«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН 2



27.03.2015 ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН 2

Күтәренке телмәрҙәр һөйләнгән, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙар еңеүсе­ләр­ҙе күккә сөйөп маҡтаған, ә актер­ҙар батырлыҡтарға рухландырып һәм донъяға янап һуғышсан йырҙар йырлаған, һәр ауылда һуғышта һәләк булғандар хөрмәтенә бейек стелалар ҡуйылған заман. Туйҙар уйналған һәм кешеләрҙе урлап һатҡан заман. Ҡыҙыҡ яратыу­сыларҙы йыйып, майҙандарҙа кешеләрҙе атып үлтергән заман. Намыҫ менән йәшәргә теләүселәр ҡыйынлыҡтар кисергән заман. Өйҙәренә хужа булыр өсөн яңғыҙаҡ ҡарт-ҡороно үлтергән, мәсеттәрҙә алғы урындарҙы таланғандың бер өлөшөн ҡорбанға килтергән (унан һуң да кешеләр үлтергән һәм урлаған) талаусылар биләгән заман... Был ахырызаман, ысын ахырызаман ине.
Үҙ ризығыңды намыҫ менән эшләп табыу торған һайын ауырлашты. Фәҡирлек, һин үҙең дә, белемең дә тыуған илеңә кәрәк түгеллеген аңлау йөрәкте өшөттө, көн бөтөп, төн тыуғансы, ҡайҙалыр алыҫҡараҡ, ике йөҙлөлөк, кешеләр булмаған ергә, тәбиғәткә китке килде...
Ә төн тыуыу менән өйгә ҡайтыр­ға, ҡапҡаны йоҙаҡларға, тәҙрәләргә ҡорған ҡороп, баш аҫтына ҡорал һалып йоҡларға ятырға кәрәк. Урамда машина геүләүен ишеткән һайын, минең арттан килделәр, тип уйлап, шул ҡоралға тотонорға кәрәк... Төн тынысландырмай, ки­реһенсә, хәүефте көсәйтә генә. Был хәүеф үҙе менән тотош донъяны һәм йөрәгеңде тултырып, сайпылып түгелә, шуға күрә уларҙың береһе – йә ул, йә донъя – шартлар­ға тейеш ине...
Бер ваҡыт Элима уға, китергә кәрәк, беҙ хәҙер икәү генә түгел, ә өсәүбеҙ, тине.
Был хәбәр ысынбарлыҡты – бомбаға тотоуҙарҙы һәм ығы-зығыны ваҡытлыса оноттороп торҙо, ваҡытлыса рух төшөнкөлөгөнән азат итте. Ул үҙе өсөн хәүеф-хәтәр тойоуҙан арынды. Ләкин ҡараңғы төшөр-төшмәҫтән улының (йәки ҡыҙының – мөһим түгел, – был уның бала­һы...) ғүмере өсөн ҡурҡыу хәүефе йөҙҙәрсә тапҡырға артты.
Хәҙер уның һуғыш барған урында ҡалырға хоҡуғы юҡ ине, – кәрәк икән, хатта ер сигенә китәсәк, аҡсаһы юҡ ине, ләкин барыбер китәсәк, йәйәүләп булһа ла...
Ул ауылға күсенде, ләкин хәл унда ла ҡалалағы һымаҡ ине – ауылдың ситен дә, үҙәген дә бомбаға тоталар. Кешеләр һәләк була, көтөүлектәрҙә малдар һәләк була. Малдар күберәк һәләк була, кешеләр – әҙерәк...
Ашмиҙың, яҡындарын алып, был яҡтарҙан тиҙерәк киткеһе килде (яҡындары араһында әле донъяға килмәгән сабый ҙа бар, был хаҡта ул үҙе һәм Элима ғына белә ине...)
Китергә ниәтләүселәр ун ике кеше булып сыҡты. Үҙҙәре менән алған әйберҙәрҙе машинаға тейәп, Ингушетия сиге тарафына юлландылар.
Уларҙан алда ла, артта ла машиналар бара, өҫтәрендә самолеттар өйрөлә. Юл ситтәренә ракеталар­ҙан атып, юлсыларҙы даими бомбаға тоталар. Самолеттар күренеү менән, уларҙан ике машина алда “уазик”та барған йәш кеше, һикереп төшөп, камераһын юғарыға төбәй ҙә, видео төшөрә башлай.
Бер ҡарт, машинанан һонолоп: “Егет, туҡта, төшөрөргә кәрәкмәй”, – тип ҡысҡырҙы. Ләкин тегеһе тыңламаны. Самолеттар тағы ла күренде, егет тағы ла машинанан һикер­ҙе. Шау-шыу, шартлауҙар, ут-ялҡын – һуңынан ыңғырашыуҙар, тауыштар, илаш... Баҡтиһәң, самолеттар ракеталар ебәргән икән. Камераға төшөрөүсе лә, уны төшөрмәҫкә өндәүсе ҡарт та – барыһы ла һәләк булды, бөтәһе ун туғыҙ кеше. Машиналар янды. Уларҙың машинаһына ракета теймәне. Хоҙай һаҡланы...
Сик аша ебәрмәй, өс көн тотҡан кешеләрҙе, ниһайәт, үткәрҙеләр. Ашми әкиәттәге аждаһаны хәтеренә төшөрҙө. Ул шишмә янында йомғаҡтай уралып ятып, үҙенә ҡорбанға берәй ҡыҙ йәки егетте бирмәй тороп, бер кемде лә һыуға үткәрмәгән.
Ә уларҙың юлын быуған аждаһаның тамағы тиҙ генә туйманы, ун туғыҙ кешене йотто...
Автобус туҡтаны. Кешеләр сыға башланы... Илаған ҡатын, күҙ йәштәрен һөртөп, балаһын күкрәгенә ҡыҫып, сығырға йыйынды.
Эйе, һуғыштан ҡасып, һуңғы тапҡыр улар ошонда, ошо автостанцияла туҡталғайны. Ҡараңғы төштө, һалҡынайтты. Ашми Грозныйҙан Бувайсар исемле чечен менән осрашты. Ул, ике бүлмә ялланым, ин, урын тар булһа ла, төндө үткәреп ебәрербеҙ, ә иртәгә берәй нәмә уйлап табырбыҙ, тине. Улар ун ике кеше ине, ә унда – тағы ла алтау... Ике бүлмәлә – ун һигеҙ кеше... Төн ауыр үтте, бигерәк тә Элима ыҙаланды. Уға һауа етмәне. Ул бер нисә тапҡыр урамға сығып, ныҡлап өшөй башлағас ҡына инде.
Автостанция аша иртәнгә тиклем машиналар үтте, ҡасаҡтар тауышы ишетелде, шау-шыу баҫылманы, балалар илашты...
Ҡасаҡтар иҫке покрышкаларҙы яндырҙы, усаҡ янында йылынып, урамда ҡунды.
Яҡтырғас, Ашми бәләкәй ҡала буйлап сығып китте һәм һәр ихатала, фатирға индермәйһегеҙме, тип белеште... Ләкин, хужаларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә йорттар ҙа ҡасаҡтар менән туп-тулы ине. Ике тапҡыр, индерәбеҙ, әммә хаҡы йөҙ долларҙан да кәм түгел, тинеләр.
Ҡараңғы төшә башлағас ҡына әйләнеп ҡайтты. Күп йөрөүҙән аяҡтары һыҙланы. Элимаға күҙҙәрен күтәреп ҡарай алманы.
– Мин торлаҡ таба алманым, – тине ул, ҡарашын иҙәнгә төбәп.
Бүлмәлә ғәҙәти булмаған тынлыҡ урынлашты. Был тынлыҡ уны күрә алмау хисе менән тулғайны. Унан береһе лә ҡәнәғәт түгел ине: Бувайсарҙың туған-тыумасаһы ла – килеп уларҙың тормошон ҡатмарландырған өсөн, уның менән бергә килеүселәр – уларҙы был йорттан алып китмәгән һәм һыйыныр урын тапмаған өсөн.
Ләкин ул нимә эшләй ала ине һуң? Ошолай килеп сығырын белһә, өйҙә генә ҡалыр ине...
Ауыр тынлыҡты Бувайсар боҙҙо:
– Борсолма, бында торлаҡ табыуы еңел түгел. Иртәгә бергәләп эҙләрбеҙ...
Иртәгәһен кисәге хәл ҡабатланды – ул, эт кеүек арып, кискә тиклем һоранып йөрөнө... Өсөнсө көндө гәзиттә бергә эшләгән Макшәрипте осратты. Макшәрип ошо ҡаланан ине, ярҙамлашыр... Ашми уның еңенән эләктереп алды:
– Таныманым... Бай булырһың әле, – тине Макшәрип.
– Мине хәҙер танымаҫһың да... Күрешмәгәнебеҙгә ярты йыл бит...
Макшәриптең эштәре уныҡына ҡарағанда ла хөртөрәк икән. Бында торлаҡ табыу мөмкин түгел, бәлки, Владикавказ йәки Нальчикка китергәлер, тине ул.
Был көндө Бувайсар ҙа бер нәмә лә тапманы. Дүртенсе көндө, ишек алдына сыҡҡас, Ашми ишетте:
– Һин ни һөйләйһең? – тине Бувайсар ҡатынына. – Һин минең был кешеләргә, сығып китегеҙ, тип әйтеүемде теләйһеңме?
– Әйтмәһәң, беҙ бында тонсоғоп үләсәкбеҙ... Кешеләр палаткалар­ҙа, вагондарҙа йәшәй ҙә баһа, улар ҙа шунда урынлашһын.
– Саҡ ҡына түҙ! Саҡ ҡына... – Бувайсар уны тыйҙы.
Тауыштар өйҙән ишетелде, Ашми күҙгә салынмаҫҡа тырышып, йорт ситенән үтеп, әкрен генә урамға сыҡты ла тағы ла бәләкәй ҡала буйлап йөрөргә тотондо. Урамда берәм-һәрәм осраған кешеләр уға ҡараш ташлағанда, ул битендәге йәшен һөрттө... Йәш тамсылары яңаҡтары буйлап уның ихтыярынан тыш тәгәрәне. Улар әлеге ҡарҙай яуҙы...
Ашми ул кистә ҡала буйлап оҙаҡ әйләнеп йөрөнө... Торлаҡҡа оҡшаш нәмә тапты. Уға, буржуйка ҡуясаҡбыҙ, иртәгә үк күсенә алаһығыҙ, тинеләр.
Ҡараңғы төшкәс өйгә ҡайтты. Бувайсар уны ишек алдында көтөп тора ине.
– Ҡатыныңдың хәле насарланды, уны дауаханаға алып киттеләр, – тине ул...
...Ашмиҙың уйҙарын ҡатын-ҡыҙ тауышы бүлдерҙе.
Ул автобуста тәҙрә янында илаған ҡатын ине. Әле, туҡталышта, ҡарҙа һәм ҡуйы ҡараңғылыҡта уларҙан башҡа бер кем дә күренмәне.
– Һин, нимә, миңә өндәштеңме әллә?
– Бер нисә тапҡыр инде.
– Мин үҙ уйҙарыма батып бер нәмә лә ишетмәнем.
– Бында Горький урамы ҡайҙа икән, белмәйһеңме?
– Беләм, әлбиттә. Мин бында йәйәүләп бөтә урамдарҙы йөрөп сыҡтым. Һиңә нисәнсе йорт кәрәк?.. Эйе, ул анау яҡта. Әйҙә, мин һине оҙатып ҡуям. Мин бер ҡайҙа ла ашыҡмайым. Исемең кем? Падам? Ярар, Падам. Ә мин – Ашми. Сумкаңды миңә бир... Мин һине оҙатам, миңә эйәр... Юл яҡын түгел.
Ә мин атлай-атлай артабан хәтерләрмен... Аҙағына ҡәҙәр уйлап бөтөрмәһәң, уй баҫа... Мин уйланырмын... Хәтирәләр ауыр. Һинең күҙҙәрең мине үткәндәргә ҡайтар­ҙы, Падам. Ә хәҙер, теләһәң – тыңла, теләмәһәң – тыңлама. Мин тағы ла теге көндәргә, ямғырлы, һалҡын көҙгө көндәргә кире китәм...
Мин дауаханаға ташландым. Табип былай тине: “Бала әсәһенең ҡарынында үлгән. Бер нисә көн элек үк. Ҡатыныңдың ҡаны ағыулан­ған... Ашығыс операция... Бик күп ҡан кәрәк... Ауырыуға ебәреү өсөн... Ҡан... Бик күп ҡан...” Мин ҡан тапшырҙым. Бувайсар ҙа, Чечняның бик күп ҡасаҡтары ла... Чечендар бик күп ҡан тапшырҙы. Ҡан, ҡан... Ләкин ул Элиманы ҡотҡара алманы...
Үлер алдынан ул мине саҡырып алды. “Мин һине күрмәйем, ләкин тоям, – тине ул. – Һин минең өсөн ул ҡәҙәр бөтөрөнмә... Ләкин онотма... Яңғыҙың ҡалма, өйлән...”
Уны ошонда уҡ зыяратта ерләнек – мәйетен тыуған еренә алып барырға бер кем дә батырсылыҡ итмәне... Бер таксист: “Өйҙәрендә унан башҡа ла үлеүселәр етерлек, ерләп өлгөрә алмайҙар...” – тине. Мин үпкәләмәнем... Ҡайҙа ерләһәләр ҙә барыбер түгелме ни... Хоҙай яралт­ҡан бер ер бит...
Һин мине тыңлайһыңмы, Падам? Ишетеп бөтмәйем, тиһеңме? Йә, ярай, мин үҙемә һөйләйем...
...Минең үлгем килде. Минең бөтәһен дә – ошо һуғышты башлаусыларҙы ла, ҡорал уйлап табыусыларҙы ла, уны кешеләргә тоҫҡарға бойороҡ биреүселәрҙе лә, һуғы­шыу­сыларҙы ашатыусыларҙы һәм уларҙы маҡтаусыларҙы ла, дәүләт төҙөүҙе уйлап табыусыларҙы ла, майҙандарҙа сығыш яһаусыларҙы ла, донъяның барлыҡ хакимдарын да бар тауышҡа ҡарғап ҡысҡырғым килде. Ҡар яуған төндә бейек тауға менеп, ҡайғымды ергә һәм һауаға түгеп, бүре булып олоғом, көн-төн туҡтауһыҙ олоғом килде... Ә һуңынан, олоуҙан тамағым ҡарлығып, ергә ҡоларға ла ҡар ҡаплап киткәнсе туңып ятырға ине.
Ләкин мин тегеһен дә, быныһын да, башҡаһын да эшләмәнем. Ерҙә йөрөнөм дә Элиманың һуңғы һүҙҙәрен ишеткәндәй булдым: “Ул ҡәҙәр бөтөрөнмә...” Ваҡыт күберәк үткән һайын, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе асыҡлана төштө: ысынлап та, өмөт­һөҙлөккә батам икән дә баһа. Миңә был һуғыш ҡатынымды һәм беҙҙең тыуырға өлгөрмәгән балабыҙҙы үлтерер өсөн, бөтә бәлә-ҡазалар ҙа минең башыма ғына төшһөн өсөн башланған булып күренде. Күҙем асылғас, Чечняның зыян күреүселәр менән туп-тулы булыуын аңланым, уларҙың бәлә-ҡазалары тағы ла ауырыраҡ.
Юҡ, Падам, сит бәлә-ҡаза үҙеңдекен оноторға мәжбүр итә, тигәндәре дөрөҫ түгел. Сит кешеләрҙең бәлә-ҡазаларын күберәк күргән һайын, йөрәк нығыраҡ һыҙлана. Бомбалар өҙгөләгән, танктар иҙгән, миналарҙа шартлаған кешеләр үлә, улар төрмәләрҙә серей, уларҙың ҡайғынан йөрәге ярыла. Бөтә донъяға таралып, улар гуманитар ярҙамға сират тора, Грозный харабаларында һәм палатка лагерҙарында туңа. Ә төрлө илдәрҙең башлыҡтары, үҙ мәнфәғәттәрен һаҡлап, һөйләй ҙә һөйләй: берәүҙәре – тағы ла яманыраҡ һуғышһындар өсөн, икенселәре – саҡ ҡына әҙерәк тыйылһындар өсөн, өсөнсөләре ҡайғы уртаҡлаша, дүртенселәре ерләй, бишенселәре ҡысҡыра: “Ҡот осҡос, ярҙамға!”. Тик халыҡты ҡырыу көндән-көн дауам итә.
Бер ваҡыт, урындағы мәсеттән киске намаҙҙан һуң ҡайтып килгәндә, юлдың ике яғында торған өрәктәргә юлыҡтым. Улар һалҡын ямғыр­ҙан еүешләнгән, иҫке-моҫ­ҡоға төрөнгәйне. Мәсет тәҙрәһенән ҡараңғылыҡҡа һыҙылған яҡтылыҡ уларҙы күләгәләй сағылдыра. “Алла хаҡы өсөн, хәйер бирегеҙ... Алла хаҡы өсөн...” Минең бөтәһенә лә хәйер бирерлек рәтем юҡ ине... Юҡ, мин был ҡатындарҙы ғәйепләмәйем – улар балаларын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн сыҡҡан. Уларҙы был көнгә төшөрөп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡларға аҡылдары һәм көстәре етмәгән чечен ир-егеттәре ғәйепле. Ә ҡатын-ҡыҙҙар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм вайнахтарҙың тыйыуын ваҡытлыса онотоп, балаларын ҡотҡарыр­ға сыҡҡан.
Бөгөн дә чечен ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙең усаҡтарҙа тормош утын һаҡларға тырышып, еребеҙ өҫтөндә ап-аҡ ҡоштар булып әйләнә.
...Мине ишетмәйем, тиһеңме, Падам? Ярай, мин быларҙы үҙ-үҙемә һөйләйем. Тиҙҙән барып етербеҙ ҙә инде. Эйе, ел көсәйҙе. Ул йорт уңда, боролошта. Мин шәп атлайым, һин ныҡ артта ҡалғанһың. Артта ҡалғанға, мине ишетмәйһеңдер. Мин әкренерәк атлайым, ҡыуып ет.
– Бәлки, баланы миңә бирерһең, ҡулдарың ял итер...
– Рәхмәт, мин арыманым...
– Бына һин эҙләгән өй...
– Рәхмәт, Хоҙай рәхмәтенән ташламаһын...
– Инеп ҡара башта, эҙләгән кешең бындамы икән? – Ашми урамда ҡалды.
Падам тиҙ урап сыҡты.
– Апайың күсеп китте, тинеләр... Ике аҙна элек... Ҡайҙан эҙләргә лә белмәйем.
“Әлхәмделлилах, ошо ҡышҡы төндә уларға ярҙам итергә мөмкинлек биргән өсөн рәхмәт һиңә, Аллаһ...” – тип уйланы Ашми.
– Һеңлекәш, борсолма... Бөгөн һинең тоғро ағаң эргәңдә, – Ашми тәүәккәл әйтте.
– Нимә эшләргә, белмәйем... Һинең дә ваҡытыңды алам... Ҡунып сығыр урын булһа икән... – Падам балаһына эйелде.
– Һинең ҡуныр урының бар, алдан өс айға түләп ҡуйылған... Бер һүҙ ҙә кәрәкмәй... Баланы миңә бир... Ҡыҙмы, малаймы? Малай? Алла уға оҙон ғүмер бирһен... Исеме нисек?
– Мөхәммәт, – тине ҡатын ишетелер-ишетелмәҫ. Ул тағы ла илай ине...
– Падам, һин дә, мин дә ҡайғы-хәсрәт кисерҙек... – тине ул, боролоп ҡарамайынса.
Улар биш ҡатлы йортҡа яҡынлашты. Ашми подъездарҙың береһенә инде. Падам мыштырланы. Йорттар араһында буран өйрөлә ине. Падам артынан ел ишекте шапылдатып япты. Икенсе ҡатта Ашми, баланы Падамға биргәс, дүрт ишектең береһен асты. Утты ҡабыҙғас, инергә саҡырҙы. Ҡатын, икеләнеп, тупһа төбөндә туҡталып ҡалды.
– Ин, ин, – Ашми уның артынан ишекте япты.
– Ни ҡылырға ла белмәйем... мин нимә эшләйем... – тине Падам шым ғына.
– Мине осратмаһаң, тағы ла ҡыйыныраҡ булыр ине, ҡаланы яңғыҙың ҡыҙырыр инең... Мин ундайҙарҙы ла күрҙем, – тине Ашми, баланы уның ҡулынан алып.

Факил МЫРҙАҠАЕВ тәржемәһе.

Муса Әхмәдов







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға