«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



16.01.2015 Мәҙәктәр

Төҙөлөш батальонында хеҙмәт итеүсе һалдат ҡаҙанлыҡта мейес яғыусы булып эшләй. Бер көн егет ҡағыҙ алып уның ситтәрен бер аҙ көйҙөргәс, һөйгәненә хат яҙа башлай: «Сәләм, ҡәҙерлем минең. Был хатты ут ҡапҡан танк эсенән яҙам…»

* * *
Осрашыу бик мөһим булғанға күрә, һуңға йәки йоҡлап ҡалырмын тип бик ҡурҡтым, шунлыҡтан бөтөнләй йоҡламаҫҡа булдым. Һөҙөмтәлә йоҡлап киткәнмен һәм һуңға ҡалғанмын…

* * *
– Кисә Әҡлимәне күргәйнем, ул әйтте, – тип зарлана бер ханым әхирәтенә, – һин уға мин бер кемгә лә әйтмәҫкә тигән серҙе сискәнһең икән.
– Телен тыя белмәгән нәмә, – ти әхирәте асыу менән. – Мин уға һин бер кемгә лә һөйләмә тигән серҙе сисеүем тураһында бер нәмә лә әйтмәҫкә ҡушҡайным да һуң!
– Ҡара әле, – ти беренсе ханым. – Һин уның минең һиңә сискән серемде һинең уға һөйләүең тураһында уның миңә әйткәнлеген минең һиңә әйтеүем тураһында бер үк һөйләй күрмә инде, йәме?..

* * *
Улы менән атаһы ат арбаһында өс-дүрт йәшник араҡы алып ҡайтып киләләр. Ҡаршыларына полиция хеҙмәткәре килеп сыҡҡан:
– Сәләм!
Арбалағы араҡыны күреп, шатлығынан йылмайып, әйтеп ҡуйған:
– Тимәк, мин өсөнсө булам?
– Юҡ, дүртенсе булаһың...
– Нисек?
– Һинең һымаҡ өс кешене эт итеп һүгеп, ҡыуып ебәрҙек инде!..

* * *
– Әсәй, мин күләүеккә ҡоланым.
– Яңы салбарың менәнме?
– Һалып өлгөрмәнем шул.

* * *
Дәрес бара. Уҡытыусы:
– Мин ашаманым, һин ашаманың, ул ашаманы. Иҙел, ҡабатла әле, мин яңы ғына нимә тип әйттем?
– Бер кем дә ашаманы…

* * *
– Боронғо кешеләрҙең нимә менән туҡланғанын ҡайҙан белеп була?
– Консерва һауыттарынан, әлбиттә…

* * *
– Атай, ә кешеләр, ысынлап та, маймылдан яралғанмы?
– Әлбиттә, улым.
– Тимәк, әсәй менән һеҙ мине уллыҡҡа алғанһығыҙ?

* * *
– Әйт әле, Ирек, ниндәй теш иң аҙаҡ сыға?
– Алтыны.

* * *
– Атай, мине Камил туҡманы.
– Һин ҡарап торҙоңмо?
– Ана шунан башланды ла инде…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға