15.05.2015 Гитлер шпионы
Яғылмаған клубта эт бәйләһәң дә торғоһоҙ селлә һыуығы. Кем ҡайҙа эшләгән, шундай эш кейемендә йыйылған. Сәхнәләге иҫкереп бөткән ҡыҙыл буҫтау менән ябылған бәләкәй генә өҫтәл артында ике кеше – береһе колхоз рәйесе, һуғыштан һул ҡулын юғалтып ҡайтҡан Хөснөлхаҡ, икенсеһе, уң күҙен ҡара сепрәк менән бәйләп ҡуйғаны, прокурорҙыр инде. Уның тураһында халыҡта күпмелер мәғлүмәт тә бар ине: “Күҙен беренсе ярман һуғышында ҡалдырып ҡайтҡан. Шунлыҡтан быныһына алынмаған. Торғаны бер закун тоғо, бик яман ҡаты ҡуллы кеше икән... ”
– Ағай-эне, беҙҙең колхозда күптән түгел генә райондың ревкомы булып китте. Эштәребеҙ, үҙегеҙгә мәғлүм, бик шәптән түгел. Шул турала әңгәмәләшеп алырға прокурор иптәш Бирҙеғол Бикмөхәмәтғәлләмович Килмөхәмәтов килгән. Иң башта ул бына ошо исемлектәге ҡайһы бер кешеләр менән иптәштәрсә һөйләшеп алырға теләй, – тип бер бит ҡағыҙҙы күрһәтте. – Фамилияһы аталғандар ошо өҫтәл янына килеп баҫырға тейеш. Ә һуңынан инде кемдең әйтергә ниндәй һүҙе бар, шулай уҡ ошонда килеп һөйләргә, – тине лә, – һүҙ һеҙгә, Бирҙеғол Бикмөхәмәтғәлләмович, – тип исемлекте прокурор алдындағы алтатар янына һалды.
Бирҙеғол Бикмөхәмәтғәлләмович урынынан торҙо ла:
– Исемлек алфавит тәртибендә яҙылған. Аллағолова Зөлҡәғиҙә, – тип ҡарашын халыҡҡа төбәне лә, – килгәнме? – тип урынына ултырҙы.
Прокурорлы өҫтәл янына башына йүкә йыуғысҡа әйләнә яҙған яулыҡ ябынған, өҫтөнә бик күп йыртыҡ-тишектән мамыҡтары сосрап сығып торған көпө, шундай уҡ ҡырҡ ямаулы күлдәк, табанына бәрәс тиреһе йәбештерелгән өлтөрәп бөткән сабата кейгән ҡатын килеп баҫты. Прокурор уға, ытырғанып-ерәнеп ҡарағандай, баштан-аяҡ күҙ һирпеп кенә алды ла:
– Йә, әйт әле. Ни өсөн һин был исемлектең иң башындаһың? – тип һораны, алтатарын туҡтауһыҙ туҡылдатып әйләндергеләп.
– Фамилиям “А”ға башланғалыр инде. Берсиҙәтел шулай тине бит.
– Тағы ла?
– Башҡа һеҙҙең алға килеп баҫып торорға бер сәбәп тә юҡ кеүек тә.
– Нисек инде һин ниндәй ғәйептәрең бар икәнен дә белмәйһең? Белмәһәң, төшөндөрәйем. Тыңла. Өс көн ҡар тоторға сыҡмағанһың. Тағы ла ҡоролоҡ булдырырға теләйһеңме? Был – бер. Икенсенән, һиңә ышанып, беркетеп ҡуйылған бәрәстәрҙең бөтәһе лә тояҡтары менән “йондоҙ һанаған”. Закон алдында былар ғәйеп түгелме ни?
– Береһе лә дөрөҫ түгел, һыйырым күтәртеп үлде. Балаларым ризыҡһыҙ ҡалды. Уларҙы астан үлтермәҫ өсөн, урманда бил тиңентен ҡар кисеп, өйрә бешерерлек ҡомалаҡ орлоғо йыйҙым. Икенсенән, беҙҙең урман, тау-ташлы яҡтарҙа ҡар тотоуҙың кәрәге лә, файҙаһы ла юҡ. Көслө бурандар сыҡһа ла, ҡар баҫыуҙарҙан, һепертмә буранға әйләнеп, ситкә осмай.
– Ҡыҫҡараҡ, – тине прокурор, тамаҡ төбө тауышы менән, алтатарын туҡылдатып уйнатып. – Ә бәрәстәрҙең ҡырылыуын ни менән аңлатырһың? – тип “ғәйепле”нең күҙҙәренә баҡты, һыңар күҙе менән быраулап.
– Уның да сәбәбе бар, – тине тыныс ҡына Зөлҡәғиҙә, хәҙер инде прокурорҙан ҡурҡмауын һиҙҙергәндәй. – Аҙыҡ юҡлыҡтан һыйырҙар ғына түгел, һарыҡтар ҙа күтәртә. Бахыр бәрәскәйҙәргә имер һөт тә, матур бесән дә юҡ. Ҡырылдылар инде. Сәбәптәрен берсиҙәтелебеҙ үҙе лә яҡшы б...
– Молчать! – тип өҫтәл һуғып екеренеп бүлдерҙе уның һүҙен һыңар күҙ. – һыу буйы докладың менән күҙ бәйләргә килеп баҫтыңмы ни? Бөтөн халыҡ “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тип дошманды дөмөктөрөр өсөн ҡанталашып тырышҡанда, һин үҙ файҙаңды ғына ҡайғыртып йәшәйһең икән. Саботаж. Ҡоротҡослоҡ. Диверсия был. Бәрәстәрҙең үлеме тураһында ниндәй дәлилдәр бар? Акттар, үлем сәбәбен күрһәткән белешмә? Үле бәрәстәр ҡайҙа ҡуйыла?
– Ветеринар һуғышта һәләк булды. Акт яҙа ла белмәйбеҙ. Берҙән-бер дәлил бына, – тип сабата табанын күрһәтте “ғәйепле”.
– һиндә – бер бәрәс тиреһе. Ә ҡалғандары ҡайҙа?
– Нишләп ауыҙығыҙға йөҙөк йәшереп ултыраһығыҙ? Бөтәгеҙ ҙә табандарығыҙҙы күрһәтегеҙ! – тип өндәште асырғанып Зөлҡәғиҙә йыйылыштағыларға.
Клубтағыларҙың яртыһынан күбеһенең сабата табандарында бәрәс тиреләре ине.
– Бына ҡайҙа ҡоротҡослоҡ. Ә итен ҡайҙа ҡуйҙығыҙ?
– Ауылда йотлоҡ. Балаларға бешереп ашаттыҡ. Ризыҡтары булғандар эттәренә бирҙе. Тауыҡ фермаларына ла оҙаттыҡ.
– Балаларға емтек бешереп ашатыу үҙе бик ҙур енәйәтселек. Был бәрәс тиреләре бөтәһе лә һинең ҡул аша үткән. Социалистик милекте тәләфләү өсөн генә лә ни булырын үҙең дә беләһеңдер: Себер, ун йыл. Бөтөн халыҡты үҙ яғыңа ауҙарғанһың – был ҡотҡо, антисоветизм. Бөгөндән һәр аҙымын күҙәтеү аҫтына алырға. Ферма, склад кеүек ҡоротҡослоҡ эшләрҙәй урындарға яҡын да юллатмаҫҡа. Күмәк кешеләр янында эшләтмәҫкә.
“Закон тоғо”ноң был тиклем дә ғәҙелһеҙлегенән һарыуы ҡайнаған Зөлҡәғиҙә лә, сығырынан сығып, ҡапыл ярһыны:
– Эйе, мин – ҡоротҡос, диверсант. Минең һәр аҙымымды, шымсы ҡуйып, күҙәтеп мәшәҡәтләнеү ҙә кәрәкмәй. Хәҙер үк алып китергә лә рәшәткә артына тығырға мөмкин. Хатта хәҙер үк судһыҙ-ниһеҙ атып үлтерә алаһың. Юғиһә үҙемде үҙем ошонда, күҙ алдыңда ат... – тип “һыңар күҙ” алдында ятҡан алтатарға үрелергә иткәйне, Хөснөлхаҡ иҫән ҡулы менән еңенән тотоп ҡалды. Закон исеменән һәр һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән прокурор ҙа, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр бындай ҡаршылыҡҡа осрап, сығырынан сыҡты, һаҡлыҡҡа наганын үҙенә яҡыныраҡ тартып:
– Ә, бәлки, һин диверсант ҡына түгел, Гитлер шпионылыр әле. НКВД-ға хәбәр... – тип бойорҙо рәйескә.
Артабан ни ҡыланғанын үҙе лә һиҙмәҫтән, Зөлҡәғиҙә бер һыпырыуҙа саҡ-саҡ эләгешеп торған көпө элмәктәрен һыҙырып төшөрҙө лә:
– Нишләп мин Гитлерҙың ышпионы булайым? Әгәр ҙә, ысынлап та, шулай булһам, Гитлер мине, үҙенең сатрапын, ошо хәлдә йөрөтөр инеме ни? – тип ҡырҡ ямаулы итәген кендегенә тиклем күтәреп күрһәтте.
Клуб эсе “ах!” итеп ҡалды. Рәйес менән прокурор күҙҙәрен сырт йомдо. Ыштан урынында бөрмәлә ямаулыҡтар һала алмаҫлыҡ сепрәк ярпылары ғына елберләшеп эленеп тора ине. Шундай ярһыуҙан баҫҡан урынында иҫе китеп йығылған “Гитлер ышпионын” кемдәр өйөнә алып барып ҡуйғанын да хәтерләмәй...
Зөлҡәғиҙә ике балаһының да, әсәләренең өҫтөнә ятып, ашарға һорап илаған тауышынан иҫенә килде.
– Әсәй, тор инде, асыҡтым, – тигәне ҙур малайы, дүрт йәшлек Айбулаты ине.
Ағаһына “әпәк", “әпәк” тип ҡушылып илағаны – ике йәшлек Айнуры.
– Нимә генә ашатайым икән мин һеҙгә, балаҡайҙарым, – тип әсәй үҙе лә өнһөҙ-тынһыҙ ғына илап ебәрҙе, ике малайын да бер юлы ҡуйынына ҡыҫып ҡосаҡлап.
Балалар шымып ҡалғас, әсәй өйҙәге тәғәмде иҫенә төшөрә башланы. Үлгән бәрәс ҡабырғаларын иртәнгелеккә бешергәйне. Төшкөлөккә бер нәмә лә булманы. Йыйылышҡа китеп, һыу ҡайнатып эсергә лә ваҡыты юҡ ине шул. Тоҡсай төбөндәге бер аҙ ҡомалаҡ орлоғо барлығы иҫенә төштө. Ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырырға итте. Уныһы ла тоҡанманы. Төшкөлөккә ут яҡмағас, иртәнсәк кәлгә күмеп ҡалдырған ҡуҙ һүнгәйне. Күнәк тотоп, күршеләргә барырға тура килде.
Ҡомалаҡ өйрәһе бешерелгәс, ас көйө йоҡоға талған балаларын уятып, сыра тоҡандырҙы ла, бәләкәй генә сеүәтәгә һалған “аш”ты уларҙың алдына ҡуйып:
– Ашығыҙ тәмле булһын, балаҡайҙарым, – тип ике ҡалаҡ тотторҙо. Өсөнсө ҡалаҡҡа етерлек түгел ине “ризыҡ ”...
– Үҙең ашамайһыңмы ни, әсәй? – тине Айбулат. – Ҡараңғыла ҡалағыңды тапмайһыңмы әллә?
– Ашағыҙ, ашағыҙ, һеҙ ашаһағыҙ, мин туҡ булырмын. Йыйылыштан һуң мин күршеләрҙә сәйҙә булдым, – тип алдашты әсәй.
– һине бит ике апай күтәреп килтереп китте. Йоҡлаған һымаҡ инең.
– Тайып йығылғайным. Башым ҡаты юлға бәрелеп, иҫемде юйғанмын.
Ҡарынында ас бүреләр олоп, уртлығында мул йыйылған ауыҙ һыуҙарын йотоп, балаларының ҡалаҡтағы өйрәнең бер осо ауыҙҙа, икенсеһе сеүәтә төбөндә булған шыйыҡ елем кеүек тоҙһоҙ ризыҡты ашап бөтөргәнгә тиклем төрлө уйҙарға батып ҡарап торҙо әсәй: “Иртәнсәк ни ашатырмын һеҙгә, ғәзиз балаҡайҙарым... Әгәр мин булмаһам, кем ҡулына ҡарап ҡалырһығыҙ?..” Артабан уйҙарының осона сығырлыҡ хәлдә түгел ине ул. Әсе күҙ йәштәренә буйтым ирек ҡуйып, урындыҡ йөҙлөгөнә ултырып алды ла, әле генә йоҡоға талған балаларын уятмаҫҡа тырышып, күңеле булғансы һығылып иланы ла иланы. Күҙ йәштәре лә сығып бөткәндәй булғас, уйы менән бөгөнгө йыйылышты күңеленән үткәрҙе. Иң башта уны яуапҡа тарттырҙылар. Тағы ла кемдәрҙе икән? Исемлек дәфтәр битен тултырып яҙылғайны бит. Прокурор алдында үҙен бәйһеҙерәк тотто шикелле. Башҡаса булмай ҙа ине шул. “Гитлер ышпионы”, Себер... ун йыл... – был һүҙҙәрҙе юҡҡа ғына әйтмәгәндер һыңар күҙ. Алып китһәләр, балалар менәнме, яңғыҙынмы? Колхозлашыу башланғанда күп балалы ике ғаиләне балалары менән Себергә һөргәйнеләр... Иркут... Черемхово... Бик һыуыҡ икән, тиҙәр ул яҡтарҙы. Беҙҙәгенән дә хәтәрерәк, тиҙәр. Бынауындай селләлә өҫтәрендә күлдәк ярпыһы ғына булған балаларҙы нимәгә төрөп алып китерҙәр икән? Себер һыуығына. Себер китмәгән хәлдә лә балаҡайҙарымды иҫән ҡыш сығарырға өмөт ҡайҙа? Ҡыш буйына ҡомалаҡ орлоғо менән генә йән аҫрап булмаҫ бит... Яҡын-тирәлә ул да бөтһә?.. Ваҡыты ҡайҙа көн һайын урман ҡыҙырырға? Ҡар аҫтында ҡышлаған башаҡҡа көн ҡалырмы? Ул да ярамай. Өс ғаилә, урындыҡ тулып ятып, бер төн эсендә ҡырылды. Улар һыйырһыҙ ине. Һыйырлылар бирешмәне. Атайҙарының “ҡара ҡағыҙ”ы килгән, әсәйҙәре вафат булып, үкһеҙ етем ҡалған балаларҙы ҡайҙалыр асылған балалар йортона урынлаштыралар, имеш, тигән хәбәр бар. Ауылдағы ике өйҙән дүртәр баланы шулай алып киттеләр. Өйҙәре асыҡ тороп ҡалды, йоҙаҡ та элмәнеләр. Ҡаҡ урындыҡтан башҡа юғалырлыҡ бер ни ҙә булмаған шул. Тик ул ташландыҡ өйҙәр буш тотолманы – һуғыш барған яҡтан килгәндәрҙе урынлаштырҙылар. Балаҡайҙарын аслыҡ үлеменән йолоп алып ҡалыу юлы бер генә – уларҙы нисек тә “үкһеҙ етем” итеү... Тик нисек?.. Башты боғалаҡҡа тығырғамы? Ярамай. Изге китап морҙар үлемде хәрәмгә тиңләй. Тик нисек?..
Нисек?.. Нисек? Берҙән-бер юл ҡала – өйҙө бикләмәйенсә, яңғыҙ башыңды ҡайҙалыр олаҡтырырға. Берәү ҙә белмәһен дә, күрмәһен дә. Балаҡайҙарының асығыуҙан әсәйҙе таптырып илауын күрше-тирәләгеләр ишетер, өйгә инерҙәр. Ашатып торорҙар. Бер-ике көндән әсәй табылмағас, силсәүиткә барып белдерерҙәр. Унан инде балалар йортона... Шулай ғына иҫән ҡалыр балаҡайҙары. Нәҫел-нәсәбендә булмаған бындай тәүәккәллекте ҡорғанда нисә туҫтаҡ күҙ йәшен һыҡты икән әсә булған кеше...
Ошондай ҡарарға килгәс кенә урынынан ҡуҙғалды Зөлҡәғиҙә. Шул тиклем дә тетрәнеүҙәрҙән йоҡоһо осҡайны. Юлға әҙерләнергә кәрәк. балаларҙы йылыраҡ өйҙә ҡалдырып китеү ниәтенән булған ғына һуңғы утынды мейескә яҡты. Малайҙары уянғас та, исмаһам, йылы һыу эсерҙәр тип, суйынға һыу тултырып, ут алдына ҡуйҙы. Икенсе әҙерлек – нисек тә ыштан йүнәтеп алыу ине. Селләнең иң һыуыҡ көндәрендә прокурорға күрһәткән хәлдә билдәһеҙ оҙон юлға сығып китә алмай ине. Күп уйлана торғас, рәте лә табылды. Соланда етмеш кило һыйҙырмалы ике тоҡ бар ине. Өлкәнәйә барған булһа ла, ҡарты Заһиҙулла бик таҙа ине – етмеш килолы ашлыҡты тегеләй ҙә былай бик еңел йөрөттө. Шул тоҡтарҙың береһен ыштандың өҫ яғы, икенсе тоҡто, икегә ярып, балаҡтар итеп тегергә булды. Ауылдан сығып китергә әҙәм аяғы һил саҡта ниәтләгәйне. Ҡорған ишаратын тартып, шәреҡҡә ҡараны. Сулпан ҡалҡмағайны әле. Иртәрәк. Сыра яндырып, балаларының йөҙөнә баҡты. Ана улар, алтынҡайҙары, һап-һары бәпкәләр кеүек, бер-береһенә һыйынышып ятып, мыш-мыш килеп йоҡлай. Бер аҙ серем итеп алырға ла ваҡыт бар. Был ауылда, бәлки, һуңғы тапҡырҙыр ғәзиз балаҡайҙарының көндәгесә араларына ятып, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап яратҡыһы килде. Айнурын, йоҡоһон бүлмәҫкә тырышып, ипләп кенә үҙенәрәк шылдырҙы ла араларына ятты. Маллы бай түгел, уллы бай тигән булып, һәр ҡайһыһын маңлайынан, битенән үбеп, сәсенән һыйпап, арҡаһынан иркә генә һөйөп яратты. Ғәзиздәре йоҡо аралаш әсәйҙәренә нығыраҡ һыйынды.
АҠЪЮЛ.
(Дауамы. Башы 17, 18-се һандарҙа).