«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Хажи мәсеттәре



12.12.2014 Хажи мәсеттәре

...Саң-туҙан борҡотоп ер ишелә, зилзилә килеп тау-таш емерелә, өңрәйеп торған оло ярыҡтан ялҡын телдәре урғыла, уларына ҡушылып уҡлы уттар оса. Ҡайҙандыр, йәһәннәм төбөнән, әллә үкергән, әллә олоған ҡот осҡос ауаздар ишетелә. Уф-ф! Ни аралалыр япа-яңғыҙы тороп ҡалған кескәй ир бала үкһеп-буҫлығып илай, бәләкәс ҡулдарын һонған булып атаһы киткән яҡҡа ынтыла. Ләкин уны ишеткән дә, күргән дә кеше юҡ. Ул арҡаһыҙ.
Малайҙың атайғынаһын ниндәй­ҙер яман ағайҙар алып киткәйне, шул көндән бирле ул көтә лә көтә. Тик яҡынынан хәбәр-хәтер булманы, һағыныуҙың сигенә сыҡҡан са­бый шулай ҙа ышанысын юғалтмай. Атаһы бит уның һәләк көслө, ғәләмәт ҡыйыу, ҡуш йөрәкле. Әкиәттәге Урал батыр кеүек. Шулай булғас, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңер, теге ағайҙарҙы пыран-заран килтереп ырғытыр һәм матур көндәрҙең береһендә ҡайтып та төшөр. Эйе, ҡайтмай ҡалмаҫ. Сөнки һөйөклө улының унһыҙ йәшәй алмаҫын яҡшы белә.
Ана, әйтте бит атаһы ҡайтыр тип. Уныһы бер көсәйеп, бер һүрелеп ял­пылдаусы ялҡын шаңдағы сағылған алһыу томан араһында хасил булды. Үҙе, элекке ғәҙәтенсә, алсаҡ йылмая. Шулай ҙа йылмайыуы әүәл­­гесә күңел иретерлек ихлас түгел кеүек. Йөҙө үҙенең һағышлы, ҡуңыр күҙҙәрендә борсолоу сағыла. Улын күреүгә ҡыуанаһы урынға...
– Ата-ай! Мин бында-а!
– Улым! Улыҡайым минең!
– Мин һине көттөм.
– Кисер, балам.
– Ни эшләп оҙаҡланың?
– Бына ҡайттым бит, башҡаса...
Атаһы башлағанын әйтеп бөтөрә лә, килеп етә лә алмай, әлеге уҫал ағайҙар уның юлын бүлә. Тотоп алалар ҙа, ҡулдарын шаҡарып, ҡы­уаҡ­тар араһында торған ҡара машинаға табан һөйрәкләйҙәр.
– Ата-ай!!! – Малай ярҙамға ташланмаҡсы итә. Ҡайҙа ул, уны һуғып йығалар. Сабый осоп барып ке­серткәнлеккә тәгәрәй. Ғәжәп, баш­ҡа саҡта аяуһыҙ көйҙөрөп алыр­ға ғына торған кесерткәндәр был юлы нисектер ялған кеүек – саҡмайҙар. Малай, ажарланып, аяғына баҫа.
– Ебәрегеҙ, тим, атайымды! Мин уны һағындым, шуны ла белмәйһегеҙ!
Ләкин ҡара-ялтыр машина ҡуҙғалып китә, ә атаһы уның эсендә. Көсһөҙлөктән рухы ҡаҡшап, йәне иҙгеләнгән малай үкһей-үкһей йөҙтүбән ауа. Күҙ йәштәре сөбөрләп ыу энәле кесерткән тамырҙарына тама...
– Балам! Йәнә баҫлығып ятаһың инде әллә? – Көтмәгәндә әсәһенең яғымлы тауышы ишетелә. – Әйтәм бит, ҡыҙыл эңерҙә йоҡлап ятма, тип. Илап бөткәнһең, йәнкиҫәгем.
«Эш ҡыҙыл эңерҙә генә торһа икән, – тип уйлай Хәмит, тиҙ генә тыныслана алмайынса. – Ҡасан ҡайтыр инде атайым? Унһыҙ ашағаның – аш, йоҡлағаның йоҡо түгел. Уның менән икәүләшеп бесәнгә, бушыраҡ ваҡыттары килеп сыҡҡанда балыҡ ҡармаҡларға, ҡышын ҡуянға тоҙаҡ ҡора йөрөгән көндәре тик һағынып һөйләр өсөн генә ҡалдымы икән шулай уҡ? Булыуы мөмкинме ошоноң? Былай барһа, бер көйлөрәк булып китеүең...»
– Эй, Аллам! Сабыйҙы күрәләтә сиргә һабыштырҙылар бит, иман­һыҙҙар! – Хәмиттең ауыр уйҙарын иламһыраған әсәһе бүлдерә. Ул еүешләнгән күҙҙәрен устары менән ҡаплай ҙа сеңләүгә күсә. – Тәңре ҡарғышынан ҡурҡмауҙарын әйт. Бер зыянһыҙ бәндәләрҙе ала ла китәләр, ала ла китәләр. Сәбәбен дә, ғәйептәрен дә аңлатҡан юҡ. Бәпесемде... Атайлы көйө етем яһанылар, ыһ...
Етем!.. Юҡ, Хәмит етем түгел! Нисек инде етем булырға? Атайың да, әсәйең дә бар көйөнә. Ҡулына бығау һалынған атаһы бит киткәнендә: «Бәхилләшмәйем, ҡәҙерлеләрем, хәлде асыҡларҙар ҙа ҡайтарырҙар. Минең бер яҙығым да юҡ», – тигәйне. Күрерһең, ул әйткәнендә торасаҡ! Әле бая күргән төшөндә лә шул һүҙҙәрен ҡабатланы һымаҡ. Тик машинаның ҡалын быялаһы аша тауышы ғына ишетелмәне.
һуңғы осорҙа Хамиттең күңеле болоҡһоп тик тора. Ғүмерендәй күргән атаһы менән өләсәһен юҡһыныу өҫтөнә, йөрәккә ҡан һауҙырып, йән дуҫтарын юғалтыу хәсрәте өҫтәлә. Күптән түгел, аслыҡтан шешенеп, үкһеҙ етем Нурислам дуҫы әхирәткә күскәйне, үткән көндө шул уҡ сәбәп арҡаһында Шәрифулла мәңгелек йортона йүнәлде. Әле Исмәғил дуҫы хәл өҫтөндә ята. Уныһының да күп көнө ҡалмаған, ахыры, күм-күк балтыр­ҙары бүрәнә ише... Ҡайғы өҫтөнә ҡара ҡайғы. Бошонмай ҡайҙа бараһың шунан.
– Улым, Әсҡәпъямал инәйеңдәргә... – Ғәҙәтенсә, яғымлы ғына һүҙ башлаған әсәһе ошо урында тағы иланы ла ебәрҙе. – Эй, Хоҙайым, ҡайҙа бара был донъя?! Са­быйғыналарҙың ни гонаһтары бар инде, йә?..
Йөрәге жыу иткән Хәмит аслығын алдар өсөн ауырайып ятҡан еренән етеҙ генә тороп ултырыр көс тапты.
– Нимә, әллә Исмәғил?!. – Саманан тыш ҙурайып киткән күҙҙәрендә сараһыҙ ҡурҡыу ҡатыш өмөтһөҙлөк, үкенесле һағыш сағыла. Ошо мәл уға ҡарап тороуы йәл ине…
Исмәғил дуҫын һуңғы юлға оҙат­ҡанда Хәмит йәнә иланы ла иланы. Әллә күңел тулышыуы шул ҡәҙәре – туҡтай алмай ҙа ҡуя. Был юлы уны тыйыусы ла, йыуатыусы ла булманы. Киреһенсә, үрге ос оло ғына бабай:
– Ила, балаҡай, ила. Хәсрәтеңде эсеңә йотма, тышҡа сығар. Илай белмәгәндең күңеле ҡата, йөрәге ташҡа әйләнә. Ә ҡаты күңелле, таш йөрәк кеше – ҡурҡыныс кеше, – тип башынан һыйпаны. – Яҡын дуҫыңды юғалтыуы шул ҡәҙәре ауыр була ул. Ифрат ауыр.
Дуҫын ерләргә биш-алты кеше килгәйне. Иң яҡындары ғына. Ке­шеләр хәлһеҙ. Кешеләрҙе йотлоҡ ҡырҡа. Күпселек аяҡтарын һөйрәп көскә йөрөй. Ләкин өлөштөң иң ауыры быуындары нығынып бөтмәгән үҫмер менән бала-сағаға төшә. Улары себен урынына ҡырыла. Бигерәк тә ир балалар тиҙ миктәй.
Әле был донъяла Хәмиттең ике генә йыуанысы ҡалды. Ул йыуаныс­тарҙың тәүгеһе балаларының та­мағы хаҡына көнө-төнө кемгәлер бил бөккән әсәһе булһа, икенсеһе – ярым айы ҡояшта ялтырап торған мөһабәт манаралы мәсет. Ҡалған йыуаныстары берәм-һәрәм юҡҡа сыға: атаһын көслөк менән ҡайҙалыр алып китһәләр, ейәненә ел-ямғыр тейҙермәй бар ерҙә ҡурсып йөрөткән өләсәһе шул ҡайғыны күтәрә алмайынса ҡапыл ғына гүр эйәһе булды. Көн күргән дуҫтары ла үлеп бөтөп бара. Артабан нимәләр булыр инде, күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс. Хәмиттең дуҫтарына: «Туҡтағыҙ! Ташлап китмәгеҙ мине! Мин һеҙһеҙ нисек итермен?!» – тип ҡысҡырғыһы килә. Хатта зыярат янына барып ҡысҡырғаны ла бар. Ләкин һарғайып кипкән ер өҫтөндә ҡарайышҡан ҡәберҙәр яуап ҡайтармай, өнһөҙ ҡала. Мәрхүмдәр ишетмәй ҙә, һөйләшмәй ҙә. Әллә ишет­һәләр ҙә өндәшмәйҙәр? Бәлки, үпкәләйҙәрҙер? «Беҙ аслыҡтан киттек, ә һин һаман йөрөп ятаһың. Дуҫ кеше шулай буламы?» – тип. Ошо уйынан Хәмиткә шул тиклем ауыр булып китә. Ауыр һәм уңайһыҙ. Әйтерһең дә, уларҙың мәлһеҙ вафатында үҙе ғәйепле. Ахырҙа, күңеленән генә уларҙы аҡларға тотона. «Юҡ, юҡ, уның йән дуҫтары ундай түгел. Башҡалар хаҡында насар һүҙ йөрөтмәҫтәр. Бер ваҡытта ла. Яман, йәмһеҙ уйҙарым өсөн кисерегеҙ мине». Кисерәләрме уны дуҫтары, юҡмы, уныһын, әлбиттә, Хәмит белә лә, әйтә лә алмай. Аллаһы Тәғәлә шулай бойорған: фани донъялағылар менән әхирәттәгеләр аралашмай.
Мәсеткә Хәмит йома көндәре генә йөрөй. Әлегә. Әлегә, тиһә лә, мәсет башҡа көндәрҙә бикле тора. Күрәһең, ашарына булмаған кешелә мәсет ҡайғыһы юҡ. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған кәзә һаҡаллы Имам бабай шу­лай ҙа йома намаҙын урын-еренә еткереп башҡарып тора. Ҡарт-ҡоронан ғына булһа ла, байтаҡ кеше йыйыла. Шулар араһында малайҙарҙан Хәмит бер үҙе. Эле­герәк күмәкләп йөрөйҙәр ине лә ул...
Хәмит күкрәген ҡиблаға табан йүнәлтеп ҡыямға баҫҡанда ла, сәждәлә сағында ла рухы байрам итә, йәне рәхәтләнә, тәне кинәнес таба. Мәсеттә уның барлыҡ мәғшиәт мәшәҡәттәре лә онотолоп тора. Был йорттан ул бар яҡтан да таҙарынып, сафланып-пакланып сыға. «Намаҙ уҡыған кеше гонаһҡа һәләтле түгел», – имам олатай һәр ваҡыт шулай ҡабатлап тора. Имам менән иман һүҙҙәренең оҡшашлығы юҡҡа ғына түгелдер әле. Имам иман тарата, иман имамды һаҡлап бара.
Көндәрҙең береһендә йотлоҡтан йонсоп ятҡан төпкөлдәге ауылға ҡораллы кешеләр килеп тулды. Күпселеге мылтыҡ тотҡан. Пулемет ултыртылған арбалары ла бар. Ала-ҡола кейенгәндәрҙе бары баш кейемдәрендәге ҡыҙыл йондоҙ ғы­на берләштерә ине.
Башта улар темеҫкенеп йөрөп бөтә ауылды байҡап әйләнде. Хәллерәктәрҙең көн күргән һуңғы һыйырын, кемдәрҙеңдер яңғыҙ кә­зә-һарығын, хатта тауыҡтарына ҡәҙәре тартып алып, элекке байҙан ҡалған бер ҡураға йыйҙылар. Йә­шерергә өлгөрмәй ҡалғандар­ҙың келәттәрендәге аҡтыҡ игенде бөртөгөнә тиклем сүпләп сыҡтылар. Аҙаҡ аңлатыуҙарынса, баҡтиһәң, былар барыһы ла данлыҡлы Ҡыҙыл Армия өсөн эшләнә була. Ябай эшсе менән крәҫтиәнгә ирек-азатлыҡ килтергән Ҡыҙыл Армия асығырға тейеш түгел. Ә халыҡ аслыҡтан ҡырылһа ла ярай. Ғәжәп, халҡы бөткән илгә ул армияның ни хәжәте икән?..
Ошоғаса ҡыҙылдар тураһында ярайһы ғына яҡшы фекерҙә булған Хәмиттең хәтере ҡала биреп ҡуйһа ла, бөтөнләйгә биҙмәне. Былар бит үҙҙәре өсөн түгел, ә ҡайҙалыр, яҡты киләсәк тип, дошман менән үле­мес­ле алышҡа ингән Ҡыҙыл Армия хаҡына борсолоп-тырышып йөрөй­ҙәр. Ә инде тартып алыуға килгәндә, ошонан кемдең хәләл малын үҙ теләге менән тоттороп ебәргеһе килһен. Хәмиттәрҙең дә, ана, ике баш кәзәһенең бе­ре­һен алып киттеләр. Әсәһе теҙ сүккән көйө инәлеп-ялбарып ҡара­ғайны ла, ҡайҙа ул, ишетергә лә те­ләмә­неләр. Ара­ларынан береһе: «Мөгөҙлө шайтандарыңдың икеһен дә конфисковать итмәгән өсөн рәхмәт әйт, глупая баба! Уныһын балаларың хаҡына ғына ҡалдырып торабыҙ», – тип кенә ебәрҙе. Ҡалдырып торабыҙ, тине бит, тимәк, әле киләсәктәр.
Күп тә үтмәй, ауылдарын икенсе төрлөрәк кейенгән һалдаттар килеп баҫты. Үҙҙәрен донъя кендеге һанап йөрөгән ҡыҙылдарҙан елдәр иҫте. Хатта пулеметлы арбаларын да ташлап ҡастылар. Ярай әле йыйған мал-мөлкәтте ҡайҙалыр оҙатырға өлгөргәйнеләр.
Ҡыҙыл йондоҙлоларҙың ҡотон алғандарҙы, аҡтар, тип йөрөтәләр икән. Улары шулай уҡ халыҡты көпә-көндөҙ таларға тотондо. Шарылдатып таланылар. Әммә ҡыҙылдарҙан һуң уларға артыҡ нәмә ҡалмағайны. Шул иҫәптән Хәмиттәрҙең һуңғы кәзәһе лә аҡтар өлөшөнә төштө.
Аҙна самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы ауылды өҫтәмә көс туплай һалып алған ҡыҙылдар ҡабат ҡулға төшөр­ҙө. Был юлы улар оторо асыулы ине. Аҡ ғәскәргә ҡойроҡ болғап йөрөгәнһегеҙҙер әле, тип бер ғәйепһеҙгә кешеләрҙе аттылар, киҫтеләр.
Еңеү ҡыуанысынан ғарҡ булғансы эсеп-туйып, бер-береһен танымаҫлыҡ хәлгә еткән ҡыҙылдар өсөнсө көндө, кемде этә-төртә, кемделер һөйрәкләп, бәғзеләрен туҡмай-туҡмай, халыҡты мәсет алдына йыйҙы. Ҡасып китергә мөмкинлек булыуға ҡарамаҫтан, Хәмит ҡасманы, ни булһа, шул булыр, күрәһе­ләр­ҙе бер­гәләп күрербеҙ, тип соролдаш­ҡан ауылдаштары араһына һыйынды. Күмәк кеше араһында уға ни­сектер хәүефһеҙерәк тойола ине.
һәммәһен дә йыйып бөттөләр, ахыры. Ҡулына оҙон көбәкле маузер тотҡан, ялтыр күн кейемле әҙәм уртаға сығып баҫты.
– Йәгеҙ әле, әрәмтамаҡтар, һөйләп ебәрегеҙ, аҡ осаларға ниндәйерәк һый-хөрмәт күрһәткәнегеҙҙе. Тартынмағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ, – ул асыҡтан-асыҡ мыҫҡыл итә ине.
Барыһы ла шымып ҡалған. Майҙан өҫтөндә – шомло тынлыҡ. Кешеләр аңлай: был урынға уларҙы ҡунаҡ итергә йыймағандар. Улар ҡот осҡос хәл алдында баҫып тора.
– Ни эшләп өндәшмәйһегеҙ, бетле бәндәләр? – Тынлыҡты ҡы­ҙылдарҙың икенсеһе боҙҙо.
– Бына, мәҫәлән, һин, ҡартлас, – маузерлы иң алда торған ауыл имамына төртөп күрһәтте. – Аҡ хөрәсәндәргә беҙҙән йәшереп ҡалдыр­ған нимәңде бирҙең? Алдашмай ғына әйт.
– Минең бер ғәзиз йәнемдән башҡа бирер әйберем юҡ, – мөсһөҙ тауышлы ҡарт ҡыйыу өн­дәште. – Булған хәлдә лә, үҙ иркем, үҙ ризалығым менән тоттормаҫ инем. һеҙгә лә, уларға ла, биғәйбә.
Күҙҙәре аҡайып киткән ҡыҙыл башлыҡ терт итеп ҡалды.
– Аһ, һин, таҙ ҡарт! – тип ыҫылданы ул. һулышы киҫкенләште, үҙе, быума тотҡандай, ҡалтыранды. – Балаларыңдың матур киләсәге хаҡына йән аямай ҡан ҡойған Ҡыҙыл Армияны аҡ сволочтар менән бер рәткә ҡуяһыңмы?! Контра! Провокатор!
Шул мәлдә атыу тауышы яңғыраны. Хәмит ҡурҡышынан сытырлатып күҙҙәрен йомдо, устары менән ныҡ иттереп ҡолаҡтарын ҡыҫты. Олатайҙың ыңғырашҡанын ишетмәҫ, ауып барғанын күрмәҫ өсөн. Ул әкрен генә күҙен асҡанда... күкрәгенән ҡан урғылған олатай салҡан ята ине. Шул рәүешле уның һуңғы мөлкәте – ғәзиз йәненә ҡәҙәре тартып алдылар.

Иҙрис НОҒМАНОВ.
Әбйәлил районы.

(Дауамы бар).

– Ата-ай!!! – Яулыҡ мөйөшө менән ауыҙын ҡаплап ошоғаса бөршәйеп кенә торған апай уға ташланды. – Ни ҡыланаһығыҙ, ә, йыртҡыстар?! – тип әжәл алдында сая ҡыланды ул.
– Ҡара һин уны, ниндәй батыр бисә. – «Йыртҡыс»тың ауыҙы кинәйәле салышайҙы. – Ислам ҡанунын боҙоп ирҙәргә ҡаршы һүҙ-әйтә.
– һинме ир?! – Апай ҙа бирешмәне, – һин ғазраил! Ҡарттар менән балаларҙың йәнен алып йөрөгән ҡанэскес! Үҙ халҡыңды ҡырған һин үҙең контра!
– Оһо! Барығыҙ ҙа ишеттегеҙме? Был дошман ҡалдығы власть әһелен күрәләтә мәсхәрәләй. Уға үҙ бурыстарын үтәргә ҡамасаулай.
– Әһел имеш. Хөрәсән! Яуыз карат!
– Ә? һин һаман тыныслана алмайһыңмы, кәнтәй! Ул сағында үҙең дә контра атайың артынан ашыҡ. – Маузер көбәгенән йәнә ут бөркөлдө. Сая апай ыңғырашып ҡуйҙы ла, бабайҙың күкрәгенә ауҙы.
Тамаша ҡылып тороусыларҙан кемдер «аһ» итте, кемдер һушы китеп ҡоланы. Шулай ҙа урынынан ҡуҙғалыусы табылманы. Маузерға ҡаршы йоҙроҡ менән ни ҡылаһың инде.
– Йәгеҙ, тағы кем һүҙ әйтертә теләй? – Ҡоралының көбәгенә өрөп алған ҡыҙыл командир бөршәйешеп тобрғандарға уҫал ҡараш ташланы. Ҡиәфәтендә үҙенең оторо ҡәнәғәтлек сағыла. Кеше үлтереүҙән дә шул тиклем ләззәт табырға була икән. – Тартынмағыҙ, әйтегеҙ.
Үлтереүсенең битараф тыныслығына Хәмит шаҡ ҡатты. Ҡурҡыштарынан тын алырға ла ҡыймаған кешеләр ни әйтһен инде? Ошоно бит теге хаяһыҙ яҡшы белә шулай ҙа көсһөҙҙәрҙән көлөүен, уларҙы кәмһетеүен дауам итә. Кешелек дәрәжәһен күрәләтә кәмһетеүҙән дә яман нимә бар икән?
– Яҡшы. Би-ик яҡшы. – Күн кейемле әҙәм аҡтығы ҡанға батып ятҡан ҡорбандары өҫтөнә теш араһынан асыулы төкөрҙө. –Күреп торам ҡалғандарығыҙ беҙҙең властан ҡәнәғәт. Шулай икән үҙегеҙҙең тоғролоҡто иҫбатларға кәрәк. Нисек итепме?
«Тағы ниндәй этлек уйлап табыр икән был?» – Йәне алҡымына килеп тығылған Хәмиттең һырт буйы зымбырлап китте, маңлайына һалҡын тир бәреп сыҡты. Тегеһе оҙаҡ көттөрмәне, тоғролоҡ шартын әйтә һалдьк,,
– Кемегеҙ ошо мәсет манараһын ауҙарып төшөрә уны үҙебеҙгә тоғро кеше тип һанайым.
«Манараны ауҙарырға?! Юҡ, юҡ, бындайына аҡылы теүәл бер кем дә ризалашмаҫ, моғайын. Иман йортона ҡағылғансы атылып үлеүең мең артыҡ. - Ағарынып киткән Хәмит ян-яғына ҡаранып ҡуя. - Уның ауылдаштары был аҙымға бармаҫ».
– Кем дә кем минең әмерҙе үтәй шуны... сельсовет башлығы итеп ҡуям. – Маузерын һауала болғаштырып алған яуыз Һаман үҙенекен ныҡыша. – Нимәһенә аңшайыштығыҙ, берегеҙҙең дә түрә булғыһы килмәйме ни?
Хәмит ауылдаштарына ни тиклем генә ышанырға теләмәһен, анһат ҡына түрә тәхетенә менеп ултыра һалырға теләүсе барыбер габылды.
– Мин! Мин йығам! Килтерегеҙ балта. – Манараны ҡолатырға баҙнат иткән үрге ос Хәйрулла ине. Ул меҫкен ғүмер-баҡый ауыл байында һеперелде – йылҡы көттө. Нисек кенә тырышмаһын, йәлсеп китә алманы. Үҙенең, һигеҙ балаһы менән ҡатынының да бер ваҡытта ла тамағы ашҡа, өҫ-башы йүнле кейемгә туйманы. Үҙе бер тапҡыр ҙа мәсет тупһаһын ашатлап үтмәне. Һәр хәлдә Хәмиттең быны күргәне булманы. Ана шул бахырҙарҙың-бахыры өрәй әҙәм бысраҡ ҡулдары менән Хоҙай йортона ҡағылмаҡсы итә. Үҙәккә үткәргән юҡсыллыҡ ана нимәләргә этәрә.
– Мулла менән бай минең ҡанды күп эсте. – Яҡлау табыуҙан ирәйеп-батырайып мәсет түбәһенә менеп баҫҡан хәйерһеҙ Хәйрулла алмаш-тилмәш устарына төкөрөп алды. – Хуп, ҡайтарылмаған әжере бына ошо булыр...
Мәсеттең ҡаҡ ағасына барып тейгән балта шаҡ итеп ҡалыу менән Хәмит үҙенең сенснек һөйәгенә килтереп сапҡандай хис итте. Был урында башҡаса тороп түҙә алмайынса малай эргәләге үҙе бейек, үҙе үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы кесерткәнлеккә ташланды.
– Туҡта, емтек! - Уның баш осонан да, эргә-тирәһенән дә бер нисә йәҙрә уҫал һыҙғырып үтте. Бәхетенә күрә уларҙың береһе лә тәғәйен маҡсатына ирешә алманы – тере сәпкә теймәне. Хәмит малай мөғжизә менән иҫән ҡалды.
Уны ышаныслы һаҡлаған кесерткәнлек эсенән күҙәтә ятҡан Хәмит, әйтһәң, әҙәм ышанмаҫлыҡ енәйәтсел хыянаттың шаһиты булды.
Манараны тотоп торған дүрт бүрәнәне тумырып өҙөүе эшкә әрһеҙ Хәйрулла өсөн артыҡ күп ваҡыт талап итмәне. Бүрәнәләр өҙөлдө, ләкин... О, тағы мөғжизә! Манара ниндәйҙер ҡөҙрәт арҡаһында ауып төшмәне, көмөрө айын юғары күтәргән көйө ғорур ҡиәфәттә баҫып тороуын белде. Асыуынан тыны ҡыҫылған Хәйрулла уны ул яҡтан да, был яҡтан да эткесләп ҡараны. Ҡайҙа ул, ныҡлы итеп төҙөлгән манара ҡымшанманы ла. Асыуынанмы, ғәрлегенәнме шартлар сиккә етеп буҙарынған Хәйрулла юғарынан:
– Арҡа-ан! – тип аҡырҙы. – Ғимран күбә арҡаныңды әпкил ҡайтып. Урынбаҫарым итеп ҡуйырмын.
Ул, күрәһең, үҙен инде ауылдың иң ҙур түрәһе итеп тоя. Ана нисегерәк дорфа ҡылана. Уның ошо ҡыланышына хатта ҡыҙылдар ҙа көлөшөп алды. Ә изге йорттарына нәжес ҡағылған халыҡ өндәшмәй. Халыҡтың ҡайнап торған ярһыулы нәфрәте бына-бына тышҡа бәреп сығыр кеүек.
– Үҙең генә тап инде арҡанды, ҡустым. – Булды Ғимрандың яуабы. – Үҙең башлаған эште үҙең генә тамамла. Беҙҙә шулай ҡаралған.
Оҙон арҡан табыуы ҡыйын булманы. Ҡыҙылдарҙың арбаһында ятҡан икән уныһы. Бер осо яралы манараға бәйләнгән арҡандың икенсе осона йәбешергә ауыл кешеләренән йәнә бер кем дә ашыҡманы. Янап та, әүрәтеп тә ҡаранылар, килеп сыҡманы. Ахырҙа был эште һалдаттарға башҡарырға тура килде.
Таяуҙары киҫелгән булыуға ҡарамаҫтан манара тиҙ генә бирешергә теләмәне, һаман ҡаршылыҡ күрһәтте. Шулай ҙа, күмәк көс күмәк көс инде бер мәлде шағыр-шоғор килде лә ҡабырғаһына янтая башланы. Ауып барышлай сабый бала илаған ауазға тартым өн сығарып һыҡтаны. Үҙәк өҙгөс итеп шыңшып та ебәрҙе, әйтерһең дә яуыздарға ҡарғыш яуҙыра ине. Эйе уларҙы ҡәһәрләй шул! Ә илағаны? Күрәһең ул элекке урынына ҡабат тороп баҫа алмаҫын белә һәм иманлы Хоҙай өммәттәре менән бәхилләшә, һәр хәлдә Хәмиткә шулай ишетелде. Бәлки былайыраҡ әйтергә теләгәндер: «Иманлы кешеләр, мине онотмағыҙ. Иман барҙа байрам булыр, иманһыҙ ерҙә вайран булыр. Килер әле бер көн, беҙ ҡабат тороп баҫырбыҙ».
Ауыр ҡоролма ергә гөрҫ итеп ҡалыуға Хәмиттең баш осонан көмөш ай кәйлегеп үтте. Үтте лә кесерткәнде иҙә-иҙә ҡайҙалыр тәгәрәп барып ятты. Ҡаршы­ларында булып ятҡан мәхшәргә һушы киткән халыҡ геүләшеп шаулашырға тотондо. Йәш егеттәр­ҙең ҡыйыуыраҡтары, ауаныраҡтары ҡыҙылдарҙы ҡыҫымға ала башланы.
– Тик торорға!!! – тип екеренде әллә ҡурҡышынан, әллә енләнеүенән сәсәй яҙып, көл ише ағарынған командир. – Һәммәгеҙҙе ҡырып һалам, тарҡалған элементтар! Себен урынына һеперәм! – Ышаныслыраҡ булһын өсөнмө, шартылдатып бер нисә тапҡыр һауаға атып ебәрҙе. Ошонан аҙаҡ ҡына кешеләр сигенә бирҙе. Онотолоп киткәндәр, буғай: улар бит әжәл алдында баҫып тора. Уларҙы һепереп һалыуы ҡатил командирға ысынлап та бер тин дә түгел. Ана бер һалдаты пулемет төймәһенә инде бармағын терәгән. Уға ым-ишара ғына кәрәк.
Баҫыла төшкән нәфрәтте күреп ҡанатланған һалдаттар манараны ботарлап та ташланы. Хәйруллә был юлы ла үтә әүҙем ҡыланды. Ә бына бая ғына ауылға йәм биреп, ян-яҡка нур бөрккән ялтырауыҡ айҙы күпме генә эҙләһәләр ҙә таба алманылар, һыуға төшкәндәй ғәйеп булды манара айы. Ошо аяныс ҡатыш ғибрәтле хәлдәрҙе Хәмит ғүмер баҡый онота ла, хәтеренән юйып ташлай ҙа алманы. Улар гүйә кисә генә булып үткән. Ана, ҡотор­ған эт ише күҙҙәренә ҡан һауған ҡыҙыл командир бер ғәйепһеҙ ҡарт менән ҡыҙҙы атып үлтерә. Ана, Хәйрулла ҡара тиргә батып манара таяуын тумыра, ана әйләнә-әйләнә көмөш ай осоп бара. Ана... ана...
Ошо ҡәбәхәтлеккә Хәмит оҙаҡ йылдар аптырап йөрөнө. Хәйер, ни өсөн оҙаҡ йылдар, ул әле лә аптырай. Бәғзе кеше боҙоҡлоғона иҫе китһә, теге айҙың күҙ менән ҡаш араһында, көпә-көндөҙ ҡайҙа юғалғанлығын һаман булһа аңлай ҙа, аңлата ла алмай.
Кесерткән ышығында боҫоп ятҡанында ул үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе: ошо мәсетте йүнәтеп, манараһын урынына кире торғоҙоп ҡуясаҡ. Вәғәҙә – иман! Күҙҙең яуын алып торор көмөш айы әүәлгеһенән дә матурыраҡ булыр...
Аҙағыраҡ иман сығанағы – ғибәҙәт йортон мыҫҡыллаған кеүек ауыл советы бинаһы яһанылар. Уның иң түренән урын алған шығырлаҡ өҫтәл артына ысынлап та наҙан Хәйрулла менеп ултырҙы. Ултырыуын ултырҙы, әммә йүнле эш ҡыйрата алманы. Дөрөҫөрәге, бөтөн эште ҡыйратты. Халыҡ араһында абруйың, башыңда аҙ ғына ла белемең, бәләкәс кенә булһа ла аҡылың юҡ икән ҡуҡырайып бейек ҡәнфиҙә ултырыуыңдан ни фәтүә. Ирек тәмен татып, әүәл хыялында ла булмаған хөкөмдар ләззәтен тойған бер ҡатлы Хәйрулла тиҙ арала аҙҙы ла китте. Ул олоно оло тип, кесене кесе тип белмәне, аҡырынды-екеренде, тупаҫ мөғәмәлә итте. Яҡшы кәңәшкә, урынлы тәҡдимгә ҡолаҡ һалманы. Ул ғына ла түгел, тиҙ арала ул хәмергә әүәҫләнеп алды. Ауыл советы йортон эскелек ояһына, тора-бара хатта зина ҡылыу урынына әүерелдерҙе. Шулай итеп ҡыҫҡа ғына осор эсендә элекке йыуаш, күндәм көтөүсе ҡабында ажғырып торған аждаһа ятҡанлығы асыҡланды. Кемдең кемлеген белгең килһә, түрә итеп ҡуй, тиҙәр бит.
Әммә юғарыла торған Тәңре барыһын да күрә. Хәйруллаға ла ул язаһын тиҙ ебәрҙе. Бер төндө ауылды урман төпкөлөнән килеп сыҡҡан элекке аҡ ғәскәр ҡалдыҡтары ҡамап алды. Улар урам уртаһына ауыл советы башлығынан дар ағасы эшләттеләр ҙә унда уның үҙен үк аҫып киттеләр. Хәйрулланың ҡан һәм мөртәтлек аша яуланған түрәлеге шул рәүешле оҙаҡҡа барманы. Уның әжәлен йөрәгенә яҡын алып, илап-һыҡтап йөрөүсе булманы. Мәгәр көтөүселәрен һәләк итһәләр халыҡ нығыраҡ ҡайғырыр ине. Ә былай хатта Хәйрулланы дөйөм зыяратҡа ла ерләмәнеләр. Йыназаһын башҡарып тормайса ғына һай соҡорға ырғыттылар ҙа күмеп ҡуйҙылар, һауа бысратып, ер өҫтөндә һаҫып ятмаһын тигән шикеллерәк килеп сыҡты.
Ә ошо үҙе фажиғәле, үҙе ғибрәтле ҡот осҡос ваҡиғаларҙың аяныслы һөҙөмтәһе аҙағыраҡ күренде. Хәйрулланың йәндәй күреп үҫтергән һигеҙ балаһының һыңары ғына иҫән-һау ҡалды. Уныһы ла булһа алыҫ ерҙәргә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙы. Ҡалғандары мәлһеҙ гүр эйәһе булды: ҡайһыһы һыуға батып, ҡайһыһы янғында һәләкәткә тарыны. Береһен көтөүҙә сағында йәшен атып үлтерһә, төпсөктәрен урманда ағас һуҡты. Араларында үҙ-үҙенә ҡул һалыусыһы ла табылды. Эштең тиген түгел икәнлеген һиҙгән әсәйҙәре баштараҡ төрлө им-томсоларға йөрөп ҡараны. Файҙаһы теймәне. Күрәһең гонаһтың ул ҡәҙәрлеһенән сихырсылар гына ҡотҡара алмай. Шул рәүшле атай ҡылған яҙыҡ ғәмәлдәрҙең ауырлығын балалары күтәрҙе. Туранан-тура йәһәннәмдең үҙенә йүнәлгән Хәйрулла өсөн яуапты ла улар тотҡандыр.
Иң ахырҙа ошо ҡайғы-хәсрәттәрҙе кисерә алмаған ҡатыны аҡылға еңелерәк булып ҡалды. Ул башта йәй үткәнсе ауыл буйлап һоранып тамаҡ туйҙырҙы ла ҡышҡы сасҡау һыуыҡтарҙың береһендә ҡайҙалыр ғәйеп булды. Хоҙай ҡарғышы шул рәүешле атай һәм ир ҡылған ғәфү итмәҫлек гонаһ өсөн ҡатынына һәм балаларына төштө.
Хәмит бабай хәҙер үҙе күп кенә ейән-ейәнсәргә олатай. Ул ҙур һәм ярайһы ғына билдәле дин әһеле лә. Уны бөгөн бөтә башҡорт ерендә, хатта унан ситтә лә, белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡтыр. Ул малай сағында әйткән әйтеүен тотто. Теге, ауылындағы мыҫҡыл ителгән мәсетте аяҡҡа баҫтырҙы. Ул ғына ла түгел әллә күпме башҡаларын да торғоҙҙо. Һанай китһәң, аяҡ-ҡулдарҙағы бармаҡтар етмәҫ. Балалыҡ осоронда ҡанына, күңеленә һеңешкән иман нуры уны әллә ҡайҙарҙағы ғәрәп илдәренә алып барып еткерҙе – ул хаж ҡылыуға өлгәште, һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһуғәләйһиссәләм эҙҙәре һаҡланып ҡалған һуҡмаҡ буйлап йөрөгәнендә, атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләм менән әсәбеҙ Һауа раҙыйаллаһу ғәнһәләреҙең тәү осрашҡан урынына оҙаҡ ҡына ҡарап торғанында уның күҙҙәре йәшләнде.
Эйе, Хәмит хәҙрәт хажи дәрәжәһенә күтәрелде. Уға хәҙер йәшел сәллә йөрөтөргә рөхсәт. Быныһы ла бит уның балалыҡ хыялы ине. Иҫкелек ҡалдығы һаналып, ҡәтғи тыйылған ниндәй хәтәр мәлдәрҙә лә изге дин юлынан тайпылмайса йолаларҙы тейешенсә үтәп барырға тырышҡан ҡарт имамдың йәшел түбәтәйенә күҙе ҡыҙа торғайны ваҡытында. Әле башына яңы аң инә башлаған малайҙар уның уҡалы сәлләһенә ҡарап-ҡарап ала. Тимәк, күңелдәрендә, йөрәктәрендә иман орлоғо бар. Шул орлоҡто шыттырырға һәм үҫтерергә кәрәк. Илебеҙҙең, еребеҙҙең имен вә иманлы киләсәге өсөн. Ошо юҫыҡта Хәмит хәҙрәт ҙур эш алып бара. Быға уның хәләл көсө менән төҙөлгән бихисап мәсеттәре шаһит. Йор күңелле, йомарт тәбиғәтле хәҙрәттең ғибәҙәт йорттары көмөш айҙарын күккә сөйөп ғорур баҫып торалар.

( Дауамы - потом!) winked







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға