«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡулъяҙмалар янмай...



23.01.2015 Ҡулъяҙмалар янмай...

Ҡулъяҙмалар янмай...Милли әҙәбиәт музейы барлығы хаҡында бик күптәр хәбәрҙар түгел. Уның эше, про­блемалары һәм Әҙә­биәт йылына бул­­ған пландары менән та­нышыу маҡсатында музей ди­ректоры, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Моратова менән әңгәмәләштек.

– Милли әҙәбиәт музейы ҡасан барлыҡҡа килде һәм ул бөгөн ниндәй эштәр башҡара?
– Башҡортостан Республикаһы Пре­зи­денты Указына ярашлы, 2001 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһында Милли әҙәбиәт музейы ойошторола. Атай-олатайҙар беҙгә әллә нисәмә быуат һуҙымында бай матди, рухи йәдкәр ҡалдырған. Шул хәтирә-иҫтәлекте тейешенсә һаҡлау, өйрәнеү һәм киләсәккә ҡалдырыу хаҡында хәстәрлек күреү маҡсаты менән асыла музей. Әле беҙҙең фондта 10 меңдән ашыу ҡомартҡы бар. Унда яҙыусыларҙың, әҙәбиәт белгестәренең ҡулъяҙмалары, шәхси әйбер­ҙәре, әҫәрҙәре, фотолары, архивтары инә. Музейҙың төп бурысы – ошо фондты һаҡлау, яңыларын булдырыу. Халыҡҡа башҡорт әҙәбиәте тарихы үҫешен тамырҙарынан алып, ауыҙ-тел ижадынан башлап күрһәтеү ҙә беҙҙең изге бурысыбыҙ, тип һанайым. Яҙыусыларҙың ижадын пропагандаларға, уларҙың әҫәрҙәренә таянып, йәш быуын араһында тәрбиәүи эш алып барырға тейешбеҙ. Шулай уҡ музей функцияһын ғына үтәмәйбеҙ, ғилми эш тә алып барабыҙ. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, әле офисыбыҙ ғына бар, үҙ бинабыҙ, күргәҙмә залыбыҙ юҡ. Был проблема эште күпкә тотҡарлай, йыйған материалдарҙы халыҡҡа тулы кимәлдә еткерә, ҙур күргәҙмәләр, саралар ойоштора алмайбыҙ. Концепция буйынса музей­ҙың ете күргәҙмә залы булырға тейеш, бының өсөн ике мең квадрат метр майҙаны булған бина кәрәк. Ә беҙ хатта уның меңенә лә риза булыр инек. Әлеге ваҡытта халыҡ күп әҙәби ҡомартҡы менән танышыуҙан мәхрүм. Төрлө уҡыу йорттарынан студенттар материалдар эҙләп килгән осраҡта, бөгөнгө тиҙлек заманында уларға тиҙ арала ярҙам күрһәтеп булмай. Сөнки кәрәкле мате­риалдар­ҙы ҙур-ҙур кәштәләрҙән, шкафтарҙан эҙләргә тура килә. Ә инде үҙебеҙҙең күргәҙмә залдары булһа, мәғлүмәттәрҙе һәр кешегә ҡулланыу мөмкинлеген бирер инек. Әлегә, проблемаларға ҡарамайынса, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейындағы бәләкәй генә майҙанда мөмкин тиклем һөҙөмтәле эштәр атҡарырға тырышабыҙ. Даими рәүештә әҙиптәр менән осрашыуҙар, әҙәби һәм хәтер кисәләре ойошторабыҙ, күргәҙмәләр ҡуябыҙ. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар беҙҙә үткән сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәй. Ҡулъяҙмалар янмай...Үҙ бинабыҙ булмағанлыҡтан, күп осраҡта күсмә күргәҙмәләр менән Башҡор­тостандың төрлө райондарына, ҡалаларына, филиалдарға барабыҙ. Уларҙы ойошторған ва­ҡыт­та бер ыңғайҙан ғилми экспедицияларҙа ла йөрөп, мәғлүмәттәр йыябыҙ. Былтыр ошондай ғилми экспедиция менән Башҡортостандан ситтә – Силәбе өл­кәһенең Троицк, Мейәс ҡалаларында һәм Ырымбур өлкәһендә булдыҡ. Мөхәмәтша Буранғо­ловтың туғандары менән танышып, бик күп материал алып ҡайттыҡ. Беҙ уға “Урал батыр” эпосы өсөн бурыслыбыҙ. Ул ваҡытында, Ырымбурҙан Баймаҡҡа барып, Ғәбит сәсән менән осрашып, бе­ренсе яҙмаларҙы эшләгән. Дауыт Юлтый­ҙың, Ғабдулла Амантайҙың тыуған ауылдарында булып, улар­ҙың ижадына арналған күргәҙмәләр ойоштороп, халыҡ алдында мәртәбәләрен күтәреп ҡайттыҡ. Йыйылған мәғлүмәттәр һәм экспонаттар менән музейҙы байыттыҡ.
Ҡулъяҙмалар янмай...Троицк ҡалаһын башҡорт әҙәбиәте әһелдәре менән бик боронғо тарих бәйләй. Унда Башҡортостандың бе­ренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир Шәйехзада Бабич белем алған, эшләгән, мәғрифәтсе Миф­тахетдин Аҡмулла мәҙрәсәлә уҡыған, аҙаҡ төрмәлә ултырған. Зәйнулла Рәсүлев дини шәхес кенә түгел, ә ғилми эштәре менән дә дан ҡаҙанған. Төрки донъяла уның исеме киң билдәле, хеҙмәттәре абруйлы тип баһалана. Уның тормошоноң һәм ғилми эштәренең асылмаған яҡтары бик күп. Уларҙы өйрәнәһе һәм халыҡҡа еткерәһе бар әле. Бына ошо шәхестәрҙең эҙенән йөрөп, мәғлүмәттәр йый­ҙыҡ. Барған һәр ерҙә милләттәштәребеҙ менән осрашыу үткәр­ҙек, халыҡ менән аралаштыҡ.
Музей Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе ағзалары, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһы уҡыу­сылары менән хеҙмәттәшлек итә, яҙыусы­лар­ҙың тормошон һәм ижадын өйрәнгәндә улар беҙҙең ярҙамға таяна. Ҡасим Дәү­ләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы уҡыусылары әҙәби әҫәрҙәргә һүрәттәр эшләй, конкурстарҙа ҡатнаша. Былтыр үткәрелгән “Әгәр ҙә Салауат тере булһа…” конкурсында йәш быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнашты. Был саранан шул тиклем күңелем булды, кисерештәрҙе һүҙ менән генә аңлатып булмай. Балаларҙың илһөйәрлеген, ижадҡа ынтылыуын күреп, күҙгә йәштәр тулды.
Музейға төрлө сараларҙы үткәрергә маҡсатлы Президент гранттары ярҙам итә. Шулай уҡ даими рәүештә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашабыҙ.
– Музейҙа бөтәһе нисә кеше эшләй һәм райондарҙа нисә филиал бар?
– Коллективта бөтәһе 45 кеше тупланған. Аллаға шөкөр, беҙҙә әҙәбиәтте, ғилемде ярат­ҡан, әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан һәм ижади йәштәр күп эшләй. Дәүләт музейы булараҡ, биш филиалыбыҙ бар. Уларға Өфө ҡалаһындағы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Дүртөйлө районының Әсән ауылындағы Шәйехзада Бабич, Ҡырмыҫҡалы райо­нының Ибраһим ауылында урынлашҡан Мөхәмәтсәлим Өмөт­баев, Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы Мифтахетдин Аҡмулла һәм Белорет районының Асы ауылындағы Арыҫлан Мөбәрәков музейҙары инә. Шулай уҡ муниципаль берәмектәргә ҡараған ике тиҫтәгә яҡын әҙәбиәт музейы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, улар­ға даими методик ярҙам күрһәтәбеҙ.
– Әҙәбиәт йылында ниндәй яңы проекттар өҫтөндә эшләү планлаштырыла? Ниндәй әҙәби саралар үтәсәк?

– Йылдың әҙәбиәткә арналыуын ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттек. Быйыл республика һәм район-ҡала етәкселәре тарафынан әҙәбиәткә, уның менән бәйле ойошмаларға иғтибар артыр, халыҡты әҙәби хеҙмәтләндереү әүҙемләшер, тигән өмөттәр бағлайбыҙ. Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы ай аҙағына ниәтләнһә лә, беҙҙең ойошманың саралары йылдың тәүге көндәренән үк башланып китте. Күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 2 ғинуарҙа 120 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған ауылында Дүртөйлө районы хакимиәте, Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторол­ған ҙур байрам саралары уҙҙы. Алда тағы ла бер ҙур дата – Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тула. Бай йөкмәткеле саралар үткәреү күҙ уңында тотола.
Ә төп саралар, әлбиттә, Мәҙә­ниәт министрлығының планына ярашлы уҙасаҡ. Тәү сиратта мөмкинлектәре сикләнгән йәштәргә, балаларға өйҙәрендә күргәҙмә эшләргә ниәтләйбеҙ. Әлеге ваҡытта виртуаль музей ойоштороу өсөн әҙерлек эштәре бара. Заманса технологияларҙы ҡулланһаҡ, беҙҙең мөмкинлектәр ҙә артыр, онлайн экскурсиялар аша беҙҙең менән һәр төбәктәге ҡыҙыҡһыныусылар таныша алыр ине. Бөйөк шәхестәребеҙ башлыса ауылдан сыҡҡан, шуға күрә әҙәбиәт музейҙары ла ауылдарҙа урынлашҡан. Һәм күптәр улар менән танышыуҙан мәхрүм. Техник мөмкинлектәрҙе ҡулланып, халыҡты булған музейҙар менән таныштырғы килә.
Тағы ла быйыл, Әҙәбиәт йылында, беҙ беренсе тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһының Александр Пушкин исемендәге Бөтә Рәсәй музейы менән берлектә Өфө ҡалаһында Пушкиндың Пуга­чев ихтилалына арналған әҫәр­ҙәре буйынса виртуаль күргәҙмә ойошторабыҙ. Шул уҡ сара сиктәрендә ғилми лекциялар, әҙәби уҡыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү планлаштырыла. Ҙур масштабтағы проекттар тураһында һөйләгәндә, Милли әҙәбиәт музейы иғлан иткән “Минең музейым” республика конкурсы хаҡында әйтеп үтеү зарур. Өс номинацияла үтәсәк конкурста Башҡортостандың һәр музейы ҡатнаша ала. Декабрь айында “Фондты һаҡлаусы”, “Иң яҡшы сара”, “Иң яҡшы экскурсовод” номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Һәм беҙ, Мәҙәниәт министрлығы планына ярашлы, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Яҙыусылар союзы, “Башҡортостан” гәзите, “Китап” нәшриәте менән берлектә “Әҙәби мозаика” марафонында ҡатнашабыҙ. Һәр районда үткән әҙәбиәт байрамы йәш таланттарҙы асыҡлау, улар менән ижади бәйләнеш булдырыу өсөн ойошторола. Ошондай матур саралар менән йылыбыҙ емешле, әһәмиәтле һәм һөҙөмтәле үтер, тип өмөтләнәбеҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға