«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Изге һыу мажараһы



01.05.2015 Изге һыу мажараһы

Изге һыу мажараһыПравославие динен тотоусылар Керәшен көнөн байрам иткәндә йортҡа изге һыу алып ҡайтыу, крандан ағып торған һыуҙы тултырып ҡуйыу изге йола һанала. Бәғзеләр хатта махсус урындарҙа, мәкелә һыу инергә лә батырсылыҡ итә. Сөнки был ваҡытта һыу инеү элек-электән кеше организмы өсөн бик файҙалы тип һаналһа, алынған һыу йылдар буйына иҫкермәй, төрлө сирҙәрҙән дауалай. Был феномен ғалимдар тарафынан бик күптән иҫбатланған. Баҡтиһәң, Керәшен төнөндәге һыу ябай һыуҙан юғары энергетикаһы менән айырыла икән. Сөнки уға был ваҡытта планета-ара магнит ҡыры тәьҫир итә, тигән фекерҙә ғалимдар.
Был төндә изге һыу алыу мосолман ҡәрҙәштәребеҙ араһында ла киң таралған. Беҙҙең ғаиләлә лә һыу алып ҡайтыу үҙенә күрә бер йолаға әйләнде. Ошоға бәйле быйыл булып үткән хәлде һеҙгә лә бәйән итмәксемен.
18-нән 19 ғинуарға ҡарай киске аштан һуң ҡатын менән ваҡ-төйәк тураһында һөйләшә-һөйләшә сәй эскәс, һыу алырға барырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Алдан уҡ, һыу алғанда һөйләшмәҫкә, артҡа әйләнеп ҡарамаҫҡа, тип килешеп ҡуйҙыҡ. Сәйҙән һуң, әле ваҡыт бар тип, бер аҙ серем итергә булдым. Төн еткәс, әбейем: «Әйҙә тор, киттек», – тип уятты. Кейенеп алып, аяҡҡа калушлы сүсинкәне эләктереп, йылғаға ҡарай юл тоттоҡ. Күпер төбөндәге мәкегә килеп етеп, өс литрлыҡ банкаларға һыу тултырып алып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағанда, көтмәгәндә бер аяғым һыуға төштө. Мин ҡасан калушҡа тулған һыу менән булышҡансы әбейем егерме метр самаһы алдан китте. Банка­ла­рым­ды күтәреп артынан ҡайтырға сыҡтым. Бер мәл артымдан шағыр-шоғор эйәреп кемдер килә башланы. Әйләнеп ҡарарға ярамай бит инде. Мин туҡтаһам, ул да туҡтай, атлаһам, ул да эйәрә. Тәүҙә бер аҙ шөрләтһә лә, теге һаман ҡалмағас, ҡот бер мәл табанға төштө бит әй. Башҡа төрлө уйҙар килә. Христиан­дарҙың байрамында һыу алып йөрөгәс, әллә Хоҙай Тәғәлә асыуланып, арттан шайтандар ебәрҙеме икән, ҡара төндә тыныслыҡ боҙоп йөрөйһөгөҙ тип, һыу эйәһе арттан сыҡтымы, әллә берәй ен-бәрей өйгә эйәреп ҡайтырға булдымы икән тип башҡа ниндәй генә уйҙар килмәне. Ахыр сиктә, ни булһа ла булыр тип, бисмилланы уҡый-уҡый, йән-көскә тороп йүгерҙем. Алдан китеп барған әбейемдең эргәһенән нисек уҙып киткәнемде лә, шыр тиргә батып ҡайтып еткәнемде лә һиҙмәй ҡалдым. Түҙемһеҙләнеп әбейемдең ҡайтҡанын көтәм хәҙер. Ярты сәғәт ваҡыт үтте, ә ул һаман юҡ та юҡ. Һыу ҡайғыһы китте, теге нәмә әбейемде һыуға алып барып батырҙымы икән, тип тә уйлайым. Нимә эшләргә лә белмәй, аптырап, күршеләргә шылтыратырға булдым. Уйым – күршенең малайҙарын эйәртеп, әбейемде эҙләп сығырға. Күрше ҡатын, һәр ваҡыттағыса, нимәгә, ни өсөн, тип төпсөшә торған. Уға, малайҙарыңды беҙгә ебәр әле, компьютер әпәт тупить итә, ҡарап бирһендәрсе әле, тип хәйләләштем. Күрше, төн уртаһында ниндәй компьютер тағы, тиһә лә, бергә армияла хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәрем менән аралашып ултыра инем, интернет юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы, ҡарап бирһендәр инде, тип күндерҙем. Бер аҙҙан малайҙар ҙа килеп инде. «Йылғаға һыуға тип барған инек, арттан әллә нимә эйәр­ҙе, әллә шул инәйегеҙҙе алып ҡалды инде, һаман ҡайтмай, әйҙә ҡарап киләйек», – тип кейенә башланым. Өсәүләшеп барһаҡ, теге нәмәнең кәрәген бирербеҙ тип уйлап, аш-һыу бүлмәһендә эленеп торған уҡлауҙы ла бер юлы эләктер­ҙем. Теге малайҙар: «Олатай, уҡлау һиңә нимәгә?» – тип шырҡ-шырҡ көлгән була. Былар, олатай әллә алйый башлаған, тип уйламаһын өсөн: «Әй, кисә ҡолап аяҡты ауырттырғайным», – тип хәйләләштем.
Өсәүләп баяғы урынға барһаҡ, берәү ҙә күренмәй. Ҡысҡырып эҙләп тә ҡарайбыҙ. Әбейем зым-зыя юҡҡа сыҡҡан. Бәлки, өҫкө урам яғынан урап ҡайтҡандыр тип, кире өйгә инһәм, өйҙә лә юҡ. Участко­выйға шылтыратһаң, үҙемдән күреп ҡуйырмы икән? Етмәһә, кеше аптыратып уҡлау тотоп йөрөнөм. Нимә эшләргә лә белмәй, тамам ҡайғыға баттым. Хәҙер унһыҙ нисек йәшәрмен инде, ни тиһәң дә, бергә көңгөр-ҡаңғыр итеп икәүләп йәшәү­ҙәргә ни етә. Етмәһә, кредиттарҙы нисек яңғыҙыма түләп бөтөрөргә, тип аптырап ултырғанда урам башында йәшәгән бер туған һеңлем шылтыратып: «Ағай, еңгәм ҡайҙа ул?» – тип һораны. «Белмәйем, үҙем уны юғалтып, ҡайғырып ултырам», – тиһәм: «Беҙгә кил, үҙең этеп-төртөп йүгереп ҡасҡанһың да, еңгәм аяғын ҡаймыҡтырып, саҡ беҙгә килеп инде», – тип трубканы һалып ҡуйҙы. Тиҙ генә машинамды тоҡандырып килеп етһәм, ишек төбөндә аяғымдан төшөп ҡалған бер калушым тора. Ә өйҙә әбейем тирләп-бешеп сәй эсеп ултыра. Ҡыуаныстан, шатлығымдан илап ебәрҙем хатта: «Ҡайҙа булдың, мин һине юғалтып бөттөм». Әбейем, асыуланып: «Үҙең бит ҡарға этеп йығып, күҙеңә аҡ-ҡара күрмәй тороп саптың. Артыңдан бер калушың ғына ятып ҡалды. Торайым тиһәм, аяғым ҡаймыҡҡан, көс-хәл менән Фәймәләргә саҡ килеп еттем», – тип һөйләп бирҙе. Баҡтиһәң, калушыма һыу тулып, шул шапылдаған икән. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй, миңә кемдер арттан баҫтырған һымаҡ тойолған. Хәҙер ул төндәге мажараны көлә-көлә һөйләргә генә ҡалды.

Нуриман БИЛАЛОВ.
Хәйбулла районы,
Әбүбәкер ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға