«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һеҙ һораған йыр



27.02.2015 Һеҙ һораған йыр

“Йәшлек”тәр, күңелемә бик оҡшаған йырҙы баҫтырып сығара алмаҫһығыҙмы икән, тип мөрәжәғәт итте Ауырғазы районынан Фәриҙә апай Фәтҡуллина. Гәзит уҡыусыбыҙ, башҡарыусылары Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова, тип, йырҙың бер өлөшөн әйтеп тә биргәс, уны табыуы ҡыйын булманы. Һүҙҙәрен ятлап алығыҙ ҙа, рәхим итеп, яратҡан йырсыларығыҙға ҡушылығыҙ.


Йөрәктәрҙе тамғаланыҡ

Фәдис Ғәниев менән
Лилиә Биктимерова
репертуарынан

Зифа Нагаева көйө һәм
һүҙҙәре

Һыу буйҙары ҡаҙ үләне,
Унда ҡаҙҙар йөҙәме,
Унда ҡаҙҙар йөҙәме?
Һыуҙарға ярҙар тар ине,
Беҙгә лә йәрҙәр бар ине,
Һин үҙәкте өҙгәнһең.

Күл ҡаҙҙарһыҙ, яр тулҡынһыҙ
Тынып тормаһын инде,
Тынып тормаһын инде.
Йәшлектән үк табылаһы,
Яҙмышыма яҙылаһы
Йәрем булғанһың инде.

Парлап йөҙгән аҡ ҡаҙҙарҙың
Юлын бормағыҙ инде,
Юлын бормағыҙ инде.
Йәрһеҙ йәшәү бигерәк ситен,
Яңғыҙ ғүмер бит ул китек,
Парһыҙ булмағыҙ инде.

Һыуҙар талдарһыҙ инде лә,
Ҡаҙҙар тамғаһыҙ инде,
Ҡаҙҙар тамғаһыҙ инде.
Йөрәктәрҙе тамғаланыҡ,
Аҙашмаҫ юлдар һайланыҡ,
Бергә ҡалаһы инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға