«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Көндәлегем, тыңла



12.09.2015 Көндәлегем, тыңла

Көндәлегем, тыңла «Ҡосағымда көйө һағынам һине,
Һөйөп туя алмайса...»
М. Кәрим. «Ташлама утты, Прометей!».
Мин әлеге мәлдә бәхетлемен. Бер ҙә хәйләләмәйем. Был бәхет өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡыйым! Булғанымды юғалтыуҙан ҡурҡам. Мин уны яратам. Бөтә тормошом буйы көттөм. Унһыҙ үлермен, ахыры.
25. 02. 2007. Уны осратыуыма Хоҙайға рәхмәтлемен. Был донъяла уның булыуы менән сикһеҙ бәхетлемен. Ул – минең беренсем. Бөтә яҡлап та беренсе. Ни өсөнмө? Сөнки мин уны ғына бөтә ғүмерем буйы көткәнмен. Унан яҡшыраҡты белмәгәнмен дә һәм белмәйем дә. Мин уға ышандым һәм ышанам.
02. 03. 2007. Бөгөн һыуыҡ. Икенсе көн эшләйем. Иғтибарға лайыҡ бер ни ҙә булманы.
Көндәлегем, тыңла мине! Күңел кисерештәрем менән бүлешкем килә. Хәйер, быға тиклем һинән рөхсәт һорағаным юҡ ине. Бөгөн дуҫ булараҡ, әңгәмәсе булараҡ, һиңә мөрәжәғәт иткем килә. Тыңла, күңелемде түгергә, һөйләшергә бер кем дә юҡ. Күңелем әрней, мин яңғыҙмын. Уны һағындым. Ни өсөн мин уға был турала әйтә лә алмайым? Ни өсөн: «Мин дә һине һағындым, яратам, осрашыуыбыҙҙы көтөп ала алмайым», – тип яуап биреүсе бер кеше юҡ. Һиңә ҡыйын саҡта ни өсөн ҡайғыртҡан кеше юҡ? Миңә ҡыйын. Кешеләр ҙә әллә ниндәйгә әйләнде. Әгәр кәйефең насар, бошонҡо булһаң, үҙең ғәйепле, тиҙәр. Үҙем дә шулай уйлай башланым. Әммә беҙ бит тере кешеләр, ҡурсаҡтар түгелбеҙ бит. Ҡайҙалыр ҡасҡым килә.
Мин унан киткем килә. Башҡаса булдыра алмайым. Миңә ваҡыт бүлгәнен башҡаса көтә алмайым. Үҙеңдең яңғыҙлығыңды тағы ла нығыраҡ тояһың. Бөтә булған үпкәләремде һиңә һөйләйем, башҡаларға һөйләмәҫ өсөн. Хоҙай һәм, көндәлегем, һин генә белергә тейешһең быларҙы. Ҡара әле, миңә еңелерәк булып ҡалды. Күҙ йәштәремде тыймайынса, көндәлегем, һиңә һөйләгәйнем, миңә еңел булып ҡалды. Әгәр һин булмаһаң, шартлар инем. Йөрәгемдәге ауыртыу юҡҡа сыҡты. Рәхмәт, көндәлегем. Һин ысын дуҫ.
04. 03. 2007. Бөгөн тулы ай яҡтырта. Матур. Кисәге көн болотло ине, бөгөн аяҙ.
Йәл, «Мастер һәм Маргарита»ны башынан аҙағынаса ҡараманым. М. Булгаковтың әҫәрҙәре аңлайышһыҙ тойола ине. Бөгөн тап киреһен, улай түгеллеген күрҙем. Был әҫәрҙә төп герой мөхәббәте өсөн үҙ-үҙен ҡорбан итергә әҙер. Маргарита былай тип яҙа: «Ҡайғы-хәсрәттәрҙән һәм бәләләрҙән мин убырлы ҡарсыҡҡа әйләнәм». Был миңә ныҡ тәьҫир итте. Мин дә һөйгәнемә шулай яҙғым килде. Йә Хоҙай, мине бындай һүҙҙәргә хатта хоҡуғым да юҡ.
05. 03. 2007.
«Һеҙҙе еңер һис бер ҡоралым юҡ.
Һөйөүем бар. Һөйөү ҡоралмы ни?
Ҡорал түгел. Һөйөү – ҡоралһыҙлыҡ...»
М. Кәрим. «Ташлама утты, Прометей!».
08. 03. 2007. Бөгөн Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһын уҡып бөттөм. Аҙағында иланым. Һәр ваҡыттағыса. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен битараф ҡына уҡып булмай. Ул үҙенә тоғро. Прометей кешеләр бәхете өсөн һөйөүен, шәхси бәхетен ҡорбан итә. Бик аяныс.
Примитив булһа ла, мин дә һөйөүемде, бәхетемде башҡаларҙың тыныс тормошо, уңыштары өсөн ҡорбан иттем, тип хис итәйек.
Шәхси трагедиям күңелемде нескәртә. Бөйөк классиктарҙың әҫәрҙәре күңелемде тетрәтә. Бөтә классиктарҙы ла яратмайым, әлбиттә.
09. 03. 2007. Әле «Поцелуй бабочки» фильмы бара. Мөхәббәт тураһындағы фильмдарҙы ҡарай алмайым. Улар минең хистәремде хәтерләтә. Кәрәкмәй. Былай ҙа тойғоларыма ирек биреп, Николай Басковтың «Сердце» йырын тыңланым. Был йырҙы мин уға бүләк иткәйнем. Тәүге осрашҡан саҡта.
10. 03. 2007. Бөгөн ял. Ҡар яуа. Валентин Пикулдың «Воин, метеору подобный» миниатюраһын уҡый башланым. Легендар яугир, ябай ғаиләнән сыҡҡан, генерал дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән. Иҫ киткес батырлыҡтары тураһында. Еңеүҙәрегеҙҙең сере нимәлә, тип һорағандарға: «Обдумываю холодно, а действую горячо», – тип яуап ҡайтарған.
Һуңғы ваҡыт бигерәк күп яҙам. Яңғыҙ ҡалғанымда, уның менән осрашмағанда яҙам. Көндәлекте уҡығас, көндәрем күңел төшөнкөлөктәренән генә торған кеүек. Яҙыр өсөн ҡайғы, айырылышыуҙар булыуы ғына кәрәкме икән? Улай тиһәң, яҙыусыларҙың тормошо шәптән булмаған, тип уйларға була.
13. 03. 2007. Кисә Пикулды уҡып бөттөм.
14. 03. 2007. Көн ҡояшлы. Инде нисәнсе көн кистәрен һыуыҡ. Бөгөн яҙырлыҡ бер ҡыҙыҡ нәмә лә булманы.
Нисек мөхәббәтһеҙ йәшәргә була? Мөхәббәтһеҙ тормош мәғәнәһеҙ. Быға тиклем нисек йәшәгәнмен? Бөтә күңелем, йөрәгем менән яратам. Юғары хистәрһеҙ йәшәп булмай.
Яҙмайынса булдыра алмайым. Аҡылдан да яҙғым килмәй. Яҙһам, еңелерәк булып ҡала. Көндәлегем – дуҫым.
24. 03. 2007. Бөгөн әсәйемде рәнйеттем. Аҙаҡ үҙемде меҫкен мәхлүк итеп тойҙом. Әйтерһең, барлыҡ кешелек һыҙаттарым юҡҡа сыҡты. Асыулы саҡта әйткән һүҙҙәрем өсөн бик ныҡ үкендем. Иң мөһиме: асыулы ваҡытта рәнйеү һүҙҙәре әйткән һеңлемде аңланым. Әсәйемде ғүмеремдән артыҡ яратам. Хоҙайға рәхмәт, ул мине ғәфү итте.
30.03.2007. Кем йөрәгенә яуызлыҡ, көнсөллөк индермәй, шул бәхетле. Кем ирекле, башҡаларға буйһонмай, шул бәхетле. Бәхет донъяла әҙ түгел, барыһына ла етә. Һәр кемдең үҙ бәхете.
Кисәге телевизорҙан бер рухани: «Үҙ өҫтөңдә эшләү – ул оҙайлы һәм күп көс талап иткән эш», – тине. Шуға иҫтән сығармаҫҡа, был бер көндә генә башҡарыла торған эш түгел. Бер нәмә лә еңел генә бирелмәй.
Студент саҡ. Студент сағым еңел ваҡытҡа тура килмәне. Ғаиләгә бәхетһеҙлек килде, атай үлеп ҡалды. Проблемаларҙан бирешергә, бөгөлөп төшөргә мөмкин ине. Уҡырға ла һуңлап индем. Үҙемдең курсташтарымдан 5 йылға өлкәнерәк инем, шуға уңайһыҙлыҡ кисерә торғайным. Матди яҡтан да хәлдәр яҡшы түгел ине. Һүҙҙәр менән генә аңлатып булмай. Шул саҡтарҙа Хоҙайға ышаныу ғына мине ҡотҡарҙы.
Курсташтарым һоҡланғыс кешеләр ине! Ә уҡытыусыларым? Бөтәһен дә ностальгия менән хәтергә алам. Колледжда уҡыуым белем йәһәтенән генә үҫергә ярҙам итмәне, рухи яҡтан да.
03. 04. 2007. Яҙ килеүе һиҙелә. Минең яратҡан миҙгелем. Элек ҡыуана торғайным. Ә хәҙер һиҙмәйем дә. Ҡояш яҡтырта. Ҡар ирей. Ҡара ер күренә башланы. Ҡара ҡарғалар, сыйырсыҡтарҙың килеүе тураһында ниңә яҙманым икән? Кисә саҡ сыйырсыҡты күрҙем. Әйләнә-тирәмдә бер нәмә лә күрмәйем, йә, Хоҙай! Элек бит тәбиғәтте ярата инем. Көн һайын урманға барғы килеп тора. Йоҡоло тик йөрөйөм.
Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһын уҡыуымды дауам иттем.
13. 04. 2007. 13-ө, йома.
Тыңласы, көндәлегем! Уртаҡлашыр кеше лә юҡ. Мин уны яратам. Ут йотам, һағынам. Был мөхәббәттән мин үлермен, ахырыһы.
Артабан нисек йәшәргә? Япа-яңғыҙмын. Меңләгән кеше уратып алһа ла, тағы ла нығыраҡ яңғыҙлыҡ хисен тойор инем. Әгәр ул ғына миңә кәрәк икән, башҡа берәү ул бушлыҡты тултыра алмаҫ. Шунсама көстө ҡайҙан алырға, артабан нисек йәшәргә?
25. 05. 2007. Әхирәтем көндәлектәрен уҡырға бирҙе. Уны уҡығас, үҙ телемдә, үҙ туған телемдә яҙырға теләк уянды. Ниндәй бай, матур һәм дә яҡын ул туған телем!
27.05.2007. Икенсе көн эшләйем. Көн йылы, аяҙ.
Тойғоларыма килгәндә, еңел түгел. Мөхәббәт үткәс, минең йәшлегем үткәндәй булды. Яуапһыҙ мөхәббәттән дә күңелһеҙерәк кисереш. Ҡайһы берҙә ул тойғо кире ҡайтыуына өмөтләнәм. Нисек итеп беҙ ҡышҡыһын бер-беребеҙҙе яратып, һағынып көтөп осрашҡаныбыҙҙы иҫкә алам. Ул тойғоно кире ҡайтарып алып булмаҫына эсем боша. Ни эшләп үтте һуң ул? Мин бит уны ныҡ ярата инем һәм донъяла уға тиң юҡ икәненә ышана торғайным. Бәлки унан миңә йылылыҡ етмәгәне һыуындырғандыр? Ниндәй һорау бирһәң дә, уға яуап юҡ. Мин бит Хоҙайҙан ялбарып һорай торғайным: «Минең йөрәгемде уға ҡарата мөхәббәттән, минең башымдан уның тураһында уйҙарҙан азат ит!» – тип. Хәҙер Хоҙай ишетте. Инде ниңә аптырарға инде.
28. 05. 2007. Бөгөн көн эҫе. Мин эштә «Йырланмаған йыр» пьесаһының дауамын уҡып ултырам. Унда шундай һүҙҙәр бар: «Һыуынған көлдән ахмаҡ ҡына ут эҙләр...»
01. 06. 2007. Көн бөгөн эҫе булды. Хәҙер көндәлек яҙырға ла ваҡыт юҡ. Ҡайҙа ул оҙон ҡыш көндәре? Йәй көндәре матур ҙа ул, мин яратам был миҙгелде. Тик ул матурлыҡ менән һоҡланырға ла ваҡыт юҡ.
Әхирәтем тураһында бик йыш уйланам. Көндәлеген уҡығас, уның алдан нисек булыуын һәм хәҙер нисек йәшәүен белгәс, миңә ул ҡыҙыҡлы әкиәт героиняһы һымаҡ. Әллә ниңә шул ҡыҙ минең күңелемде арбаны. Ул әхирәтем менән дуҫлашып киткән саҡты һағынып иҫкә алам. Уның менән осрашҡан йәйҙә мин үҙ мөхәббәтемде осраттым. Ул мөхәббәт тә әкиәт һымаҡ булды инде. Эйе, мин әле лә яратҡан кешем менән айырылышмағанмын. Тик әкиәт юҡ. Әхирәтем һибеп киткән нурҙары һүнде. Ул ҡыҙҙың кеше һүҙенән, ҡарашынан, мөнәсәбәтенән азат булыуы һәм шул уҡ ваҡытта кешегә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы һәм кешелекле булыуы оҡшай. Ярай, уның тураһында бүтән һүҙ ҡуҙғатмайым.
03. 06. 2007. Бер шиғырҙы күсереп алайым әле:
Мин ҡанатлы инем, пар ҡанатлы
Һин булғанға өҙөлөп яратҡан.
(Кем уйлаһын, шундай оло һөйөү
Юҡҡа сығыр тиеп аҙаҡтан...)
Әкиәткә тамам ышанғайным,
Мин уяндым инде, ни күрәм,
Һин һындырған пар ҡанатым менән
Иҙәнеңдең сүбен һеперәм.
Минең дә мөхәббәт әкиәт һымаҡ булды. Исмаһам, үҙен бер ҙә күргәнем юҡ. Ҡыҙыҡ. Үҙе йәш, матур, аҡыллы һәм эшлекле кеше. Бөтөн ҡиәфәте менән мин яратыр өсөн яралған. Әммә ул ғына етмәй икән мөхәббәт йәшәһен өсөн. Мөхәббәт усағы янһын өсөн уға утын өҫтәп торорға кәрәктер.
Холҡом өсөн эсем боша. Кешегә ҡарата мөнәсәбәтем насар булғанға ҡыйын. Бөгөн өс кешегә яҡты йөҙ күрһәтмәнем тиһәм, йомшағыраҡ булыр. Тупаҫлыҡ күрһәттем. Бик насар. Эйе, мин кешеләр йыш туплана торған ерҙә эшләйем. Уларҙың холоҡтарын да белеп бөткәнмен. Күбеһе йомшаҡлыҡты файҙаланырға әҙер генә тора. Күбеһе яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, ялҡҡанмын. Кешеләр тураһында насар уйҙа булғым килмәй. Элекке һымаҡ булғым килә.
08. 06. 2007. Мөхәббәт үткән һымаҡ булһа ла, уны һағындым. Ниңәлер барыбер үҙ кешем булып ҡалды. Берәйһен яратһам, бәлки, уны бөтөнләйгә онотормон. Юҡ, барыбер уны яратам һәм бер ваҡытта ла онотмам, күрәһең. Икенсе берәүҙе осрат­һам да. Үҙ туғаным кеүек бит ул. Ярай, ни булһа ла, исмаһам, яҡты хәтер булып ҡалыр.
Хоҙайға бөтәһе өсөн дә рәхмәт! Мин бәхеттең нимә икәнен татыным был донъяла.
Тыныс күк йөҙө, яратҡан Тыуған ер, бәхетле бала саҡ, яратҡан һәм яратылған, беҙҙең өсөн өҙгөләнеп торған атам-әсәм өсөн, һәр ваҡыт йылы булған өйөм өсөн, ҡәҙерле яҡындарым өсөн, яҡшы иптәштәрем, әхирәттәрем өсөн, һөйгән йәрем өсөн, белем алыуым, яҡшы кешеләр осратыуым өсөн, эшем һәм яҡшы күңелле, миңә яҡшы шарттарҙа эшләргә ярҙам иткән дуҫтарым өсөн. Бөтәһе, бөтәһе өсөн Хоҙайға рәхмәт! Рәхмәт мине яңғыҙымды ҡалдырмаған өсөн!
Беренсе үпкән ирендәр, беренсе булған бөтә нәмә һөйгән кешем менән булған өсөн. Һөйгән кешенән һөйөлгән өсөн рәхмәт! Һәм беҙ уның менән нәфрәтһеҙ айырылышҡан өсөн рәхмәт!
Шул бәхеттең ҡәҙерен белеп, Хоҙайға рәхмәт итеп йәшәргә кәрәк. Был тормошта бик күп уйландым, йәшәү мәғәнәһен эҙләнем. Борсолған ваҡыттарым да булды. Тик үткәндәргә әйләнеп ҡарағас, мин тик бәхетле булыуымды аңланым.
10. 06. 2007. Көн кисәгенән дә нығыраҡ һыуыҡ, ямғырлы. Әле Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһын уҡып ултырам.

23.06.2007. Һөйгәнем!
Ғәфү ит мине барыһы өсөн дә! Һинең кеүек кеше менән осрашып та үҙемде камил кеше кеүек тота алмағаным өсөн! Һине тормош юлымда осратҡаным өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтәм! Һин минең бәхетем. Ҙур бәхетем. Бик һирәк осрашһаҡ та, шул семтем бәхеттәрҙең мәғәнәһе бик ҙур.
Үҙемде күңелһеҙ уйҙар менән өҙгөләйем. Артабан йәшәргә кәрәк, тик нисек? Күрәһең, мин бәләкәй саҡтан үҙемә ҙур маҡсаттар ҡуямдыр. Шуға ла үҙемде бер ҡасан да ҡәнәғәт итеп тоя алмайымдыр. Юғиһә күптән берәйһенә кейәүгә сығып, балалар үҫтереп йәшәп ятыр инем һәм бүтәненә төкөрөр инем.
Йә, ярай, ..., тыныслан! Уның ғаиләһе, балалары бар. Үҙ тормошо менән йәшәһен, бәхетле булһын! Эйе, бәхетле булһын. Сөнки һин уны яратаһың һәм тик яҡшылыҡ теләйһең. Һиңә лә бәхеттән өлөш тейҙе бит инде.
Барыбер киләсәктә бәхетле булыуыма ышанам. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң.
05.07.2007. Бөгөн Колин Маккалоуҙың «Поющие в терновнике» китабын иғтибар менән уҡығас, шундай һүҙҙәрҙе айырыуса яҙғым килә: «Иң яҡшыһы оло ғазаптар менән генә һатып алына» (Ибо все лучшее покупается лишь ценою великого страдания...
Мин ысын яратам. Йәнем һәм тәнем менән. Ыҙалаһам да түҙергә кәрәк. Бер семтем бәхет өсөн түҙергә һәм көрәшергә!
Шул китаптың эпиграфын тулыһынса яҙам:
«Шундай риүәйәт бар – үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына йырлаусы ҡош тураһында, әммә донъяла унан да матурыраҡ һайраусы ҡош юҡ. Бер мәл ул ояһын ташлап китә лә күгән ҡыуағын эҙләп оса, шул ҡыуаҡты тапмайынса тынысланмай. Сәнскеле ботаҡтар араһында үҙ йырын йрылай ҙа, иң осло энәһенә күкрәге менән ташлана. Әйтеп бөтөргөһөҙ ғазаптарҙан юғарыраҡ күтәрелеп, үлем хәлендә йырын йырлай, һәм был шатлыҡ йырына хатта һабан турғайы ла, һандуғас та көнләшер ине. Берҙән-бер, тиңһеҙ йыр ғүмер хаҡы менән эләгә. Әммә был йырҙы тыңлап, бөтә донъя тын ҡала һәм Хоҙай үҙе күктән ҡарап йылмая. Иң яҡшыһы оло ғазаптар менән генә һатып алына. Легенда шулай һөйләй.»
Джин Истхоуп, «старшей сестре». (К. Маккалоу, «Поющие в терновнике»)
Есть такая легенда — о птице, что поет лишь один раз за всю свою жизнь, но зато прекраснее всех на свете. Однажды она покидает свое гнездо и летит искать куст терновника и не успокоится, пока не найдет. Среди колючих ветвей запевает она песню и бросается грудью на самый длинный, самый острый шип. И, возвышаясь над несказанной мукой, так поет, умирая, что этой ликующей песне позавидовали бы и жаворонок, и соловей. Единственная, несравненная песнь, и достается она ценою жизни. Но весь мир замирает, прислушиваясь, и сам Бог улыбается в небесах. Ибо все лучшее покупается лишь ценою великого страдания… По крайней мере, так говорит легенда.
23.07.2007. Бөгөн уның менән танышҡанға ике йыл тула. Эҫе, матур йәй көндәре ине. Эштән һуң әхирәтем менән, һуң булһа ла, күл буйына барырға булдыҡ. Көндәр эҫе торғас, кис тә йылы. Туп-тулы яҡты ай ине. Беҙ юлға сыҡтыҡ. Мин әхирәтемә, тулы айҙа миңә гел берәй нәмә була, тинем. Ысынында нимә булыры башыма бер тапҡыр ҙа бер секунд уй булып та үткәне юҡ ине. Әхирәтем менән күлдә йөҙҙөк. Күл тымыҡ ҡына, көҙгө һымаҡ. Йөҙгәндә күл тулҡынланып китһә, айҙың сағылышы матур ғына булып тулҡынлана ине. Төнгө сәғәт 12-ләр ине. Шул төндө беҙ уның менән осраштыҡ. Шунан да матур төн булғаны юҡ минең ғүмеремдә. Тәбиғәт үҙе шул хәтлем мәрхәмәтле, йылы, матур. Байрам көнө һымаҡ ине. Уйлайым, уйлайым да был яҙмыш булғандыр ул, тигән һығымтаға киләм. Бүтәнсә булһа, беҙ осршамаҫ инек. Дуҫлашмаған ҡыҙ менән дуҫлашып китеп, элек бармаған ергә барып, шундай көнгә тура килеп... Шул осрашыу өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтәм!
29.07.2007. «Изгой» ("Ситкә ҡағылған кеше") фильмын ҡараным. Өсөнсө тапҡыр ҡарайым инде. Был фильм миңә бик ныҡ ярҙам итте.
Авиаһәләкәттән һуң бер кеше утрауға эләгә. Өмөтһөҙлөктән, төшөнкөлөктән аҫлынырға уйлай, тик ботаҡ һына. Дүрт йыл буйы шул утрауҙа йәшәй, туп менән генә һөйләшә. Барыбер өйөнә ҡайта. Һөйгәне кейәүгә сыҡҡан. Әммә бер нимәгә ҡарамай, был кеше йәшәүен дауам итә, әҙәпле кеше булып ҡала. «Тормош дауам итә, кем белә, иртәгәһе көн нимә алып килерен» – был уның һүҙҙәре.
Фильм фәһемле, ҡыҙыҡлы. Миңә лә йәшәүҙе дауам итергә кәрәк.
Мин өйрәндем
Илар ерҙә иламаҫҡа.
Мин өйрәндем
Ҡолар ерҙә ҡоламаҫҡа.
Тик йөрәгемде өйрәтә алманым
Һине күргәндә туламаҫҡа.
Динә ТАЛХИНА.
26.09.2007. Һеңлемдең тыуған көнө. Бөгөн тулы ай. Күптән яҙғаным юҡ. Көҙҙөң матурлығы тураһында яҙмай булдыра алмайым. Элек яҙға нисек һоҡланғанмын, хәҙер көҙгә шулай һоҡланам. Күпме төҫтәр, биҙәктәр, формалар. Пушкинды беренсе тапҡыр аңланым. Юҡ, тел байлығы етмәй яҙырға.
26.10.2007. Көн аяҙ, кисәге һымаҡ, тик һыуыҡ.
Бергә уның менән йәштән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ғүмер юлын бергә үтмәгәнем үкенесле. Теге ҡатынынан ҡыҙғанам да үҙен.
Ташлай күрмә мине!
Ташлама!
Тормоштоң мәғәнәһе, тотҡаһы өсәүҙә: Хоҙайҙа, әсәйҙә һәм минең һөйгәнемдә. Шуларһыҙ мин нимә эшләр инем? Шул өс бәхетең бар икән, шулар өсөн йәшә, көрәш! Тормош бит гел тигеҙ, күңелле бармай. Һикәлтәләр бар. Мостай Кәрим әйтмешләй, һелкенеп тә алырға кәрәк.
27.10.2007. Зәйнәб Биишеваның «Сәйер кеше» тигән әҫәрен уҡып ултырам. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып алғы килде: «Ләкин үҙ мөхәббәте өсөн көрәшә алмаған кешеләр бәхетле була алалармы ни? Юҡ, һис тә юҡ!
Туҡта, ни эшләп мин был хәтле ҡыйыуһыҙ, ебегән булып йәшәйем әле?! Икеһенең бере булырға тейеш. Йәки Ғәҙелгә барырға. Йәки бынан китергә. Уны оноторға тырышырға. Юғиһә, был тойғо артабан да шулай йәшереп йөрөтөрлөктән уҙып, көс еткеһеҙ ауырайып бара инде...»
Эйе, мин дә ебегән, ҡурҡаҡ булырға тейеш түгелмен. Мин дә үҙ мөхәббәтем өсөн көрәшергә тейешмен. Юҡ, мин уны ғаиләһенән тартып алырға йыйынмайым. Ҡурҡыуым да уның ғаиләһе өсөн. Тик мин үҙ мөхәббәтемде кәм, хур, оят итеп күрергә тейеш түгелмен. Мин бит үҙемде енәйәтсе һымаҡ күрәм. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Мин бит уны ғүмерем буйы көтөп алдым. Бер кемде лә шулай яҡын күрмәйем бит. Мөхәббәтем – бәхетем. Хатта ул мине кире ҡаҡһа ла, бергә булмаһаҡ та (Аллам һаҡлаһын!) минең бит мөхәббәтем һүнмәй. Шулай булғас, минең мөхәббәтем ғорурлыҡ, ә хурлыҡ түгел. Ул һәр ваҡыт янып, балҡып торасаҡ. Әсәйем әйтмешләй, һин яратҡан кешең йәшәүе лә – бәхет. Эйе, ул ошо Ер йөҙөндә йәшәй, хатта бик яҡында. Был бит бәхет.
28.10.2007. Бөгөн сәғәтте артҡа шылдырҙыҡ. Йоҡо туйып ҡалды, Аллаға шөкөр! Көн аяҙ, ялтырап тора.
Әле эштәмен. Кеше юҡта Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡыйым. Берәүһен яҙып алғым килде:
Юғары күңел гел генә
Аяҙ булып тормай.
Һағыш сорнай бик йыш уны
Йәки шиктәр тырнай.

Замананың дауылдары
Уға килеп һуға.
Ә шулай ҙа ҡояш тәүҙә
Уның өсөн сыға.

Түңгәккә болот уралмай,
Ҡағылмай йәшен.
Зарланма. Зарлана күрмә
Юғары кешем!
13.11.2007. Икенсе көн ял итәм. Кисә Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре» тигән әҫәренең «Аҡ мөғжизә» тигән бүлеген уҡыным. Был әҫәре лә мине ғәмһеҙ ҡалдырманы. Иң аҙағынан илатып ҡуйҙы. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып алғым килде: «Әммә шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмайҙар, ҡайғылар күргәндә шартлап һынмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына».
18.11.2007. Мин бөгөн бәхетле! Көнләшегеҙ, көндәр, айҙар! Бөгөн болотло, ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, иң яҡты, йылы көндәргә тиң. Беҙ уның менән осраштыҡ. Бөгөн ул мине һауыҡтырҙы. Бөтә ҡайғыларымды, шиктәремде, күңелһеҙ уйҙарымды һыпырып алды.
27.11.2007. Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Күҙҙәремә ҡара» тигән шиғырҙар йыйынтығын алып ҡайттым. Шулар араһынан ҡайһы берҙәрен яҙып алдым. Күп шиғырҙары оҡшай уның. Улар минең хистәремә тап килә. Бөтәһен дә яҙып алып бөтөп булмаҫ. Минең иҫем китә: ниндәй талантлы шағирә. Һоҡланам! Бүтән бер һүҙ ҙә әйтә алмайым.
11.12.2007. Бөгөн ял итәм. Әле Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре»н уҡып ултырам. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып алғы килде: «Ҡара-ҡаршы осоп барған ике уҡтың бер-береһенә төртөлөүен күҙ алдына килтереп буламы? Ҡыйын, ләкин булалыр, тим. Бында уҡсы мәргәнлегенең ҡатнашы юҡ. Тәҡдир эше был. Ҡайһы саҡ семтем генә ваҡыт, остоҡ ҡына ара кешеләрҙе йә ғүмерлеккә ҡауыштыра, йә мәңгегә айыра. Әҙәм балалары менән яҙмыш шаяра..»
09.01.2008.
Һинән башҡа донъя япа-яңғыҙ,
Донъя етем, үкһеҙ.
Әйтерһең, күк ерһеҙ тороп ҡалды,
Ә ер ҡалды күкһеҙ.

Көндәремдең ҡанаттары һынды,
Һүнде беҙҙең оя.
Йондоҙҙар ҙа йым-йым нурҙар түгеп,
Йомма йәштәр ҡоя.

Сабырлыҡтың алтын сылбырҙарын
Бына-бына өҙәм...
Эй йондоҙҙар!
Зинһар, иламағыҙ,
Үҙем дә саҡ түҙәм.
(М. Кәрим. «Прометей монологтары. Агазия янғас»)
Агазия ғына янды. ЙӘНДӘ
ҠАЛДЫ КӨЛ ҺӘМ ҺАҒЫШ.
10.01.2008. Мостай Кәрим минең өсөн иң яҡын дуҫым һымаҡ. Уның әҫәрҙәрен уҡыһаң, күңел яҡтырып, йылынып ҡала. Теле лә матур, ябай, аңлайышлы, бай ҙа. Яҙыусы менән аралашҡан һымаҡ булам. Ҡайһы берҙә яңғыҙлығыңды ла онотаһың. Их, уның әҫәрҙәре күп булһын ине, бөтәһен дә уҡып бөткө килһә лә, әҫәрҙәре бөтмәһен ине. Айырылышҡы килмәй уның менән.
Мостай Кәрим мине башҡорт телен – туған телемде яратырға өйрәтте.
15.01.2008. Бөгөн Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре»н уҡыуымды дауам иттем. Хрущев тураһында уҡып иҫем китте. М. Кәрим минең өсөн авторитет, ышанысымды, мөхәббәтемде яулаған кеше.
11.02.2008. Эштәмен. Кисә Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» тигән хикәйәһен уҡып бөттөм. Был хикәйәһе мине тетрәтте, илатты. Ошо әҫәрҙе уҡып, илап алғас, күңелем яҡтырып, йылынып китте.
26.02.2008. Мостай Кәримдең «Алтын шәүлә» тигән легендаһын уҡыным. Бик ҡыҙыҡлы, матур легенда. Һаман да яҙыусы миңә һоҡландырғыс яңы әҫәрҙәрен аса. Ғәжәпләнеп, һоҡланып туя алмайым. Бер нәмәне яҙып алғы килде: «Зәйнәп хакимә үҙ ҡул аҫтындағы ырыуһыҙ-затһыҙ берәүҙе йәшерен яратыу менән яратҡан. Был серен ул тулған айҙан башҡа берәүгә лә асмаған. Төнгө сәғәттәрҙә күкрәгенән бөркөлөп сыҡҡан өмөтһөҙ ғишыҡ уттарын ул «уф!» тип айға йүнәлткән. Ай серҙе ҡабул иткән. Көнгә сыҡҡас Зәйнәп батшаның төнгө ғазаптары тарала төшә, күңеле урынына ултыра бара, алсаҡлығы ҡайта».
Мин дә үҙемдең өмөтһөҙ ғишыҡ утын тик Хоҙайға ғына һөйләрмен инде.
03.05.2008. Ошоноң менән был көндәлекте тамамлайым. Сөнки был көндәлеккә ҡалғаны һыймаҫ. Алдағыларын башлаһам, өҙөк булып ҡаласаҡ.
Ынйы.

(Дауамы. Башы 34-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға