«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Өҙгөләнмә әле, йөрәк



18.04.2015 Өҙгөләнмә әле, йөрәк

Өҙгөләнмә, йөрәк, өҙгөләнмә,
Әрнемәсе яҙғы таңдарҙа.
Үткән йылдар бер ҙә кире ҡайтмай,
Һағынып та ҡала янырға.

Йәшлек уҙған, ауырлығы туҙған,
Ғүмерҙәрҙе һиҙмәй уҙғанбыҙ.
Тик ҡартаймай күңел, йәш ул һаман,
Сырыш һалып, йөҙгә туҙғанбыҙ.

Йәшлек ҡала, ҡартлыҡ йәнәш килә,
Ғүмерҙәрҙе һанап, ҡыҫҡартып.
Их, бер ҡайтһаң ине йәш ваҡытҡа,
Килһәң ине хисте бушатып.

Әнисә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға