24.09.2015 Мәҙәктәр
Ғәйепләнеүсе Иҙрисов! Юғары белем дипломын һеҙ ҡайҙан һатып алдығыҙ?
– Ни… Мин… Таптым. Юлдан.
– Нисек инде таптығыҙ. Унда бит һеҙҙең исем-фамилияғыҙ яҙылған?
– Яҙылһа ни.
– Улай тура килеүе мөмкин түгел.
– Ә кем әйтә мөмкин тип? Паспортты дипломды тапҡандан һуң һатып алдым. Әллә ни ҡиммәт тә булманы...
* * *
Замана технологияларын аңламаҫһың: һыра банкалары сүплектә 100-әр йыл буйы йылҡылдап ята, ә машина кузовының ҡалайы дүрт йылда сереп, тарҡалып бөтә.
* * *
– Был юлбарыҫтың кеше ашаусы яуыз икәнен ҡайҙан белдең һуң һин?
– Күҙҙәренән. Ҡарашы – нәҡ ҡатынымдың әсәһенеке кеүек...
* * *
– Атай, бесәй балаһы ал әле?
– Юҡ!
– Атай, ал инде!
– Юҡ!
– Атай?!
– Юҡ тинем бит инде һиңә. Бәйләнмә! Ана, урамға сыҡ та үткән-һүткән кешеләргә тәҡдим итеп ҡара! Бәлки, улар алырҙар.