«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ



30.11.2010 Үәт, ҡыҙыҡ

Бик күп ваҡыт осрашмаған ике ҡатын осраша. Береһе:
– Шунан, һеҙҙең Инсаф менән теге ваҡыттарҙағы бөтәһен дә шаҡ ҡатырған, көнләштергән мөхәббәтегеҙ нисек?
– Эй, бөтәһе лә үтте.
– Нисек, һеҙ башҡаса осрашмайһығыҙмы ни?
– Осрашабыҙ. Беҙ бит ярты йыл элек өйләнештек.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти йәш кәләш, – һин мине мәңге яратасаҡһыңмы?
– Белмәйем, – ти кейәү, – был һорауыңды һин миңә йөҙ йылдан һуң бирерһең.

* * *
– Илгиз, һин нисек шулай күп көләмәс уйлап сығараһың ул? Мин, мәҫәлән, улай булдыра алмайым.
– Өйлән...
* * *
– Илнур, hин парашют менән нисә тапҡыр hикер­ҙең?
– Бер.
– Бәй, бәй, бында, 15 тапҡыр, тип яҙылған бит.
– Ә-ә, ҡалған 14-ен беҙҙе самолеттан этеп тө­шөргәйнеләр, бәлки, шу­ла­рын да иҫәпләгәндәр­ҙер?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға