12.12.2014 Әҙәбиәт киләсәген хәстәрләп
Һуңғы ваҡытта Сибай ҡалаһында әҙәби-мәҙәни мөхит ҡайнап тора. Хәйер, был күренештең тынып торғаны юҡ, әммә ноябрь аҙаҡтарында йәш яҙыусыларҙың төбәк семинары уҙыуы ошо йәһәттән ҡала һулышына йәм индергәндәй булды.
Сарала ҡатнашыу өсөн 26 йәш ижадсы ҡулъяҙмаһын тикшереүгә ҡуйҙы. Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан килгән ижадсыларҙың эшен абруйлы әҙиптәр баһаланы. Атап әйткәндә, поэзия секцияһын шағирҙар Мәүлит Ямалетдин менән Тамара Искәндәриә алып барһа, проза секцияһында күренекле яҙыусылар Әмир Әминев, Сабир Шәрипов һәм Хәйҙәр Тапаҡов ижади багажы менән уртаҡлашты. Драматургия секцияһын драматург Наил Ғәйетбаев етәкләне, ә рус телле яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын Николай Грахов менән Светлана Ғафурова баһаланы.
– Йәш яҙыусыларҙы эҙләп табыу, уларҙы үҫтереү һәм яңы кимәлгә күтәреү – беҙҙең төп бурысыбыҙ, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбай, сараның әһәмиәтен билдәләп. – Бөгөн яҙыусыларҙың уртаса йәше – 67 йәш. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, берешәр китаптары сыҡҡан йәш егет-ҡыҙҙарҙы союзға ағзалыҡҡа ҡабул иттек. Төрлө фекерҙәр булды. Уларҙы даими иғтибарҙа тотасаҡбыҙ, китаптарын сығарыу мөмкинлеген булдырасаҡбыҙ, тигән һүҙҙәр менән ҡаршы булыусыларҙы күндерергә тура килде.
Йәш яҙыусылар араһында исемдәре уҡыусыларға ярайһы уҡ таныш, шул уҡ ваҡытта майҙанға тәүге тапҡыр сығыусылар ҙа бар ине. Тик шуныһы: абруйлы яҙыусы-шағирҙар, уҡыу йорттары ғалимдары уларҙың әҫәрҙәрен анализлап, бөгөн тотоп ҡына китап итеп сығарырлыҡ авторҙы тәҡдим итә алманы. Сәсмә әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында, тәү сиратта, тема тарлығы күҙгә ташланды. Күпселеге ауыл тормошон йәиһә ғашиҡтарҙы һүрәтләүҙән ары китә алмай. Яҙыусы Әмир Әминев ошо етешһеҙлектәргә туҡталып, ҡатнашыусыларҙы актуаль проблемаларҙы күтәрергә саҡырҙы.
– Ҡырҡыу социаль проблемалар булһынмы, милли юҫыҡтағы әсенеүҙәрме – барыһы хаҡында ла күңелгә үтеп инерлек әҫәр тыуҙырырға мөмкин. Бөгөн сит илдән килеүселәр һанының артыуы ла борсоуға һалмай ҡалмай. Улар беҙҙең йәштәр менән аралаша, ҡыҙҙарыбыҙҙы кәләш итеп ала. Донъяға киңерәк күҙлектән баҡһаҡ ине, – тине ул.
Шулай уҡ йәш прозаиктар ижадында телгә иғтибарһыҙлыҡ, русса фекерләү, Рәсәй сериалдарына эйәреп, өҫтөн генә “йүгереү” кеүек етешһеҙлектәр ҙә күҙ уңына алынды.
Поэзия секцияһында егеттәрҙең ҡатнашыуы күңелде күтәреп ебәрҙе. Тағы ла шуныһы: бында юғары уҡыу йорттарында белем алған егет-ҡыҙҙарҙың шиғырҙарына ла анализ яһалды. Шағир Мәүлит Ямалетдин иһә секция эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
– Туғыҙ кешенең ҡулъяҙмаһын тикшерҙек. Өмөт бағларлыҡ йәш шағирҙар күренә. Шуларҙың араһынан Хәким Алсынбаевты айырып әйтер инем. Өлгөрөп еткән, шиғырҙарын бер аҙ төҙәткеләп, йыйынтыҡ итеп сығарыу мөмкинлеге бар, – тип фекере менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, былтыр Учалы ҡалаһында изге башланғысҡа юл һалынды. Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондары ижадсыларын туплаған “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы үҙ эшен башланы. Үҫеп килеүсе быуын менән эшләүҙе маҡсат итеп, быйыл район мәғариф бүлектәре менән берлектә “Минең беренсе китабым” конкурсы иғлан ителгән. Иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡ рәүешендә донъя күргән. Әлеге семинарға ла өс мәктәп уҡыусыһы килгән.
Драматургия секцияһында Стәрлетамаҡтан килгән Тимур Рәхмәтуллиндың әҫәре ҡаралды. Драматург Наил Ғәйетбай, драматургияның ҡатмарлы жанр икәнлегенә баҫым яһап, йәш авторҙы тағы ла камиллашыуға дәртләндерҙе.
Хәҙер инде тарих биттәрендә тороп ҡалған сараның иҫтәлеге булып ҡатнашыусыларҙың әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ та донъя күрәсәк. Был хаҡта З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов әйтеп үтте.
Эшлекле шарттарҙа уҙған семинарҙа күренекле яҙыусылар ауыҙынан: “Әҙәбиәткә йәштәр аҙ килә. Әгәр ҙә ҡәләме булған һәр кемде иғтибарға алып, үҙебеҙ үҫтермәһәк, илле-алтмыш йылдан башҡорт әҙәбиәте булырмы?” – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килде. Ысынлап та, был эшкә бөгөндән тотонмаһаҡ, иртәгә һуң булыуы бар.
Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.