15.05.2015 ӘҘӘБИӘТ – РУХИ ҠЕҮӘТ
Һүҙ сәнғәте, туған тел, әҙәбиәт... Һәр милләттең рухи асылын, мәҙәнилеген билдәләгән әхлаҡи ҡиммәттәр. Үҙ телеңдә иркен аралашып, тарихи тамырҙарың менән ғорурланып, киләсәгең өсөн борсолоп, уның үҫешенә үҙ өлөшөңдө индерергә тырышҡанда ғына милләтте, телде һаҡлап ҡалырға мөмкин. Был йәһәттән 2015 йылдың Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүе бик әһәмиәтле булды. Ташбулат ауылы мәктәбендә “Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт” тип исемләнгән бик матур әҙәби сара ойошторолдо. Йәш быуын менән осрашыуға ашҡынып килгән “Йәйғор” әҙәби берекмәһе ағзаларын мәктәп уҡыусылары моңло йырҙары менән сәләмләне.
“Йәйғор” әҙәби берекмәһе рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Зөлфирә Ҡарағужина, уҡыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы Әҙәбиәт йылы менән тәбрикләп:
– Заман технологияларына күсеп, китапты ла электрон вариантта уҡый алыу мөмкинлеге булғанда, бөгөнгө осрашыу бик әһәмиәтле. Сөнки йәнле аралашыу бәхетенә эйәбеҙ. Бына әлеге балаларҙың сығышын ҡарап, ҡыуанып ултырҙыҡ, сөнки улар – үҙҙәре рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға ҙур өлөш индереп, халыҡҡа күңел байлығы бүләк итеүселәр, – тине һәм килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы.
Зөлфирә Фәрит ҡыҙы белдереүенсә, әҙәби берекмәлә 40-тан ашыу ағза иҫәпләнә, улар араһында Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзалары, китап авторҙары, ваҡытлы матбуғатта сығыш яһаған башлап ижад итеүселәр ҙә бар.
“Ҡуңыр буға” ижад берекмәһе рәйесе Хәҙис Ниғмәтуллин тантаналы рәүештә Зөлфирә Ҡарағужинаны “Йәйғор” әҙәби берекмәһе рәйесе итеп тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, бүләк тапшырҙы. Ташбулат мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эшенең бик яҡшы, етди алып барылыуын, күп уҡыусының бөгөн юғары урындарҙа эшләп, дан ҡаҙаныуын билдәләне, ижади уҡыусыларҙы әүҙем яҙышырға саҡырҙы, шиғри күстәнәсен дә өләште.
Артабан һүҙ “Сер йомғағын сисеүем” китабы авторы, Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия лауреаты Мәҙинә Йәғәфәроваға бирелде.
– Магнитогорск ҡалаһының яҡында урынлашып, һеҙҙең мөхиткә ҙур йоғонто яһауына ҡарамаҫтан, саф башҡортса аралашҡан, рухлы башҡорт йыр-бейеүҙәрен башҡарған балалар менән һоҡланып ултырам. Быйыл Өфөләге лицей-мәктәптәрҙә осрашыуҙар булды, үҙебеҙҙең шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә итеп, рус теле аша башҡортлоғобоҙ менән таныштырып ҡайттыҡ. Ә һеҙ үҙ телегеҙҙә һөйләшә, сығыш яһай алыуығыҙ менән бәхетле, – тине ул.
Тамашасылар проза, публицистика, сатира-юмор оҫтаһы, шулай уҡ кескәй балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеүсе авторҙың тормошо, ижады менән танышып, бик күп шиғырын тыңлап кинәнде.
Матбуғат биттәрендә әүҙем яҙышҡан хикмәтле хәрефтәр оҫтаһы Филүрә Моратшина, Ташбулатҡа килгәс, “т” хәрефенә яҙылған хикәйәһе менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Әҙәби берекмә сәркәтибе, “Яҙмыштар” поэмалар китабы авторы Айһылыу Хәсәнова менән дә яҡындан танышыу бәхете тейҙе.
Таһир Күсимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Йәш көстәр”, “Һүҙ һорайым”, “Нимә бейек?” китаптары авторы Зөһрә Кашапованың сығышы ла көслө алҡыштарға күмелде. Ул үҙенең уҡыусыһы Альбина Сәйәхова менән килгәйне. 8-се класта белем алыусы ҡыҙ ҡулына думбыра алып, “Ялсығол”, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” кеүек рухлы йыр-моңдары менән һоҡландырҙы.
Уҡыусылар шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып, ошоғаса тик гәзит-журнал, китаптар аша уҡып белгән яҡташтары менән күҙгә-күҙ ҡарашып, ихлас аралашыу бәхетенә эйә булды. Һәр яҙыусының сәхнәнән тороп әйткән изге теләктәре, фәһемле кәңәштәре уларҙың күңеленә үтеп ингәндер. Әүҙем уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, Зөлфирә Фәрит ҡыҙы “Ҡырҡты” шиғыры менән рухландырҙы.
Сараны йомғаҡлап, мәктәп директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ә. Мортазина ҡунаҡтарға рәхмәтен белдерҙе, “һаулыҡ” аҙналығы сиктәрендә балаларға матур теләктәр яңғыраны. Әҙәби берекмә ағзалары кәңәш ҡороп, ағымдағы йылға эш планын билдәләне, данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың яҡты иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына ҡарата районда уның исемендәге премия булдырыу тәҡдимен күтәреп сыҡты.
Әҙәбиәт йылы рухи ҡеүәт булып ҡәләм тибрәлтеүселәрҙе яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә илһамландырһын, лайыҡлылар ҙур уңыш ҡаҙанһын.
Хәлиҙә БАЯЗИТОВА.
Әбйәлил районы.