10.10.2015 Смартфонлы булғың киләме?
Яҙыусы Фәниҙә Исхаҡованың бүләге һеҙҙе көтә!
“Йәшлек” гәзите яҙыусы Фәниҙә Исхаҡованың 50 йәшлек юбилейына арналған викторина үткәрә. Уның тәүге өлөшө әҙибәнең тотош ижадына арналған, икенсе яртыһы – яңы донъя күргән “Аҡ һәм Ҡара” романы буйынса. Романдың үҙен З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте сығарған баҫмала (www.kitap-ufa.ru – электрон баҫма) тулы килеш, шулай уҡ “Ватандаш” журналының 7-се һанында журнал варианты рәүешендә уҡырға мөмкин. Ләкин ҡайһы бер һорауҙарға яуап биреү өсөн журнал вариантын белеү генә етмәй.
Һорауҙарға тулы һәм ентекле яуап ебәреүсе өлгөр уҡыусыбыҙ еңеүсе тип табыласаҡ. Еңеүсегә бүләк – сенсор экранлы һәм ике SIM-карталы Samsung Galaxy S Duos смартфоны. Яуаптар ye02@yandex.ru электрон адресына йәки хат аша ҡабул ителә. Хатығыҙҙа шулай уҡ үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә һәм бәйләнеш өсөн телефон номерын күрһәтергә онотмағыҙ һәм “Викторинаға” тип билдәләгеҙ. Яуаптар 25 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Һорауҙар
1. Ф. Исхаҡованың “Таң алдынан ҡайтырмын” повесының төп геройҙары кемдәр?
2. Шул повестағы “Замандар төпкөлөнән...” бүлектәрендәге сәскә, бүре, ефрейтор Шакир Аллағолов, агроном Виктор яҙмыштарының төп герой Рәмзилгә ниндәй ҡағылышы бар?
3. Повесть аҙағындағы түбәндәге һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ? “Улым, ниңә бойоғаһың? Мин бит үлмәнем... Йылдар үтер – һәм мин яңынан һеҙҙең арала булырмын. Таң алдынан ҡайтырмын мин. Ҡояш нурҙары менән тәбиғәттә тормош терелә, онотма быны. Шул нурҙар менән алыҫ-алыҫтан, йыһан төпкөлөнән һеҙҙең янға әйләнеп ҡайтырмын. Кескәй генә сабыйҙа табырһың һин мине. Миллионлаған сабый араһынан, моғайын, береһе мин булырмын...”
4. Яҙыусының “Кеше-күсермә” исемле романында нисә киҫәк һәм улар ниндәй хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләй? (Төп хәл-ваҡиғаларҙы 1 – 2 һөйләм менән билдәләп китегеҙ).
5. “Көй өҙөлдө. Сөнки бер ҡылға ике оҫта дәғүә итә ине...” Романдың тәүге киҫәген тамамлаусы ошо һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?
6. “Зәңгәрсәс” пьесаһының төп геройҙары кемдәр? Пьеса ни өсөн “Зәңгәрсәс” тип атала?
7. Яҙыусының балалар өсөн яҙылған повестарын һанап сығығыҙ.
8. “Аҡ һәм Ҡара” романында Рыҫҡужа менән Рәхиләнең ул-ҡыҙҙарының һәм кейәү-килендәренең исемдәрен атағыҙ. Был туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә Фәһим ниндәй урын биләй?
9. Ни өсөн Сәлимә игеҙәктәрҙең береһен иренең ғаиләһенә бирергә ризалаша?
10. “Донъялағы иң боронғо диндәр – индуизм менән буддизм әҙәм йәненең күсәгилешлеген раҫлай. Йәндең үҫеше лә өҫкә табан йүнәлгән спираль формаһында, тиҙәр улар. Хатта ошо үҫеш менән ярым аллалар донъяһына тиклем күтәрелергә мөмкин, имеш. Ошо хәтһеҙ сылбырҙарҙы туҡтауһыҙ үтеп үҫешкән йәндәрҙең аҡыл ҡеүәһе һәм ихтыяр көсө бик юғары. Улар үҙ арттарынан бик күптәрҙе эйәртә ала. Донъя йөҙөнә шул рәүешле Будда, Муса, Ғайса, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙәр килгән. Улар бәйғәмбәр һынына инеп, Ер йөҙөнә төшкәнсе нисәмә ғүмер ябай әҙәм тормошонда йәшәгәндәрен кемдәр генә белә?..” Был өҙөк нисәнсе бүлектән?
11. Ни өсөн Йыһангир ҡустыһы Рәхимйәнгә әйтмәйенсә, банктағы дөйөм иҫәптән ҙур суммала аҡса ала? Ни өсөн эшләй ул быны һәм был нимә менән тамамлана?
12. “Уныһы шулайҙыр ҙа, – тип килешкән Аҡыл эйәһе. – Гел шатлыҡтан, шау уңыштан ғына тормайҙыр был донъя. Ана шул бәхетле тормошоң емерелмәҫ әүәл, ҡорбан биреүең фарыз. Һәм иң яратҡан, иң ҡәҙерләп тотҡан нәмәңде ҡорбанға килтерергә тейешһең”. Бында Аҡыл эйәһе кем менән әңгәмәләшә? Нисәнсе бүлек?
13. “Студент яҙы” фестивалендә студенттар ни өсөн тап Шекспир әҫәрҙәрен сәхнәләштерергә мәжбүр була?
14. “... кеше билдәле бер йәшкә етһә, уға олпатлыҡ һәм аҡыл инергә тейеш! Бәғзе берҙә ул егермелә инә, ҡырҡта ла әҙәм балаһы ул мөмкинлектәрен ҡыуып етә. Ғүмер буйы ул кимәлгә етә алмаусылар бар”. Был һүҙҙәрҙе төп геройҙарҙың береһе ниндәй шарттарҙа һәм кемгә төбәп әйтә?
15. “Уға атаһы йәл булып китте. Ҡарт дәү кәүҙәһен турайтып, киң яурындарын яҙып, ерҙә ныҡ баҫып торғанда, йәшәүе лә күңеллерәк тойола икән дә баһа. Үҙеңде күпкә ышаныслыраҡ тояһың, сөнки тылың ныҡ – төбәпме, төбәмәйме ебәрелгән нәмәнән арҡа терәрлек кешеңдең яурындарыңды һаҡларын беләһең...” Был кемдең уйҙары һәм нисәнсе бүлектән?
16. Әҫәрҙең студенттар хаҡындағы сюжет һыҙығында иң теремек һәм шаян образ тип кемде атар инегеҙ?
17. “Ә хәҙер ҡыйралған карапҡа оҡшап ҡалған ғаиләһен кире тейәп алып китә. Кем отто һәм кем отолдо һуң? Бында еңеүселәр юҡ ине...” Кемдең ғаиләһе хаҡында һүҙ бара? Нисәнсе бүлектән?
18. “Аҡ һәм Ҡара” романында нисә персонаж бар? (Был иҫәпкә төп һәм эпизодик образдар, шулай уҡ бер нисә реплика менән ҡатнашҡан йәиһә исеме аталып ҡына киткән персонаждар, шулай уҡ йәнлек образдары инә; романда телгә алынған тарихи шәхестәр (Вольтер һ.б.), мифик һәм дини персонаждар (Сөләймән батша, Будда һ.б.) бында ҡарамай.
19. Романдағы төп ике сюжет һыҙығында ниндәй хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә? Әҫәрҙәге ниндәй образ ошо сюжеттарҙы берләштерә?
20. Роман аҙағындағы түбәндәге һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ: “Тигеҙлек һаҡланды! – ти Алла үҙе һәм Ваҡыт Үлсәменең ике яҡҡа тартҡан бизмәндәрен тигеҙләп ҡуя һәм уфтана. – Ләкин ниндәй ҡорбан менән бит...”
Өҫтәмә һорауҙар
1) Яҙыусының ҡайһы әҫәре айырыуса хәтерегеҙҙә ҡалды?
2) Күңелегеҙгә иң яҡын образ? Ни өсөн?
3) “Аҡ Һәм Ҡара” романы геройҙарының артабанғы яҙмыштары хаҡында белергә теләр инегеҙме?
Викторина һорауҙарына яуаптар түбәндәгесә баһалана
Яуап бирә алмаған осраҡта йәки дөрөҫ булмаһа – 0;
“Хөрт” – 1;
“Уртаса” – 3;
“Һәйбәт” – 5.
Өҫтәмә һорауҙарға яуап мотлаҡ түгел. Ләкин ҡыҙыҡлы яуаптар һәр өс пункт буйынса 2-шәр балл алыу мөмкинлеге бирә.