«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



09.10.2015 Мәҙәктәр

Ир-аттың өс ысын дуҫы бар – һыуытҡыс, диван һәм телевизор.

* * *
Уҡытыусы:
– Илгиз, ниңә дүрт юллыҡ шиғырҙы ла хәтереңдә ҡалдыра алмайһың?
– Әҡлимә Хәлиловна, минең атайым программист, унан һорағыҙ.
– Унан нимә һорарға тейешмен?
– Ни өсөн ул миндә хәтер һәләтен яҡшыраҡ программалаштырмаған?

* * *
Ҡатыны иренә шылтырата:
– Ҡәҙерлем, беҙгә бик күп ҡунаҡ килде, бер ултырғыс етмәй. Күршеләргә инеп, уларҙа ултырып тор, йәме.

* * *
– Һин мәңгелек хаҡында уйланаһыңмы?
– Был хаҡта мин ғүмерем буйы уйлайым. Мәңге аҡса етмәй!

* * *
– Һеҙҙеңсә, буйҙаҡ егет өйләнгән ирҙән нимәһе менән айырыла?
– Буйҙаҡ өйҙәге бөтә эште үҙе эшләй, ә өйләнгән ирҙе ҡатыны мәжбүр итә.

* * *
Уҡытыусыларҙың эш хаҡы тураһында тәрәндәнерәк уйлап ҡараһаң, беҙҙең хөкүмәт етәкселәре үс алыусы "икеле" тоҡсай­ҙарынан тора, тигән уйға килергә була.

* * *
– Ҡатын-ҡыҙ сер һаҡлай белмәй, тиҙәр. Был буш һүҙ. Бер генә тапҡыр булһа ла ул һеҙҙең эш хаҡы менән нимә эшләгәнен һәм үҙе күпме аҡса алғанын әйткәне бармы?

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти егет, – һиңә бик мөһим нәмә хаҡында әйтергә тейешмен. Минең ҡатыным һәм өс балам бар.
– Йә, Хоҙай, – ти ҡыҙ, – шул тиклем ҡурҡытмаһаң. Мин бит, машинаңды урлап киткәндәрме әллә, тип уйланым.

* * *
Суд бара.
– Дәүләт хеҙмәткәрен мыҫ­ҡыл­лағанығыҙ өсөн һеҙгә 5000 һум штраф һалам. Ғәйеп­ләнеүсе, берәй һүҙ әйтергә теләй­һегеҙме? – ти судья.
– Теләр инем дә бит, – тигән ир, – шундай хаҡтар булғас ни…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға