«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Билдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәй



16.01.2015 Билдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәй

Билдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәйБилдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәйБилдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәйБилдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәйӨфөләге төрлө тауар, хеҙмәт рекламаһы ҡуйылған щиттарҙа хәҙер китап уҡырға өндәгән цитаталарҙы күрергә мөмкин.
Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арнап, баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарында билдәле башҡорт һәм рус әҙиптәре әҫәрҙәренән цитаталар яҙыл­ған илленән ашыу щит урынлаштырылды.
Уларҙа Н. Гоголь, А. Чехов, А. Пушкин, Л. Толстой һәм башҡаларҙың китап уҡыуға арналған һүҙҙәре урын алған. Бынан тыш, Ә. Бикчәнтәевтың “Яҙыусы хеҙмәте – тылсымлы профессия ул”, Ғ. Хөсәйеновтың “Китап уҡымаған әҙәм – сәскә атмаған үлән” тигән цитаталары, шағирҙар Рәми Ғариповтың, Ҡәҙим Аралбаевтың шиғыр юлдары, “Ауыҙ күрке – тел, телдең күрке – һүҙ” кеүек башҡорт халыҡ мәҡәле лә урын алған.
Билдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәйБилдәле әҙиптәр китап уҡырға өндәйБындай акция баш ҡалала тәүгә үткәрелә. Щиттарҙағы цитаталарҙы ҡала хакимиәте белгестәре һайлап алған.
Ә бына Учалы районында автобус-китапхана үҙ эшен башланы. Уның эсендә даими яңыртылған китап фонды, матбуғат баҫмалары бар. Унда шулай уҡ компьютер техникаһы ҡуйылған, электрон документтар менән эшләргә, интернетҡа сығып була. Библиобус кеше аҙ йәшәгән һәм китапханаһы булмаған төпкөл ауылдарға белем һәм яңылыҡтар илтә.

А. ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға