«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » АТАЙ



20.06.2015 АТАЙ

АТАЙЭш ваҡыты бөтөп, инде ҡайтырға йыйына башлағайным, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Туҡылдау шундай сәйер, һағайып, башымды күтәреп ишеккә төбәлдем. Күп тә үтмәй, ҡыҫып асылған ишек артынан яртылаш баш күренде.
– Мөмкинме? – Яңаҡтары ҡурҡыныс булып эскә батҡан, илле биш йәштәр самаһындағы ир, бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, эйелә-бөгөлә килеп инде. Бүлмәгә алан-йолан күҙ йөрөтөп ҡарап алғандан һуң, миңә ҡарап, ҡояштай балҡып, ҡуш ҡуллап күрешергә ҡулын һуҙҙы. Бына һиңә! Күптәнге таныш! Мин уны күрмәгәнгә һалышып, ситкә боролам. Теге кеше, аптырап, баҙап ҡалғандай булды. Ҡатып ҡалғандай, ҡул һауала эленеп торҙо ла, яй ғына һәленеп төштө.
– Мөмкин! – асылған ауыҙымды ябыр­ға ла онотоп, ҡапыл мин дә юғалып ҡалдым. Был кешене беләм бит. Үтә лә таныш йөҙ. Бала саҡ хәтере ныҡ, төпһөҙ күл һымаҡ бөтә нәмәне үҙенә йотоп, һеңдереп бара бит ул. Был әҙәм дә, шул бала саҡтың бер хәтирәһе булып, ҡылт итеп иҫкә төштө.
– Ултырырға мөмкинме? – тине, алдындағы ултырғысҡа эйәге менән ымлап күрһәтеп.
– Эйе, эйе, ултырығыҙ! – тинем, ҡапыл-ҡара онотолоп киткәнемә үҙем уңайһыҙланып. – Тыңлайым һеҙҙе?
– Ней, улым. Нимәнән башлайым икән?
– Тулҡынланмағыҙ! Ниндәй һорауығыҙ бар? – улым, тигәненә иғтибар ҙа итмәйенсә, хәйер, өлкән, оло кешеләр йыш ҡына миңә шулай тип өндәшә.
– Балам, һорау тип, һорау ҙа түгел ул, – тине өҙгөләнеп, тотлоға-тотлоға. – М-м-мин һиңә ә-әйт..., мин һиңә ә-әйт..!
Тегенең әйтә алмай аҙапланыуын мәрәкә күреп, ултырғысымдың һөйәлмәһенә ҡырын төшөп ни әйтерен көтә башланым. Ҡапыл был ир миңә меҫкен кеүек тойолдо.
– Ней, улым, һин бит минең улым, минең балам бит һин!.. Мин, мин ней, һинең атайың булам.
Ҡапыл арҡама бысаҡ ҡаҙанылармы ни, һикереп торҙом.
– Булыуы мөмкин түгел! – тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Дөрөҫ түгел!
Маңлайыма тир бәреп сыҡты, ҡыҙып барғанымды аңлап кире урыныма ултырам.
– Мин үҙем дә белмәй инем. Бына яңыраҡ ҡына белдем… Һорашып белештем, ысынлап та шулай. Минең исемем Вәли. Һин бит Вәлиевич. Һинең әсәйең Ғәлиә менән беҙ йәшлектә осрашҡайныҡ…
– Йә, етер! Ниндәй һорауығыҙ бар?!
– Әйҙә, яҡындан танышайыҡ. Бөгөн кискә беҙгә ҡунаҡҡа кил, тип саҡырайым, тигәйнем. Һөйләшеп ултырырбыҙ.
– Етер! Һорауығыҙ булмаһа… – тип, тегене тыңларға теләмәй, һүҙ башлағайным, мине ул үҙе бүлдерҙе.
– Улым! Уңайһыҙ килеп сыҡты инде, ирҙәрсә һөйләшәйек, аңлашайыҡ әле. Һеҙ тикшереү алып барған Кималов Зиннур Вәли улы һинең бер туған ағайың булып сыға. Шул турала үҙ-ара килешеп, бер нәмә уйлап булмаҫмы, тип йөрөүем инде.
Ҡапыл тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
– Булмай! Хәҙер үк бынан сығығыҙ! – тип ҡысҡырғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Ир кеше бындай ҡаты ҡыланышты көтмәгән, күрәһең. Тәүҙә ҡаушап ҡалды, һуңынан нисек ингән, шулай сығыу яғына ыңғайланы. Ябыҡ ишеккә барып төртөлдө, ҡалтыранған ҡулы менән ишекте аса алмай аҙапланды. Көтөлмәгән боролоштан иҫәңгерәп ҡалғандыр, күрәһең, шулай күпмелер ваҡыт төртәләнеп тороп, төртәләнеп сығып, күҙҙән юғалды.
Ҡапыл бәләкәй бала һымаҡ ҡысҡырып илағым килде, әллә ҡайҙан көткән атайым эргәмдә генә йөрөгән. Башым ауырайып киткәндәй булды, услап башымды тотам. Һы, ҡунаҡҡа кил, имеш. Миңә кәрәк саҡта һин ҡайҙа булдың?! Ә мин көттөм! Йылдар артынан йылдар үтә торҙо, ә мин төңөлмәнем, көттөм! Бөгөнгәсә көттөм, ошо ваҡытҡаса көттөм! Тик көткән атайым, хыялымдағы атайым икенсе ине... Бөгөн килеп һин мине үҙең таптың һәм һине белгән булып сыҡтым. Их! Белгән булғанмын… Баҡтиһәң, үҙем һиңә кәрәкмен икән... Ә һин миңә үҙең кәрәк инең, атай, тип башҡа балалар кеүек, ауыҙ тултырып әйтеп иркәләнгем, ниндәйерәк икән минең атайым, тип зар-интизар булып күргем килгәндә, урамда атайлы малайҙар мине ҡыйырһытҡанда, һин ҡайҙа булдың?! Атай, тип арҡаланырлыҡ кешем кәрәк булғанда кәрәк инең! Һы, ҡунаҡҡа кил, мин һи­нең атайың, еңел әйтәһең. Бына һиңә, тикшереү алып барған енәйәтсе ағайым булып сыҡты, йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр. Ә минең йәнем дә, ҡаным да тартмай, аңлы рәүештә тартмай, хатта ытырғандырғыс.
Тартырҙай көстө бала саҡта уҡ үҙ ҡулдарың менән өҙә һуҡтың бит. Тағы нимә кәрәк? Йән атҡан улың ейәнәт ҡылмаған булһа, бөгөн мине эҙләп табыр инеңме икән?!
Бер-бер артлы һорауҙар мейемде ҡайната. Ә бит был беҙҙең беренсе осрашыуыбыҙ түгел, һин мине танымаһаң да, мин һине таныйым…
Алтынсы класта уҡый инем. Дәрестәр бөткәс, ҡайтырға сыҡтым. Мәктәптән алыҫ та китеп өлгөрмәнем, үҙемдән бер синыфҡа алда уҡыған ике малай артымдан ҡыуып етте лә, аҡса һораны, кире яуап ишеткәс, бәйләнә башланылар.
Берәүһе бигерәк ҡызырайып инеп бара. Иғтибар итмәй китеп барырға иткәйнем дә, теге малай арттан килеп һуғып та ебәр­ҙе. Ҡарап тормай, мин дә тондорҙом. Эйе, һуғылып торғо килмәй ине. Тас-тос һуғышып киттек. Йәнтәслим ҡолап китеп, ерҙә аумаҡлаша башланыҡ. Артыбыҙҙан килгән физика уҡытыусыһы айырмаһа, был күңелһеҙ хәлдең нимә менән тамамланыуы көн кеүек асыҡ ине.
Икенсе көнөнә мине класс етәксеһе, директор һине бүлмәһенә саҡырта, тип алып китте. Барып инһәм, күҙе күгәргән, теге кисәге һуғышҡан малай, эргәһендә ир кеше баҫып тора. Күрәһең, атаһылыр, тип уйлайым.
– Һинме?! Минең малайымды туҡмап ҡайтарған, бына нимә эшләгәнһең! – тип ир, ашарҙай булып ҡарап, өҫтөмә менә яҙып бара, ә тегеһе, танауын мыршылдата тартып, һытылып иларға етешкән.
Директор тыныс ҡына миңә ҡарап, нимә булғанын һөйләп бирергә ҡушты. Барыһын да нисек булған, шулай һөйләп бирҙем.
– Алдай бит ул! Минең балам аҡсаға мохтаж түгел! Аллаға шөкөр, хәйерсе түгелбеҙ, хатта күптәрҙән бынамын итеп артыҡ йәшәйбеҙ! Атаһын саҡыртырға кәрәк!
– Атаһы юҡ уның, әсәһе сменанан сменаға эшләй. Әле килә алмай, – тип класс етәксеһе аңлатып бирҙе.
– Атайһыҙ, ата тәрбиәһен белмәгән- күрмәгән, ҡарауһыҙ балаға ышанаһығыҙмы?
Был һүҙҙәр йөрәгемә беҙ булып ҡаҙалды. Ҡыйын булып китте, башым әйләнде. Директор, быны аңғарыпмы, миңә сығып торорға ҡушты. Көс-хәл менән коридорға сыҡтым. Ҡолағым төбөндә теге яман ағай әйткән: “Атайһыҙ, ата тәрбиәһен белмәгән, ҡарауһыҙ балаға ышанаһығыҙмы?” – тигән һүҙҙәр яңғырап тик тора. Улай ғына түгел, йәнемде телгеләне. Күҙемдән йәштәр урғылып сығып килә. Көсләп тыйырға, баҫырға тырышып, күҙемде ябыр­ға ҡурҡып, шарҙай асам. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, туҙынып теге кеше малайын эйәртеп килеп сыҡты.
– Бер эләгерһең әле миңә!.. – тип теш араһынан янап, нәфрәтле ҡараш ташланы ла, шәп-шәп атлап сығып китте.
Баҡтиһәң, теге малайға ялыуҙар күп, класс етәксеһе лә насар характеристика биргән булған. Шуға малайҙың үҙен шелтәләп, атаһына улына ҡарата иғтибарлы булырға кәрәклеген әйткәндәр икән.
Шул көндө икенсе ҡаттың баҫҡысы аҫтына йәшенеп, яҡлау эҙләгәндәй, ҡа­раңғы, шыҡһыҙ мөйөшкә һыйынып, күңелем рәнйеүҙән тыйыла алмай, беренсе тапҡыр оҙаҡ шыңшып иланым да иланым. “Атайһыҙ бала” тип әйтеп ҡыйырһыт­ҡан һүҙҙәре йәнемде телгеләне. Был ауыр һүҙҙәрҙе шул ваҡытта беренсе һәм һуңғы тапҡыр ишеттем…
Мин-минлеге менән янанымы, әллә был юҫыҡта башҡаcа осрашмағас, был хәл шуның менән бөттө. Шул көйө хәтер һандығына инеп ятты ла, башҡаса ҡуҙғалтылманы.
Ҡасандыр “атайһыҙ” мөһөрө таҡҡан кеше үҙе бит миңә атай булып килеп сыҡты.
Ике малайының да енәйәт юлына баҫыуында үҙе ғәйепле.
Ҡапыл бүлмәлә һауа етмәгәндәй тойолдо. Башлығымды баш осона эләктереп, курткамдың төймәләрен дә эләктермәйенсә тышҡа атылам. Урам тултырып ҡысҡырып илағым килә. Өнһөҙ шыңшыйым. Зиһенем тарҡалып, аяҡ быуындарым бушап, ҡолап барғандай булам. Тәнтерәкләп эргәләге эскәмйәгә ултырам. Күңелем, һулҡылдап: “Улай ныҡ бөтөрөнмә. Нимә бәлтерәп төштөң дә ҡуйҙың? Һин бала саҡтан уҡ ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙеңде яҡлап үҫтең дә баһа, улай ғына түгел, әсәйеңдең таянысы ла булдың. Насар ҙа йәшәмәнең. Тик иркәлек кенә күрмәнең инде”, – тип мине эстән йыуата.
Их, атай, күпме тапҡыр һинең сүрәтеңде күҙ алдына килтерергә тырышып, хыялымда һинең менән осраштым. Һин унда буй еткеһеҙ мөһабәт инең. Мине көрәктәй ҡулдарың менән күтәреп күккә сөйә-сөйә шаяраһың, ә мин, иҫем китеп шарҡылдап көлөп, рәхәтләнеп һикерәм. Хыялымдағы атай менән гел шулай йәшәнем, гел ул эргәмдә йөрөп миңә дәрт, көс биреп торҙо. Әле лә ул эргәмдә… Тик һин ул атайҙың бөтөнләй киреһе, минең атайым төлкө сүрәтендәге меҫкен атай түгел! Ә бөгөн, аяҙ күктә йәшен атҡан һымаҡ, ҡапыл, меҫкенләнеп үҙең килдең. Ҡасандыр хыялымда һырынып, яҡлау эҙләргә теләгән атайым бөгөн үҙе яҡлау эҙләп килгән. Дөрө­ҫөрәге, ғәзиз улдарын ҡурсалаған юха йылан булып сыҡты. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр. Бына ҡайҙа ул! Имеш, атай булып сыҡҡан. Әгәр улдарың ошо хәлгә төшмәһә, табыр инеңме лә, юҡ, дөрөҫөрәге, был донъяла барлығымды иҫләр инеңме?!
“Бөгөн һине танымайым, һис тә ҡыланмағаныңды, бөгөн ебеп төштөң әле. Тормош бит ул, тормош булғас, бөтәһе лә була”, – тип күңелем мине шелтәләп тә алды.
Туҡта, ысынлап та, нимә былайтып ултырам әле. Әсәйемдең хәлен барып беләйем. Уны күрмәгәнемә бер аҙна булып килә лә баһа, тип урынымдан ырғып тороп ул йәшәгән йортҡа, дөрөҫөрәге, тыуып үҫкән йортом яғына йүнәлдем.
Әсәйем дә эштән саҡ ҡайтып тора икән.
– Эй, балаҡайым, ҡайһылай оҙаҡ килмәнең, ни ошо арала үҙем дә бушай алмайым, – тип, һәр ваҡыттағыса, үрелә биреп арҡамдан тупырлатып һөйҙө. Буйға ла арыуыҡмын шул. Әсәйемдән, ике башҡа булмаһам да, бер башҡа аша ҡарап торам.
Эсемдә ҡайнаған утты тышҡа сығармаҫҡа тырышып, көлөп һөйләшәм. Хәл-әхүәл белешеп, көлә-көлә сәй эсеп алдыҡ. Ҡайтырға сығырға ыңғайлағайным, кинәт әсәйемдең йөҙө үҙгәреп, етдиләнеп китте. Ниҙер әйтергә теләй, һиҙеп торам. Сабыр ғына көтәм.
– Балам, һиңә әйтер һүҙем бар. Хәҙер бәләкәй түгелһең, үҙең ике балаға атай булдың, әйтмәҫмен тигәйнем дә, әйтмәй ҡалдырһам, дөрөҫ булмаҫ, – әсәйем уратып һүҙ башлаһа ла, ни әйтерен һиҙеп ултырам. – Әйтер һүҙем һинең атайың тураһында, ул ошо ҡалала йәшәй бит. Хәйер, бында йәшәһә лә, мин уның менән күрешеп йөрөү түгел, осраҡлы ла осраш­ҡаным булманы. Ә өс көн элек ул мине үҙе килеп тапты һәм һинең менән таныштырыуымды үтенеп һораны. – Сабыр ғына артабан тыңлайым. – Мин уға, хәҙер ул бәләкәй бала түгел, уның ихтыярында, тинем, күрергә, танышырға теләгең булһа, улым, үҙең уйла, һинең эш.
– Юҡҡа борсолма, әсәй, уйлағанмын инде, – тип, тиҙ генә хушлашып, ҡайтырға сыҡтым, дөрөҫөрәге, балаларым янына ашыҡтым.
“Миндә йәшәгән атайың изге күңелле, ул һиңә тоғро, кәңәшсе, һәр ваҡыт эргәңдә, …һин уға өйрәнгәнһең”, – тип шыбырланы күңелем.

Линиза ШАКИРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға