«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Башҡортостаным



17.04.2015 Башҡортостаным

Башҡортостан – тыуған төйәк,
Олатайҙарҙың ере.
Шатлығым һин, ҡыуанысым,
Шиңмәҫ сәскәләр иле.

Ҡаяларың ҡәлғә кеүек,
Урманың ышыҡ миңә.
Бейек тауҙар, йылғаларҙан
Күңелгә илһам инә.

Йырлап аға моңло шишмә,
Сут-сут һайрай һандуғас,
Бөркөт саңҡый зәңгәр күктә,
Ҡыйылып оса ҡарлуғас.

Ситкә китһәм, һағындыра
Тыуған ерем – Ватаным.
Ер йөҙөндә юҡтыр башҡа
Һиндәй, тыуған яҡтарым.

Азалия СӘЙФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға