«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Уралым” гәзитенә – аҡ юл



16.01.2015 “Уралым” гәзитенә – аҡ юл

“Уралым”  гәзитенә – аҡ юлСиләбе өлкәһендә йәшәүсе аҫабалар – милләттәштәребеҙҙең шатлығын ур­таҡлашабыҙ: бер ни тиклем ваҡыт туҡтап торғандан һуң унда “Уралым” гәзите тергеҙелде. Хәҙер баҫма ике телдә – башҡортса һәм русса баҫылып, 8000 данала бушлай таратыласаҡ.
Гәзит Силәбе өлкәһе баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Башҡортос­тан­дың Силәбеләге даими вәкиллеге башланғысы менән булдырылды. Ул башҡорттар күпләп йәшәгән Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Сыбаркүл райондарында, Силәбе, Магнитогорск, Златоуст ҡалаларында таратыла.
Тәүге һанда халыҡты Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский ҙа сәләмләгән. Редакция һәм ижади төркөм күҙаллауынса, яңылыҡтарҙан тыш, өлкә башҡорттарының көнүҙәк проблемалары, ҡы­ҙыҡлы факттар яҡтыртыласаҡ. “Әҙәби бит”, “Рухи тормош”, “Та­рихтың тере шаһиттары” кеүек рубрикалар уйланған, башҡорт милли аш-һыуы рецептары биреләсәк.
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов бындай гәзитте тергеҙеү көн талабы булыуын билдәләй. Халыҡты берләштереүҙең дә бер сараһы бит ул баҫма.
Милләттәштәр “Уралым”а битараф ҡалмаҫ, уҡыр, әүҙем яҙышыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға