«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Имәндәштәр Әҙәбиәт йылын асты



27.02.2015 Имәндәштәр Әҙәбиәт йылын асты

Имәндәштәр Әҙәбиәт йылын астыҒафури районының Имән­дәш урта мәктәбе өсөн һәр йыл әҙәбиәт йылы, тип әйтергә була. Уҡыусылар мәктәп һәм ауыл китапханалары ара­һындағы эҙҙе һыуытмай. Хәҙерге заман балалары китап уҡымай, тигән фе­кер уларға ҡағылмайҙыр кеүек. Балалар 14 февралдә мәктәп бина­һында ойошторолған Әҙә­биәт йылына арналған кисәгә лә ентекле әҙерләнгәйне. Бөхтә, яҡты залда саҡырылған ҡунаҡтарҙың ижадына арналған йөкмәткеле күргәҙмә ойош­торолған. Стенаға Ғафури районынан сыҡҡан әҙиптәр тура­һында плакаттар эленгән. Күңел­ле музыка йөрәкте елкендерә. Кәйеф күтәренке!
Имәндәштәр өсөн иң ҡәҙерле ҡунаҡ үҙҙәренең ауылдашы – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпания­һының Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры, танылған телерадиожурналист Шәүрә Ғилманова булғандыр. Юғары исемдәр эйәһе, хеҙмәте менән ҙур ҡаҙаныштар яулаған шәхес үҙ ғүмерендә яҡташтары өсөн байтаҡ изге эш башҡар­ған. Имәндәш ауылының почетлы гражданины шуның менән тыуған төйәгендә тәрән ихтирам ҡаҙана.
Ғафури районы бик күп көслө яҙыусыны, ғалимды, күренекле шәхесте үҫтергән. Кисәлә Жәлил Кейекбаев, Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты, яҙыу­сы, шағирә Гөлнур Яҡупо­ваның сығышын халыҡ йотлоғоп тыңланы. «Ҡатындар» трилогияһы авторы үҙенә алмашҡа ҡәләм оҫталары әҙерләү өсөн районда йыл һайын «Өмөтлө ҡәләм» конкурсы үткәрә. Шундай талапсан остаздар барҙа бәйгелә еңеүселәрҙең киләсәктә танылған әҙип булып китеренә ышаныс ҙур.
«Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, драматург, прозаик Мөнир Ҡунафин уҡыусыларҙы йор һүҙе менән таң ҡалдырҙы, рух көсөнөң бөйөклөгөнә, рухи байлыҡтың алтынға алмаштырғыһыҙ ҡиммәтенә инандырҙы.
Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина – ҡасандыр Ғафури районында йәшәп, эшләп киткән әҙибә. Ҡайһы берәүҙәр уны әле лә Ға­фуриҙан тип белә. Бигерәк тә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы үҙенең сығышын йыр менән башлап, артабан йәштәр өсөн фәһемле шиғырҙарын һөйләне, кескәйҙәргә шиғри йомаҡ ҡойҙо. «Баш­ҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы Флүрә Мырҙинаның сығышы ла кисәгә йәм өҫтәне. Ул Мостай Кәримдең шиғырҙарын йөрәккә үтеп инерлек итеп уҡып ишеттерҙе.
Был көндә йылы хистәргә бай Ғашиҡтар көнөнә арнал­ған шиғырҙар ҙа яңғыраны. Шәүрә Ғилманова, үҙенең журналист та, шағирә лә икәнлеген иҫбат итеп, тамашасылар хөкөмөнә өр-яңы шиғырҙарын тәҡдим итте.
Ҡунаҡтарҙың барыһы ла Әҙәбиәт йылы уңайынан имәндәштәргә ижади күстәнәс менән килгәйне. Яҙыу­сылар мәктәпкә үҙҙәренең китаптарын бүләк итте, ә Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен һәм уның ижадына арналған фильмдарҙы тапшырҙы. Та­маша уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән матур концерт менән тамамланды.
Ғафури районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Кинйәғолов әйтеүенсә, Әҙә­биәт йылы Ғафури районы буйлап ҡыйыу атлай. Йыл әйләнәһенә һәр ауылда мауыҡтырғыс, фә­һемле са­ралар ойоштороласаҡ. Яҙыу­­сы һүҙенең кәрәклеге, мөһимлеге бер бөгөн генә билдәле булмаған. Быуаттар буйына кеше әҙип һүҙенә мохтаж. Әҙәбиәт бар икән, иман бар, тел бар. Тел бар икән, ил бар. Был барыһына ла мәғлүм. Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхнәф Но­ғайғолов та халыҡҡа шул уҡ фекерҙе еткерҙе.
Шәүрә Ғилманова байтаҡ йылдар инде иң шәп уҡыусыларға, спортсыларға, йә­мәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәүселәргә үҙенең стипендияһын тапшыра килә. Быйылғы бүләк мәктәп сайтын, стена гәзиттәрен биҙәүсе әүҙем уҡыусыларға би­релде. Тележурналист йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе ир­тәгәһенә үҙенең өйөнә саҡыр­ҙы. 2 – 7-се кластарҙан алты уҡыусы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙынан оҫталыҡ дәресе алып, журналистика серҙәренә өйрәнде. Шулай итеп, Имәндәш ауылында йәш хәбәрселәр клубы барлыҡҡа килде. Балалар был ойошманы «Тауис» тип атаны. Уларҙың да яҙған мәҡәләләре ожмах ҡошо тауис кеүек матур, үҙенсәлекле булыр, моғайын. Ололар тарафынан шундай иғтибар барҙа бәрәкәтле Ғафури ере киләсәктә лә сәнғәт, әҙәбиәт, ғилем эйәләрен тыуҙырыр һәм тәрбиәләр.

Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА,
Башҡортостан юлдаш
телевидениеһы хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға