«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Кәримә



19.02.2015 Кәримә

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Бер көндө Кәримәләрҙең ишек алдына пинжәк кейгән төҙ баҫып атлаған ят бер ағай килеп инде. Уның атлауы, үҙ-үҙен тотоуы ауылдыҡыларҙан айырылып тора. Ихатала уйнап йөрөгән бала-саға алдында үҙен ябай тоторға тырышһа ла, ни тиклем йылмайһа ла, Кәримә һағайҙы. Йәһәтләп атаһын са­ҡырыр­ға өйгә инеп китте. Теге ҡара пинжәкле әҙәм уның артынса уҡ тупһа аша үтте. Кәримә тышҡа сығырға уҡталған атаһының туҡтап ҡалғанын күрҙе. Ишек алдында бер аҙ йөрөй биргәс, Кәримә һаҡ ҡына соланға инде. Һөйләшкәндәре ишетелә. Теге сәйер әҙәм атаһының үткәне менән ҡыҙыҡһына шикелле. Атаһының тауышы асыҡ:
– Беҙ үҙ инаныуыбыҙ менән бер булып ҡыҙылдар яғына сыҡтыҡ. Артабан сәүит хөкүмәтен төҙөшөүҙә фиҙакәрлек иттек. Беҙ әҙәм балаларына хас нәфсене үлтереп, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе данланыҡ. Шулай булды. Антыбыҙҙан – ватаныбыҙға, милләтебеҙгә хеҙмәт итеүҙән тайпылғаныбыҙ юҡ. “Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!” ошо уҡ принципты сағылдыра. Беҙ уны ҡабул иттек. Үҙебеҙҙең балалар ас булғанда ла ярлының, фәҡирҙең балаларына тәү сиратта ярҙам ителде. Башҡорт полкында булып, аҙаҡ йот йылдарында үҙҙәре астан шешенгән, йығылғандар тураһында әйтергә лә түгел. Улар яңы власть өсөн йәндәрен аяманы... Күпселеге социалистик ҡоролошто яҡлап баш һалды.
Ә илдә халыҡ дошмандарын аулау көсәйгәйне. Улар тураһында мәктәптә лә йыш һөйләйҙәр. Шундай тыныс тауышлы атаһына Кәримә аптыраны. Ул илдә нимә барғанын белмәйме икән әллә? Шулай ҙа был кеше киткәс, атаһы уйсанланып ҡалғандай тойолдо ҡыҙыҡайға.

***
Был кисте Кәримә, нишләптер, оҙаҡ йоҡлап китә алмай ятты. Борғоланды, туланы. Ойоп ҡына бара ине, кемдеңдер ипләп кенә тәҙрә сирткәненән тертләп уянды. Уғаса булмай, һаҡ ҡолаҡ атаһы ялп итеп тышҡа сығып та китте. Кем төн уртаһында борсоғандыр ҙа, нимә тураһында һөйләшкәндәр­ҙер, ишетелмәне. Бер аҙҙан атаһы шулай уҡ шым ғына атлап килеп инде.
– Әсәһе, уят та, кейендерә һал балаларҙы... – тип кенә әйтте лә, кире сығып та китте. Шул тиклем тиҙ юҡ булды, хатта Кәримә: “Атай, кем булды ул?” – тип һорарға ла өлгөрмәне.
Күндәм, баҫалҡы Зәкирә апай бауырҡайҙарын уятырға кереште. Инде һикереп тороп ултырған Кәримә ҙур асылған күҙҙәрен әсәһенә төбәне:
– Нимә булды, әсәй?!.
– Ҡустыларыңды кейендереш. Сеү, сыуылдашмағыҙ, балалар. Атайығыҙ асыуланыр. Йәһәтерәк ҡыймылдағыҙ...
Улар тупһаға сығып баҫҡансы, Әбделмән ағай атын егеп өлгөргәйне. Береһенән-береһе ваҡ алты балаһын йылы һүҙҙәр менән әүрәтә-әүрәтә арбаға тейәне, етенсеһен – имсәк балаһын ҡосаҡлаған Зәкирә апай ире янынан урын алды. Инде ауылдан сығып китеүҙәренә күпме, ә атаһы атты туҡтауһыҙ ҡыуыуын белде. Ат хәленән килгәнсә тырышты.
– Әсәй, беҙ ҡайҙа киттек? – тип бышылдап ҡына һорай Кәримә.
Нишләптер әсәһе яуап бирмәй.
– Әҙерәк серем итегеҙ, – ти ул. Тик хәүефләнеүен йәшерә алмай, тауышы өҙлөгә. Бәләкәс ҡустылары, бер аҙ бәүелеп бара биргәс, мышнап йоҡоға китте. Ә Кәримә керпек тә ҡаҡмай, иренен тешләп, бөршәйеп ултыра бирҙе.
“Халыҡ дошмандары”. Бына ошо һүҙ мейене сүкене. Улар – халыҡ дошмандары. Ҡыҙ ҡалтыранды. Былай ҡара төндә бер нәмә лә алмай сығып китеүҙәренә, атаһының атты бар көсөнә ҡыуыуына ҡарағанда, улар өҫтөнә бәлә килә. Атаһы ҡотолорға маташа. Береһенән-береһе ваҡ ете бала... Ҡайҙа кем көтөп тора уларҙы? Алда нимә һағалай? Ҡайҙа һыйынырҙар? Кемгә кәрәктәре бар? Был юлдың башы ғына, ә аҙағы нисек бөтөр? Ҡуйсы-ҡуйсы-ҡуйсы... Арттарынан ҡыуа сыҡһалар, эш харап. Атып китһәләр, берәү ҙә белмәйәсәк тә, күрмәйәсәк тә. Атай атты ҡыуа. Атай атты ҡыуа ғына. Атаһы атты бер ҡасан да улай ҡыуғаны юҡ ине!
Һалбырғолаҡ ат менән йәнәш саба. Ул да бәлә киләгәнен тоялыр, шымтайған...
Әсәһе яңылыш үҙәген тарттымы, ҡапыл эсенән иңрәү тауышы сыҡты. Үҙе йәһәт кенә ауыҙын ҡапланы ла, иренә күтәрелеп ҡараны. Шул ыңғайҙан атаһы аттың дилбегәһен уңға тартты, һәм улар ҡайырылып аҫҡа сауҡалыҡҡа төшөп киттеләр. Әбделмән ағай, атын туҡтатыу менән, бер соҡор урынға күрһәтте.
– Әсәһе...
Үҙе атты арыраҡ алып китте, арбалағы һалам араһынан нимәлер килтереп сығарҙы. “Винтовка!” Кәримәнең йөрәге ярыла яҙҙы. Тимәк, улар эҙ яҙлыҡтыра алмағандар, арттарынан ҡыуып етеп киләләр. “Һалбырғолаҡ, ят! Ҡуҙғалма! Һаҡла бәләкәстәрҙе!” Хужаһын тыңлаған Һалбырғолаҡ лыпын ятты. Ә Әбделмән ағай кире килгән юлға ташланды. Үҙе бер ыңғай­ҙан, ни өсөндөр, сәсен туҙҙыра ине. Кәримәнең эс-бауырын нимәлер өтөп-өтөп алды. Тимәк, үлтереш буласаҡ... Ҡурҡынысты тойған балалар ҙа ҡоршайып ҡалды. Әсәһе иң бәләкәсе – биш айлыҡ Йәғәфәргә имсәген ҡаптырҙы. Кәримә игеҙ ҡустыларын ҡосағына алды, ҡалғандары әсәйгә һыйынды. Ике тәпәйен һуҙып, ҡолағын ҡарпайтып ятҡан Һалбырғолаҡ ҡыбырламай... Оло юлда аттар кешнәште. Ирҙәр тауышы ишетелеп ҡала. Атаһыныҡы түгелме? Юҡ шикелле. Әллә ниндәй сәйер ауаздар сығара был әҙәм. Игеҙәктең береһе ауыҙын бөршәйтә, иларға итә. Кәримә йәһәт кенә ҡустыһының ауыҙын ҡаплай. Өн сығара ҡалһа, туғанын тонсоҡторорға әҙер, тик эҙәрлекләүселәрҙең генә ҡулына эләкмәҫкә! Малай аңлағандыр, фәҡәт күҙенән бөрсөкләп йәше генә аҡты. Нимә шул тиклем ныҡ дөпөлдәй? Кәримә һаҡ ҡына тирә-яҡҡа күҙ йүгертте. Ат тояғымы? Әллә атыш тауышымы? Юҡ, уның йөрәге күкрәктән сығырҙай булып тибә лә баһа! Һуң, бөтөн урманға яңғырай түгелме дөпөлдәү? Дошмандарҙың ҡолағына барып ҡаҡлыҡмаймы был дарҫлау, юллап килеп баҫмаҫтармы? Әсәһе бәпәйгә имсәген ҡаптырып, күкрәгенә ҡыҫҡан. Кәримә ҡустыһының ауыҙын ҡыҫып тотҡан. Ысҡындырмай, сөнки ҡулын алһа, туғаны урман яңғыратып һөрән һалыр кеүек. Күпме ваҡыт үткәндер, быныһын ул әйтә алмай, бер мәл ағастар араһынан таныш һын шәйләнде. Атаһы бер үҙе ине... Кәримәнең матҡып тотҡан ҡулы яҙылды. Ҡустыһы алдына шыуып төшөп ятты. Ул һуштан яҙғайны. Әбделмән ағайҙың сәсе-башы туҙған. Ҡулында ҡоралы юҡ. Бына ул ҡыҙы янына килеп сүгәләне. Бер ҡулы менән улын күтәрҙе, икенсеһе менән ҡыҙын ҡосаҡланы.
Кәримә эҙәрлекләүселәрҙән ҡотолғандарын аңланы.
– Нисәүҙәр ине? – тип һорай әсәһе, балаларға ишеттермәҫ өсөн бышылдап ҡына. Атаһының тауышы көслө. Ул, ғөмүмән, бышылдап һөйләшә белмәй:
– Бишәү.
Кәримәнең тыны ҡыҫылды. “Бишәү!” – тигән һүҙ мейене сүкене. Атаһы һәм шул бишәү араһында нимә булды? Нимә эшләтте атаһы ҡулға алырға йыйынған биш чекисты? Бөтөнөһөн дә атып үлтерҙеме икән? Булманымы икән ни бүтән сараһы? Кәримә өсөн был сер булып ҡалды.
Бер аҙҙан атаһы тағы ла ҡайҙалыр барып килде. Йөҙөндә тыныслыҡ. Инде атаһынан күҙ яҙлыҡтырмаған Кәримә үҙен ҡулға алған һымаҡ булғайны, тик бер аҙҙан йәнә ҡалтырауы башланды. Туңды, хатта телен әйләндерергә хәле юҡ ине. Теге бишәүҙең кем тарафынан һәм ни өсөн атылғаны ҡасан да булһа асыҡланасаҡ бит. Уларҙы ер аҫтынан да килеп табасаҡтар. Ҡотолоу юҡ. Был юл ваҡытлыса. Был юл – алдаҡ. Себер юлы көтә уларҙы, йылан булып һығыла, бөгөлә, һуҙыла. Ата­һы йәш сағында башҡорт ғәскәрендә йөрөмәһә, ошо хәлгә тарымаҫтар ине бит! Нишләп шул саҡтарҙа балалары тыуа­сағын, улар ыҙаланасаҡтарын уйламаны икән? Бала­ларының киләсәгенә атҡанын белмәнеме икән? Хәҙер ҡайҙа ғына барып һыйынырҙар?
Өҙөлгән юлды дауам иттеләр. Кире арбаға менеп ултырған Кәримәне йәнә сәйер бер тыныслыҡ биләп алды. Иң мөһиме, улар бит ҡотолдо. Берәү ҙә уларҙы ата-әсәһенән айырманы. Туғандар бергә. Уның атаһы көслө, ҡолонсаҡтары хаҡына хәленән килгәнде, хатта хәленән килмәгәнде лә эшләйәсәк. Атаһы мәргән, атаһы уҡсы. Атаһына ла винтовка күптән тоҫҡал­ған. Снайпер – яңы власть үҙе. Ләкин атаһы мәргәнерәк.
Бара биргәс, Кәримә шундай ҡаты йоҡоға талды. Хатта әсәһе уятҡас, үҙҙәренең юлда булыуын бер талай иҫенә төшөрә алмай ятты. Артабан Ҡаҙағстан тарафына юлландылар, унда бер станцияға килеп еттеләр. Атаһы шунда тимер юлда ябай эшсе булып эшләй башланы. Кәримә был хәлдән һуң уйсан ҡарашлы кешегә әйләнде. Ул элекке шикелле илгәҙәк, донъяға асыҡ ҡараш менән баҡҡан зат түгел ине. Ҡырыҫланды. Ҡайһы саҡ үҙе лә һиҙмәй ҡыҙып китә, әсәһе был холҡона аптырай, ләкин артығын өндәшмәй, баш сайҡап ҡына ҡуя. Ни хәл итәһең... Кәримә үҙендәге үҙгәрештең төп сәбәбен ҡысҡырып әйтмәһә лә, эстән күп тапҡыр ҡабатлағаны бар “Атайым ғәйепле. Ул, геройланып, Вәлиди ғәскәрендә йөрөмәһә, ошо хәлгә тарымаҫ инек. Бер ыҙа күрмәй тыуған ауылда йәшәп тик ятыр инек. Атайым – эгоист. Һаман шул йылдарҙы, дуҫтары, яуҙаштары тураһында һөйләй. Беҙҙе харап итә яҙғанын нисек һаман аңламай?” Эстә асыу ҙа ҡайнап китә. Ләкин атаны яратыу көслөрәк, шул еңә. Барыбер Әбделмән ағай Вәлиди, азатлыҡ хәрәкәте тураһында һөйләй башлаһа, ҡыҙ тиҙ генә сығып тая ине.
Ҡыр яҡ – ҡырын яҡ инде. Башҡорт мәктәбе булмағас, русса уҡынылар. Тик атаһы ғына ҡайсаҡ: “Беҙ балаларҙы үҙ телебеҙҙә белем алдырыр өсөн көрәштек. Бында түҙергә тура килә...”– тип әйтеп ҡуя. Кәримә урыҫса уҡыуына ла, яңы власть биргән мөмкинлектәргә лә ныҡ шат, тик шуларҙан мәхрүм итә күрмәһендәр. Ана, башҡорт ғәскәрендә йөрөгәндәр­ҙе һөрҙөләр, балаларын мәктәптән ҡыуҙылар. Кәримә хәйерселәр, кәмһетелгәндәр араһында йәшәргә теләмәй. Ул үҙен иленә кәрәкле кеше итеп тоя, артыҡ йән булмаясаҡ. Ә атаһы мәктәптән һуң уға милләте, уның тарихы тураһында тылҡый. Был – атаһының инаныуы, уның хәҡиҡәте. Уларҙың береһе лә Кәримә йәшәйәсәк йәмғиәткә кәрәкмәй. Шулай тиһә, атай асыулана, ярһый. Ләкин атаға ҡаршы өндәшеү юҡ. Кәримә ниндәй ҙә булһа эш табып сығып китергә тырыша. Мәктәптә оҙаҡлай. Хәҙер Кәримә өйрәнде. Рустар араһында үҙ кеше. Ә атаһының үткәнен белмәйҙәр. Бында ул тыныс, имен тормошта йәшәй.
Бер көн мәктәптән һуң ғына ҡайтып инде. Әсәһе нәмәлер төйнәп булаша. Өй бола. Кәримәнең йөрәге тағы дарҫлап тибергә кереште. “Нимә, әллә уларҙы бында ла килеп таптылармы?” Улай тиһәң, әсәһенең йөҙөндә хәүеф-ҡурҡыу сағылмай. Тауышы ла ҡәҙимге.
– Берәй яры йыйынмайбыҙҙыр ул, әсәй?
– Ҡайтабыҙ, балам. Ата-бабалар ватанына.
– Юҡ, әсәй, ҡайтмайыҡ. Атайыма ла шулай тип әйт.
– Балам!.. – әсәһе ултыра төштө. – Ул ни тигән һүҙ? Нисек, ҡайтмайыҡ ти тыуған еребеҙгә? Атайыңа иптәштәре, элекке эштәр өсөн эҙәрләү юҡ, власть үҙе ҡырға киткәндәрҙе кире саҡыра, тип хат яҙған. Беҙ бит нахаҡ ғәйептән ҡотолор өсөн генә китергә мәжбүр булдыҡ.
– Бында мәктәптә мин яҡшы уҡыйым.
– Балам, ауылда башҡортса уҡыясаҡһың. Атайың, беҙгә үҙебеҙҙең кадрҙар кәрәк, ти. Оҙаҡламай мәктәп тамамлай­һың, үҙ телебеҙҙә ғилем алып, туған телебеҙҙең дәрәжәһен күтәреп йәшәйәсәкһегеҙ, Алла бойорһа.
– Кәрәкмәй миңә башҡорт теле. Миңә бында рәхәт! – Кәримә ҡысҡырып илап ебәрҙе лә сығып йүгерҙе.
Нишләп һаман атаһы бер балыҡ башын сәйнәй? Тыуған ер, тыуған ер, имеш. Ни өсөн иҫкелеккә сат йәбешкән? Улар ҡеүәтле совет илен төҙөй, бөтөн ерҙә яңы тормош гөрләй. Совет иле – донъя ғорурлығы. Бүтән илдәр уларҙан өйрәнә. Ниндәй милли кадр? Ниндәй туған тел? Атаһы һаман артҡа ҡараған килеш йәшәй бирә.
Әбделмән ағай һуң ғына ҡайтты, кәйефе күтәренке. Боронғо көйҙө һуҙа. Вәлидиҙең яратҡан йыры, ти торғайны. Аңлашыла. Атай кеше һаман бер үк бурысты атҡарыуын дауам итә. Үҙ балаларын шул рухта тәрбиәләп маташа. Әсәһе һәр саҡ уның яҡлы. Шуға ла Кәримәнең, тыуған яҡҡа ҡайтмайыҡ тип, үсегеп сығып киткәнен әйтмәгән. Йәшерә әсәһе иренән ундайыраҡ һөйләшеүҙе... Бер аҙ ултыра биргәс, Кәримә лә һыуынды. Атаһының белмәүе лә хәйерлерәк тә. Бер яҡтан, йәлләүес, атаһы бит яңғыҙ. Арҡаҙаштарынан, бергә көрәшкән дуҫтарынан берәү ҙә тиерлек ҡалмаған. Кемдәрелер һуғышта һәләк булған, кемдәрелер ҡырға сығып киткән, кемдәрелер һөрөлгән, кемдәрелер атылған, хәбәрһеҙ юғалған... Атаһын ниндәйҙер көс был ғәрәсәттән һаҡлай. Әле лә шуға өмөтләнәме? Нәмәләрҙе арбаға тейәгән ыңғайға атаһы шулай ти:
– Минең малайҙар урыҫса уҡып, башҡортса насарыраҡ һөйләшә башланы. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе белмәйҙәр ҙә. Башҡорт улы үҙ телендә иркен һөйләшергә тейеш. Автономияны беҙ нимә өсөн яуланыҡ? Шунһыҙ беҙ юҡ. Минең өсөн был хурлыҡ! Хатта йәшәүемдең мәғәнәһе ҡалмай. Тимәк, балаларыма үҙ илемдә үҙ телемдә белем бирер өсөн ҡайтырға тейешмен. Үҙ телендә насар һөйләшкән ул ниндәй башҡорт? Ата-бабаларым ҡәберҙә әйләнер был хурлыҡтан. Улар бит телде, иманды һаҡлай алғандар!
Ышанды Әбделмән ағай хөкүмәттең вәғәҙәһенә. Сираттағы буш вәғәҙә булып сыҡты. Өйҙән елтерәтеп алып сығып киттеләр. Ҡайҙалығын хәбәр итеүсе булманы. Кәримә атаһын уйлап ут йотто. Ҡаҙағстанда ҡалырға өгөтләмәгәне өсөн үкенде. Бына хәҙер төрмәлә һорау алаларҙыр, үткән эштәре тураһында белешәләрҙер. Тик язалай ғына күрмәһендәр. “Әгәр ҙә атам ҡасҡан сағыбыҙҙа, юлда, биш чекисты атып үлтереүен әйтһә, беребеҙгә лә аяу булмаясаҡ. Хәйер, ул бит сыҙам. Өндәшмәҫ. Моғайын, ҡайтарырҙар”. Тик атаһы әйләнеп ҡайтманы. Ҡош телендәй хәбәр ҙә килмәне.
Бер көндө мәктәп директоры уларҙың өйөнә үҙе килеп инде. Өҫтән бер кеше килеүен, Кәримәне һөйләшергә саҡырыуын әйтте. Кәримәнең аяҡ аҫтында ер убылдымы ни!
Ҡаланан килгән вәкил мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы ир ине. Һары сәсе майлап һалынған тиерһең. Өҫтөндә гимнас­терка.
– Здравствуйте!.. – тине ҡыҙ көс-хәл менән. Яуапты алғас, теге кеше Кәримәгә яҡыныраҡ килергә ҡушты, эргәһенән урын күрһәтте. Теҙ быуындары ҡалтырауын һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡыҙ яй ғына уға табан атланы. Тәҙрә янында ултыр­ған икенсеһе башҡорт булып сыҡты.
– Яҡыныраҡ кил, яҡыныраҡ, – тип ҡабатланы башҡортса.
– Совет власына ауылда нисек ҡарайҙар? – тип һораны вәкил һәм, тәржемә ит, тигәндәй ярҙамсыһына ҡарап алды. Ләкин Кәримә тегенеһенә ауыҙ асырға ла ирек бирмәй русса тәтелдәргә кереште:
– Атайым мине аңлы рәүештә рус мәктәбенә бирҙе, сөнки беҙ - берҙәм совет халҡы, иң гуман йәмғиәт төҙөүселәр. Шуға ла мин башҡортса аңламайым. Совет берлеге беҙҙән башлана. Бөтә донъя пролетарийҙары берләшәсәк. Рус теле аралашыу теле. Уны яҡшы белеү – минең өсөн коммунизм идеяһына тоғролоҡ! Сөнки ул бөйөк Ленин теле.
Кәримә үҙен бүлдермәйенсә туҡтаманы. Вәкил ҡабатлап исем-фамилияһын, ғаилә хәлен һораны. Ҡыҙ иһә бытырланы ла бытырланы. Ниндәй китаптар уҡығанын, ни өсөн уҡығанын, бөгөн совет власына кемдәр, ниндәй империалистар янауын, йәштәр атҡарасаҡ бурыстар, устав, ниндәй идея, тәғлимәт өсөн көрәшкәндәрен, коммунизмдың ниндәй буласағын – быларҙың бөтәһен дә ул яттан белә.
– Атайыңың үткән юлы тураһында нимә әйтер инең? – вәкилдең күҙҙәре хәйләкәр йылмая.
– Йәш саҡта атай ниндәй булғандыр, беҙгә мәғлүм түгел, ләкин ярлы сығышлы булыуы тәғәйен асыҡ. Яңы тормош төҙөүселәрҙең береһе, әүҙемсе. Ул һәр саҡ ғәҙеллек принцибын алға һөрә, синфи дошмандарға аршы көрәшеү - иң изге бурыс, тип әйтә, әгәр ҙә нимәнелер белеп бөтмәһәм, совет власты бөтәһен дә асыҡлар.
– Һине мәктәптә актив комсомолка, тинеләр. Ә юл йыш йөрөргә тура киләме? – тип һораны чекист.
Кәримә тертләне. Ҡапыл күҙ алдында атҡа Ҡаҙағстанға илткән юл пәйҙә булды. Уйланырға ваҡыт юҡ ине.
– Мин тик бер генә юлды беләм. Революция юлын. Любовь Яроваялар һайлаған тоғролоҡ юлын. Комунизмға илтәсәк юлды. Башҡалары юл түгел, һуҡмаҡ ҡына.
Ҡыҙҙан күҙен алмаған чекист артҡа терәлеберәк ултырҙы, әлеге ҡыланышы нимәне аңғарта? Яуабы оҡшанымы, әллә бындай яуапты көтмәнеме икән? Артыҡ уйланырға ваҡыт юҡ ине. Һәм Кәримә дауам итте.
– Бөйөк Ленин һыҙған юлдан барыу – бөгөнгө һәр йәш кешенең бурысы.
Уның эсенә инеп китерҙәй булып текләгән вәкил, туҡтарға ҡушып, ымланы. Ярҙамсыһы ишеккә күрһәтте, тимәк, Кәримәне ебәрәләр. Ҡыҙ, исмаһам, артына бер тапҡыр боролоп ҡараһасы! Юлды күрмәгән килеш атланы ла атланы. Эстә тороп ҡалған был икәү аҙаҡ уның тураһында нимә тине икән? Өйгә нисек килеп ингәнен, урындыҡҡа нисек килеп ҡолағанын да хәтерләмәй... Төнө буйы аяғы ҡорошто, иртәнсәк баҫырға иткәйне ауыртыуға түҙмәй яман итеп аҡырып ебәрҙе. Әсәһе эргәһенә йүгереп килеп етте:
– Ни булды, балаҡайым? Һиңә ҡағылыусы булмағандыр бит?
– Аяғыма баҫа алмайым, әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы! – тип үкһене ҡыҙ.
– Ҡуй-ҡуй-ҡуй, барма бөгөн мәктәпкә. Йөрөмә.
– Юҡ! – Кәримә нисек һикереп тороп баҫҡанын да һиҙмәй ҡалды. – Бөтөнөһөнә үс итеп, уҡырға йөрөргә тейешмен!
Бынан ары уны саҡырыусы, допрос алыусы булманы. Атаһының ун йылға Себергә һөрөлөүен ауыр кисерҙеләр, әлбиттә. Шулай ҙа ҙур ғаилә берҙәм булды, бирешмәне. Әсәһе тырышлығы менән аслыҡты ла, юҡлыҡты ла еңделәр, мәктәпкә йөрөнөләр.
Икенсе донъя һуғышы башланғанда ир туғандары шаҡтай ҙурайып, ҡул араһына ингәйне. Һөргөндән атаһы яҙған хаттар ҙа килде. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап төрлө органдарға мөрәжәғәт иткән. Хатта Сталин иптәштең үҙенә хат яҙған. Өйгә ебәргән хатында шундай юлдар бар ине: ”Мин бит снайпер. Дошманды юҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерә алам”. Снайпер. Эйе, атаһы мәргән. Бер тапҡыр әсәһе: “Атағыҙ әкиәттәге Кирәй Мәргән ул. Ә батырҙы анһат ҡына үлтереп булмай, ул юҡ-бар дошман ҡулынан һәләк булмаясаҡ”, –тигәйне.
Ысынлап та, 43 йылда атаһын фронҡа алдылар. Бүтәндәр, ирҙәре йәки аталары һуғышҡа алынһа, ҡан-йәш түгеп илап оҙатыр ине. Кәримә был хәбәрҙе ҡыуаныс менән ҡабул итте, атаһы совет власы алдындағы ғәйебен үҙ ҡаны менән йыуасаҡ. Был ғәйеп тойғоһо Кәримәлә лә йәшәй, уға тыныс көн итергә ирек бирмәй. Күңелгә шундай уй ҙа килеп ҡуя: “Үлһә ни, үлә лә ҡуя инде. Һуғыш үлемһеҙ булмай . Уның ҡарауы, балаларының тормошо тыныслыҡта үтер. Һуғышта һәләк булды, тиеү бер ҙә насар яңғырамай ҙа баһа...” Шул саҡ эсен нимәлер сыйып-көйҙөрөп үтте. Тфү-тфү, атай тураһында былай уйлау көфөр! Күргән-кисергәндәр әллә ниндәй уйҙарға төшөрә... Кәримә таш бәғерле түгел. Ул атаһын йәлләй ҙә. Сөнки күпме эш атҡарҙы, тау-таш аҡтарҙы. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда булды, юҡты бар итте. Уның хеҙмәте менән ил файҙаланды. Тик барыбер артыҡ кеше булып ҡалды. Бөтөн нахаҡты сабыр кисерҙе, намыҫына тап төшөрмәне. Халыҡ мәнфәғәте, хөрриәт, милләт, тип яныуы уның яҙмышын ҡара һөрөм менән сорнаны.

* * *
Ә атаһын фашист пуляһы алманы. Һуғыштан ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың оло быуынын тәшкил иткән яугир һынатманы, күкрәгенә орден-миҙалдарын тағып аяҡ баҫты кескәй ватанына. Был ваҡытта Кәримә балиғ булып, Өфөлә институтта уҡый ине. Атаһын ҡайтып күргәс, ҡыҙғаныуҙан эсе өҙөлдө. Балаҫ йәйелгән урындыҡта ҡураныс ҡына кәүҙәле, ап-аҡ сәсле ҡарт ултыра. Тик башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итеүе мәңгелек тамға итеп баҫылдымы, уны тағы ла алып киттеләр, һәм Сталин вафатынан һуң ғына ғаиләһенә әйләнеп ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр. Совет илендә белем алған һәм кеше булған Кәримә атаһының мөһөрө үҙенә йоғоуҙан шикләнде шикелле, тыуған ауылына һирәгерәк ҡайтты.
Шуныһы ғәжәп, ниндәй язалар кисерһә лә, ниндәй ыҙалар күрһә лә, Әбделмән үҙ ҡарашынан ваз кисмәне. Тыйылған исемдәрҙе ҡабатланы. Һаман башҡорт армияһы, көрәштәштәре тураһында һөйләне, уларҙы иҫләне. Уның хәҡиҡәте күптәргә аңлашылманы. Кәримә лә шулар иҫәбенә булды. Ә атаһы өлкән ҡыҙын яратты. Тормош юлын уға бәйән итергә, уның менән уртаҡлашырға тырышты. Тик Кәримә: “Атай, икенсе ваҡытта иркенләп һөйләшербеҙ”, – тип, һылтауын да табыр ине. Нишләп һаман шул бер нәмәне сәйнәй икән, тип асыуланған сағы ла булды. Тора-бара, атаһы мулла булып китте. “Дин – ағыу” тигән көслө пропаганда заманында, ҙур темптар менән индустриализация барғанда был эшмәкәрлеге шулай уҡ ҡай берәүҙәр өсөн сәйер тойолдо. Уның ҡарауы, иманлы, миһырбанлы, ғәҙел, мулланы ауылдаштары ҡәҙерләне. Атлауына ҡартлыҡ инһә лә, күҙҙәре элеккесә үткер ине, асыуланған сағында был кейек күҙҙәрҙә осҡон ҡабынғандай була.

3
– Атай, һин бит снайпер. Фашистар бер башҡорт снайперы барлығын башына ла килтермәгәндер инде!
– Шулай! – тине ҡарт эске ҡәнәғәтлек менән. – Бөйөк Ватан һуғышында мәргәнлегем ярап ҡалды. Тик ул саҡта снайперҙар менән әллә кемде аптыратып булмағандыр. Хәрби сәнғәт тә камиллаша. Ә бына инҡилап һәм Гаждандар һуғышы мәлендә беҙ телгә алған уҡсылар күп булды, тип әйтә алмайым мәгәр. Мин Башҡорт ғәскәрендә үҫмер егет кенә инем бит әле. Ҡыҙым, шул булып-үткән нәмәләрҙе ҡасандан бирле һөйләргә итәм дә, тик һин ваҡыт тапмайһың бит әле...
Кәримә йәһәт кенә атаһын бүлдерҙе.
–Тарихи сығанаҡтар күп бит хәҙер. Тарихсылар яҙа.
– мТарихсылар!.. Һы... Башҡорт ғәскәре тураһындағы китаптарҙы ҡасан, ҡайҙа уҡының? Китапханаларҙы үҙем аҡтарып йөрөгәнем бар, беҙ үткән юл тураһында мәғлүмәт юҡ. Шып-шымдар. Әйтерһең, тарихтың боролошло мәлдәрендә башҡорттар булмаған, үҙенең хәрби оһоллоғон тойҙормаған! Ә миңә күп хәрби етәкселәр менән шул һуғыш яланында бергә ҡайнау бәхете тейҙе.
Кәримәнең тыны ҡыҫылды. Тап ошо һөйләшеүҙән, ошо хәтирәләрҙән ҡаса ул, ә атаһы һаман бер генә яҡҡа бора! Кәримәнең ҡарашы ҡырыҫланды.
– Һине ике тапҡыр һөрҙөләр бит инде, атай. Әҙерәк... – Ҡатын һүҙен нисек бөтөрөргә белмәй туҡтап ҡалды.
– Нимә әҙерәк?
Атаһын милли ғәскәр тураһындағы хәтирәләренән алыҫлаштырырға кәрәк, сөнки уның һөҙөмтәһе бик насар буласаҡ! Һәм Кәримә күптән эсен өйкәгән һорауҙы бирҙе.
– Ә теге биш кешене атҡас... Тейешле органдарҙың улар тураһында һорашҡандары булманымы бер тапҡыр ҙа? Әллә һине шул енәйәт өсөн ҡабат алып киттеләрме?
– Балам, ниндәй биш кешене? Милләттең азатлығына биш кеше генә ҡаршы сыҡҡан тиһеңме ни?
Кәримә атаһына тәү күргәндәй текләп китте. Үҙ ҡулдары менән атып үлтергән биш чекисты атаһы нисек иҫенән сығарһын, ти инде? Бәлки, ғәзиз балаҡайҙары янда саҡта шундай аҙымға барғанына үкенәлер һәм шуға онотҡан булып ҡыланалыр? Ә ул ҡәһәрле төн инде күпме йылдар үтһә лә Кәримәнең төштәренә инеп йоҡонан ҡалдыра!
– Мин аңлайым, атай, – тине ахыр. – Мин яҡшы аңлайым. Бүтәнсә беҙгә ҡотолоу юҡ ине.
– Ҡыҙым, нишләп биш кеше, тинең? Мин әллә күпме фронт юлы үткән һалдат та баһа!
– Яу юлдарың таныш түгел, атай. Мин Ҡаҙағстанға ҡасып киткән сағыбыҙҙы иҫләп әйтәм. Һин хатта йәшереп ҡуйған винтовкаңды әллә ҡайҙан килтереп сығарҙың. Уны беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, арбаға, төпкә, һалам аҫтына тыҡтың, – Кәримә ауыр итеп көрһөндө. – Ҡыуғынсылар беҙгә етә килгәндә, йәһәт кенә тартып алдың да, беҙҙе иңкеүлектә ҡалдырып, үҙең кирегә саптың.
– Ә-ә-ә, бына нимәне әйтәһең икә-ә-ән! – тип һуҙҙы Әбделмән ағай, баш сайҡап ҡуйҙы. – Эйе, беҙҙе юҡ итергә тип атлыҡҡан залимдарҙың ҡашына атылдым. Шулай. Дөрөҫ. Тик ҡоралһыҙ сыҡтым.
– Ҡор...Ҡор-ралһыҙ? Йәғни винтовка менән түгел, тимәксеһеңме? Кәримә шаҡ ҡатты. Ғүмерҙә алдаша белмәгән атаһы бөгөн нишләп бушты һөйләй? Нимә булған уға? Әллә ҡартайыу ғәләмәтеме?..
– Ниндәй ҡорал! Дөпөл иҫерек кеше булып, сайҡала-сайҡала, ауа-түнә, аҡырып урыҫса йырлай-йырлай атланым был зобаниҙарға табан. Миңә ете баламды үлемдән йолоп ҡалырға кәрәк ине! Беҙ бит, балам, ҡамауҙа ҡалғайныҡ, бүтән сара юҡ ине... – Ҡапыл Әбделмән ағайҙың эйәге дерелдәп ҡуйҙы. – Ә ҡоралдан атырға тура килмәне. Улар миңә ышанды. Шуға ла ҡай яҡҡа күрһәттем, улар шул яҡҡа сапты.
Шул саҡ әләм-һәләм кейгән, туҙған башлы атаһы ап-асыҡ булып күҙ алдына килеп баҫты... Кәримә һеңгәҙәне. Уға оят булып китте хатта.
– Һуң... – тине ул көс-хәл менән, – Атай, уларҙы бер-бер артлы юҡ итеү бер һинең өсөн нәмә лә түгел дә баһа! Винтовкаңды үҙең менән алғайның! – Тауышында ышанмау ҙа, аптырау ҙа бергә яңғыраны. – Ул винтовканы бүтән бер тапҡыр ҙа күргәнем булманысы...
– Шулай, балам, винтовкамды бүтән берәү ҙә күрмәне. Ышан, балам, ҡорал тоҫҡар сиккә килеп терәлмәгәйнем.
– Нисек терәлмәгәйнең?.. Әгәр ҙә һине танып ҡалһалар, ул ваҡытта, атай... Уй, күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс! Бына әле лә әллә нимә эшләп киттем!.. Атай, һин иң мәргән башҡорт, иң шәп аусы. Ә нишләп үлем алып килеүселәр ҡаршыһына ҡоро ҡул менән сыҡтың? Аңламайым! Нимәлә сәбәбе? Патрондарың юҡ инеме әллә?
Әбделмән ағай уйсан йылмайҙы.
– Винтовкама уҡталыр өсөн бер секунд та етә ине! Тик ҡорал күтәрмәнем. Миңә уларҙы ҡоралһыҙ алышта еңергә кәрәк ине. Ә винтовканы ошо вәхшиҙәр күҙҙән юғалғас, шул туҡраған еребеҙҙә, иңкеүлектә, күмеп ҡалдырҙым. Минең уны ҡырға, икенсе тарафҡа алып сығырға хаҡым юҡ ине. Ҡаҙағстан еренә аяҡ баҫҡанда тоғро дуҫым янымда юҡ ине.
Атаһының биш кешене атып үлтереүенә ошо көнгә тиклем тамсы ла шикләнмәгән Кәримә телһеҙ ҡалды. Аңлауы ауыр ине уға яугир атаһының был аҙымын.
– Ир ҡоралды сараһыҙлыҡтан күтәрә, балам. Һуңғы сиктә... Сөнки мин бер бөйөк затҡа бүтән ҡорал күтәрмәҫкә һүҙ биргәйнем. Уның ҡушҡанын үтәнем. Хушлашҡан саҡта ул шулай тине: “Башҡорттар һуңғы сиккә килтереп еткерелгәндә генә ҡулына ҡорал ала. Мин артабан был сиккә килтереп терәлмәҫебеҙгә өмөт итәм. Хәлегеҙҙән килгәнсә тыныс юл аша көрәшегеҙ. Рухи берҙәмлек булһын, был көстә берәү ҙә еңә алмай. Яңы власты үҙебеҙҙең мәнфәғәткә хеҙмәт иттерергә тырышығыҙ. Һеҙҙең төп ҡоралығыҙ – иман һәм аҡыл. Беҙҙең рух быуаттар аша ла осрашасаҡ. Мин быға ышанам, ҡыйғыр бөркөттәрем, яҙа атмаҫ мәргәндәрем”, – тине ул. “Яҙа атмаҫ мәргәндәрем”, – тине... Бөтәһен дә һөйләп бөтөү мөмкин түгел.
Кәримә сел-селт күҙен йомдо. Нисәмә тиҫтә йыл үтеп китте ул ваҡыттарға. Дәүерҙәр, донъяла хакимдар, системалар алмашынды. Атаһының ғына инаныуы үҙгәрмәне...
– Һеҙ, балаҡайҙар, белмәйһегеҙ Ватанды ташлап китеү ғазабын. Белергә лә яҙмаһын. “Һинең отҡорлоғоң, зиһенең, зирәклегең үҙеңдең һәм милләттәштәребеҙҙен тыуасаҡ балалары өсөн кәрәк. Үҙеңде һаҡлауың – милләтте һаҡлау икәнен онотма”, – тигәйне ул миңә. “Совет власы ла мәңгелек түгел, ул айырым кешеләрҙең идеяһы, ә беҙ көрәшкән ҡиммәттәр – халыҡтыҡы...”
Атаһының ауыҙынан сыҡҡан аҙаҡҡы һүҙҙәр башҡорт азатлыҡ хәрәкәте етәксеһенекеме, әллә атаһыныҡымы булдымы, Кәримә был турала ҡабатлап һорарға ҡыйманы.
– Милләтенән айырыр өсөн яңы власть башында тороусылар был аҫыл затҡа күпме әшәкелек ҡылды. Уның ғүмерен һаҡлау – беҙҙең бурысыбыҙ ине. Мин дә уны оҙатыштым, борма-борма юлдар үтеп... Ул күҙҙән юғалғансы урынымдан ҡуҙғала алманым. Оҙаҡ баҫып торҙом. Ҡайтыр яҡҡа кире бороғанда күҙ йәшем кипкәйе инде.
– Атай, нишләп һин?!. Ни өсөн һин уны оҙатыштың?!.
– Мин бит уның адъютанты инем, – ҡарт йылмайҙы. – Мин әле лә уның адъютанты!
Был һүҙҙәрҙе әйткәндә саҡта Әбделмән ҡарт турайып баҫты. Битенең сырышы яҙылды. Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткән элекке адъютанттың үткер, ҡарсыға ҡарашы алыҫҡа төбәлде. Унда, гүйә, кемделер күрҙе. Күҙҙәре осҡонланды. Эйе, офоҡҡа төбәлгән ғорур ҡарашлы атайҙың һәм, әлбиттә, яугирҙың ғәжәйеп тә илаһи нур бөркә ине йөҙө был мәлдә...

(Дауамы. Башы 6-сы һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға