«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Туғаныңдың күңеленә баҫып, Сит-яттарҙы күккә күтәрмә



21.11.2014 Туғаныңдың күңеленә баҫып, Сит-яттарҙы күккә күтәрмә

Туғаныңдың күңеленә баҫып, Сит-яттарҙы күккә күтәрмәТуғандарың һинең бер хатаһыҙ
Фәрештә йә суфый түгелдер.
Булған байлыҡтары – таҡта сәй ҙә
Асыҡ ишек, йомшаҡ күңелдер.
«Һин шундай ҙа, һин
бындайһың», – тиеп,
Туғаныңдың битен тырнама,
Китек ере булһа, йомоп ҡалдыр,
Ил алдына сығарып хурлама.
Китек булһа ла, ул – үҙеңдеке,
Үҙ тамырың, ҡандаш, йәндәшең,
Һалҡын ҡараш, ауыр һүҙҙәреңдән
Түгелмәһен уның күҙ йәше.
Туғаныңдың күңеленә баҫып,
Сит-яттарҙы күккә күтәрмә,
Рәнйеп ҡалған туған хаҡы аша
Ят хаҡтарын алға этәрмә.
Күргәнем юҡ әле, туған һатып,
Был донъяла ырыҫ тапҡанды,
Илен һатҡан хәсис һатлыҡ йән дә
Үҙ туғанын тәүҙә һатҡандыр.

Талдар һағышы

Һыу буйында талдар башын эйгән,
Тал һағышы өтә ярҙарҙы.
Ҡошһоҙ ҡалыу шулай бөгә икән
Тик ҡош өсөн тыуған талдарҙы.

Таңдар менән, бәлки, ҡайтыр, тиеп,
Үтеп киткән яҙҙы көтәләр.
Телеп-телеп өҙә тал бәғерен
Һандуғасһыҙ ҡалған иртәләр.

Күпме көтһәләр ҙә сабыр талдар
Бөҙрәләрен тарап, таң тыуғас,
Бер осҡастын ташлап талҡайҙарын
Кире ҡайтмаҫ инде һандуғас.

Кире ҡайтмаҫ, ҡанаттарын ҡаҡмаҫ
Һөйөү ваҡыттары бер уҙғас,
Көтөп-көтөп, төңөлөрҙәр талдар,
Йәшел күлдәктәре бер туҙғас.

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты икән,
Кире ҡайтмай икән үткән яҙ,
Ҡабатланмай икән шул яҙҙарҙа
Һандуғастар түккән моң һәм наҙ.

Яҙҙар килер ҙә ул, килмәй тормаҫ,
Ҡабат һайрар ҙа ул һандуғас,
Тик күлдәге талдың башҡа булыр,
Яҙы ла бит үткән яҙ булмаҫ…

Хәтирәләр сөмгөлөнә сумған
Талдар түгел, әллә үҙемме?
Һандуғастай осҡан йәшлегемде
Ҡош юлында әллә күрҙемме?

Зәңгәр донъя

Зәңгәр ҡыйыҡ, зәңгәр ҡойма, ҡапҡа –
Тотош зәңгәр бында урамдар,
Зәңгәр күҙҙәр төҫлө көлөп тора
Зәңгәр тәҙрә, зәңгәр ҡорғандар.

Зәңгәр тауға илтер юл сатына
Зәңгәр ҡаҙыҡ ҡағып ҡуйғандар,
Зәңгәр монарҙарҙа иҙрәп, тынған
Шул тау итәгендә урмандар.

Битләүҙәргә гел зәңгәрҙән генә
Утрау-утрау сәскә түшәлгән,
Туғайлыҡтар суҡ-суҡ шәл бөркәнгән,
Зәңгәр моңдар тама шул шәлдән…

Күктәр зәңгәрлеген сағылдырып,
Талҡаҫ күле ята тонйорап,
Көн-төн күккә бағып, Хоҙайынан
Бәндәләргә иман, моң һорап…

Зәңгәр хыял ҡанаттарын елпеп,
Тағы осоп килдем был ергә,
Ығы-зығы, шау-шыуҙарҙан талған
Йән-тәнемә ялдар бирергә.

Зәңгәр күбәләкле яландарҙа
Шатлыҡ еләктәре тирергә,
Күңелемә ошо яҡтың йәмен
Зәңгәр таҫма итеп үрергә.

Һаташтырғыс алмағастар

Алмағастар күпереп сәскә атҡан,
Тулҡын-тулҡын аҡ даръяға батҡан,
Алмағастар ап-аҡ күбектә…
Бер ҡараһам, күҙҙәрең нур бөркә,
Бары мине эҙләй төҫлө, көтә –
Инде һөймәйһеңдер кеүек тә.

Алмағастар инде көҙҙө тоя,
Туп-туп итеп ергә алма ҡоя,
Ал, һары төҫ һибә Ер-күккә,
Бер ҡараһам, ҡараштарың һалҡын,
Һүнгән төҫлө йән йылытыр ялҡын,
Әле һөйәһеңдер кеүек тә…

Алмағастар шулай, һаташтырып,
Миҙгел һайын төҫтәр алмаштырып,
Иләҫ-миләҫ хистәр тарата.
Юҡҡа көймә, күңел, ҡауҙарланма,
Һөйгәндәр бит ярһыу яҙҙарҙа ла,
Ғүмер көҙөндә лә ярата.

Аҡман-тоҡман

Өйөрмәһен тулҡын-тулҡын итеп,
Эй, ҡотора аҡ ҡар диңгеҙе,
Шул диңгеҙгә сумып-сумып йөҙә,
Шашып уйнай ерҙәр, күк йөҙө.

Аҡман-тоҡман шулай аҡ донъяны
Ҡышҡы йоҡоһонан уята.
Аҡ ҡарҙарын сәскә итеп һибә,
Күбәләктәр итеп уйната.

Ҡар тулҡынын йырып, бер саҡ карап
Беҙгә табан йөҙә түгелме? –
Елкәненән, көмөш сыңдар сәсеп,
Серле нурҙар шаулап түгелде.

Мөғжизәле карап – ул яҙ икән,
Ә елкәне – һөйөү әләме,
Был бурандар – ябай буран түгел,
Был бурандар – ҡоштар сәләме.

Алыҫтарҙан ҡайтыр юлға сыҡҡан
Шул ҡоштарҙың ҡанат ҡағышы,
Ҡоштар ҡанатында ҡайтып килгән
Ямғыр еле, йәйғор балҡышы.

Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға