11.09.2015 Һабантурғай һайрауынан
Һабантурғай һайрауынан
Ергә йыр-моң түгелә.
Морон төртөп ҡалҡып килә
Сабый ғына күгүлән.
Еләҫ елдәр елберләшеп,
Сәпәкәй итеп тора.
Һөрән һалып парын эҙләй
Яңғыҙ ҡалған бер торна.
Яҙҙың күркәм көндәренә
Һағыш өҫтәй ул торна.
"Һин дә эҙләш парымды, – ти, –
Ҡул ҡаушырып ултырма".
Яңғыҙ торна зары,
Ярҙамға – юҡ әмәлем.
Ҡайҙарҙа аҙашып ҡалды
Минең дә, тим, хәләлем.
Аҙашҡан парҙарын эҙләй
Һөйөүгә зар булғандар.
Алтын тирәс – аҡ бәхеткә
Хоҡуғы бар булғандар.
Флүрә НИЗАМОВА.