тыуып үҫеп район, республика, ил күләмендә хеҙмәттә, ижадта ҙур уңышҡа өлгәшкән шәхестәр байтаҡ. Яҡташтары улар менән ғорурлана, үрнәк алырға ынтыла. Төбәктә күренекле кешеләрҙе иҫкә алып, балаларҙы, йәштәрҙе улар өлгөһөндә тәрбиәләүгә даими иғтибар бүленә һәм был күркәм йолаға әйләнгән.
Ошо көндәрҙә райондың Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән билдәле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Зөбәржәт Йәнбирҙинаның 70 йыллыҡ юбилейына арналған саралар ойошторолоуы ошо фекергә бер дәлил.
Зөбәржәт Нәби ҡыҙы районда ғына түгел, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларының киң йәмәғәтселегенә лә билдәле. Уның байтаҡ ҡына ғүмер юлы Стәрлетамаҡ менән бәйле. Шағирә ошо ҡалала йәшәгән һәм эшләгән ваҡытында бындағы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы булды, уның абруйын күтәреү, йәш таланттарҙы үҫтереү, ярҙам итеү йәһәтенән булдыра алғанса хәстәрлек күрҙе, «Ашҡаҙар» гәзитен ойоштороуға, баҫманың нығыныуына тос өлөш индерҙе.
Зөбәржәт Нәби ҡыҙы ололар өсөн дә, балаларға ла шиғырҙар ижад итте. Кескәйҙәргә арнап яҙылған «Ҡолонҡай», «Айбулат – ейәнем минең» китаптарын бәләкәйҙәр яратып уҡыны һәм уҡый. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа тыңлаусылар күңеленә хуш килде, улар әленән-әле радиоэфир, телевидение аша яңғырай.
Зөбәржәт апай һуңғы йылдарҙа «Көҫәпәй» исемле тарихи роман яҙыу менән шөғөлләнде, уның айырым өҙөктәре 1997, 2001 йылда «Ағиҙел» журналы биттәрендә донъя күрҙе. Ләкин әҫәр, ҡыҙғанысҡа, яҙылып бөтмәне.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районында ҡәләм тибрәтеүселәр төбәктә үҙҙәренең әҙәби берекмәһен ойоштороу теләге менән янды. Ул ваҡытта Стәрлетамаҡта йәшәүсе яҡташыбыҙ Зөбәржәт Нәби ҡыҙына ла ошондай идея тынғылыҡ бирмәне. Башҡортостан яҙыусылар союзы етәкселеге менән кәңәшләшкәс, ул Күмертауға килеп, ошо мөһим эште бойомға ашырыу эшенә тотона. Ижади ойошманы булдырыуҙа, тейешле документтар төҙөүҙә уға һәм уның ярҙамсыларына ҙур ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тура килә. Ләкин тырыш, үҙ маҡсатына өлгәшеүгә ҡыйыу барған ҡатын етәкселегендә ҡаршылыҡтар еңеп сығыла. 1996 йылда, ниһайәт, төбәк яҙыу­сылар ойошмаһы эш башлай, уның яуап­лы сәркәтибе итеп Зөбәржәт Йәнбирҙина тәғәйенләнә. Берекмәне дүрт йыл етәкләгән ваҡыт арауығында ҡалала һәм районда йәшәүсе ҡәләм тибрәтеүселәр ижади ойошмаға ылыҡтырыла, уларға төрлө ярҙам күрһәтелә, яҙыу ҡеүәһе үҫтерелә. 1998 йылда 34 авторҙың әҫәре тупланған «Һиндә ҡалам, ғәзиз ҡалам» исемле ҙур ғына күләмле йыйынтыҡ сығарыла. Тәүге китап күптәрҙе ижади эшкә ҡанатландыра, дәрт өҫтәй, илһамландыра. Берекмә ағзалары Зөбәржәт Нәби ҡыҙы етәкселегендә ҡалала мәктәптәр­ҙә башҡорт телен уҡытыуҙы яйға һалыу, йәш милләттәштәрҙе халҡыбыҙҙың данлы тарихы менән таныштырыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү, милли баҫмаларға яҙылыу буйынса маҡсатлы эш алып барҙы. Тырышлыҡ бушҡа китмәне, үҙ емештәрен бирҙе. 2000 йыл башында Зөбәржәт Йәнбирҙина хаҡлы ялға сыҡҡас, яуаплы сәркәтип вазифаһын үҙ иңенә алған шағир Кинйәғәле Абдуллин етәкләгән бюро ағзалары ирешелгән уңыштарҙы һәлмәкләндереү, ижад ҡомарын һүрелтмәү йәһәтенән саралар күрә. Йыл да ойошманан 3 – 4 кеше Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә һәм урындағы типографияла үҙ китаптарын баҫтырып сығара. Һуңғы 18 йылда ижади коллектив ағзаларының 70-тән ашыу китабы донъя күрҙе. Был уңыштарҙа, һис шикһеҙ, ижади берекмәне булдырыуға ҙур көс түккән Зөбәржәт апайҙың да өлөшө бар.
Зөбәржәт Нәби ҡыҙының ижадтағы һәм йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеге республика күләмендә юғары баһаланды. Ул Башҡортос­тан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, уға «Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», «Хеҙмәт ветераны» исемдәре бирелгән, 2001 һәм 2006 йылдарҙа Хәким Ғиләжев исемендәге әҙәби премия лауреаты исемен яулаған.
Сентябрь аҙағында Күмертауҙағы Республика политехник лицейында һәм Молоканов ауыл китапханаһында туғандары, район-ҡала йәмәғәтселеге, республика ижади ойошмалары вәкилдәре, Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашлығында күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 70 йыл тулыу тантаналы билдәләнде. Сараларҙа әҙибә һәм әүҙем йәмәғәтсене белгәндәр уның хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағирә һүҙҙәренә йырҙар башҡарылды, шиғырҙары яңғыраны. Шуныһы йәл, Зөбәржәт апай үҙен ололаған, хөрмәтләгән сараларҙы күрә алмай. Ул 1945 йылдың Еңеү көнөндә тыуып, 2009 йылдың 9 майында яҡты донъя менән хушлашты. Бәлки, был хәл осраҡлы ла түгелдер. Сөнки Зөбәржәт Нәби ҡыҙы үҙенең ныҡышмалылығы менән, үҙ халҡы өсөн янып-көйөп йәшәп, ижад итеп байтаҡ еңеүгә өлгәште. Ул был донъяла яндырып киткән усаҡ бөгөн дә яна, кешеләргә йылы өләшә һәм киләсәктә лә өләшәсәк.
«Бар хеҙмәтем һиңә булды,
Халҡым,
Талап ҡуяр юҡ һис бер дәғүәм.
Ғүмер үткән һайын шуны
Белдем,
Маяғым һин булдың, һин
Ҡәғбәм».
Ошо шиғри юлдары ғына ла уның бар булмышын, йәшәү маҡсатын асыҡ күҙ алдына килтерә.

Урал ҠӘЙҮПОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға