«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



06.02.2015 Мәҙәктәр

– Кисә хоккейға барҙыҡ, – ти бер ир танышына.
– Кемдәр уйнаны һуң?
– Белмәйем дә инде. Ҡыс­ҡырған тауыштарға ышанһаң: «Һаҫыҡ кәзәләр» менән «Ахмаҡ һарыҡтар» ине, буғай.

* * *
– Улым, – ти өләсәһе, – үҫкәс, кем булыр инең?
– Йә арыҫлан, йә юлбарыҫ.
– Бәй, бәй, был тағы ни тигән һүҙ, был һиңә нимәгә?
– Бөтәһе лә минән ҡурҡһын өсөн.
– Хатта уҡытыусы ламы?
– Юҡ, юҡ. Беҙҙең уҡытыусы апайҙы бер нимә менән дә ҡурҡытып булмай.

* * *
Табип – бәләкәй малайға:
– Шулай итеп, ҡолаҡтарыңа-танауыңа зарланаһыңмы?
– Зарланам. Свитер кейгәндә ҡолаҡтар ҡамасаулай.

* * *
Анатомия дәресе бара. Уҡытыусы:
– Йөрәк ҡайһы яҡта урынлаш­ҡан?
Морат ҡулын күтәрә.
– Йә, әйтеп ҡара, – ти уҡытыусы.
– Шуны ла белмәҫкә. Билдәле, эске яҡта.

* * *
Мәктәптән ҡайтҡан малай атаһына:
– Бөгөн мәктәптә бәләкәй генә ата-әсәләр йыйылышы бу­ла, – ти.
– Бәләкәй генә тигәне нимәне аңлата инде, улым?
– Йыйылышта һин, мин, синыф етәксеһе һәм мәктәп директоры ғына буласаҡ.

* * *
– Ирек, бурысҡа алған аҡсаңды ҡасан ҡайтарырға уйлайһың?
– Мартябрҙә.
– Ундай ай юҡ та һуң.
– Мин дә шулай тим бит инде...

* * *
– Һөйәркәһенең бокссы ире ҡайтып ингәс, Мирас дүртенсе ҡаттан һикергән. Хәҙер дауаханала. Уның баш мейеһе һелкенгән, төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған, өс ҡабырғаһы һынған, янбаш һөйәге, ҡулы, аяғы ҡаймыҡҡан.
– Йүләр! Уға һөйәркәһенең ире менән һөйләшеп ҡарарға булған.
– Ул башта нәҡ шулай эшләгән дә инде. Тәҙрәнән һикереү арҡа­һында уның аяғы ғына ҡаймыҡҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға