«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Йыбытҡы 2



17.07.2015 Йыбытҡы 2

Икенсе юлы бар: әсәйҙе, уның ата-әсәһен алдап, тиҙерәк ауылдан ситкә сығып ҡасыу яғын ҡарарға! Юрый икең ике яҡҡа уҡырға китәһең дә, Өфөлә осрашаһың. Уҡып бөткәнсе, кем әйтмешләй, йә хан үлер, йә – ишәк… Был юл ышаныслыраҡтыр, тигән фекергә килгәс, Мансур ҡырт тороп баҫты. Ҡарар ҡабул ителгән, уны башҡалар ҡолағына еткерергә лә, әҙерләнә башларға кәрәк. Өфөнөң берәй ҡойто ғына вузының билдәһеҙ генә факультеты БДИ йомғаҡтарын һайлағанда бишенсе урында торһон, ә әсәһен һемәйтер өсөн Мәскәү, Силәбе кеүек ҡалаларҙың иң абруйлы уҡыу йорттарын алдан ҡуйыр. Сафия ла күрше Магнитҡа тип сығып китһен дә, Өфөнөң берәй колледжына килеп инер. Өс айҙан һуң, ҡулға аттестат алғас, барыбер бит ауылда ҡалмаҫ улар, ҡайҙалыр уҡып, һөнәр алыу мәсьәләһе алға баҫыр, ана шунда улар бер юлы үҙ яҙмыштарын да хәл итеп ҡуйыр. Тағы ла бер нисә йылдан бер ни ҙә уйламаған, күптән тынысланып бөткән әсәһен ғәжәпләндереп, кәләш күрһәтергә тип, Сафияны етәкләп килеп инеүен, шул ваҡыттағы әсәһенең таҫрайған күҙҙәрен күҙ алдына килтереп, Мансур япа-яңғыҙ шарҡылдап көлөп ебәр­ҙе. Ҡалай йәтеш уй килде башына! Бөгөн үк, юҡ – хәҙер үк Сафия менән быны тикшереп, һүҙ беректереп ҡуйыу мотлаҡ. Туҡта, ә нишләп уның телефоны өндәшмәй әле бөгөн? Ҡарамай тормаҫ, тигән уй менән Мансур тиҙ генә һөйгәненә СМС-хәбәр оҙатты: тиҙ үк бәйләнешкә ин, шәп яңылыҡ бар…

* * *
Саф шишмә буйындағы аулаҡ был урынға Мансур йыш ҡына килеп сыға. Юҡ, үткән йәшлек йылдарын һағыныу тартмай уны бында, ауыл тирәһендә ошонан да тыныс һәм матур мөйөш юҡ һымаҡ уның өсөн. Былтыр иҫкереп киткән өҫтәл менән эскәмйәне яңыртып ҡуйҙы, эргәлә ҡыуыш әтмәләп, уны балыҡ тотоу, шешлек эшләү өсөн ҡорамалдар менән тултырҙы. Өйөндә түгел, ниңәлер ошонда таба ул күңел тыныслығын.
Ҡуйы ҡыуаҡлыҡтан яр буйындағы аҡлансыҡты күреп ҡалыу менән Мансурҙың йөрәге дерт итеп ҡалды: эскәмйәлә кемдер ултыра! Өркөтөп ҡуймайым тигән һымаҡ, ул йүткергән тауыш сығарҙы, кеше килеүен ишетеп һикереп торған шәүләлә Сафияны таныны. Һис тә үҙгәрмәгән, тағы ла һылыу­ланыбыраҡ киткән, тигән уй үтте башынан, аҡлан уртаһына тиклем бер нисә аҙымды яһағансы.
– Һаумы, Мансур…
– Сафия! Нисек килеп сығаһы иттең бында? Биш йыл булып киттеме күрешмәгәнгә? – Әллә ысын шулай, әллә, бая ғына ҡайтып киткәйнең дә, тигәнерәк сыҡты Мансурҙың тауышы.
– Был урын нисек һинеке булһа, шулай уҡ минеке лә инде. Бына шуға форсат сыҡҡас та ошонда йүгерҙем! – Сафия мөмкин тиклем алсағыраҡ булырға тырышты. – Тик бына һин элек мине ошонда көтөп ултыра торғайның, ә бөгөн – киреһенсә… – Ҡыҙҙың тауышына моңһоулыҡ сыҡты шулай ҙа.
– Шулай… Әллә нисек булды ла китте шул тормош… – Мансур сикәләрен услап ҡыҫып, эскәмйәгә сүкте һәм шымып ҡалды.
– Бына, һөйләшеп килешкәнсә, уҡып бөттөм дә, ҡайттым тыуған яҡҡа, – ҡыҙ мөмкин тиклем күңеллерәк һөйләргә тырышты. – Һин дә тик ятмағанһың икән – ишетелеп торҙо…
– Эйе, бара эштәр, – Мансур ҡыҙҙың тауышында аҫтыртын мәсхәрә тойғандай булды, ҡапыл ғына уға күтәрелеп ҡараны. Көлөмһөрәп торған Сафияның йөҙө бына-бына һытылырға торғандай күренде уға, хәҙер илап ебәрер төҫлө. – Тик ҡайҙан һәм ниндәй хәбәр ташығандарҙыр һиңә, фараз итеүе лә ҡыйын…
– Эштәр гөрләп, йырлап бара, тиең! – Сафияның тауышы күтәрелә төштө лә, кинәт кенә һүлпәнәйҙе. – Хәйер, нимә һөйләйем мин? Беҙҙең килешеүҙе һин икеләтә арттырып үтәп ҡуйғанһың, имеш, хатта миңә лә урын ҡалмаған унда…
– Йөрәккә тоҙ һалма әле, Сафия! – Мансур һикереп торҙо, ҡыҙҙың алдына килеп баҫып, ниҙер әйтергә уйланы ла, ут ҡараштарҙың ялҡынына өтөлгәндәй, ҡабат әйләнеп торҙо. – Һин мине теләгәнеңсә битәрләй алаһың, әлбиттә, тик араларҙы бит башлап һин өҙгәйнең!..
– Шулайҙыр… – Әңгәмә дауам иткән һайын ҡыҙ тынысланғандан-тыныслана ғына барғандай һымаҡ. – Тегендәй хат бит бер миңә генә түгел, әсәйемдәргә лә килгәйне лә.
– Нисек?!
– Белмәмешкә һалышма! – Сафия, күңелендә нисәмә йыл йөрөткән көйөк-үкенестәрҙе бер юлы сығарып бәрергә ҡабалан­ғандай, ашығып теҙеп алып китте. – Әсәйем, беләһеңме, күпме тетте минең тетмәне? Үҙем һыйыр һауып йөрөгәс тә еткән, йәнәһе, ә баламды түләп булһа ла уҡытам, кеше итәм, тип атайҙың да алҡымынан алды. Уларҙың күңелен уйлап ҡына оҡшатмаған һөнәргә уҡып сыҡтым, яратмаған кешегә кейәүгә сыҡтым… – Тауышы ҡапыл ҡалтырап киткән Сафия ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап эскәмйәгә ултыра төштө.
– Ишеткәйнем, – ни тип яуап бирергә белмәй албырғап ҡалған Мансур бер нәмәне тойҙо: бөгөн бөтә нәмә лә асыҡланасаҡ, бәлки, ҡабаттан хәл ителеп тә ҡуйыр әле. Тик яңылыш һүҙ ысҡындырып, эште боҙоп ҡына ҡуймағайы. Ғәйепле икәнеңде таныт та, үткәндәрҙе аныҡлау һорау алыуға ғына әйләнеп китмәһен. Ысынлап та, теге ваҡыт әсәһенең дәлилдәре ышаныслыраҡ күренеп, ауылда тороп ҡалыуҙы һайлағайны шул ул. Дөрөҫтө һөйләгән һымаҡ ине лә әсәһе. Нимә тип биш йыл буйы уҡып ваҡыт һәм аҡса туҙҙырырға, бына бит еңел генә юл: бер йыл өйҙә ятаһың, тағы бер йыл әрмелә йөрөп ҡайтаһың, унан әсәң менән бергә өйҙө ҙурайтып, бизнесты киңәйтеп алғансы, Сафия ла уҡып ҡайтып төшөр… Тик бер генә шарты булды Мансурҙың: атаһын эҙләтеп табыу, барып күреү. Әсәһе ҡаршы килмәне лә, тик бик оҙаҡҡа һуҙылып китте был шартты үтәү.
Әле лә бит һуң түгел: асылда, Мансур ирекле йән, ә Сафия уға үс итеп кенә бөтөнләй ят иргә барып ҡушылған!
– Унан алда Әлимәнең һинән ауырлы икәнен ишеттергәйнеләр шул, – тип ауыр көрһөндө Сафия.
Ғәжәпләнеү ауазын саҡ тыйып, төйөлөүҙән йүтәлләргә кереште Мансур. Бурҙаттай ҡыҙарғансы, оҙаҡ күкелдәне ул. Шишмәгә йүгереп төшөп, битен сайҙы, услап һыу һемерҙе, көтмәгәндә ишеткән һушты алырлыҡ яңылыҡтан шулай иҫенә килергә тырышты. Мейеһендә яралған шик-шөбһәләр шулай ҙа уны ҡабат Сафия янына әйҙәне. Асыҡларға, төшөнөргә, сәбәптәрҙе асыҡларға!
– Кем ишеттерҙе? – Был һорауҙы биргәндә Мансур этлектең кемдән булыуы ихтималлығын самалағайны инде, үҙенән-үҙе сыҡты һорау. – Эйе, Әлимә бала тапҡан шул, уйнаштан, тыума, тинеләр. Минән булһа, уны мин алған булыр инем дә, ә килмешәк үзбәк түгел… Мин бит үҙем Үзбәкстанда инем ул саҡта! Атайымды шунда табып, барып күреп, оҙаҡҡа ҡалырға тура килде…
– Унда ла, атайың ғошап, берәй үзбәк бисәһенә керҙең инде?
– Атайҙың яҙмышы икенсерәк шул… Үзбәктәрҙә нәҫел-ырыу-затлыҡ көслө, шуға Себерҙә йәшәп ятҡандарында алып ҡайтып киткәндәр. Ҡурҡытып, үҙ илдәре закондары буйынса никахлатып, йәшәп яталар шунда. Миңә әсәйем барып етерлек кенә аҡса биргәйне, кире юлға атайыңдан алырһың, тигән булып. Ҡайта алмай яттым. Юллыҡ аҡса эшләгәнсе, шулай булып бөткән хәлдәр… Ә быныһы… Һинең кейәүгә сыҡҡаныңа ышан­ғас ҡына бит.
– Ике яңғыҙаҡ бисә – әсәләрегеҙ Әлимәне һиңә көсләп ҡыҫталауҙарынан өсөнсө бисәгә ҡастың инде? – тип әсе көлөм­һөрәне Сафия.
– Эйе… микән?.. – Үҙе ошоға тиклем аңлай алмаған ҡылығын һөйгәненең шундай ябай, асыҡ итеп ярып һалыуына үҙе шаңҡып ҡалды Мансур. Бына ғәжәп: уның бер йәшлек балалы Әлфиәгә барып һырлығыуы бары тик әсәһенең Әлимә тип теңкәһен ҡоротоуынан, Сафияның кейәүгә сығыуын ишеткәндән тыуған үртәлеүҙәренән ҡасыу ғына булған икән дәһә!
– Бына аңлаштыҡ та! – Сафияның тауышында ниндәйҙер тантана сыңдары яңғырағандай итте. – Ярай, хуш! Яратмаған ирем булһа ла, унан ҡыҙым бар бит әле минең!..
Аҡҡан һыуға ҡарап тик ултырған Мансурҙың башында бер ниндәй ҙә уй-ниәттәр юҡ ине, зиһене бөтөнләй бушап ҡалған. Байып барған ҡояштың һуңғы нурҙары ҡаршылағы тирәктең ос япраҡтарын ҡыҙартып ебәргәс кенә башында бер уй-һорау моронларға иткәндәй булды: бөгөн ошонда төнәп ҡалһа, беренсе кем уны юллап килер икән – һөйгәне лә, хәләле лә булмаған Әлфиәме, әллә әсәһеме?.. Улай тиһәң, барыбер түгелме, ҡайтып төшөүен ишеткәс, уны военкомат эҙләп табасаҡ та инде.
Ә бәлки, ошондалыр бөтә бәләләрҙән ҡотолоу юлы?

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға