«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



28.08.2015 Мәҙәктәр

Бай кешенән журналист интервью ала:
– Әйтегеҙ әле, тормошоғоҙҙа иң бәхетле тип ниндәй көндө атар инегеҙ?
– О-о! Ул көндө мин төшкө ашҡа өйгә ҡайттым. Йоҡо бүлмәһендә ҡатынымдың һөйәрен, бик яҡшы кешене, тап иттем.
– Бер нәмә лә аңлашылмай, нимәһе менән яҡшы һуң ул?
– Ул бит минең һалым инспекторым! Иҫ киткес яҡшы кеше. Ошонан башлап инде тормошомда бер ниндәй ҙә мәшәҡәт булғаны юҡ…

* * *
– Әҡлимә, теге көндө урамда иреңде күргәйнем. Күлдәгенең бер генә төймәһе лә юҡ инесе.
– Шулай, әхирәткәйем, күлдәгенә төймә лә тағып кейә алмаған йүләр әҙәм менән егерме йылдан ашыу ғүмерем заяға үтте.

* * *
– Улым, һин ошо мәктәптә уҡый­һыңмы әле?
– Эйе. Ә ниңә?
– Мин дә бит бынан егерме йыл элек ошонда уҡығайным.
– Ә-ә, бына хәҙер аңлашылды.
– Нимә?
– Директор миңә, һинең ише йүләр, туң башты инде 20 йыл күргәнем юҡ, тип әйткәйне.

* * *
Бер ир хеҙмәттәштәренә үҙенең яңылығы менән уртаҡлаша:
– Кисә ҡыҙыбыҙҙы һорап бер юлы ике егет: журналист һәм инженер килде.
– Ә бәхет кемгә йылмайҙы һуң?
– Журналисҡа. Ҡыҙыбыҙ инженерҙы һайланы…
* * *
– Иремә тиҙҙән 40 йәш тула. “Класташтар”ҙағы битен асып ҡарағайным, иҫем китте, синыфташтарына 25 – 30 йәш. Мәктәптә бигерәк интегеп уҡыған икән, бахыр­ҡайым.

* * *
– Әй, Аллаҡайым, был ҡатын-ҡыҙҙың күҙен ниңә шул тиклем матур итеп яралттың?
– Һин уны яратһын өсөн.
– Ниңә буй-һынын шул ҡәҙәр гүзәл иттең?
– Һиңә оҡшаһын өсөн.
– Йә, Хоҙайым, ниңә бер аҙ аҡыллыраҡ итеп яратманың







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға