«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Йәмғиәт » Башҡорт эпостары төрки донъяны яулай



13.02.2015 Башҡорт эпостары төрки донъяны яулай

Башҡорт эпостары  төрки донъяны яулай Төрөк теле йәмғиәте 1997 йылда “Төрки халыҡтарҙың эпостары” проекты буйынса төрки халыҡтарҙың эпостарын төрөк теленә тәржемә итеп сығара башланы. Ниәт буйынса унда 100 том сығарыу күҙаллана. Проект ҡабул ителеү менән профессор, Са­лауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Баш­ҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхмәт Мөхә­мәтвәли улы Сө­ләй­мәнов менән филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының шәр­ҡиәт кафедраһы мөдире, тәржемәсе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов унда ҡатнашырға теләк белдереп хат яҙа. Ыңғай яуап килгәндән һуң улар барлыҡ башҡорт халыҡ эпостарын ҡабаттан барлап, проект өсөн “иң-иң”дәрен һайлап алыу эшенә тотона.
Ниһайәт, “Баш­ҡорт эпостары” дүрт томда (барлығы 80 эпос) донъя күрҙе һәм барлыҡ төрки донъяға таралды. Проект етәкселәре әйтеүенсә, ошо 100 том араһында һан һәм кү­ләм буйынса башҡорт эпостары тәүге урынды биләй. Ә йөкмәткеһе, боронғолоғо тураһында айырым билдәләп, баш­ҡорттарҙың бай тарихлы, бик боронғо халыҡ икәненә инандылар. Был үҙе үк беҙҙең халҡыбыҙ ижадында, әҙәбиәтебеҙ нигеҙендә ниндәй аҫыл мираҫ ятҡанын күрһәтә.
Проектты бойомға ашырыуҙа ҡатнашыусы Ғәйнислам Дәүләт­бай улы менән осрашҡанда тәүге һорау, әлбиттә, тәржемә тураһында булды.
– Йыйынтыҡтарҙы төҙөүҙә беҙгә Төркиәнең Гази университеты профессоры Мэтин Ургун ярҙам итте. Тәржемә эшләгәндә лә уның ярҙамы ҙур булды. Билдәле булыуынса, 1996 йылда уҡ “Урал батыр” эпосын ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәре ойошмаһы төрөк теленә тәржемәләп, китап итеп баҫтырып сығарғайны. Һуңыраҡ “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек ун мифологик эпосҡа ла сират етеп, улар 2000 йылда төрөк телендә донъя күрҙе. Тәржемәне атҡарыу минең иңгә төштө. Ул саҡта ла Мэтин Ургун ныҡ булышлыҡ иткәйне. Ә ҡалған эпостарҙы тәржемә итергә Әбйәлил ҡыҙы Фәриҙә Айытбаева ярҙам итте. Ул – тәүҙә Башҡорт дәүләт университетында, аҙаҡ Төр­киәлә белем алған кеше. Әлеге ваҡытта ҡытай телен үҙләштерә. Шулай уҡ Измирҙағы Эгей университеты уҡытыусыһы, йәш ғалим Әхмәт Йәсин Ҡара ярҙам итергә теләк белдер­ҙе. Башҡорт теле менән төрөк теленең оҡшаш, тамырҙаш булыуы беҙгә ныҡ ярҙам итте. Эш барышында мөмкин булған тиклем ике телгә лә яҡын, ауаздаш булған һүҙҙәрҙе ҡулланырға тырыштыҡ. Был әҫәрҙәр­ҙең йөкмәткеһен, мәғәнәһен тулы һүрәтләргә ярҙам итә. Эпостарҙы ике телдә лә уҡыусы булараҡ, улар­ҙың юғары кимәлдә эшләнеүен билдәләп үтер инем, – тине Ғәйнислам Дәүләтбай улы.
Һәр том йөкмәткеһе йәһәтенән айырылып тора. Тәүге томға баш­ҡорт милләтенең, кешелектең башланғысы булған “Урал батыр”ҙан башлап мифологик характерҙағы 16 эпос йыйылған. Уларҙың күп булыуы үҙе үк беҙ­ҙең бик бо­ронғо ха­лыҡ икәнебеҙҙе иҫбатлай. Ә бит ҡайһы бер ха­лыҡтар­ҙың бер генә мифологик эпосы йә риүәйәте бар. Хатта бөтөнләй булмағандары ла осрай. Ә икенсе томда тормош-көнкүреште һүрәтләүсе “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Таһир менән Зөһрә”, “Йо­соф китабы” кеүек эпос­тар тупланған. Өсөнсө һәм дүртенсе том – тарихи эпостар йыйылмаһы. Унда бейҙәр, батыр­ҙар, хандар, сәсәндәр тураһындағы әҫәрҙәр­ҙең төп нөсхәләре йыйылған. Был проекттың үҙенсәлеге шунда: бойондороҡһоҙ эксперттар һәр эпосты ныҡлы тикшереп, анализлап, өйрәнеп, төп нөсхәһе ҡайһы халыҡтан сыҡҡанын, тамырҙарын асыҡлай. Һәр эпостың, ғөмүмән, халыҡ ижа­ды өлгөләренең төрлө халыҡта төр­лө версиялары һәм варианттары бар. Быға төрки халыҡтарҙың күсмә тормош менән йәшәүе сәбәпсе. Мәҫәлән, “Иҙеү­кәй менән Мораҙым” эпосының башҡорт хал­ҡында ғына 16 варианты бар. Ә та­тар, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ халыҡтарында булған вариант­тарҙы һанаһаң, улар ике тиҫтәнән аша. Был проектҡа уның тәүге варианты, төп нөсхәһе генә ингән. 1997 йылда эш башлаған проекттың томдарының 7 – 8 йылдан һуң ғына донъя күреүенә лә ошо тикшереү эштәре сәбәпсе. Тик­шереү эштәре бик ентекле алып барыла. Ҡайһы бер халыҡтарҙың эпостарын проектҡа индереүҙән баш тартҡан осраҡтар ҙа булған. Бәхеткә күрә, беҙҙекеләр бындай сикләүҙәргә дусар ителмәгән: тәҡдим ителгәндәрҙең барыһы ла донъя күргән.
Китаптарҙың һәр томы 1500 данала ҡағыҙ вариантта сығарылып, ғилми, милли һәм юғары уҡыу йорттары китапханаларына таратыла. Шулай уҡ уларҙың электрон варианттары менән теләгән һәр кем таныша ала. Киләсәктә ғалимдар, халыҡ ижадын өйрәнеүселәр барлыҡ төрки донъяның әҙәби мираҫын бер проект эсендә өйрәнә аласаҡ. Был томдар һәр халыҡтың тарихын, фекерләү кимәле үҫешен дә асыҡ сағылдыра. Бүтән халыҡтар менән бер рәттән, башҡорт халыҡ эпостарын да өйрә­неүҙәре ҙур шатлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Төрөк теле йәмғиәте проекттарын киңәйтеп, киләсәктә шулай уҡ төрки донъяның әкиәттәрен, йыр­ҙарын һәм башҡа халыҡ ижа­ды өлгөләрен дә, хатта хәҙерге заман әҙәбиәтен дә бер проект эсендә томдар менән сығарырға ниәтләй. Ғәйнислам Ибраһимов әйтеүенсә, улар һәр проектта теләп ҡатнашасаҡ. Проект етәксеһе, профессор Фиҡрәт Төркмән – билдәле баш­ҡорт шәхесе Зәки Вәлидиҙең уҡыу­сыһы. Үҙе уҡытҡан Эгей университеты менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетының шәрҡиәт ка­федраһы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырған һәм фәнни аралашыуҙарҙы үҫтерә. Киләсәктә фоль­клорҙы өйрәнеүсе студент­тар­ға Төркиәлә белемен камиллаштырыу мөмкинлеге булдырыр­ға ниәтләй. Ошоға бәйле ул былтыр декабрь айында Өфөгә килеп, студенттар менән осрашты. Фиҡрәт Төркмәнде фольклор йү­нәлешендә эшләүсе белгестәрҙең әҙ булыуы хафаға һала. Шуға күрә йәштәрҙе халыҡ ижадына ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған:
Башҡорт эпостары  төрки донъяны яулай – Башҡорт дәүләт университетының башҡа илдәрҙең уҡыу йорттары, билдәле шәхестәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе баш­ҡорттарға донъя кимәленә сығыр­ға ярҙам итә. Был эпос томдарының бөгөн донъя күреүе лә ошо бәйләнеш емеше. Шуға күрә беҙгә артабан да булған бәйләнештәрҙе тағы ла нығытып, киңәйтеп эшләргә кәрәк.
Төрки донъя башҡорт эпостары, халыҡ ижады менән генә түгел, ә хәҙерге әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына. 2004 – 2005 йылдарҙа Әхмәт Сөләймәнов менән Ғәйнислам Ибраһимов әҙерлеге менән “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы” төрөк телендә ике том булып донъя күрҙе. Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмул­ланың ижадын һәм тормошон сағылдыр­ған яҙмалар ҙа айырым китап булып сыҡты. 35 том булып баҫтырылған “Төрки донъя халыҡтарының уртаҡ әҙәбиәте” серияһында Башҡортостан шәхестәренең әҫәр­­ҙәре күп.
– Төркиәлә бик күп студент, әҙәбиәт белгесе Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, На­зар Нәжми һәм башҡа яҙыусылар­ҙың ижадына ар­нал­ған диплом, ма­гистр һәм кандидатлыҡ эштәре яҙа. Баш­ҡорт телен өй­рәнгән төрөк студенттары айырым яҙыу­сы­лар­ҙың әҫәр­ҙәрен тәржемә итә. Уларға ярҙам итеү маҡсатында заманында Баш­ҡорт дәүләт университетында төрөк телен, ә хәҙер Төркиәнең Ушак университетында студент­тар­ға башҡорт теле уҡытҡан Морат Өзша­һинды беҙҙең уҡыу йортоноң шәрҡиәт кафедраһының ғил­ми вәкиле итеп тәғәйенләнек. Ул бөтә ил буйынса башҡорт теле, әҙәбиәте, фольклоры буйынса ғилми эш яҙыусылар­ға беҙҙең менән бергә методик ярҙам күрһәтәсәк.
Ваҡытында студенттар менән фольклор экспедицияларына сы­ғып, райондар, ауылдар буйлап йө­рөп, халыҡ ижадын йыйған, йәш быуынға тапшырған Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы уҡытыусылары Марат Мин­һажет­динов, Әхмәт Сөләймәнов ХХ бы­уаттың 60 – 70-се йылдарында ошо кафедра янында фольклор фондына нигеҙ һалған. Бөгөнгө форсаттан файҙаланып, уларға оло рәхмәтемде еткерәм. Зама­нында улар бик ҙур эш эшләгән. Әлеге ваҡытта беҙҙең уҡыу йортоноң башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһының архивында йөҙ томдан ашыу мираҫ һаҡлана. Ә хәҙерге быуынға уларҙы өйрәнеп, донъя кимәленә сығарыу бурысы тора. Бер ниндәй уҡыу йорто ла, архив та был йәһәттән беҙҙең менән тиңләшә алмай. Бындай мираҫ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Кирәй Мәргәндән башлап бөгөнгө көнгә тиклем үҙ эшенең фанаттары булған ғалимдар алдында баш эйәм, – тине Ғәй­нислам Дәүләтбай улы, һүҙен тамамлап.
Әҙәбиәтебеҙ тарихының нигеҙе булған бай фольклорсыларыбыҙҙың төрки донъя кимәленә сығыуы Әҙәбиәт йылының тәүге һөйөнөслө ваҡиғаларының бе­реһе. Шуға күрә, ошо һөйөнөс менән уртаҡлашырға яҡын арала проект етәкселәрен, әҙәбиәт һәм фольклор белгестәрен, төрки донъяның башҡа халыҡтарынан да белгестәрҙе саҡырып, төрөк телен­дә донъя күргән “Башҡорт эпостары” томдарының исем туйын үткәреү ниәтләнә.

Әйткәндәй

* Төрөк теле йәмғиәте 1932 йыл­да, Төркиәнең тәүге Президенты Мостафа Кемал Ататөрк тарафынан төрөк телен һаҡлап алып ҡалыу һәм уны донъя кимәленә күтәреү маҡсатында ойошторол­ған. Ойошманың эшенә Пре­зидент тарафынан күҙәтеү алып барыла. ХХ быуат башында төрөк теле ғәрәп, фарсы һәм Европа телдәренән алынған һүҙҙәр менән сыбарланып бөткән була. Улар ҡулъяҙмаларҙан, халыҡ ижады өлгөләренән, әҙәбиәтенән төп һәм уртаҡ төрөк һүҙҙәрен табып, ҡабат ҡулланыуға ҡайтара. 80 йыл эсендә улар сит һүҙҙәрҙе телмәрҙән 65-тән 10 процентҡа тиклем кәметкән. Был процесс һаман да дауам итә.

* “Төрки халыҡтарҙың эпостары” проектының хәҙергә 60-тан ашыу томы ғына донъя күргән. Бойондороҡһоҙ эксперттар әлеге ваҡытта ҡалған 40 томды тикшереү менән шөғөлләнә. Эксперттар составы сер итеп тотола. Уларҙың тәҡдимдәре һәм һығымталары хат итеп тапшырыла.

* Төркиәлә авторлыҡ һәм баҫма хоҡуҡтарына иғтибар ҙур. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола” һәм башҡа эпостарҙың төрөк телен­дәге тәүге баҫмаһын ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәре ойошмаһы сығарғанға күрә, ошо телдәге артабанғы баҫма хоҡуғы ла тик уларға ғына бирелгән була. Ойошма вәкилдәре, “Төрки халыҡтарҙың эпостары” проектының оло әһәмиәтен аңлап һәм башҡорт халҡына ихтирам йөҙөнән был хоҡуҡтарынан баш тартыуын белдереп, рәсми хат яҙҙы. Беҙҙең эпостар ошо хатты тапшырғандан һуң ғына проектка ҡабул ителде. Хәҙер инде был хоҡуҡҡа “Төрки халыҡтарҙың эпос­тары” проекты эйә.

* Әлеге ваҡытта Төркиәнең Ушак университетында 300-гә яҡын студент башҡорт телен өйрәнә. Ә бөтә ил буйынса уларҙың һаны меңгә етә. Киләсәктә уларҙың белемен камиллаштырыу өсөн Башҡортос­танда бер нисә айлыҡ курстар ойоштороу күҙаллана.


Гөлнур ҠЫУАТОВА.


– Бөгөнгө баҙар иҡтисадынан сығып, һорау биргем килә: был проектта ҡатнашҡан, эпостарҙы тәржемә иткән өсөн һеҙгә аҡса түләнәме?

– Беҙҙе был мәсьәлә бөтөнләй ҡыҙыҡһындырманы. Эпос­тарҙың төрөк телендә баҫылып, уларҙы төрки донъяға билдәле итеүе мөһим ине. Аллаға шөкөр, ниәтебеҙгә ирештек. Был – халҡыма һәм илемә булған изге бурысым. Сөнки мине илем мәктәптә, университетта бушлай уҡытып, белем бирҙе, Төркиәгә барып белем алырлыҡ мөмкинлек булдырҙы. Һәм алған белемемде киләсәк быуынға тапшырыр өсөн ышаныс күрһәтеп, университетҡа эшкә алдылар. Был изгелектәр өсөн ошо эшем менән рәхмәтемде еткер­ҙем, тип иҫәпләйем. Ә бит, уйлап ҡараһаң, башҡа республикаларҙа ошо проектты бойомға ашырғанда эш һөҙөмтәләрен күрмәйенсә, баҡый донъяға күскән шәхестәр ҙә булды…








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға