«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бәхеткәме өмөт өҙмәүем?!



17.04.2015 Бәхеткәме өмөт өҙмәүем?!

Ярға сығып, төҫ юғалтҡан
таштай,
Бәҫе киткәс моңһоу күңелдең,
Яҡтылары һүнгән
тормошомдан,
Йәнем өҙлөгөүҙән төңөлдөм.

Уңалып та барған яраларҙың
Йәрәхәте йәнә асылды.
Йөрәгемә мең-мең ғазап
өҫтәп,
Хәтер усаҡтары сәселде.

Сабырлығы һынған минут өсөн
Йәшәү хаҡын ҡиммәт түләнем.
Ҡул һуҙымы ҡалғас
упҡындарға,
Тик хыялды аҡҡа биләнем.
Бәхеткәме өмөт өҙмәүем?!

Нәзирә ИШҠОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға