«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



27.02.2015 Мәҙәктәр

«Домодедово» аэропортында теркәлеү өҫтәле эргәһендә бер ир:
– Һеҙ минең бер сумаҙанымды – Лондонға, ә икенсеһен Хаба­ровскиға оҙата алаһығыҙмы? – тип һорай.
– Юҡ, – тиҙәр уға, – беҙ ундай эш менән шөғөлләнмәйбеҙ.
– Быныһы бик яҡшы, – ти ир. – Юғиһә үткән айҙа «Внуково» аэропортында сумаҙандарымды шулай оҙаттылар.

* * *
Телефон шылтырай.
– Алло, был полициямы?
– Эйе.
– Өс көн элек һеҙҙән бер маньяҡ ҡасҡайнымы?
Полиция хеҙмәткәре асыу менән:
– Эйе, беҙҙән, шунан? Ханым, һеҙ нимә әйтергә теләйһегеҙ?
– Шуны әйтергә теләйем, ҡай­ғыр­мағыҙ, мин уны һеҙгә иртәгә ҡайтарып бирермен.

* * *
Йәш егеттәр урамда бер ҡыҙ артынан китеп бара. Береһе, шаяртмаҡсы булып:
– Эй, һылыуҡай, һеҙ матурлыҡ салонында булғанһығыҙҙыр, эйеме? – ти.
Ҡыҙ, шат йылмайып:
– Эйе!
– Бикле булғандыр, шулаймы? – ти икенсе егет.

* * *
Нишләптер һәр ваҡыт элекке етәксе яңыһына ҡарағанда яҡшыраҡ булып сыға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға