«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Ер менән күк – күҙ үлсәме етмәҫ ара, Тәүәккәлдәр шул араны үтә ала”



24.07.2015 “Ер менән күк – күҙ үлсәме етмәҫ ара, Тәүәккәлдәр шул араны үтә ала”

“Ер менән күк – күҙ үлсәме етмәҫ ара, Тәүәккәлдәр шул араны үтә ала”Кеше яҙмыштары ҡола ялан,
Ә үҙ яҙмышҡайым ҡара урман.
Ҡара ла ғына ҡара шул урманда
Аҙашмаҫлыҡ түгел, ҡуйы томан.
Һай, ҡояшҡай сыҡһа, ҡуйы томан
Ергә тамыр ине ысыҡ булып.
Яҡтырыр ҙа ине ҡара урман,
Аҡ нурҙарға түҙә алмай уңып.
Кеше яҙмышының ҡолалығын
Белеп булмай яланына инмәй.
Ҡара урмандарҙың ҡаралығын
Күреп торам араһына кермәй.

Һине эҙләйем

Тыныс ҡына, яйлап атлап киләм,
Айҡап тирә-йүнде ҡарайым.
Күҙ ҡарашым менән һине эҙләп,
Кеше шәлкемдәрен тарайым.
Осрамайһың, салынмайһың
күҙгә,
Өндәшмәйһең тик бер булһа ла.
Һинһеҙ ғүмер сәскәһеҙ гөл кеүек,
Ҡыҫыҡ, тынсыу миңә ҙур ҡала.
Бик ҡыуаныр инем, көтмәгәндә
Иңдәремә килеп ҡағылһаң,
Ошо үткән миллион кешеләрҙең
Тик береһе генә һин булһаң!

Ҡыш

Тыныс ҡына әкиәтен көйләп,
Ҡыш тәгәрәй офоҡ яғынан.
Һалҡын бурандарға өшөгән ер
Аҡ мамыҡтан юрған ябынған.
Баҫыу өҫтөн һеперткеһе менән
Ел һеперә һөйөп шым ғына.
Бәҫле керпектәрен ҡарға ҡаҙап,
Ҡышҡы урман йоҡлай тын ғына.
Ә өкөләр шыршыларға ҡунып,
Ай нурында ихлас ҡойона.
Урман эсендәге һырынтынан
Тын алышы айыуҙың тойола.
Бала-саға гөрләп тауҙа шыуа,
Саналарға сана тағыла.
Беҙҙең яҡтарҙағы ап-аҡ ҡыштар
Ҡайһы яҡта бар һуң тағы ла?!

Яҙмышыма

Эй, яҙмышым, һыртың ҡуйып
торма миңә,
Әлегә бит үгәй бала түгел һиңә.
Саф мөхәббәт, ике һөйөү емеше
мин,
Яратырға, ҡурсаларға тейешһең
һин.
Ә мин тейеш һинең менән
көрәшергә,
Маңлайыма яҙылғанды
үҙгәртергә.
Яҙа киткән ғүмер юлын
төҙәтергә,
Яҙмышыма үҙем хужа тип
әйтергә.
Аяҡ салма, дөрөҫ юлдан китеп
барам,
Ян-яғымда – йәндәй күргән ике
балам.
Себәләтеп юлдарымды
өҙгөләмә,
Оло инәм, кәңәшсем бул, яҙмыш,
йәме!

Һөйөү

Ер күкрәген тиртеп шишмә аға,
Сыҡҡан юлын быуып, бикләп
ҡара.
Йәшәү дәрте, яҡтылыҡты һөйөү
Ҡалын-ҡалын ҡатламдарҙы яра.
Сыҡҡан юлын быуып, бикләп
ҡара,
Йөрәгемдән һөйөү моңо аға.
Мөхәббәтем яҙ һыуылай ялмап,
Шик-шөбһәне өмөттәрҙә яға.
Йәшәү дәрте, яҡтылыҡты һөйөү,
Хыялдарҙы эйәрлекләп елеү.
Хоҙай насип иткән өлөшөңә
Һөйә-һөйә бәхетеңә килеү.
Ҡалын-ҡалын ҡатламдарҙы ярып,
Мөхәббәтем, булма ауыр язам.
Киләсәккә өмөт нуры бағып,
Һөйөү, һиңә мин мәҙхиә яҙам!

Хикмәт

Теләйһеңме, әллә юҡмы,
Һинең ҡайғы.
Тормоштоң үҙ ҡанундары,
Килмәй ҡалғы.
Ғүмер арбаларын көйләп
Үҙ яйына.
Йөҙ төрлө йәшәү ысулы
Һыя аңыма.
Мең төрлө ығы-зығынан
Сығыу кәрәк.
Тап бына шул ауыр саҡта
Аңың терәк.
Мин кеше лә, машина ла
Була алам.
Кәрәкһеҙ ваҡ мәшәҡәттән
Өҫтә ҡалам.
Кеше күҙенә ҡарап та
Уйын беләм.
Асыҡ, бикле күңелдәрҙе
Үтә күрәм.
Донъя барына өйрәтә,
Шуға рәхмәт.
Кеше, кеше булып ҡала –
Иң ҙур хикмәт!

* * *
Дөрләп янып йәшәй кеше,
Күҙендә нурҙар уйнай.
Йөрәктә дәрт, беләктә көс,
Эш эшләй йырлай-йырлай.
Донъя матур, донъя гүзәл,
Йәшәй белеп йәшәһәң.
Табындар күтәреп бейеп,
Ер һелкетеп эшләһәң.
Тормошҡа ашмаған хыялды
Балаларың ашырһа.
Ҡайғы-хәсрәттәр күрһәтмәй,
Быуындар алмашынһа.
Булғанына шөкөр итһәң,
Күп кәрәкмәй кешегә.
Ялҡау тик ятып арымай,
Һис эш түҙмәй эшлегә.
Ялҡауға ла, уңғанға ла
Бер үк ғүмер сәғәте...
Сығыш бөттө, шаршау төштө,
Үәт, шул тормош сәнғәте.


Ғүмер – ҡая

Осло ҡая – болоттарҙы сая яра,
Хәлең етһә, түбәһенә менеп
ҡара.
Ер менән күк – күҙ үлсәме етмәҫ
ара,
Тәүәккәлдәр шул араны үтә ала.
Яҙмыш, яҙмыш! Үгәй әсә була
ҡай саҡ,
Шул ҡаяның иң осона яға усаҡ.
Бар бәхетең, киләсәгең шунда
тиеп,
Бәндәләрҙе ылыҡтыра, ҡолатмай
саҡ.
Түбә осо бик ҙур түгел – бер ус
ҡына,
Ҡоштарҙың да бик һирәге унда
ҡуна.
Уйламайса үрләгәндәр һәр саҡ
“бешә”,
Ҡая үренә етә алмай, йығылып
төшә.
Упҡын төбө ожмах түгел, тамуҡ
икән,
Һаҡһыҙҙарҙың ғәзиз башы шунда
киткән.
Тәндәргә йән өрҙөртөүсе Алла
ғына
Кәрәкһеҙгә үткәндәрен ала ғына.
Ғүмер итеү – маҡсатыңа барып
етеү,
Бер ус ҡая түбәһенән осоп китеү.

Миләүшә Ғәйфуллина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға