«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



02.10.2015 Мәҙәктәр

МәҙәктәрКүптән күрешмәгән ике дуҫ осраша.
– Эшең яҡшымы һуң?
– Кемгә нисек инде.
– Фатирың һәйбәтме?
– Кемгә нисек инде.
– Машинаң?
– Кемгә нисек инде.
– Ҡатының?
– Кемгә... Тфү! Ҡатын яҡшы!

* * *
– Олатай, – ти ейәнсәре, – әсәйем һинең ваҡ таштарың бар ти.
– Дөрөҫ, ҡыҙым, бар. Бөйөрҙә улар…
– Ә һин уларҙы миңә уйнарға бирмәҫһеңме?..

* * *
– Олатай, әйт әле, ҡасан олатай булдың?
– Һин тыуғас, улым.
– Улайһа, бының өсөн миңә нимә бирәһең?

* * *
– Әҡлимә, ниңә кәйефең юҡ?
– Ҡыҙымды кейәүгә оҙаттым бит.
– Ҡыйындыр инде…
– Ҡыйын булмай ни, 40 йыл эргәмдә йәшәне бит.

* * *
– Әсәй, миңә Илгиз менән уйнарға яраймы?
– Юҡ.
– Ни өсөн?
– Шуны һорап тораһыңмы? Әйттем бит инде, Илгиз – урам малайы, ә һин тәртипле бала. Унан нимәгә өйрәнәһең?
– Улайһа, ул минең менән уйнаһын, уға файҙаға булыр.

* * *
– Күрше малайы улымдың танауын һуғып һындырған…
– Булыр, булыр. Булмаҫ, тип әйтә алмайым. Хәҙерге әйберҙәрҙең сифаты бармы ни?

* * *
– Һеҙҙә ҡылсыҡһыҙ балыҡ бармы?
– Юҡ. Итһеҙ колбаса ғына.

* * *
Ҡатын-ҡыҙға, cибәркәй, тип әйтһәң, ул быны бер сәғәт хәтерендә тотасаҡ. Йәмһеҙ, тиһәң, ғүмерендә лә онотмаясаҡ.

* * *
Уҡытыусы:
– "Яратам" тигән һүҙ киләсәк заманда нисек әйтелә?
– Кейәүгә сығам, – тип яуаплай уҡыусы ҡыҙ.

* * *
Дәфтәрҙәге өйгә эште тикшергәндән һуң уҡытыусы:
– Иртәгә мәктәпкә олатайыңды алып кил, – ти.
– Ә ни өсөн атайҙы түгел?
– Юҡ, олатайыңды. Мин уға улының наҙанлығын күрһәтергә теләйем.

* * *
Балыҡсы – дуҫына:
– Яр буйында ҡармаҡ һалып ултырырға яратам. Бәләкәй балыҡ эләкһә, кире ебәрәм, әйҙә үҫһендәр.
– Ә ҙуры эләкһә?
– Майонез банкаһына йыйып барам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға