«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Уҡып рәхәтләнегеҙ



17.04.2015 Уҡып рәхәтләнегеҙ

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Нияз Алсынбаевтың «Йәйге селлә» китабы донъя күрҙе. Унда башҡорт журналисының повес­тары тупланған. һүҙ замандаштарыбыҙ, уларҙың уй-фекерҙәре, эш-ғәмәлдәре тураһында бара.
«Йәйге селлә» повесының төп геройы – Морат Ҡондоҙбаев. Бик талантлы, ярайһы уҡ популяр журналист. Әммә тура һүҙе һәм журналистиканың төп принциптарына тоғро ҡалыуы арҡаһында эштән китергә мәжбүр. Ғаиләһе лә тарҡала, дуҫтарын да юғалта. Ошондай ҡатмарлы мәлдә яҙмыш уға сағыу мөхәббәт бүләк итә...
«Бөркөтсө» мажаралы повесы бөгөнгө башҡорт ауылы, башҡорт йәштәренең еңел булмаған яҙмышы тураһында. Бәләкәй генә ауыл янынан аҡҡан йылғаны быуып, эргәләге ҡала предприятиелары плотина төҙөй башлай. Был ауылды һыу баҫыу менән янай. Мафиоз ойошмалар ҡатнашҡан проектты нисек туҡтатырға? Әлбиттә, халыҡ барлыҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә һөҙөмтәһе булмай. Артабан әҫәрҙә хәл-ваҡиғалар Мәҡсүт исемле бөркөтсө егеттең плотинаны шартлатыуы менән дауам итә. «Бөрйән мажаралары» повесы урман-таулы ошо төбәктә булған төрлө мистик хәлдәр тураһында. Ул еңел тел һәм юмор менән яҙылған, бер сюжет һыҙығына теҙелгән бер нисә хикәйәне үҙ эсенә ала.
Нияз Алсынбаев – радиожурналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы, бер нисә китап авторы. Уның геройҙары ғәҙәти тормошта йәшәй һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә.
Журналист, яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Рәлис Ураҙ­ғоловҡа 50 йәш тулыу уңайлы нәшриәттә сираттағы китабы донъя күрҙе. Был юлы әҙип уҡыусыларға повестан һәм хикәйәләрҙән торған «Эй, ғүмер юлдары...» йыйынтығын тәҡдим итә. Уларҙа башлыса бөгөнгө көнитмешебеҙ сағыла, геройҙары ла – беҙҙе уратып алған кешеләр, беҙҙең замандаштар. Әҫәрҙәре бер тында уҡыла һәм тетрәндергес хәл-ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Улар бөтәһе лә тормоштан алынып, һутлы, бай тел менән яҙылған.
Танылған шағир, прозаик Аҫыл­ғужа Баһумановтың үҙе иҫән сағында төҙөп тапшырған «Бер һыҙылды шырпы» исемле китабына ингән шиғырҙары һәм поэмалары лирик һәм драматик үткерлек, жанр формалары төрлөлөгө менән айырылып тора. Ижадына күҙ һалһаң, уның һүҙгә маһирлығы, телгә байлығы, образлы фекерләү ҡеүәһе киң булыуы сағыла. Китапҡа авторҙың башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, тыуған ил, тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәре, шулай уҡ йырҙары, тәржемәләре, балалар өсөн опера-әкиәт либреттоһы һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарының яҡты иҫтәлегенә арналған «Боҙ киткәндә» поэмаһы ингән.
Нәшриәттә ошо көндәрҙә билдәле яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәре тупланған китаптар ҙа донъя күрҙе. Күренекле шағир, прозаик һәм журналист Рауил Шаммастың «Һайланма әҫәрҙәр»енең беренсе томында 2010 – 2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙары, «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары тупланған. Билдәле драматург, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбайҙың «Һайланма әҫәрҙәр»енең беренсе томына Башҡортостан тарихының әһәмиәтле осорҙарын, шулай уҡ Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һымак күренекле шәхестәр яҙмышын сағылдырған киҫкен сюжетлы драматик пьесалары ингән. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның «Һайланма әҫәр­ҙәр»енең 2-се томында һуңғы ун йылда ижад ителгән поэтик ижад өлгөләре урын алған.

Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға