«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Юғалтыу-табыштар аша Ғүмер көйөм яҙыла



27.02.2015 Юғалтыу-табыштар аша Ғүмер көйөм яҙыла

Тимур РӘХМӘТУЛЛИН

Баймаҡ районының Йылым ауылында 1988 йылдың 20 апреленда тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт филологияһы факультетында 4-се курста уҡый. Юғары уҡыу йортонда эшләп килгән “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад берекмәһе старостаһы. Шиғриәт менән ике йыл тирәһе шөғөлләнә, унан тыш, бер йыл элек драматургия менән прозала ла ҡәләмен һынап ҡарай.

* * *
Юғалтыу-табыштар аша Ғүмер көйөм яҙылаМатурлыҡтың бер тамсыһы
Тамды минең устарыма.
Их, йөрәккә һалаһы ла
Юғалтмаҫҡа, юғалтмаҫҡа.
Ҡарашыңда ине ул моң,
Тыныслығым урланды.
Баҙлап янған мөғжизәнән
Һөйөү уты тоҡанды.
Күҙҙәремә ихлас баҡ та
Һал усыңды устарыма.
Йөрәк уты ҡушылғанда
Матурлыҡтың тамсыһына,
Ут менән һыу ҡауышҡанда
Асам һиңә хистәремде.
Бер тамсы матурлыҡ өсөн
Ал һуң әйҙә йөрәгемде.

Пианино

Үҙ моңоңдо таныу кәрәк
Донъяла йәшәү өсөн –
Бармаҡтарым эй йүгерә
Пианино өҫтөнән.
Бәхет, шатлыҡ булған
саҡта,
Баҫам мин аҡ буйҙарға.
Эләгеп киткән саҡтарҙа
Тура килә ҡараға.
Шатлыҡ, һағыш –
Аҡ һәм ҡара.
Барыһы шулай бутала.
Юғалтыу-табыштар аша
Ғүмер көйөм яҙыла.

* * *
Һин, кешем, йәш сағыңда
Буран шикелле ажғырҙың.
Һинән киткәс көс-ҡеүәтең,
Гөрләүектәр булып
иланың.
Берәй заман күҙ
йәшеңдән
Умырзаялар сәскә атыр.
Шул саҡтарҙа һин
аңларһың
Һары һағыштың юҡлығын.
Һәм тағы килер аҡ көндәр,
Шаярып уйнар бурандар...

* * *
Алһыуланып янған шәфәҡ
нурында
Күрәм һинең ҡояшлы
йөҙөңдө.
Иртәләрен һайраған
һандуғаста
Ишетәмен, йәнем, саф
көйөңдө.
Шул саҡтарҙа мин ҡойонам
Бәхеттең алтын нурында.
Шул минутта мин ҡыуанам
Шатлыҡтың сихри моңона.

* * *
Уйынлы-шаяртыулы
шиғыр:
Шул минутта, шул ваҡытта
Йөрәк типте вольттарҙа,
Кәрәк икән, һөйөү көсөн
Арттырамын амперҙа.
Ҡаршылыҡтар килеп сыҡты
Ом тигән үлсәмдәрҙә.
Һиңә, йәнем, тартылыуым
Гравитация хәлендә...

* * *
Елдәр иҫә һалҡын ғына,
Биттәремде семетеп.
Һине күргән саҡтарымда
Йөрәк яна ут кеүек.
Ҡулдарыңа ҡағылғанда
Тоям ҡояш йылыһын.
Яндарыңа барған саҡта,
Һөйөү, сәскә атаһың.
Тыуған бит ул йылытырға
Һинең наҙлы ҡулдарың,
Йыр-моңдарға тултырырға
Сихри йөрәк ҡылдарын.

Уҡытыусыма

Ҡояш ҡалҡа офоҡтарҙан,
Нурын сәсеп үләндәргә.
Һинең наҙлы ҡулдарыңдан
Ысыҡ төшә күңелдәргә.
Яңы тормош, көтә
һынауҙары
Шытып сыҡҡан йәшел
үләнде.
Уның биргән изге
кәңәштәре
Ямғыр тамсыһылай
ҡәҙерле.
Үтер йылдар, ағыр һыуҙар,
Сәскә атыр яҙғы үләндәр.
Һинең биргән яҡты нурҙар
Киләсәккә илтер
сәләмдәр.

* * *
Булмышымдан булмай
ҡасып
Иртә-кистең даръяһында.
Тормошомда булдым
һаҡсыл
Көн һәм төндөң
ҡапҡаһында.
Ай ҡараны, йондоҙ
йылмайҙы,
Ҡара пәрҙә һалғас
ҡапҡама.
Шәфәҡ нурҙарын
ҡойондорҙо,
Ҡапҡаны асҡас кире яҡҡа.
Ғүмерем дә шулай уҙҙы
Ике донъя араһында.
Ҡайғыларҙа килде
шатлығы,
Шатланғанда тейҙе
ҡамсыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға