«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Билдәле яҙыусы әҫәренә яңынан бер бағайыҡ әле…



17.07.2015 Билдәле яҙыусы әҫәренә яңынан бер бағайыҡ әле…

Күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы һәм “Айбикә” повесының ҡыҫҡартып алынған өлөшө мәктәп уҡыусылары өсөн бирелгән дәреслеккә индерелгән. Повесты уҡытып, балаларҙы яҙыусы ижады менән таныштырабыҙ. Ә мин әҫәрҙең йөкмәткеһе тураһында икенсе фекерҙәмен.

“Айбикә”лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек иҙелеп, михнәт сигеп йәшәгәне, яңы тормош төҙөү йылдарында нисек аңлы алдынғы кешеләр булып китеүе һүрәтләнә. Ҡотлояр кеүек кулактарға ҡаршы тороусы ғәйрәтле көстөң барлығы күренә. Уның синфи йөҙөн фашлай, быларҙың барыһы ла Айбикәнең аңы үҫеүен, рухи донъяһының кимәлен күрһәтә. Айбикә советтар урынлашҡас ҡына күҙе асылып, кеше рәтенә инеп, көслө рухлы булып китә. Үҙ хоҡуғын яҡлаған яңы синыф кешеһенең психологияһы, уй-фекерҙәре үҙгәреүен, бынамын тигән ҡатын образын һүрәтләй автор.
Минеңсә, Һәҙиә Дәүләтшина­ның ижадына яңы күҙлектән ҡарар­ға кәрәктер. Яңылыш аңлатма биреп, баланың башын бутамайбыҙмы икән? Заманалар ҡатмарлы булғанға күҙәтеү-тикшереүҙәрҙән, тентеүҙән ҡасып та яҙыусы үҙ әҫәрен “ете ҡат ер аҫтына йәшереп” яҙып ҡалдырыр­ға булғандыр.
Әҫәрҙе ныҡлап уҡып сыҡһаң, башҡорт байҙарының мул тормошо бик ентекләп яҙылған. Ҡотлояр байҙың образы аша ғына башҡорт ирҙәренең ниндәй бәһлеүән, олпат, ҡыйыу булыуын, ҡырҡа һуғып һөйләүен күрәбеҙ. Яҙыусы, бик һоҡланып, башҡорттоң аҫыл ирҙәрен Ҡотлояр образы аша һүрәтләп бирә: “…Ҡотлояр ҡарт, түңәрәк ҡара һаҡалын, ҡыҙыл битен һыйпай-һыйпай, аяҡ салып ултырып, үҙенең ҡорҙаш-тиңдәштәре, ҡоҙалары менән ҡымыҙ, бал эскәндә шулай һөйләшә. Уның донъяһы теүәл: байлыҡ яҡшы, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, ауырлыҡ күрмәй. Шуның өсөн дә ул өҙлөкһөҙ шат, ғәмһеҙ, көлгәндә лә, аҡ тештәрен бөтөнләй асып, эйәгенең быуаҡтарын яғаһына ҡыҫып, ҡатлау-ҡатлау итеп, быуылып, оҙаҡ итеп көлә. Уның төҫө лә, үҙенең йәше алтмыш биштәргә табанлаһа ла, әле йәштәрсә. Тик сәсендә генә биш-алты бөртөк аҡ бар, – унан зарар юҡ…”
Уның күпләп йылҡы малы, һыйыр һәм кәзә-һарыҡ тотоуын уҡыйбыҙ. Ә ҡатын-ҡыҙҙың йорт эштәре менән булышыуы ниндәй матур итеп яҙылған! Шул өлөштө генә уҡыһаң да ата-бабаларыбыҙҙың нисек донъя көткәнен аңлайһың кеүек.
Автор тура әйтмәһә лә, Ғәйшә әбейҙең таҙалығын күрһәтеп үтә. Иртәнге намаҙға торған Ғәйшә ҡомғанын тотоп Айбикәне уята. Халыҡтың мул, етеш йәшәгәнен һүрәтләп, иманлы булғанын да, ҡунаҡсыл икәнлеген дә һүрәтләй. Иртәнге бер самауыр сәйгә Көмөш әбейҙе саҡырта, кискә ҡунаҡтарға ике ҡаҙан аш һалырға ҡуша, көтөүҙән берәй “туҡ”ты һуйырға әйтә. Айбикәнең иртәнге йорт эштәре, аш-һыу менән булыш­ҡаны бик ентекләп яҙыла.
“…Айбикә сығып биш һыйырҙы быҙауҙары менән эйҙереп һауып алды ла, ике силәк һөттө ишек алдындағы өлкән аҡ келәт эсенә, сепарат янына ултыртып, һыйыр­ҙарын көтөүгә ҡыуырға китте. Унан ҡайтып быҙауҙарын, егерме-утыҙ башлап һарыҡты ҡыуҙы, унан ҡайтыуына сепараттан һөт үткәр­ҙе, самауыр ҡуйҙы, йылҡы көтөүе төшөү менән, бейәләрҙең ҡолондарын айырҙы, дүрт-биш көйәнтә һыуға барҙы, икмәк баҫты, иҙәндәрен һеперҙе, һөтөн бешереп ойотто, һауыт-һабаларын йыуып, тағы ҡаҙанға эркет ҡайнатырға һалды, ул арала бейәләрҙең һауыны етеп, дүрт бейәне һауып алды…”
Шулмы икән ыҙаланып, интегеп йәшәү? Ә бит Совет власы урынлашҡан осорҙа Айбикә эт, бесәй ҙә ашай, тиелә. Күрмәгәнен генә күргән түгелме һуң ҡатынҡай?
Ошо осорҙа “тимер сәйнәп, ут бөркөп” йөрөгән ысын ирҙәрҙең юҡҡа сығыуы, кәмеүе һүрәтләнә. Дин тыйылғас, ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә оҡшай барыуы, ә ирҙәр­ҙең, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙай булып китеүе, минеңсә, әҫәрҙең төп идеяһы. Әммә автор был күренеште асыҡ яҙмай, ә йәшереп кенә тасуирлай. Автор уҡыу­сыларға ир заттарының ҡатын-ҡыҙ рәүеше алыуын Юлдыбай образы аша еткерә. Әҫәрҙә ап-асыҡ яҙылған бит – Юлдыбай “Юличка”ға әйләнә. Ә Айбикә, аш-һыу менән булышҡан оҙон сәсле, тәңкәләре сылтырап торған ҡатын, ир-егеттәр һөнәрен үҙләштереп, тракторсы булып китә. Сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтыра, ирҙәр салбары кейә.
Һәҙиә Дәүләтшинаның был әҫәрендә ирҙәр урынына ҡатындар ауыр эшкә егелеп кәмһетелә түгелме? Фекеремде иҫбатлар өсөн Айбикә менән Юлдыбайҙың кәңәшмәлә осрашыуы тураһында бәйән ителгән ошо юлдарға иғтибар итәйек: “…бите ағарыңҡыраған, ҡулдары ла боронғо көслө, яҫы, ҡара ҡулдарға ҡарағанда бүтән. Улар ағыраҡ та, нәҙегерәк тә, байтаҡ йомшаҡ та һымаҡ. Ҡара тужурка менән ҡара салбар, яғаһы сигеүле күкһел күлдәк, аяғындағы һары ботинкаһы салбар балағынан аҙ ғына күренеп тора… Элекке ажар мыйыҡ урынына бармаҡ баҫымы тиклем генә итеп мыйыҡ ҡалдырған…”
“Айбикә ныҡ ҡына аҙымдар менән уға ҡаршы барып: “Һаумыһың, Юлдыбай иптәш”, – тине лә күрешергә ҡулын һуҙҙы. Юлдыбай ҙа аптырап, ҡаштарын йыйырҙы, ул үҙенең ҡаушауынан ни тип әйтергә аптырап, шулай ҙа Айбикәнең күрешергә һуҙған ҡулына ҡаршы ҡул бирҙе”, – тиелә әҫәрҙә. Тәү башлап осрашҡанда Айбикә Юлдыбайға башын күтәреп бер һүҙ ҙә ҡуша алмай ине. Хәҙер, киреһенсә, бер ҙә ҡаушамаған, тартынмаған.
Шулай итеп, әҫәрҙең аҙағында ике кеше – ир һәм ҡатындың – урындары менән алмашыуы һүрәтләнә.
Автор ир-егеттәрҙең кәмеүе, юҡҡа сығыуы тураһында ла әйтә түгелме? Юлдыбай аша ҡатын-ҡыҙҙар алдында ҡурҡып, бөгөлөп, ҡаушап ҡалған ирҙәрҙе һүрәтләй. Юлдыбай ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан яҡташы Таймаҫ Хәйбуллинға яҡшы йөҙ, ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ күрһәтә алмай.
“Юлдыбай күптән бирле күрешмәгән, үҙе өсөн ҡәҙерле булған был иптәшен Рәйсә рөхсәтенән башҡа ҡунаҡҡа алып ҡайтҡаны өсөн үҙен ғәйепле кеше кеүек һиҙә. Ҡунаҡ киткәс, Рәйсә ни тип әйтер икән, хәҙер берәй нәмә әйтеп ысҡындырып, битемде ҡыҙартмаһа ярар ине, тигән уйҙар менән һиҫкәнеп, ҡыпылдап ултыра.
Хәйбуллин да үҙен әллә ниндәй бер күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән урынға килеп ингән дә, сығып китергә юл таба алмай аҙашып йөрөй торған кеше кеүек күреп, ҡыҫылып, тартынып ултыра. Ул бындай ваҡыттар­ҙы боронғо заманда земский начальник ҡаршыһында, герман һуғышында һалдатта йөрөгәндә офицерҙар янында ғына һиҙә торғайны…”
Һәҙиә Дәүләтшина Рәйсәне офицерҙар бөйөклөгөнә, мыҡтылығына тиңләп яҙа. Хәйбуллин фекерҙәре аша ир һәм ҡатын мөнәсәбәтен һүрәтләй. Йорт хужаһы Юлдыбай ҡунаҡҡа ғына килгән кеше кеүек тоя үҙен. Ҡайҙа уға Ҡотлояр кеүек өйгә ҡот индереп, йомшаҡ түшәктә ултырып ҡымыҙ, бал эсеү?! Гел юлда аҙашып йөрөгән герой­ҙы Юлдыбай тип атай яҙыусы.
Хәйбуллин менән Юлдыбай тышҡа сыҡҡас, иркенләп һөйләшкеһе, боронғоса серләшкеһе килә ине, тиелгән. Боронғоса һүҙен автор йыш ҡуллана, йөрәге герой­ҙар менән бергә әрней кеүек. Ҡатындарҙың ир ҡиәфәтенә инеүҙәре, ирҙәрҙең, киреһенсә, ҡатынға оҡшаш булып китеүҙәре туранан-тура әйтелә. Цензуранан үҙ әҫәрен Һәҙиә Дәүләтшина бары тик буржуй һүҙе менән генә ҡурсалаған.
Диндең һүнеүен, ир-ат, ил ағаларының ҡырылып ташланыуын, ҡалған ир-уҙамандар­ҙы ҡатын-ҡыҙҙың баҫыуын һүрәтләгән автор. “Юлдыбай портфелен ҡултығына ҡыҫтырҙы ла, бейек баҫҡыс буйлап үргә менеп китте…” – тиелә әҫәрҙә. Тимәк, хыял, буш донъяға аяҡ баҫыуын әйтергә теләгәндер. Ә Таймаҫ повеста оло урамға сыға торған тар тыҡрыҡтың ҡараңғылығына инеп юғала.
Күңел күҙе менән ҡарап, яҙғандарын уҡыһаҡ, әҙибәнең нимә әйтергә теләгәне көн кеүек асыҡ. Тик совет әҙәбиәте ҡушыуы буйынса дөрөҫөн аныҡ ҡына итеп яҙһа, уның әҫәре донъя күрмәҫ ине. Һәҙиә Дәүләтшина илдәге ваҡиғаларҙы, тарихты йәшерен код менән яҙып ҡалдырған. Айбикә образы аша ярлы, урта хәлле һәм бай тормошта йәшәгән халыҡ яҙмышын һүрәтләй. Уның ата-әсәһе аша ауырлыҡтар кисереп йәшәгән­дәр­ҙе, килен булып төшкән ғаиләһендә урта хәллеләр­ҙе күрһәтһә, Ҡотлояр байҙа инде етеш йәшәгәндәр тураһында һүҙ бара. Ә бына Наилә менән Рәйсә әңгәмәһендә автор интеллигенция, ирҙәрҙе еңгән ҡатындар тормошон күрһәтә. “...Пальто тектергәйнем, уның яғаһына ла соболь мехы алырмын, тип ала алманы, обезьян яға ғына ҡуйҙыртырмын. Ирҙәрҙе ул шулай итеп еңмәһәң, булмай ул…” – тип автор үҙ фекерен әйтеп үтә.
Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрендә бары тик диндең юҡҡа сығыуы кеше психологияһының һәм аңының үҙгәреүенә, ир менән ҡатындың урындарын алмашыуына килтергән сәбәп булып торғаны күренә. Диндә генә ир – ир урынында, ә ҡатын ҡатын-ҡыҙ булып һаҡланып ҡала ала.
Бына шулай. Әҫәрҙе иғтибарлап уҡыһаң, ҡатын һәм ирҙәрҙең ҡасан үҙгәргәне ап-асыҡ күренә. Бөгөнгө хәл-торошҡа ла күҙ һалайыҡ. Гүзәл зат ниндәй ҙә, ир-ат ниндәй? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға