12.09.2015 Йырҙар йырланған
Һөйөп яныу яҙмыш уттарында
Мөхәббәтем менән сорналған.
Юғалдың, һин, әммә кире ҡайттың,
Һуңлап килдең – йырҙар йырланған.
Хыял бирмәй әйткән һүҙҙәреңдә,
Һинһеҙ үтер юлдар уйланған.
Нимә генә әйтеп, ни ҡылһаң да,
Бер киттең – шул йырҙар йырланған.
Матур уйҙар бирһен һиңә Хоҙай,
Яңы яҙмыш һиңә табылған.
Тик бел шуны: һин һаман да яҡын –
Булһа ла һуң, йырҙар йырланған.
Бөтмәҫ уйҙар, серле был тормоштоң
Яҙмыштары бергә бәйләнгән,
Зар-интизар бергә, әммә яңғыҙ
Йәндәр йыһан буйлап әйләнгән.
* * *
Йондоҙҙарҙан килгән нурҙар
Күңел тултырыр инде,
Моңһоҙҙарҙы моңло итеп,
Иламағанды илатып
Сағыу нур бирер инде.
Ҡурай еләктәре бешкән,
Һинең яҡҡа юл төшкән.
Йөрәккәйем ярһып тибә –
Киләм йәнемә көткән.
Бокалдарҙы күтәрәйек,
Шампан эсәйек әле.
Ғүмерҙең йәмле бер мәлен
Байрам итәйек әле.
Тыуған көндәргә шатланып
Донъяның матурлығына,
Туғандар татыулығына
Маҡтау әйтәйек әле.
Зариф АБДУЛЛИН.