«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Уйҙарымда ғына бала саҡҡа, Үткәндәргә атлап уҙамын



15.01.2015 Уйҙарымда ғына бала саҡҡа, Үткәндәргә атлап уҙамын

Уйҙарымда ғына бала саҡҡа, Үткәндәргә атлап уҙамынӘлфиә Бәхтиәр ҡыҙы Абдрафиҡова – Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуған. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, хәҙерге ваҡытта Байым урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Шиғырҙар яҙыу менән мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ мауыға. Улар "Йәшлек","Йәншишмә" гәзиттәрендә, "Шонҡар" журналында, "Әбйәлил ул – беҙҙең һөйгән ил" исемле район альманахында донъя күргән.

Тыуған өйгә ҡайтҡас

Ҡайттым бына. Тыуған өй
ҡапҡаһы
Үҙгәргән дә кеүек. Тик һаман
Күңелдәрҙә йылы бөркөп торған
Һинең эҙҙәреңде һаҡлаған.
Уйҙарымда ғына бала саҡҡа
Үткәндәргә атлап уҙамын.
Ҡул йылыңды, тере ҡуҙҙарыңды
Һаҡлай кеүек һаман усағың.
Бәпкә көткән шишмә буйҙары ла
Һаҡлай һинең йөр(ө)гән эҙеңде.
Эҙең ҡалған, әммә күреп булмаҫ
Йылмайыулы алсаҡ йөҙөңдө.
Мөрйәләрҙән сыҡмаҫ күкһел
төтөн,
Ултырмайһың, әсәй, кистәрен.
Ишетелмәй көтөү ҡаршы алып,
Гөбөрләтеп һыйыр һауыуың.
Үҙәктәрҙе өҙә яран гөлһөҙ
Тәҙрәләрҙең моңһоу ҡарауы.
Ҡайттым бына... Әммә элеккесә
Ярһып ҡыуанманым, тыйылдым.
Йөрәгемде моңһоу һағыш баҫа,
Алабута баҫҡан өй алдын...

Күңелкәйем нескә

Күңелкәйем бигерәк нескә
минең,
Бәреп сығып килә күҙ йәшем.
Аңлағандар аңлай,аңламаған
Көлөп кенә ҡарай ниңәлер.
Нишләйем һуң инде, нескә күңел
Бирелгән шул миңә тыумыштан.
Ауыр һүҙҙе тиңләйем мин бары
Йәнде ҡыя торған ҡылысҡа.
Насар ҡараш, ҡара уйлыларҙы
Ытырғана, һиҙеп күңелем.
Барыһы ла йөрәк аша үтә,
Йә, Хоҙайым, бирсе, бир түҙем.
Һәр нәмәне яҡын алғанғамы
Ҡыйын булып китә ҡай саҡта.
Күрмә, белмә, ишетмә лә ине...
Моңаймаҫ та инем ул саҡта.
Эх, булмай шул. Ҡанға һеңгән
ғәҙәт,
Юҡҡа сыҡмай икән һис кенә.
Ғүмерлеккә ҡалыр мөһөр булып,
Бирелгәндер, ахыры, нескәлек.

Бикләргә ине

Тылсымлы бер йоҙаҡ табып ҡына
Бикләп ҡуй ҙа ине йөрәкте.
Теләһә кем, ҡасан теләй шунда
Ҡағ(а)лмаһын ине ишекте.
Инмәһендәр унда бер һорауһыҙ
Ниәттәре бысраҡ булғандар.
Йөрәк түрем асыҡ түгел һеҙгә –
Үҙ-үҙҙәрен өҫтөн ҡуйғандар.
Кеше күңелдәрен уйламайса,
Һүҙ йөрөткән хаслы әҙәмдәр.
Алдаҡсылар, ике йөҙлөләргә,
Күңел түрем минең әрәмдер...
Асмаҫ инем һеҙгә һис ҡасан да,
Торһағыҙ ҙа тышта күшегеп.
Ә әлегә тик уйымдан ғына
Бикләп ҡуйҙым күңел ишеген.

Һынай тормош

Ауырлыҡтар биреп һынай
тормош,
Булыр микән сиге, самаһы?
Сабырлығым шартлап һыныр
төҫлө,
Табыр кәрәк ине сараһын.
Бөгөлөр был, тиеп, уйлаймы ул
Һынып төшөр, юҡҡа сығыр, тип.
Улай булмаҫ, өмөт итмә лә һин
Ҡырҡ йәнле ҡатын заты мин.
Кәрәк саҡта түҙем була беләм,
Күҙ йәшемде эскә йотам да.
Белдермәйем, йөҙгә битлек
эләм,
Эскәйемдә ялҡын янһа ла.

Яңғыҙлыҡтан һаҡла

Тертләп киттем, шыҡһыҙ ҡара
көҙҙә
Яңғыҙ торна күргәс баҫыуҙа.
Башын эйҙе, эргәһенә барғас,
Уйламаны ла ул ҡасыуҙы.
Ыжғыр елдә шулай баҫып ҡалды,
Ишен көттө микән моңайып.
Бәлки, эҙләп табыр үҙ тубын тип,
Алып ҡайтырға ла ҡыйманым.
Тормошта ла яңғыҙ-ярыларға
Йәшәү ҡыйындыр ул моғайын.
Яндарыңда булһын аңлар кешең,
Яңғыҙлыҡтан һаҡла, Хоҙайым!


Ҡышҡы тамаша

Өйөрөлөп күктән ҡар төшә,
Ҡар яуа – сихри тамаша.
Тәбиғәттең гүзәл был мәлендә
Ер менән күк, гүйә, тоташа.
Ем-ем килеп бейей күҙ алдында
Ҡанат елпеп ап-аҡ күбәләк.
Ә шаян ел ҡыуа күбәләкте,
“Арыманыңмы ни, күңелсәк?”
“Юҡ, юҡ”, – тигән кеүек, эй,
елпенә,
Ҡар бөртөгө – кескәй шаянҡай.
Арыһа ни, һис аптырап тормай
Ағастарға менеп ҡунаҡлай.
Иҫ китерлек ошо хозурлыҡты,
Оҙаҡ ҡарап торҙом һоҡланып.
Күреп ҡалсы һин дә матурлыҡты
Ашыҡмасы, ваҡыт, туҡтасы...

Алыҫтағы дуҫҡа

Барыһына ҡулың һелтәп ҡуйып,
Донъянан ваз кисер мәлдәрҙә.
Һин онотма, ярҙамыңа мохтаж
Кемдәрҙер бар әле эргәңдә.
Арып-алйып эштән, мәшәҡәттән
Ни эшләргә белмәй йөр(ө)гәндә.
Һәр саҡ булыр ярҙам ҡулы һуҙған,
Тик күңелең менән күр генә.
Наҙ-һөйөүгә йөрәк сарсағанда
Йылы һүҙ етмәгән сағыңда.
Һинең өсөн өҙөлөүсе барҙыр,
Булмаһа ла һәр саҡ яныңда.
Яңғыҙ түгелһең һин, бер-беренә
Кәрәк итеп Хоҙай яралтҡан.
Тыныслан да шуға, бар, тип уйла,
Һинең өсөн дә бер йән атҡан.

Әлдә һин бар

Иңдәремә ҡайғы ишелгәндә,
Һағыштарҙан күңелем әрнеһә.
Әлдә һин бар, ҡайғым
уртаҡлашып,
Йыуатырлыҡ бер һүҙ әйтергә.
Шатлығымды бергә бүлешергә,
Ҡыуаныстан йөҙөм асылһа.
Әлдә һин бар. Юҡһа ташып
торған
Серҙәремде кемгә асырға?

Әлфиә АБДРАФИҠОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға