«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



02.07.2015 Мәҙәктәр

Радиола тура эфир. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.
– Алло, был радиомы?
– Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
– Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
– Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
– Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә йортҡа яңғырай.

* * *
Ике пенсионер осраша:
– Шунан, хәлдәр нисек?
– Ресторандан сыҡҡан юҡ!
– Әллә берәй мираҫ алдыңмы?
– Швейцар булып эшләйем.

* * *
– Һеҙҙең ҡулығыҙ минең кеҫәлә нимә эшләй ул?
– Шырпы эҙләй.
– Үҙегеҙ hорай алмайhығыҙмы ни?
– Оялдым шул...

* * *
– Олатай, ана теге ҙур ҡауынды алайыҡ.
– Кеҫә яғы hай бит әле, улым.
– Кеҫәгә hалмайбыҙ, күтәреп кенә ҡайтабыҙ.

* * *
Бер hаран бай үҙен батҡанда ҡотҡарған егеткә hыралыҡ ҡына аҡса биргән. Күреүселәр байҙың hаранлығына иҫтәре китеп торғанда егет: «Бәйләнмәгеҙ, ул үҙ баhаhын беҙҙән дә яҡшыраҡ белә», – тигән.

* * *
Ҡуян менән бүре ресторанға инә.
Ҡуян:
– Асыҡтым, салат бирегеҙ әле.
– Ә иптәшегеҙ ас түгелме ни?
– Сәйер hорау. Ул ас булhа, мин бында ултыраммы инде?

* * *
– Бына әкәмәт – таныш түгел бер ҡыҙҙы үпмәксе булғайным, тотто ла милиция саҡыртты.
– Бәхетең бар икән. Минеке никах уҡырға мулла саҡырҙы.

* * *
Ике әхирәт осраша. Береhе, ғәжәпләнеп:
– Абау, әллә тағы ауырлыhың инде?
– Эйе.
– Кемдән?
– Элекке ирем, мине ике бала менән ташлап киткәне өсөн ғәфү үтенергә тип, инеп сыҡҡайны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға