01.05.2015 «Атай – ботаҡ, мин – япраҡ»
Ауылда Бәхтиәргә ни эшләптер олоһо ла, кесеһе лә «ботаҡ»тан һалдырып өндәшә. Әллә бәләкәйҙән оҙон, ҡаҡса буйлы булғанға шул ҡушамат йәбешеп ҡалдымы, әллә туғайҙан гел уның ғына сытыр-мытыр ташып йөрөгәне күҙгә салынғанғамы, белмәҫһең.
Бәхтиәр өйләнде, берәм-берәм балалары тыуҙы. Тыуған береһе «ботаҡ» балалары булып, урам тултырып йөрөй бирҙе. Бер заман иң кесе малайы атаһы янына барып: «Атай, атай, әйт әле, һин ботаҡ булғас, мин япраҡ буламмы ул?» – тип, күптән күңелен өйкәп йөрөгән һорауын биреп ҡуйған, ти.
Әлиә БУЛАТОВА-ӘМИРОВА.
Мәләүез районы.