«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Яҙмышыма рәхмәт әйтә-әйтә Күҙ һалғанда ҡабат үткәнгә...



16.01.2015 Яҙмышыма рәхмәт әйтә-әйтә Күҙ һалғанда ҡабат үткәнгә...

Яҙмышыма рәхмәт әйтә-әйтә Күҙ һалғанда ҡабат үткәнгә...Фәриғә Ғаззали ҡыҙы Күсәкова (Үтәшева) 1951 йылда Хәйбулла районының Таштуғай ауылында тыуып үҫкән һәм әле лә ошо ауылда донъя көтә. Хаҡлы ялда. Тормош иптәше Факил Зөфәр улы менән 42 йыл татыу ғүмер кисереп, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Дүрт ейән-ейәнсәр­ҙәрен ҡарашалар.

Өләсәйҙәр

Беҙ үҫкәндә өләсәйҙәр
Үтә матурҙар ине.
Ейән-ейәнсәрҙәр менән
Ихлас, татыуҙар ине.
Балитәкле күлдәк кейеп
Яулыҡ бәйләрҙәр ине,
Толом осонда тәңкәләр
Сыңлап көйләрҙәр ине.
Самауырҙарын ҡайнатып,
Ҡоймаҡ ҡойорҙар ине,
Ойоҡбаштар бәйләй-бәйләй
Йомаҡ өйөрҙәр ине.
Йығылып тубыҡ ҡанатһаҡ,
Өрөп имләрҙәр ине.
Кисен ҡуйынына һалып,
Бәйет һөйләрҙәр ине.
Заманалар үҙгәрҙеме,
Үҙгәрҙекме үҙебеҙ?
Майка менән шортик кейеп
Өл(ә)сәй булып йөрөйбөҙ.
Ҡоймағын ярай ҡоябыҙ,
Тәңкә үрер толом юҡ.
Ғәфү итегеҙ, ейәндәр,
Беҙҙең һәр саҡ ваҡыт юҡ.
Әкиәт һөйләп тормайбыҙ,
Мультик ҡуйып бирәбеҙ.
Ейәндәр менән интернет
Селтәрендә гиҙәбеҙ.
Ҡайҙа өләсәй ҡосағы,
Ҡайҙа Ҡамыр батырҙар?
Йомшаҡ уйынсыҡ ҡосаҡлап
Йоҡлап китә сабыйҙар.
....Үҫеп килә ейәнсәрҙәр –
Буласаҡ өләсәйҙәр.
Беҙҙе хәтергә алғанда
Нимә генә һөйләрҙәр?

Аҙан

Аҙан тауышы яңғырай
Мәсет манараһынан.
Шатлыҡ йәшен тыя алмай
Ауылым тыңлай аҙан.
Тауҙар шаңдауы ҡабатлай:
– Лә илаһи иллалла...
Аҙан моңона эйәреп,
Аҙан ауылды уята –
Собханалла, машалла.
Ярлыҡа беҙҙең гонаһты,
Мөхәммәт рәсүлулла.

Мөхәббәт

Нимә һуң ул был мөхәббәт –
Һөйөшөү уйынымы?
Әллә башың юғалтырлыҡ
Тойғолар ҡойономо?
Күҙҙәрҙе күҙҙәргә төбәп,
Һөйәм һине, тиеүме?
Әллә һөйгән йәрең өсөн
Утҡа-һыуға инеүме?
Мөхәббәттең ни икәнен
Мин аңлата алмайым.
Тик шуны беләм, ҡәҙерлем,
Һинһеҙ йәшәй алмайым.


Һағыныу

Бала саҡтың бәхетле көндәре
Иҫкә төшһә, һала уйҙарға.
Хәтер йомғаҡтарын һүтә-һүтә
Алып китә әллә ҡайҙарға.
Яҙмышыма рәхмәт әйтә-әйтә
Күҙ һалғанда ҡабат үткәнгә,
Сабырлыҡтар бирһен Хоҙай,
тимен,
Атай наҙын күрмәй үҫкәнгә.
Рәсемеңә ҡарап уйға сумам –
Һинең ҡарашыңды һағынам.
Мин һаман да мохтаж кәңәшеңә,
Тормош юлдарында абынһам.
Ҡаршылаһаң, ҡапҡа төптәрендә
Маңлайыңа ҡуйып ҡулдарың,
Ҡырҡ эшемде ташлап барыр
инем,
Бороп булһа ғүмер юлдарын.

Мин – ҡатын-ҡыҙ бит әле

Донъя мәшәҡәте менән
Арыныммы бер талай?
Көҙгөнән миңә йонсоған
Өлкән бер апай ҡарай.
Сәс ағарған, һырҙар баҫҡан,
Ҡалай йәмһеҙ, кит әле.
Йәш саҡтар артта ҡалһа ла,
Мин ҡатын-ҡыҙ бит әле.
Алъяпҡысымды һалайым,
Матур күлдәк кейәйем,
Сир-сырхауҙы, хәсрәттәрҙе
Төпкәрәк йәшерәйем.
Затлы хушбуйымды һибеп,
Кершән-һөрмә яғайым.
Алҡаларҙы тағайым да,
Көҙгөгә бер бағайым.
Йөҙөмдәге йыйырсыҡтан
Нурҙар йүгерһен әле.
Алтмышҡа аяҡ баҫһам да,
Мин ҡатын-ҡыҙ бит әле.
(Көҙгөләге апай миңә
Йылмайып баҡһын әле).

Тол ҡатындар

Тол ҡатындар илаҡ булмай,
тиҙәр,
Ауырлыҡҡа улар бирешмәй.
Тормош йөгөн тарта сабыр ғына,
Күҙ йәштәре, тиҙәр килешмәй.
Сабырлыҡтар сыңлап өҙөлгәндә
Төндә илай яңғыҙ ҡатындар.
Нахаҡ һүҙҙәр бәғер телгәндә лә
Күрмәһен тип берүк яҡындар.
Төндә генә илай тол ҡатындар –
Бик оҙон шул ҡыштың төндәре.
Улар хәлен аңлай яңғыҙ ай һәм
Күҙ йәштәре һеңгән мендәре.

Һағындым

Ете диңгеҙ аръяғына
Ташланы яҙмыш еле.
Һоҡланып бөтә алмайым –
Торғаны ожмах инде.
Ләкин бында барыһы ят,
Тоймайым наҙын елдең.
Ситтәргә киткәс беләһең
Ҡәҙерен тыуған илдең.
Балланып һутҡа тулыша
Гранат, хөрмә, мандарин.
Үҙ илемдәге баландың
Иҫтән сыҡмай тәмдәре.
Көйҙәре матур булһа ла,
Ят моңдарҙан арыным.
Ауылымда сырҡылдашҡан
Турғайҙарҙы һағындым.
Беҙҙә ҡояш та йылыраҡ,
Елдәр ҙә бит наҙлыраҡ.
Осоп ҡына ҡайтыр инем
Аралар үтә йыраҡ.

Ете йондоҙ

Етегәндең ете йондоҙондай,
Ете генә бөртөк туғаным.
Ғүмер буйы бергә йәшәһәк тә,
Һеҙҙе күреп һис тә туймамын.
Етегеҙҙе ете тарафтарға
Ташлаһа ла тормош тулҡыны.
Минең йөрәк тыуған йортобоҙҙо,
Туғандарҙы һағ(ы)нып һулҡыны.
Етегеҙҙе ете төрлө яҙмыш,
Берсә наҙлай, берсә ҡайыҙлай.
Минең йөрәк һәр ҡайһығыҙ өсөн
Шатланалыр йә әрнеп һыҙлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға