«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Яҙмыштарға баш эймәйек әле, Ҡарағайҙай ныҡлы булайыҡ”



12.12.2014 Яҙмыштарға баш эймәйек әле, Ҡарағайҙай ныҡлы булайыҡ”

Яҙмыштарға баш эймәйек әле, Ҡарағайҙай ныҡлы булайыҡ”Әлфиә Садиҡова 1963 йылда Мәләүез районының Нөгөш һыу һаҡлағысы ярында урынлашҡан Һәргәй ауылында тыуған. Һөнәре буйынса уҡытыусы. Әлеге ваҡытта Мәләүез ҡалаһында йәшәй. "Мәләүез таңдары" ижади берекмәһенең әүҙем ағзаһы.

Миҙгелдәрем

Һағыштарым ята томан булып,
Ысыҡ булып төшә күҙ йәшем.
Аһ, яҙҙарым, ахыры, һеҙ
булдығыҙ
Ялтлап ҡына үткән бер йәшен.
Йәйҙәремдә булдым мин бер
ҡатлы,
Яҙмыш көлдө, әллә алдашып.
Үҙ юлымды үҙем таба алмай,
Ҡай тарафта ҡалдым аҙашып?
Аҡыл төбө – һары япраҡтармы?
Быҫҡып яуған ямғыр – түҙемме?
Көҙҙәремдән йыуаныстар эҙләп
Маташыусы йәнә үҙемме...

Бәндәбикәгә

Бәндәбикә – милләт инәһе һин,
Башҡортоң бит етем ҡай саҡтан.
Һинһеҙ ҡалғас, ана, күпме балаң
Ерен, хатта телен дә һатҡан.
Килмешәктәр уның һөйәктәрен
Ырғытмаҫтар, тимә, сүплеккә.
Ҡайта алмай, рухы илай төҫлө
Ҡаҙаҡ далаһында – сүллектә.
Оят инде, оят беҙ, башҡортҡа,
Асыҡ тора һаман гүрҙәре...
Һөйәгеңде алып ҡайтырҙай ҙа
Ҡалмағанмы башҡорт ирҙәре?

Әсәйемә

Көҙгө япраҡ кеүек шиңгәнһең дә,
Буй-һынҡайың ҡалған ҡураныс.
Таяҡтарға ҡартлыҡ таяндырған –
Ошо әсәм һаман йыуаныс.
Күңелкәйем далаларҙа булып,
Йыртҡанмындыр йөрәк ярыһын.
Юҡтыр башҡа фани донъяларҙа
Кисереүсе миңә барыһын.
Аяҙ ғына күктәремдә йәшен
Уйнатмаҫ та элек ҡамсыһын
Ҡайтара ла алһам күлдәй хаҡтың
Тик бер генә бөртөк тамсыһын.

Нөгөш

Уралымдың данлы улы –
Нөгөшөм йырлап аға.
Көндөҙөн ҡояш иркәләй,
Төндә моңһоу ай баға.
Ярҙарың текә ҡаялар,
Һыуҙарың, гүйә, көмөш,
Тыуған яғым мөғжизәһе,
Эй, Нөгөш, изге Нөгөш!
Бөгөлдәрҙә талғын ғына
Ағышың – ҡурай моңо.
Ташҡындарҙа ишетелә
Бабамдың ҡылыс сыңы.
Меңәр йылдар инде шулай
Ағаһың да ағаһың.
Берсә шатлыҡ, берсә һағыш
Күңелдәргә ҡағаһың.

Бөтәһе лә үтә

Таштар араһына тамыр йәйеп,
Ҡаяларҙа үҫә ҡарағай.
Ҡарағайҙай сыҙам булһаҡ ине,
Әсе яҙмыштарға ҡарамай.
Был тормошта бөтәһе лә үтә,
Үтер был көн, тыуыр яңыһы.
Әлегеһе йонсоу, болот булһа,
Салт ҡояшлы булыр уныһы.
Йылдың да бит төрлө миҙгеле
бар,
Бар көҙҙәре, бар бит яҙҙары.
Кешенең дә ҡайғы-хәсрәте бар,
Бар һөйөүҙең баллы наҙҙары.
Уйламаған ерҙән ярҙам килер,
Мәрхәмәтле булһаҡ үҙебеҙ.
Йылы һүҙгә сарсап йәшәмәҫбеҙ,
Яғымлыраҡ булһа һүҙебеҙ.
Яҙмыштарға баш эймәйек әле,
Ҡарағайҙай ныҡлы булайыҡ.
Таш булһа ла ярып, тамыр йәйеп,
Дауылдарға ҡаршы торайыҡ.

Сатин шаршау

Бала саҡтың матур хәтирәһе:
Әсәй ҡорҙо түргә сатин шаршау.
Йылдар үткән һайын төшөнәм мин:
Донъяға ул булған икән ҡоршау.
Эй, бик ҡорғом килә сатин
шаршау
Көнсөлдәрҙең ҡотһоҙ күҙенән.
Аҫтыртындың яуыз мәкеренән,
Ғәйбәтсенең нахаҡ һүҙенән.
Ишектәрем асыҡ, күңелем киң,
Ҡунаҡ итәм булған аш менән.
Көтмәйем дә бер ни, бар теләгем,
Атмағыҙ тик, зинһар, таш менән.

Донъя фани

Миҙгелдәрен һис тә
яңылыштырмай
Тыуған яҡҡа көҙҙәр килде тағы.
Күңелемдең мөлдөрәмә булып
Түгелергә генә торған сағы.
Тәбиғәт тә, ана, минең кеүек
Һарыларға йәнә һабышҡан.
Бар тирә-йүн шып-шым
йәшен түгә
Көҙҙәр алып килгән һағыштан.
Сеү, тәбиғәт, иламасы, зинһар,
Һинең алда килер яҙың бар.
Бөрөләрең һутҡа тулышҡанда
Ерем бирер күпме наҙың бар.
Умырзая асып сәскә күҙен,
Ғәжәпләнеп бағыр донъяға.
Шат тауыштар менән бала-саға
Кем уҙарҙан килер йыуаға.
Мин ышанам: һинең яҙың килер,
Иламасы, зинһар, илама.
Әҙәм генә белмәй алдағыһын,
Өмөт менән йәшәп йыуана.

Китапхана

Китапхана – бында күпме аҡыл,
Кешелектең барлыҡ үткәне.
Бында тарих, булат сыңлауы ла,
Кемде яҙмыш ҡайҙа илткәне.
Мөхәббәт тә бында, бында
йәшлек,
Һарыларға бында һабышыу.
Бәғер телеп йәрҙән айырылыу,
Бәхеттәргә сорнап ҡауышыу.
Бында хөкөм һөрә Ваҡыт үҙе,
Быуат менән быуат киҫеше.
Алтын-көмөш түгел, бында
байлыҡ –
Яҙыусының ижад емеше.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға