«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һөйөү менән тула был донъя



18.04.2015 Һөйөү менән тула был донъя

Болан туҡып үткән һуҡмаҡтарҙан
Ағыла йәм, киләм тын ғына.
Иләҫлеге сикһеҙ урмандарҙың
Күңелемә ҡоя моң ғына.

Һоҡланамын ап-аҡ сәскәләргә,
Ҡолаҡ һалам кәкүк моңона.
Түңәрәккәй күлдең томбойоғо,
Яңғырайһың гелән йырымда.

Туғайҙарҙы гиҙәм – нурҙар кисәм,
Һөйөү менән тулы был донъя.
Шифалыһын йыям үләндәрҙең,
Уҡый-уҡый төрлө доға.

Ҡолас етмәҫ имәндәрҙе ҡосам,
Ярһып үтәм ялан үренә.
Сәхрәләрҙең гүзәл күренеше
Йәшәү дәрте бирә күңелгә.


Зөлфирә САТУЧИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға