06.03.2015 Ижад донъяһына сәйәхәт– ижади осрашыу
Әҙиптәр, күренекле шәхестәр менән осрашыу нәшриәттә матур бер йолаға әүерелгән. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт «Китап» нәшриәтендә «Автограф көнө» сиктәрендә яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйы үтте. Бөгөнгө ижади осрашыу Әҙәбиәт йылында үтеүе менән үҙенсәлекле, тип сәләмләне нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева. Сараны нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов асып, быйыл китаптары сыҡҡан авторҙарҙы тәбрикләне.
Георгий Кацерик рус телендә сыҡҡан «Вчерашнее лицо» тигән китабы тураһында һөйләп үтте. Унда шиғырҙар, поэмалар һәм Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Кәбир Аҡбашев кеүек күренекле башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәренең тәржемәләре, шулай уҡ авторҙың бала сағы, үҫмер йылдары тураһындағы шиғри циклдары урын алған. Әҙиптең әҫәрҙәрендә башҡорт һәм рус фольклоры элементтарын осратырға була, уның шиғырҙары индивидуаль булыуы менән айырылып тора. Сығышында ул Бөрйән тәбиғәтенә арнап яҙылған шиғырҙары, социаль-ижтимағи проблемаларҙы күтәргән әҫәрҙәре менән таныштырҙы. Яҙыусының һәр бер һүҙе үткер, тос, йөрәккә үтеп инерлек булды. Автор башҡарыуында йыр ҙа һәммәбеҙгә лә оҡшаны.
Аралашыу барышында Рәшит Назаровтың «Ер һәм йыһан йыры» исемле китабы буйынса фекер алышыу булды. Китаптың төҙөүсеһе Риф Мифтахов сығышында шағирҙың ижадына байҡау яһаны. Тиңе булмаған шағир, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың был китабында, 1962 – 1968 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре менән бер рәттән, бығаса баҫылмаған «Гөлбикә» һәм «Һалдат бәхете» тигән ике поэмаһы ла тәҡдим ителә.
– Һәр яҙыусы әҙәбиәт донъяһында үҙ урынын яулай. Ә инде Рәшит Назаров ижады әҙәбиәттә айырым урын алды. Был йыйынтыҡ бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын үҙ итеүселәргә һағынып көтөлгән бүләк булыр, – тип ышанысын белдерҙе әҙип. Ул тамашасыны өр-яңы көлкөлө шиғырҙары менән ҡыуандырҙы. Дамир Шәрәфетдинов Риф Мифтаховтың шағирҙың ижадын яңыса асыуға өлгәшеүен билдәләне.
Өсөнсө ҡунағыбыҙ – Мансур Һиҙиәтов тәүге ижад емеше – «Ҡыу ҡарағас» исемле йыйынтығын алып ҡыуанған. Унда авторҙың ваҡытлы матбуғатта баҫылған, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан «Ҡыу ҡарағас» повесы һәм хикәйәләре тупланған. Повесть өсөн материалды ул шәхсән яҙмышынан, йөрәге аша үткән ваҡиғаларҙан йыйып туплай һәм әҫәренең бер юлы ла уйлап табылмаған. «Был китабым артабанғы ижадыма илһам сығанағы булып тора», – тип билдәләне автор. Ижади осрашыуға яҙыусы Сабир Шәрипов та килгәйне. Ул ижадташ дуҫына киләсәктә яңы әҫәрҙәр һәм уңыштар теләне.
Ошо көндәрҙә Фәрит Әхмәҙиевтың «99 робағи» тәүге шиғри йыйынтығы сыҡты. Ете циклға бүленгән дүртюллыҡтарҙан торған баҫма заманса ҡарашлы авторҙың әҙәби традицияларға тоғролоғо, рух һәм тормош тураһында фекер тәрәнлеге менән уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Автор һүҙҙәренсә, бөгөн бындай баҫмаларға ихтыяж ҙур, ләкин китап сығарыуы – ауыр эш. Айырыуса республикаға килгән ҡунаҡтар араһында сувенир булараҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, тип робағиҙарҙан «ауыҙ иттерҙе». Йәш шағир Алмас Шаммасов робағиҙарҙың тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле булыуы хаҡында белдерҙе.
Ижади мөхиттә үткән йылы осрашыу әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам, дәрт өҫтәне. Әңгәмә барышында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу, күмәкләп фотоға төшөү һәммәбеҙҙең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы барышында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалалары һәм райондарында китаптарҙы күргәҙмә-һатыу ойошторҙо. Март аҙағында нәшриәтселәр Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы саҡырыуы буйынса Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә, илебеҙҙең мәҙәни тормошондағы оло ваҡиғаларҙың береһендә – «Рәсәй китаптары» милли күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ.
Нәркәс КҮРПӘСЕВА.