«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Гитлер шпионы - 4



22.05.2015 Гитлер шпионы - 4

Гитлер шпионы - 4Серем итеп алырға ятһа ла, йоҡо эленмәне керпектәренә. Тағы ла осо-ҡырыйы булмаған уйҙар бер-бер артлы башынан үтте: “Ҡасан уянырҙар? Беренсе һүҙҙәре ниндәй булыр? “Әсәй, асыҡтыҡ, икмәк, әпәк”, – тиерҙәрме? Ҡысҡырып иларҙар инде. Кем беренсе булып ишетер уларҙың тауыштарын да, кем беренсе булып ишекте асып инер? Бикһеҙ ишекте үҙҙәре асып, һыуыҡ өйҙә туңып үлмәҫтәрме?.. Ҡайҙарға алып китерҙәр бахырҡай­ҙарымды?.. Үҙе ҡайһы юлдан ҡайһы яҡҡа йүнәлер?.. Бүреләр өйөккән ваҡыт... Улар ҡамауында ҡалмаҫмы?.. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ, бер-бе­реһенән хәсрәтлерәк, ғазап­лыраҡ уйҙарҙы мул һығылып аҡҡан күҙ йәштәре оҙата барҙы. Тәҙрәгә үрелеп, тағы ла шәреҡҡә баҡты. Сулпан баҙлай ине. Ваҡыт. Торғас, сыра яндырып, балаларының йөҙөнә хушлашыу ҡараштарын төбәне. Айнурын ағаһына һырындырып һалды ла юрғанды йылыраҡ итеп япты. “Бәх...” – ул һүҙҙе әйтеүҙән тыйылып ҡалды. “Хушығыҙ, ғәзизкәйҙәрем. Бәхетле булырға яҙһын...” Әсе күҙ йәштәре бәләкәстәренең биттәрен йыуҙы.
Ҡомалаҡ орлоғо йыйырға йөрөгән тоҡсайын ҡуйынына тыҡты ла, һаҡлыҡҡа ла, иптәшкә лә тип, тәртешкә алып, хәйерле сәғәткә юрап, “Хушығыҙ, балаҡайҙарым, өйөм”, – тип тупһа аша үтте. Ел ҡапҡаһынан урамға сыҡты ла туҡталып ҡалды. Ҡайһы яҡҡа китергә? Дүрт яғына ла күҙ ташланы. Аптыранып, мең-мең йондоҙ емелдәгән күк көмбәҙенә баҡты ла ҡиблаға табан йүнәлгән киң дә, көмөш тәңкәләр һибелгән кеүек нағышлы ла Ҡош юлына иғтибар итте. “Ниңә аптырарға? Изге ҡибла яҡтарына йүнәлгән Ҡош юлы аҙаштырмаҫ, бәлә-ҡазаға тарытмаҫ, Хоҙайымдан булып. Йә, хәйерле сәғәттә”, – тип, билдәһеҙлеккә юл башы итеп, уң аяғынан атлап китеп, урамдың түбәнге осона йүнәлде.
Урам осона етеп, бер-ике аҙым киткәс, ауыл да артта ҡала. Ҡатын ауылы, тыуған тупрағы менән хушлашыр өсөн, артына әйләнеп, ауылын, тыуған төйәген байҡап, байтаҡ тын ғына торҙо. Бөләңгерт кенә таң һарыһы яҡтыһында береһенән-береһе бейегерәк Осорма, Күркәтау, Толпаросҡан тауҙары, Тәрән уяҙ уйымдары төҫмөрләнә, һуғыш арҡаһында бөлгән, аслыҡ афәтенә сумған ауылы йоҡомһорай. Яҡында ғына йәштәр уйынға йыйылған Оҙон тирәк мөһабәт һыны менән һүрәтләнә. “Хушығыҙ, бәлки, мәңгелеккә. Ә, бәлки, күпмелер ваҡыттан һуң күрешербеҙ әле, яҙған булһа. Ә әлегә хушығыҙ”. һығылып ҡына сыҡҡан күҙ йәштәрен ең осо менән һөртә-һөртә, Ҡош юлы ыңғайына боролдо.
Билдәһеҙлеккә китеп барған Зөлҡәғиҙәгә уйҙары оҙон юл һуҙымында ла тынғы бирмәне. Алдағыһы Этбармаҫ тигән башҡорт ауылы. Ниндәй ҡиәфәттә барып инер ул ауылға? Төҫ-башы, кейенеүе – торғаны бер хәйерсе.
Тик хәйерсе булып барып ингеһе килмәй күрше ауылға. Кем булып һуң? Нисек ҡабул итер һәләмәһе ҡойолоп торған килмешәк бисәне? Уйланып бара торғас, аныҡ ҡына бер фекергә килде лә кеүек – биртек йыйыусы. Ул хәйерсе түгел. Бил ауыртыуы менән яфаланғанда дауаланыу сараһы. Устары өҫкә ҡаратылған ике ҡулыңды ла бил тапҡырына ҡуйып, шаҡып та тормайынса артың менән өйгә килеп инәһең дә, бер аҙым да эскә үтмәй, ишек төбөндә торған көйө: “Билем-билем биртенгән, ҡаты-ҡото һорайым”, – тип һамаҡлайһың. Уста­рыңа ниндәй ҙә булһа ризыҡ киҫәге килтереп һалалар. Кем һалғанын да күрмәйһең. Күпмелегенә лә үпкәләш юҡ. Бер ҡабымлыҡ ҡына булыуы ла мөмкин. Бөтә өйҙәрҙе лә ҡыҙырып сығырға кәрәк. Устағы ризыҡты, рәхмәт әйтеп, тоҡсайға һалып йыя бараһың да, бөтә өйҙәр­ҙе лә йөрөп сыҡҡас, ҡайтып, йыйылған ризыҡтарҙың һәр ҡайһыһынан берәр ҡабымлап булһа ла ауыҙ итеп алаһың. Биртек ысын күңелдән хәйләһеҙ бирелеп, сирле йыйылған ризыҡты ҡәнәғәт булып ашаһа, һыҙланған урынға һис шикһеҙ файҙаһы тейә, имеш.
Үҙ ауылыңда “төшөм” етерлек булмаһа, күрше ауылға ла барып әйләнергә мөмкин. Ғәйеп юҡ.
Этбармаҫҡа ҡояш тышау буйы самаһы күтәрелгәс килеп етте Зөлҡәғиҙә, һалам башлы иң беренсе өйгә, биртек йыйыусы булып, һамаҡлап, арты менән килеп инде. Усына бер телем икмәк ҡатыһы һалынды. Бөтә өйҙәр ҙә төшөмлө булманы. Ҡайһылары бикле, ҡайһылары эшле. Урам уртаһына етәрәк усына бер телем йомшаҡ икмәк, ус аяһынан да бәләкәйерәк сөсө икмәк төштө. Кисә иртәнсәкке балаларынан ҡалған бер-ике ҡалаҡ ҡомалаҡ өйрәһе менән бер стакан сәскә сәйенән башҡа тәғәм ҡапмаған ҡатын сумкаға төшкән биртектәрҙең теш үтерлектәрен урамдарҙы ҡыҙырғанда уҡ, ауыҙында ҡар һыуы менән сылатып, ашай йөрөнө.
Өс оҙон урамдан торған ауыл ҙур ғына ине. Ҡояш байыуға һуңғы урамдың иң осондағы ҡоймаһы ла, кәртә-ҡураһы ла булмаған һалам ҡыйыҡлы бәләкәй генә өйгә килеп терәлде. Ишек бикһеҙ ине. һамағын әйтеп, арты менән килеп инде биртек йыйыусы. “Кем унда?” – тине сибек кенә оло ҡатын-ҡыҙ тауышы. Биртексе һамағын ҡабатланы.
– Ә, билең биртендеме ни? – тип усҡа бер ҡалаҡтай ғына һоло һалды ла әбей “сирле”нең йөҙөнә ҡараны. – Бер ҙә генә сырамыта алмайым. Беҙҙең ауылдыҡына ла оҡшамағанһың. Мосафирһыңдыр, байғош, – тине биртексенең ҡаршыһына уҡ баҫып.
– Биртексемен дә, мосафирмын да, – тине ҡатын.
– һуңғы өйгә килеп терәлгәнһең. Барыр урын-ерең дә юҡтыр инде һинең, бахырҡай. Әйҙә, үт. Өй тауыҡ ояһындай ғына булһа ла, һыйырбыҙ. Төн сығырһың, – тип сурытты мәрхәмәтле әбей.
Зөлҡәғиҙә шатланып риза булды. Тамаҡ туйҙырыу яғы, урам буйында биртек ҡапҡылап йөрөп, хәл ителгәйне инде. Ә бына төндө ҡайҙа үткәреү ҡаршыһына ҡарлы ҡара тау булып килеп баҫҡайны.
– Минең ни, биртек һалып сығарырлыҡ бер нәмәм дә юҡ шул. һин арыу ғына нәмә йыйғанһың икән. Ике ҡаҙаҡ тирәһе булыр, – тип мосафирҙың сумкаһын һәлмәкләп тотоп ҡараны. – Маһисәрүәр булам. Үҙең ҡайҙан? Кем булаһың? Исемең дә тигәндәй.
– Бик алыҫтанмын. Урыҫ ҡатыш ауылдан. Исемен әйтһәм дә, хәтереңдә ҡалмаҫ. Үҙемдең исемем дә әйтелешкә ауыр ғына – Миңпеми­һырбанлыбикә. Бер төнгә була уны хәтерләп тороу ҙа кәрәкмәҫ. Сәй эсеп алайыҡ әле, апай, – тип мосафир биртек тәғәмдәрен түңәрәк батмусҡа бушатты. Араларында ҡағыҙға төрөлгән бер-ике лампасый ҙа бар ине.
– Ул тиклем үк кәрәкмәҫ, һылыу. Дарыуға тип йыйған ризыҡты үҙең ашарға тейеш. Шунһыҙ шифаһы теймәҫ. Бынау матур ҡағыҙлы тәмлекәстәр менән сәй эсеп алһаҡ, шул еткән. Шунан, Салауат әйтеп, йоҡо алдынан биш йәшлек ата ҡаҙ майы менән билеңде ыуырбыҙ.
Мосафир ҡатын ни рәүешле кейенеп килгәнен изгелекле әбейгә күрһәткеһе килмәне.
– Рәхмәт, апай, мин һиңә артыҡ мәшәҡәт яһағым килмәй. Йылы өйөң, яҡты йөҙөң, эҫе сәйең дә дауа булыр биртенгән билемә. Миңә иртә менән юлға. Сәйҙе иртәрәк эсербеҙ. Тыныс йоҡо һәр ҡайһыбыҙға.
– Ҡайҙа юл тотоуың, һылыу? – тип төпсөнөүен дауам итте хужабикә.
– Беҙҙең урман, тау-ташлы яҡтар­ҙа икмәккә ҡытлыҡ. Шун­лыҡтан ялан яғында йәшәгән сыбыҡ осолай ғына туғаныбыҙ янына юлланғанмын.
– Шулайҙыр инде. Иген беҙҙең яҡта ла ҡытлыҡҡа әйләнде, – тип ҡунағының һүҙен йөпләп ҡуйҙы Маһисәрүәр әбей.
Сәхәр ваҡытынан иртәрәк иртәнге сәйҙе эскәндән һуң юлаусы:
– Апай, бөтәһе өсөн дә бик ҙур рәхмәт. Ҡылған изгелектәрең сауап булып яуһын үҙеңә. Ике донъяның да рәхәтлектәрен күреп йәшәргә яҙһын артабан. Бер мосафир ҡатындың үҙеңдә төн сығып китеүен берәүгә лә әйтмәүең хәйерлерәк булыр ине, – тине юлаусы сығып китер алдынан.
– Ярай, һылыу, ярай. Өндәшмәм берәүгә лә. Тыныс бул. Миңә әллә ни кеше-маҙар килеп тә йөрөмәй, – тип хәйерле юл теләп тороп ҡалды хужабикә.
Был көндө юлға сыҡҡанда Зөлҡәғиҙәнең хәле кисәгегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ине. Туҡ ҡарын менән аҙымдар ҙа ырамлыраҡ. Тик күңел көрлөгө генә юҡ. һыуыҡ өйҙә бер семтем дә ризыҡһыҙ ҡалған балаҡайҙары бәғерен телә. Йоҡоһоҙ үткәргән төндәге ғазаплы уйҙары тағы ла күҙ йәштәрен һығып сығарҙы. Сатнама селлә һыуығында керпек остары туңып ҡалмаһын тип, ҡатҡан ең осо менән булһа ла уларҙы һөртә-һөртә барҙы. Артабан аҙымдары алға барыуҙан тотҡарлана башлағандай тойолдо. Ас ҡалған балалары аяҡтарына ла, йөрәге-күңеленә лә тышау булып бауланды кеүек. Кирегә әйләнеп торҙо ла ҡатып ҡалды: ауылдағы ҡотолғоһоҙ йотлоҡ, прокурор... Себер... НКВД... Меҫкен ҡатындың ҡайтып китер юлын быуҙылар ҙа, ул бер аҙым да кирегә атлай алманы. Кешеләрҙең балаларына мәрхәмәтлек күрһәтеренә, Хоҙайҙың ярҙамына инаныу тағы ла алға ҡаратып борҙо йөрәген йәшен уты телгеләгәндәй ғазапланған әсәне. “Йә, Раббым, әгәр булдыра алһаң, үҙең ярлыҡа. Ғәйеп, енәйәт түгел, балаларымдың иҫән ҡалыуы хаҡына яһалған берҙән-бер сараһы бисара әсәнең”, – тип, уң аяғынан беренсе аҙымын башланы.
Йылға ағышы ыңғайына оҙон бер урам булып ултырған Савельевка тип аталған урыҫ ауылын да урап үтмәне Зөлҡәғиҙә. Был яҡтағы урыҫтар ут күрше башҡорт ауылдары халҡының биртек йыйыу йолаһын яҡшы белә ине. Биртек ырымы көйөн көйләп, арҡа менән килеп ингән кешенең ҡулын буш сығармайҙар. Иген ризығына ҡарағанда күберәк йәшелсә төшә. Уларҙы, ҡар һыуына ҡушып, юл буйына туҡтамай кимереп барырға ла була.
* * *
...Алда күренгән ауылдың Ҡарамалы исемле булыуын әйткәйнеләр. Уға төшкә яҡын килеп инде Зөлҡәғиҙә. Исеме дөрөҫ бирелгәндер, ахыры, һырттары япраҡлы урман менән ҡапланған үркәс-үркәс тауҙар ышығына һыйынып ҡына урынлашҡан ауылдың тирә-яғын ҡолас етмәҫлек эре-эре ҡарамалар уратып алған. Күбеһенең баштары ҡыйылып бөтөп, олондары ғына һерәйеп тороп ҡалған. “Ҡоролоҡ был яҡты ла урап үтмәгән икән”, – тип уйлап килеп инде ауыл осона Зөлҡәғиҙә. Был ауыл тыуған яғынан сығып киткәндән һуң осрағаны әллә туғыҙынсы, әллә унынсыһы ине, “Ҡыҙыл таң”дан байтаҡ алыҫлашылды. Бәлки, эҙемә лә төшмәҫтәр, тип тынысланыбыраҡ килеп инде иң беренсе урам осона. Быныһында инде ул үҙен хәйерсе булараҡ танытырға уйланы. Тәртешкәһен ҡарға күмеп ҡалдырып, уң беләгенә тоҡсайын элеп алды ла беренсе өйгә инде. Өйҙә бәлтерәп бөткән әбейҙән башҡа кеше юҡ ине.
– Кисә генә берәү йөрөгәйне, бөгөн тағы. Эх, донъя, донъя, – тип бер телем сохарый килтерҙе. – Үҙебеҙ ҙә хәйерсе хәлендә инде. Булған ғына онобоҙҙан, “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тип, сохарый киптерергә ҡуштылар. Ошо ғына инде. Дөйә лә хәйер, төймә лә, тигән изге китабыбыҙ.
“Хәйерсе” һул ҡулын һуҙҙы.
– Хәйерҙе уң ҡулға бирәләр. Тоҡсайыңды һул ҡулыңа элеп ал, – тип нотоҡ әйтте әбей.
Эшләгән йән башына көнөнә йөҙәр грамм ғына ашлыҡҡа ҡарап көн иткән ауылдағы артабанғы өйҙәрҙән дә хәйер артыҡ мул төшмәне. Кем усҡа һыймалы ғына ҡаты ҡорот, балан йә еләк ҡағы ярпылары, бер-ике семтемдәй генә сәскә сәйе, бик һирәктәрҙән генә бер телем киптерелгән икмәк... Хәйерҙең күберәге сәйнүк ҡапҡасынан саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡара тупраҡтан да ҡарараҡ мысай йә алабута икмәге ине.
Даланы, әллә хәйерсенең көндәлек тормошона яҙғаны булыпмы, эңер төшөүгә ситке урам осонда Этбармаҫтағы кеүек бәләкәй генә өйгә килеп терәлде Зөлҡәғиҙә.
* * *
“Бөрйән инәй” менән әңгәмәләшкәндән һуң, бер йыл үткәс, йәйге каникулға ҡайтҡанымда әруахтарымдың һуңғы төйәген тәрбиәләп китергә зыяратҡа килдем. Эшемде бөткәс, бер йыл эсендә ауылдаштарымдың кемдәре яҡты донъя менән бәхилләшкәндәрен белеү өсөн күкрәктәрен күк үлән ҡаплап өлгөрмәгәндәрен ҡараштырып йөрөйөм. Араларында имән бүрәнәләрҙән ҡыйыҡ һымаҡ итеп, бурап ҡапланғанына ла иғтибарҙы йүнәлтеп, янына килдем. Ул “Бөрйән инәй”ҙеке ине. Баш осона исем-шәрифтәре яҙып ҡуйылған яҫы ғына таҡтаның икенсе яғына ниндәйҙер бер “вандал” аҡбур менән “Гитлер 'шпионы” тип яҙып киткән. Нәфрәтемдең сиге юҡ ине. Ул һүҙҙәрҙе юйып ташланым да, кеҫәнән фломастер алып, ҡалын эре хәрефтәр менән, таҡта тултырып, “Ул да Еңеүҙе сүкене” тип яҙып ҡуйҙым да ауылымды уратып алған Мәмерйә, Яланғас тауҙарын байҡап торҙом. Ул тауҙарҙың битләүҙәрендә миллионер колхоздың көтөүҙәре ер ябып йөрөй ине. Ул мөлкәттең бер өлөшөндә “Бөрйән инәй”ҙең дә хәләл көсөн күргәндәй булып, таҡтаға яҙған баһамдан ҡәнәғәтлек кисерҙем.

АҠЪЮЛ.

(Аҙағы. Башы 17 – 19-сы һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға