15.05.2015 “Саҡ-саҡ ҡала йәнем өҙөлмәй, Ышаныстың уты һүрелмәй...”
Франгизә Илбәкова Салауат районының Юлай ауылында тыуған.
Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында актерҙар бүлеген тамамлай, Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамблендә нәфис һүҙ оҫтаһы, аҙаҡ «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында режиссер булып эшләй. Бала саҡтан шиғырҙар яҙыу менән мауыға. Уның һүҙҙәренә бик күп йыр ижад ителгән.
Йөрәк йырым
Тормош-даръяла
Ашҡынып йөҙәм,
Яҙам яҙмышты
Сихри моң-көйҙән!
Нурҙарға мансып
Күңел-ынйымды,
Таратам ерҙә
Йөрәк йырымды.
Яҡты моң-ауаз –
Йәнем балҡышы,
Ҡото ғүмеремдең –
Донъя алҡышы.
* * *
Төрлө сағы була күңелемдең,
Берсә илап-һыҡтап бойоға,
Йәки көлә, йәки хәсрәтләнә,
Берсә иркә нурға ҡойона.
Меңәрләгән күңел ҡылдарым
бит
Һинең күңелеңә бәйләнгән.
Йәшәү ҡуҙҙарын тик һинән алам,
Барлыҡ донъям һиңә әйләнгән!
Ихлас ҡына йылы һүҙең етә,
Булған һағыштарым тарала.
Һалҡыныраҡ бер ҡарашың етә –
Нурҙан ҡара болот ярала.
Зәңгәр күктәй аяҙ йөҙкәйеңдә
Наҙлы һөйөү балҡыған саҡта
Бер күләгә, киҫәк болот ҡалмай,
Әйләнәм мин яҡты ҡояшҡа!
Мәңге янып, мәңге
яҡтыртырмын,
Һүндермәсе мине!
Ышаныстың
уты һүрелмәй...
Яҡындағы – ялҡын, алыҫ –
һалҡын,
Шикләнеүҙәр – яфа, йән зары...
Йырғанаҡтар һалып йөрәгемә
Яуып-аға уйҙар ямғыры...
Саҡ-саҡ ҡала йәнем өҙөлмәй,
Ышаныстың уты һүрелмәй...
Юлдарыма дуҫтар ағыу һибә,
Имеш, һүнә һөйөү алыҫта...
Төштәремдә боҙло диңгеҙҙәрҙе
Ярып йөҙәм һинең тарафҡа.
Ышаныстың уты һүрелмәй!
Саҡ-саҡ ҡала йәнем өҙөлмәй...
Һөйөүеңде белеп китәм
Илар йәшем күҙҙәремдә көйгән
инде,
Тойғо-хисем күңелемдә үлгән
инде...
Үкенеүһеҙ, әрнеүҙәрһеҙ китәм
һинән,
Һүҙһеҙ генә, ғорур башым
күтәрәм дә!
Тик һин тынғы табалмаҫһың,
Бәхетле лә булалмаҫһың!
Саҡырырһың, ялбарырһың,
Тик мин кире боролмаҫмын!
Йөрәгеңдең һыҡрауына түҙә
алмаһаң,
Табын ҡороп, дуҫтар йыйып
типтерерһең.
Кемдер берәү мөхәббәт
тә тәҡдим итер
Тик шул ваҡыт күҙ алдыңа мин
килермен!
Үкенестәр ауыр таштай
Тәкәббер һыныңды баҫыр,
Йәш белмәгән күҙҙәреңде
Әсе хәтер бер сылатыр...
Алдарымда ни көткәнен
белмәйем, тик
Һинһеҙ ҡалған яҙмышымды
ҡабул итәм.
Ялған ғорурлығың йәшерһә лә,
Наҙҙар тулы һөйөүеңде белеп
китәм!..
Яңғыҙлыҡтан шашыр сиктә
“Кисер”, – тип бер килерһең.
Аҙап ҡалған күңелемә
Шатлыҡмы микән килтерерһең,
Бәхетме һуң килтерерһең?!.
Каруанһарай
Ҡырыҫ далала нәфис манара,
Көмөш энәлә балҡый ярым ай!
Изге мәсете – аҡ тирмә төҫө,
Гүзәл ҡомартҡы Каруанһарай!
Ата-бабамдың тамға-биҙәге
Нигеҙ ташында уйылып ҡалған,
Аҙан тауышы, Ҡөрьән сүрәһе
Быуаттар аша саҡыра һаман!
Изге ниәттә ишегең асам,
Бабам рухына ҡуям таҡтаташ,
Гөлдәр сәсермен тергеҙеп
баҡсаң,
Киләсәктә лә бул һин туҡталҡам!
Дала биҙәге – Каруанһарай,
Юлсы төйәге – Каруанһарай,
Рухым терәге – Каруанһарай,
Халҡым йөрәге – Каруанһарай.
Йырҙарым
Сәхнәләрҙә тоҡанды ут,
Туҡтарға инде хаҡым юҡ.
Буйһоноп моң ағымына,
Тағы сығам алдығыҙға.
Етәкләй моң сәхнәләргә,
Күңелде биләй, әүрәтә.
Хистәремде болоҡһотоп,
Ағыла моң күкрәгемдән...
Йырҙарым – шатлыҡ йә һағыш,
Бәхетле йә әсе яҙмыш.
Үҙ тормошом йырҙар ҡатыш,
Шат көлөүҙә – йәш тамсыһы!..
Ҡурайсыға
Моңдан сәсәп уйнай егет
Халыҡ улы булған өсөн,
Халҡы моңон, сәмен, дәртен
Күңелендә тойған өсөн.
Ярһып-ярһып талпыныуы
Дала ҡошо күк шоңҡарҙан,
Йөрәгенең елкенеүе
Сарсап сапҡан күк толпарҙан.
Ҡая таштай ҡолас ташлай,
Сая ҡараш күкте урай!
Таштар сәсрәр сапсығанда
Дәртле көйгә сәмле ҡурай.
Йөрәгендә донъя ғәме,
Тормош йәме – күңелендә,
Дәртле егет моңда елә
Ғүмеренең үрҙәренә!
Үлем ҡурҡыныс түгел...
Үлем ҡурҡыныс түгелдер,
Ғибәҙәтһеҙ китеү аяныс.
Бәндә тәнен ташлап осҡан йәнгә
Ғибәҙәттәр генә таяныс.
Ауыр тартһа ҡылған изгелеге,
Үтәлһә бар фарыз ғәмәле,
Кеселекле булһа кешеләргә,
Зекер итһә Аллаһы Тәғәләне,
Иман нуры ғына яҡтырталыр
Әхирәткә күсер юлдарын.
Алтын йомғаҡ булып осҡан
мәлдә
Йәне, урап ғүмер йылдарын.
Хәүеф-хәтәр, ҡурҡыныс та юҡтыр
Ожмахтарға табан ашыҡҡанда,
Ҡәҙер-хөрмәт, ғөсөл күргән тәне
Аҡ кәфенгә төрөнөп юл
сыҡҡанда.
...Йәшәүенә ҡарап – үлеме бит...
Ҡурҡыныстыр изгелекһеҙ йәнгә,
Гонаһ тейәп, «Лә иләһ...»һеҙ
сығып
Ҡараңғылыҡҡа юл башлаған
мәлдә...