10.07.2015 Йыбытҡы
– Сөнки миңә (!) һинең (!) Маһираның ҡыҙы Әлимәгә өйләнеүең кәрәк! – Әсәһенең тауышында һирәк булһа ла яңғырап киткән бындай ҡорос сыңының ни аңлатҡанын белә Мансур – «әйттем – бөттө» тигән һүҙе был. Күңелһеҙ һөйләшеүҙе ни өсөн башлауына үкенеп тә ҡуйҙы: барыһы ла үҙ яйы менән хәл ителер ине әле, ә былай ул үҙе ваҡиғаларҙы тиҙләтеп, көтөлмәгән яҡҡа бороуға юл асты. Ни тиҙәр бындай осраҡта аҡыллыраҡ егеттәр? Эйе шул, ҡаңғыртмағыҙ, мин бер ҡасан да кәләш алмаясаҡмын, тип ҡотолалар. Ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй битараф иргә кем кәләш тағып аҙапланһын…
Әлимәне белә инде – ни бите, ни күте, тигәндәй. Танышлыҡтары «һаумы»нан уҙғаны булманы, ә бына әсәләре бик йыш йөрөшә. Кем әйтмешләй, тыумыштан әхирәттәр инде. Аҙна һайын йә тегеһе бында килеп, йә Мансурҙың әсәһе Сәриә инәйгә барып, сәғәттәр буйы сөкөрләшеп, әллә нисә самауырҙы йығып ҡайтышалар.
Әгәр ҙә кисәге Сафия менән осрашыуҙа аңлайышһыҙ аңлашыу, дөрөҫөрәге, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһа, бөгөн әсәһенә ҡапыл ябырылмаҫ та ине Мансур. Һөйгәне янына һағынып килеп етеп, ҡосаҡларға атлыҡҡанда ғына, ҡыҙ ҡапыл ситкә ялтанды ла, кеҫәһенән бер конверт сығарып тотторҙо һәм бер ни өндәшмәй йүгереп китте лә барҙы... Аптыраған егеткә яңғыҙ ҡалып, конвертты асырға, аңлайышһыҙ сәйер хатты уҡып, тәрән уйға батырға ғына ҡалды.
«Сафия, – тип ҡоро ғына башланған хат. – Һиңә кем яҙыуы тураһында баш ватып маташма, белмәйһең һин мине. Шулай ҙа Изгелек теләүсе тип ҡабул ит. Һинең – ауылдағы бер сибәркәйҙең, Мансур исемле бер йыбытҡы егет менән дуҫлашып йөрөүеңде беләм. Ә һин беләһеңме: уның атаһының ҡушаматы Йыбытҡы була торғайны, шуға ла бала тапҡас та әсәһе уны өйөнән ҡыуып сығарҙы. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, һиңә лә шул яҙмыш яҙылмаһын, тип иҫкәртергә генә теләүем…»
Оҙаҡ ултырҙы Мансур үҙҙәренең осрашыу урынында. Кем, ни өсөн яҙған был хатты Сафияға? Уныһын, ярай, билдәләргә була: араға ҡыҫылып, уларҙы айырырға теләүселер. Бында нимәһе мөһим – Сафия шуға ышанып ҡуйҙымы икән? Улар бит бәләкәйҙән бергә үҫеп, был икәүҙе хәҙер бер-береһенән айырып ҡараусы ла юҡ һымаҡ: бәләкәй саҡта йоҡлағанда ла айырылмайҙар ине, танауҙарына еҫ инә башлағас ҡына кистәрен хушлашып, икеһе ике өйгә йүнәлер булып китте. Ҡыҙыҡ, шундай бәйләнеште бөгөн килеп кем өҙөргә ниәт итте икән?
Атаһының кем икәнлеген белмәй шул ул. Әсәһе лә һөйләмәне, ул-был ғәйбәт аша ла бер ниндәй хәбәр килеп етмәне. Әсәһе лә, төпсөнә башлаһа, атайың хәрби летчик, йә, диңгеҙ капитаны, тип алдау менән мөрхәтһенмәне, ә ҡаты итеп: «Юҡ һинең атайың!» – тип өҙә генә әйтә торғайны. Бынау хатта яҙылғандар дөрөҫкә сығып, хатта халыҡ араһында киң таралған ҡушаматы ла булған икән, тимәк, атаһы – тәғәйен кеше, күптәргә таныш булғандыр.
Шулай ҙа етемлекте әллә ни тоймай үҫте Мансур. Әсәһенең бөтмөр булыуынанмы, тиҫтерҙәре араһында кәм-хур йөрөмәне. Берҙән-бер улынан кәрәген йәлләмәҫкә тырышҡан Сәкинә шулай ҙа улына аҙырға бирмәне, дилбегәне ҡаты тотто. Ауылда тәүгеләрҙән булып кибет асып ебәреп, район үҙәгендә тағы бер нисә киоск тотҡан Сәкинәнең холҡо алабарман да, уҫал да ине. Шулай ҙа, сауҙа нөктәләренең тәүлек әйләнәһенә эшләүенә, ярайһы ғына табыш килтереп тороуына ҡарамаҫтан, ул мәктәп тамамлаусы улына машина руле тотторорға ашыҡмай. Ә бит Мансурҙың класташтары араһында хатта машинала йөрөүсе ҡыҙҙар ҙа бар…
Ғүмерендә әсәһенә ҡайтарып бер һүҙ әйтмәгән Мансурға ошо хат көслө этәргес бирҙе. Оҙаҡ ултырғас ҡына тамам алйыған башына барып етте уның: был хат менән бит уны һөйгәненән айырырға маташалар! Ана бит, Сафияһы ышанған да инде – бер һүҙ әйтмәй ҡайтты ла китте бит… Нишләргә? Башта әсәһен һелкетеп, атаһының кемлеген асыҡлауҙан башларға кәрәк, тигән һығымтаға килде ул.
– Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, улым, – шундай эскерһеҙ һәм ябай итеп аңлатып китте әсәһе. – Һинең атайың ысынлап йыбытҡы ине. Сәйер, ләкин мин шундайҙы үҙем һайланым. Беҙҙең атай бик ҡаты ҡуллы булды. Әсәйгә лә, беҙгә лә туҡмаҡ йыш эләкте унан… Атайҙан ҡасып, һарай башында ҡалтырашып ултырғанда мин, үҫмер ҡыҙ, үҙемә ант бирә торғайным: бер ҡасан да кейәүгә сыҡмайым! Ә аҙаҡ, ултырып ҡала башлағас, әхирәттәрем бер нисә балалы булып бөткәс, миңә лә кемдәндер бала табырға кәрәк ине. Шуға махсус рәүештә иң булдыҡһыҙ, шымаҡай егетте һайлап кейәүгә сыҡтым да, һин тыуғас та өйҙән ҡыуып сығарҙым.
– Хәҙер ҡайҙа йөрөй инде ул? – Мансур әсәһенең йөҙөнә, тәүләп күргәндәй, ғәжәпләнеп баҡты: уның әсәһеме был? Һәм шул турала шундай тыныс һөйләп тороуын әйт әле – ҡапҡанан ингән күрше тауығын ҡыуып сығарғанмы ни?
– Белмәйем. Ҡыҙыҡһынманым да. Күреүеңсә, ул да һине күрергә атлығып тормай. Ана, һиңә тәғәйен Әлимә бар ауылда, ҡалған ғына ғүмеремде әхирәтем менән ҡоҙағый булышып, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе бергә-бергә ҡарашып үҫтерербеҙ…
– Тимәк… Сафияға хатты… – Башына ҡапыл килеп, бөтә зиһенен яҡтыртып ебәргән асыштан Мансурҙың башы әйләнеп, теле тотлоғоп ҡалды. Эйе шул, хәҙер генә хаттың ҡулын әсәһенең яҙмалары менән сағыштырып ҡарар хәлгә еткәйне ул. Хәйер, нисек был турала уйларға мөмкин ине һуң? Әле бына әсәһе шуға кинәйәләй түгелме? Юғиһә кем белер ине бында әллә ҡайҙа йөрөгән атаһының кемлеген?
– Эйе, мин. Оҙаҡ уйнанығыҙ, етте. Ҡасан да бер был араны өҙөргә кәрәк булыр ине. Эш тәрәнгә китмәҫ борон, тиәйемме.
– Ха-ха-ха! – Мансурҙың аҡылдан яҙғандай көлөп ебәреүенә әсәһе лә ҡурҡып китте – зиһене томаланып ҡуймағайы бындай ҡот осҡос яңылыҡтарҙан! – Һин шундай оригиналь юл менән мине Сафиянан айырып, Әлимәгә бирергә итәһеңме? Булмаҫ! – көсәнеүҙән Мансурҙың тауышы сыйылдап сыҡты. – Ул эшкинмәгән Әлимәне алғансы, мин Инйәрҙә башҡа йүнлерәген тапмаҫ тиһеңме?
– Табырһың, табырһың… Егетте аптыратып, әсәһе һаман да тыныс ҡалды. – Тик ул саҡта алып ҡайтыуҙы онот: үҙең шуға барып ин дә, йәшә әйҙә. Мин был өйҙө теләһә кемде индерер өсөн һалманым. Өй төҙөүҙең ни икәнен күҙ алдына килтерәһеңме һин, әрәмтамаҡ?
– Әһә, хәҙер атайым – йыбытҡы, ә мин әрәмтамаҡмы? Йыбытҡы балаһынан шундай уҡ йыбытҡы үҫер тип уйламағайныңмы ни һин, әсәй? – Һүҙҙәренең һалҡын таш диуарға борсаҡ ҡына булып бәрелеүен күргән Мансур урамға атылды. Ашығып урман яғына атланы. Яңғыҙ ҡалып, алдында ҡапыл пәйҙә булған, ләкин бөтөнләй үк көтөлмәгән түгел асыштарҙы бер епкә теҙергә, барыһын да айыҡ аҡыл менән самалап ҡарарға кәрәк ине уға. Эйе, көтөлмәгән түгел: берәй ҡасан барыбер ҙә атаһының кемлеге хаҡында һүҙ күтәреләсәген, Сафия менән әсәһе араһына ла асыҡлыҡ индерергә тура киләсәген ул бер нисә йыл инде үҫмер аҡылы менән фаразлап йөрөнө. Төрлө осраҡтарҙы күҙ алдына килтереп, уйында уйнатып ҡарай ҙа торғайны хатта. Һәр кеше алдында торған йә баҫасаҡ мәсьәләләрҙе төрлөсә әйләндереп, шулай сисеп ҡараған булалыр ул. Бына шулай итеп, хәрбиҙәр әйтмешләй, «Ч» ваҡыты һиңә лә килеп етте, Мансур…
* * *
Атайымдың кемлеге әҙме-күпме асыҡланды, мәсьәлә уны эҙләп табыуға барып етте. Уға тиклем, хәҙер был хаттың килеп сығыу тарихы менән Сафияны таныштырырға ла, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк, тигән уй Мансурҙы тағы ла осрашыу урынына ашыҡтырҙы. Эстән тойомлауы буйынса, һөйгәненең уларҙың йәшерен урынына килмәй ҡалыуы мөмкин түгел. Тәүге мөхәббәтен юғалтҡан мөйөшкә килеп, һағышланып ултырыр өсөн булһа ла! Әгәр ҙә хатты ике йәрҙе махсус рәүештә айырыр өсөн яҙғандарын белһә, ҡарашы үҙгәрергә тейеш тә инде. Һәр хәлдә, Сафия Мансурҙы бәләкәйҙән белә, бер ҙә йыбытҡы түгел, ә ҡулынан килмәгән эш юҡ икәнен дә яҡшы аңлай.
Улар был урынды былтыр яҙ матурлап эшләп, көн һайын тиерлек осраша торған мөйөшкә әйләндереп алғайнылар. Йылғаның кеше йөрөмәгән, һуҡмаҡтан алыҫ ярында Мансур өйҙән ташыған таҡталарҙан өҫтәл, эскәмйә яһап ҡуйҙы, һыуҙан таштар сығарып уратып һалып, уңайлы итеп усаҡ урыны эшләне. Йәшереп ҡуйылған тимер тартма эсендә сәйнүк, сынаяҡтар ҙа бар хатта. Дөрөҫ, оҙон-оҙаҡҡа бер ҡасан да килгәндәре булманы уларҙың бында, алдан килешеп, бер-ике сәғәт кенә ултырып, сөкөрләшеп серләшеп, талғын аҡҡан йылғаға, тандыр янған усаҡҡа ҡарап ултырғандары бар. Сафия өйөнән иркенләп сығып йөрөй алмай шул, уның кескәй һеңлеһе бар, атаһы Себер яҡтарында зимагорлыҡ итә, ә әсәһе күрше ауыл фермерында һыйыр һауа. Бәләкәй саҡта һеңлеһен ҡарап торған өләсәһе хәҙер үҙе кеше көнлө булып ҡалған.
Сафия осрашыу урынында күренмәне. Эскәмйәгә ултырып, Мансур тәрән уйға батты. Ике айҙан уҡыуҙар тамамлана, имтихандар бөтөүгә үк Сафияға тәҡдим яһап, өйләнергә лә ҡуйырғамы әллә? Кире ҡаҡмаҫ бит инде ул. Әле лә ауыҙға ҡарап ҡына тора – бынауы урынға ла свидәнйәләргә бер кем дә көсләп йөрөтмәй бит уны. Ата-әсәһе риза булмаһа? Хәйер, хәҙерге заманда кемдең ата-әсә һүҙенә ҡолаҡ һалып торғаны бар?
(Дауамы бар).
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ