«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



21.11.2014 Мәҙәктәр

МәҙәктәрМыҡты кәүҙәле бер ир барменға:
– Һеҙгә һаҡсылар кәрәкмәйме? – ти.
– Кәрәк тә ул, әммә һеҙҙең квалификацияғыҙҙы белмәйем…
– Хәҙер күрһәтәм, – ти ҙә ир ҡул аҫтына эләккән тәүге кешене тәҙрә аша ырғыта, шунан, тип барменға ҡарай.
– Хәҙер, директор ҡабаттан күтәрел­һә, был турала һеҙҙең менән һөйләшер, – тигән бармен.

* * *
Балалар менән зоопаркҡа барҙыҡ. Улар ырылдашты, ҡысҡырышты, һикереште, әйләнешеп-болғанышты. Йәнлектәр ҡәнәғәт ҡалғандыр тип уйлайым...

* * *
– Һөйгән егетем ташланы, – ти ҡыҙ әхирәтенә. – Иҫ киткес ҡыйын, ауыр. Бөтә уйҙарым да тик уның хаҡында ғына...
– Бынан сығыу юлы бар, – ти тегеһе, – ҡаты диетаға ултырһаң, көнө буйы тик аҙыҡ хаҡында ғына уйларһың.

* * *
Ике баҡсасы һөйләшә:
– Унда нимә үҫә?
– Ҡыҙыл ҡарағат.
– Ә ни өсөн ул аҡ?
– Сөнки ул әлегә йәшел.

* * *
Атаһы, ҡыҙына асыуланып:
– Әҡлимә, кисә кис машинала бер егет менән үбешеп ултырғаныңды күрҙем. Кем ул тағы?
– Ә машина ниндәй төҫтә ине?

* * *
Элек фатирымда сәйер нәмәләр ҡылына торғайны: һауыт-һаба ҡырыла, мебель урынынан күсә, төндә ниндәйҙер ҡот осҡос тауыштар ишетелә. Аҙаҡ ҡатыным менән айырылыштым һәм бөтәһе лә үтте...

* * *
Төпкөл ауылда хәбәрсе бер ҡарттан:
– Олатай, һеҙ донъя бөтөүҙән ҡурҡмайһығыҙмы? – тип һорай.
– Ә ниңә унан ҡурҡырға, улым? – ти ҡарт. – Беҙҙең ауылға бит ни юл, ни газ, ни телефон килеп етмәне, уныһы ла килеп етмәҫ, тип уйлайым..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға